Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Революционерҙарға аҡса йәл түгел
Уҙған аҙнала Венесуэлала президент һайланылар, ә Владимир Путин Мысыр президенты Мөхәмәд Мөрси менән осрашты. Шулай уҡ АҠШ-Рәсәй мөнәсәбәттәре иғтибар үҙәгендә булды.

Социалистик йүнәлешен һаҡлап ҡалырмы?

Венесуэла халҡы үҙенә яңы президент һайланы. Көрәш Уго Чавес мәрхүм булғандан һуң уның вариҫы булараҡ власта тороп ҡалған Николас Мадуро һәм оппозицияла булған Энрике Каприлиес араһында барҙы. Энрике Каприлиес быға тиклем дә, Уго Чавестың дәғүәсеһе сифатында һайлауҙа ҡатнашып, үҙенең еңелеүен танырға мәжбүр булғайны. Уға был юлы ла уңыш йылмайманы. 14 апрелдә үткән һайлау һөҙөмтәһе менән ул һис кенә лә килешергә теләмәй һәм яңынан тауыш биреү уҙғарыуҙы талап итә. Уның өсөн — 49, Николас Мадуроға 51 процент тауыш бирелгән. Мадуро яңы һайлау уҙғарыуға ҡырҡа ҡаршы, һәм ул дәғүәсеһен халыҡты болартырға маташыуҙа ғәйепләй.
19 апрелдә Николас Мадуроның инаугурацияһы булды. Унда Куба етәксеһе Рауль Кастро, Иран президенты Мәхмүд Әхмәдинижад, Латин Америкаһы илдәре етәкселәре ҡатнашты. Рәсәй етәкселеге исеменән яңы һайланған президентты Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин тәбрикләне. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: Венесуэлала Уго Чавестың вариҫы власҡа килеүе Рәсәй өсөн бик ҡулай. Сөнки Николас Мадуро эске һәм тышҡы сәйәсәттә элекке курстан тайпылмаясаҡ. Йәғни Венесуэла АҠШ агрессияһына ҡаршы көрәш алып барып, социализм төҙөү йүнәлешендәге эшмәкәрлеген дауам иттерәсәк. Нефткә бай был илдә Энрике Каприлиес еңгән осраҡта хәл-ваҡиғалар бөтөнләй икенсе йүнәлеш алған булыр ине. Әммә ил етәкселегенә тынысланырға иртәрәк. Хәҙер Каприлиес ниндәй юлдар менән булһа ла власҡа килергә ынтыласаҡ. Был йәһәттән уның мөмкинлеге бар. Мадуронан байтаҡҡа йәш, бер түгел ике юғары белемгә эйә булыуы (Николастың юғары белеме юҡ) уның төп өҫтөнлөктәренең береһе булып тора. Ошондай шарттарҙа Мадуроға тиҙ арала власты үҙ ҡулына алып, ныҡлы тәртип урынлаштырыу зарур. Халыҡ сыуалыштарына юл ҡуйһа, түңкәрелеш эшләп, үҙен властан алып ташларға ла күп һорамаҫтар. Венесуэла тарихында бындай күренештәр булды. Шуға ла Мадуро быға юл ҡуймаҫҡа тейеш.

Мысыр Рәсәйҙән ярҙам һорай

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Сочиҙағы резиденцияһында Мысыр президенты Мөхәмәд Мөрсиҙе ҡабул итте. Мөрсиҙең Рәсәйгә килеүе юҡтан ғына түгел. Мысырҙа революция булып, дүрт тиҫтә йыл самаһы власта ултырған Хөсни Мөбәрәкте алып ташлағандан һуң, әлбиттә, илдә тиҙ арала ғына тәртип тә, тыныслыҡ та урынлаштырып булмай. Бында әле булһа партизан һуғышы бара. Ә һуғыш барған ерҙә, билдәле, иҡтисад икенсе планға ҡала. Мысыр ҡояшында ҡыҙынырға теләүселәр ҙә элеккесә күп түгел. Шуға ла ил ҡаҙнаһы буш.
Мөхәмәд Мөрси Рәсәйҙән оҙайлы ваҡытҡа кредит һорарға килгән. Ул беҙҙән 3 миллиард доллар аҡса һорай һәм аласаҡ та. Революционерҙар өсөн аҡса йәл түгел шул. Мысырҙың илебеҙгә (СССР заманынан) элекке бурыстары ҡайтарылып бөтмәгән, уға йәнә аҡса бирелә. Быныһын да әллә ҡайтарып бирәләр, әллә юҡ, әйтеүе ҡыйын. Уның ҡарауы, шул уҡ Рәсәй халҡы, Мысырға ял итергә барып, йылына миллионлап аҡсаһын ҡалдырып ҡайта. Бындай мәрхәмәтлектән тыш, Рәсәй Мысырға осһоҙораҡ хаҡҡа бойҙай һәм көнбағыш майы һатырға ла килеште. Был хаҡта Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров белдерҙе. Эйе, революционерҙарҙың да тамағы бар, ас көйө һуғышып булмай ҙа инде.
Мөрси менән Путин осрашыу барышында Сүриәләге хәл-ваҡиғаларҙы ла тикшерҙе. Шулай уҡ Мысырға ҡорал һатыу тураһында һүҙ булды. Бына шулай, илебеҙ хәйерселектән саҡ башын күтәреп килеүенә ҡарамаҫтан, һаман да элекке сәйәсәтен дауам итә – башта сит илдәрҙе ҡарай. Ил именлеген, хәүефһеҙлекте башҡаса тәьмин итеп булмайҙыр, күрәһең. Ни хәл итәһең, ниндәйҙер йоғонто яһар өсөн дә кеҫәңдән һуңғы тинеңде булһа ла сығарып һалырға тура килә шул.

АҠШ-тың ике төрлө сәйәсәте

Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, үткән аҙнала Рәсәйгә АҠШ президентының милли хәүефһеҙлек буйынса ярҙамсыһы Том Донилон килеп ҡайтты. Донилон Рәсәй Президенты Владимир Путинға Барак Обаманың мөрәжәғәтнамәһен тапшырҙы. Уның Мәскәүгә килеренән өс көн алда, йәғни 12 апрелдә генә, Аҡ йорт АҠШ конгресмендары талабына ярашлы “Магнитский акты” законы буйынса исемлекте йәмәғәтселеккә еткергәйне. Был исемлеккә 18 Рәсәй чиновнигы индерелгән. Ә Барак Обаманың Путинға яҙған мөрәжәғәтнамәһендә “ике илдең милли хәүефһеҙлеген бергәләшеп хәл итеү” хаҡында һүҙ бара. Уның бер ҡулы менән Рәсәй сәйәсәтенә ҡаршы булған “Магнитский акты”на ҡул ҡуйыуы, икенсе ҡулы менән ошондай йөкмәткеле мөрәжәғәтнамә яҙыуы аңлашылып бөтмәй. Күрәһең, конгресмендар фекеренә ҡолаҡ һалмайынса булдыра алмайҙыр, шул уҡ ваҡытта Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе лә боҙғоһо килмәйҙер. Хәл-ваҡиғаларҙы аңғартып, ашығыс хат яҙып ебәреүен тик шуның менән генә аңлатырға мөмкин. Юғиһә был мәсьәләне икәү-ара осрашҡанда ла тикшереп була ине бит. Ә быйыл Обама менән Путиндың ике тапҡыр (июнь һәм сентябрь айҙарында) осрашыуы планлаштырылған.
Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, әле Владимир Путиндың яуап хаты әҙерләнә. Әлбиттә, ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙең артабанғы яҙмышы хаттың йөкмәткеһенә бәйле буласаҡ. АҠШ-тың итәғәтле генә тәҡдименә Рәсәй яғы яғымлы яуап бирә алырмы? “Магнитский акты”нан һуң Рәсәй етәкселегенең ярһыуы баҫылып бөтмәгән бит әле. Ошондай шарттарҙа АҠШ Рәсәйгә НАТО менән дә килешеп йәшәргә тәҡдим итә. Үткән аҙнала НАТО-ның генераль секретары урынбаҫары Александр Вершбоу Мәскәүгә килде. Уның Рәсәйгә сәфәренең сәбәбе Афғанстандан ғәскәр сығарыуға ғына бәйле түгел. Көнбайыш Европала (Румыния, Польша) ПРО системаһын урынлаштырыу мәсьәләһен тикшереү өсөн дә килгәйне ул. Дөрөҫөрәге, ПРО системаһының Рәсәйгә тоҫҡалмауын, ә Иран атакаһынан һаҡланыу сараһы булараҡ урынлаштырыласағын иҫбатларға теләй. Шулай уҡ осрашыу барышында иҫкергән ядро боеприпастарын утилләштереү мәсьәләһе лә тикшерелде. Тирә-яҡ мөхит өсөн хәүеф сығанағы булып торған бындай боеприпастарҙы юҡ итеү ике яҡ өсөн дә тик файҙаға ғына буласаҡ. Бына шулай, АҠШ яғы Рәсәйгә ҡарата ҡапма-ҡаршылыҡлы сәйәсәт алып бара: бер ҡулы менән кеҫәһенән йоҙроҡ төйнәһә, икенсеһен дуҫтарса ҡыҫыр өсөн һона. Уның ҡайһы яғы еңер — ваҡыт күрһәтер.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә