Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур проблемалары
Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур проблемаларыБөгөн теләге булған һәр кем эшҡыуар була ала. Бының өсөн мөмкинлектәр етерлек, тик елкәң ҡалын һәм тырышлыҡ булһын. Күптәр тап шулай уйлап, тәрән яңылыша. Үҙ эшен асырға теләүселәргә күп кәртә аша үтергә, ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килеүен иҫәпкә алғанда, ай-һай, еңелдән түгел. Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа үткән форумда һүҙ шул турала барҙы.

Отошло география

“Урал аръяғында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тип аталған иҡтисади форумда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Үтәшев, “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилева, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Сараның тап Әбйәлил районында үтеүе юҡҡа түгел. Беренсенән, был сараны ойоштороусыларҙың береһе ошо өлкәлә егерме йылдан ашыу уңышлы шөғөлләнеүсе билдәле эшҡыуар Дамир Аллаяровтың инициативаһы булһа, икенсенән, әбйәлилдәр йырға-бейеүгә маһир, дәртле, талантлы халыҡ ҡына түгел, эшсән дә, егәрле лә. Шулай булмаһа, районда 1197 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, өс урта, 30 — кесе, 250 — микропредприятие, 793 — шәхси эшҡыуар, 121 крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторолор инеме?! Эшҡыуарҙар 5 меңдән ашыу кешегә хеҙмәт урыны асҡан. Улар сауҙа, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, төҙөлөш, балыҡсылыҡ, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесы менән шөғөлләнә. Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы 3 миллион 992 мең һум тәшкил иткән. Шуның 520 меңе — урындағы, 3 миллион 472 мең һумы федераль ҡаҙнанан бүленгән. Яңы эш башлаусы 24 кешегә йәмғеһе 3 миллион 196 мең һум субсидия бирелгән. Дүрт эшҡыуар республика программаһына ярашлы аҡсалата грантҡа эйә булған. “Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге” аша районда былтыр 97 кеше 44 миллион һумға яҡын займ алған.
Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов билдәләүенсә, Әбйәлил районы эшҡыуарлыҡ өсөн географик яҡтан бик отошло урында. Бында 33 күлдең йәнәш урынлашыуы, тәбиғәтенең матурлығы, урмандарҙың ҡуйылығы, емеш-еләктең муллығы, хатта Ҡырҡты тауҙарында ҡыҙыл һәм күк көртмәленең осрауы ла, тау саңғыһы, аэропорт, тимер юлдың район биләмәһенән үтеүе, Рәсәйҙәге тәүге динопарктың асылыуы, донъяға билдәле Яҡтыкүл батҡағының даны, хатта яҡында урынлашҡан мегаполис — Магнитогорск ҡалаһы ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә булышлыҡ итә. Халыҡ йәй буйы еләк һатып, бәшмәк йыйып, селек һепертке бәйләп аҡса эшләй. Шуға күрә әбйәлилдәр етеш, бай йәшәй. Күп төбәктәрҙәге кеүек уңған, булдыҡлы күршеләрен кулак тип ғәйепләмәй, ә, киреһенсә, күршем минән дә яҡшыраҡ эшләй тип, сәмләнеп-дәртләнеп донъя көтә.

Эшҡыуар булыу ауырмы?

Ошо һорауға яуап эҙләне һәр кем. Кем өсөндөр эшҡыуарлыҡ йәшәү маҡсатына әүерелһә, икенселәр өсөн эшһеҙлектән һайлаған юл ғына. Әммә ике осраҡта ла ең һыҙғанып эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. “Көньяҡ-көнсығыш райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеш мәсьәләләре” тигән темаға ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһаусылар эшҡыуарлыҡ юлын үҙ итеүсе йәштәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән программа хаҡындағы мәсьәләләргә туҡталды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, иҡтисади форум “2011—2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы” сиктәрендә үтә. Уға ярашлы, ике йыл эсендә был төбәктә йәшәүсе йүнселдәр өсөн республикалағы эшҡыуарлыҡ өлкәһенә тәғәйенләнгән аҡсаның дүрттән бер өлөшө бүленгән. 14 йәш эшҡыуарға төрлө йүнәлештәге дәүләт гранты тапшырылған. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы финанслау күләме күтәрелгән. Әгәр был күрһәткес 2011 йылда — 47 миллион, 2012 йылда 60 миллион булһа, 2013 йылда 180 миллион тәшкил итә. Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу төбәк халҡына район иҡтисадын үҫтереү, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Бигерәк тә эшҡыуарлыҡҡа килеүсе йәштәргә эште башлау өсөн аҡса һәм тәжрибә етмәүе, махсус белеменең юҡлығы ауырлыҡ тыуҙыра. Бөгөнгө сараның төп маҡсаты — уларға бар яҡлап ярҙам итеү, аяғында ныҡлы баҫҡан эшҡыуарҙарҙың эш тәжрибәһе менән танышыу, был өлкәлә борсоған мәсьәләләргә яуап табыу, йәштәрҙе күпләп йәлеп итеү юлдарын өйрәнеү.
Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Үтәшев сығышында республикала эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуын билдәләп, улар өсөн дәүләт, республика программаларының уңышлы эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уларҙы борсоған төп проблемаларҙың береһе — һалым. Пенсия фондына түләү буйынса һалымдың яңы йылдан ике тапҡырға артыуы күп кенә бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарҙың эшен юҡҡа сығарыуға килтергән.
Һуңғы йылдарҙа республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәктәренең асылыуы ла файҙаға ғына. Бындай үҙәк Асҡарҙа уңышлы эшләй. Тиҙҙән Баймаҡта ла уны асыу ҡаралған. Эшҡыуарҙарға 1 миллион һумға 10 процент менән бер йылға кредит биргән ойошма етәкселегенә төбәк йүнселдәре уның ваҡытын өс йылға тиклем оҙайтыуҙы һораны.
Әбйәлилдең иң уңышлы һәм бай эшҡыуарҙарының береһе, “Коммуналсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дамир Аллаяровтың тәҡдиме аныҡ һәм урынлы булды. Үҙ эшен асыуҙың бөтә нескәлектәрен тәрәндән белгән, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге барлыҡ ҡаршылыҡты еңеп, маҡсатына өлгәшкән булдыҡлы уҙаман аяғында ныҡ баҫып торған эшҡыуарҙарға йәштәрҙе ҡурсалап, уларға бар яҡлап ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте. Шулай уҡ Дамир Әнүәр улы халыҡ кәсебен тергеҙеп, уны юғалтмай, бөгөн ағас һырлап, төрлө сувенир эшләүселәр булһынмы йәки кейеҙ баҫыусылармы, уларҙың әйберҙәрен халыҡҡа еткереүҙә, һатыуҙа ла ярҙам итергә саҡырҙы. Шулай уҡ ул республикала эшҡыуарҙарға һалымды кәметеү, мәктәптә үк эшҡыуарлыҡҡа уҡытыу буйынса махсус курс булдырыу, “Башҡортостан эшҡыуары” исемле махсус гәзит сығарыу, 2014 йылды Эшҡыуарҙар йылы тип иғлан итеү мәсьәләләрен күтәрҙе.

Халыҡ кәсептәренә иғтибар арта

Ниндәй генә оҫталар юҡ! Ағастан семәрләп-һырлап төрлө йәнлек һындары, һандыҡ-ултырғыс эшләүселәр ҙә, өләсәйҙәребеҙҙең эшен дауам итеп балаҫ һуғыусылар ҙа, юрған ҡораусылар ҙа, мәрйен һәм аҫылташтарҙан төрлө биҙәүес, ҡашмау-һаҡал яһаусылар ҙа, ҡумыҙ һәм ҡурай оҫталары ла, милли кейемде тергеҙеүселәр ҙә, кейеҙҙән төрлө сувенир әйберҙәре, түшәк кәрәк-ярағы эшләүселәр, быйма баҫыусылар, сәйләндән төрлө сәскә гөлләмәһе яһаусылар ҙа йыш осрай.
Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылынан Дамир Ураҙаевтың ағастан яһалған әйберҙәре, әйтерһең дә, мөғжизәле Бөрйән тәбиғәтен хәтерләтә. Йүкә ағасынан һырланған айыу, бөркөт һындары, төрлө панно сит ил сувенирҙарынан бер ҙә кәм түгел. Ейәнсура районының уңған килендәре Нәзирә Кәримова менән Маргарита Үтәмешева бәйләгән шәлдәр, кофталар, бейәләй, шарфтар һәр кемдең күңеленә хуш килде, уларҙы һатып алыусылар ҙа табылды. Учалы районы оҫтаһы Фуат Ҡужәхмәтов ҡумыҙ эшләү менән егерме йылға яҡын шөғөлләнә. Уның ҡумыҙына, бал батмандарына заказ биреүселәр бихисап. Асҡар ауылы оҫтаһы Дәлилә Сафиуллина төрлө ептән ырғаҡ ярҙамында бәйләй.
Шуныһы ҡыҙғаныс: биҙәү сәнғәтенең аҫыл өлгөләрен һатып алыусылар бик аҙ. Халҡыбыҙ әле ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙең ни тиклем әһәмиәтле һәм баһаһының юғары икәнлеген аңлап бөтмәй. Бына шунан килеп сыға ла инде бәләкәй сувенирҙың баш етмәҫлек ҙур проблемаһы. Шулай ҙа бар төбәктән саҡырылған халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәрҙе бер ҡорға туплау һөҙөмтәһеҙ булманы. Уларҙың күбеһе менән “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйҙы.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың күпселек проблемаларын үҙ эсенә алған иҡтисади форум эшлекле шарттарҙа үтте. Кемдер үҙен борсоған һорау буйынса консультация алды, икенселәре эшҡыуарлыҡтың ни тиклем мөһим тармаҡ икәнлегенә төшөндө, өсөнсөләре үҙ эшен асырға тигән уй менән янды.

Илшат ТАЖЕТДИНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары:
— Бындай йүнәлештәге иҡтисади форумды һәр районда үткәреү мотлаҡ, сөнки эшҡыуарлыҡҡа килеүсе йәштәргә өйрәнәһе һәм өйрәтәһе нәмәләр күп, ҡайһы бер проблемаларҙың урында хәл ителеүе отошло. Был төбәктә ауыл хужалығын, сәнәғәт, тау-руда сәнәғәтен, ағасты эшкәртеү, төҙөлөш материалдарын етештереү тармаҡтарын үҫтереү мөһим. Йүнселдәргә берлектә эш алып барыу тәжрибәһен булдырыу ҙа өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Рәйсә ЛАТИПОВА, Әбйәлил районы хакимиәтенең иҡтисад буйынса урынбаҫары:
— Районда эшҡыуарлыҡҡа иғтибар ҙур. Бигерәк тә Асҡар, Ташбулат, Амангилде биләмәләрендә үҙ эшен асыусылар күп. Сауҙа, транспорт, көнкүреш әйберҙәрен ремонтлау яҡшы үҫешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табышлы тармаҡтарҙан һаналған ит һәм һөт продукцияһын етештереп эшкәртеүселәр аҙ.
Зариф УШАНОВ, Баймаҡ районы хакимиәтенең иҡтисад буйынса урынбаҫары:
— Күршеләрҙән өйрәнерлек һәм фәһем алырлыҡ миҫал күп. Бөгөн үҙ эшен асыусыларға туризм, агротуризм йүнәлешендә эш башлау отошло буласаҡ. Ошондай эшлекле саралар беҙҙең районда ла үтһә, яҡшы булыр ине.
Дамир АЛЛАЯРОВ, тәжрибәле эшҡыуар, Асҡар ауылы:
— Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү — сәйәси мәсьәлә. Был йәһәттән халыҡтың белемен тәрәнәйтеү, властың ярҙамын көсәйтеү шарт.
Вилүр ӘХМӘТОВ, иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай филиалының иҡтисад факультеты деканы:
— Беҙҙә сувенирҙар етештереү тармағы үҫешмәгән. Бөгөн был йүнәлештә Баймаҡтан яҡташыбыҙ Вилүр Рәхимғолов уңышлы шөғөлләнә. Әммә ундайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әлбиттә, сувенир етештереүҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Беренсенән, табышты күҙ уңында тотһаҡ, икенсенән, бындай төр продукция туристарҙы йәлеп итеүҙә роль уйнаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 427

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 380

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375