Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Тәгәрмәс"кә эләктек
"Тәгәрмәс"кә эләктекБер мәл сәғәттән ашыу автовокзалда автобус көтөргә тура килде. Кеше мыжғып тора: кемдер килә, кемдер китә. Сараһыҙҙан күҙәтәм: гел эсеүҙән шешенеп бөткән әҙәмдәр тағы ла "аҡбаш" алырға аҡса еткерә алмай ғауғалаша; автобусҡа сират боҙолған да, кемдең артынан кем урын алғанын асыҡлап маташалар; эргәмдә генә йәш әсә малайын тартҡылап-тартҡылай. Ошо шау-шыуҙан ситтәрәк тәү ҡарашҡа ҡәҙимге генә егет тора. Эргәһенә йәш кенә егеттәр килә лә тәмәке һона, ә был уны ҡолаҡ артына эләктерә лә тәмәке тәҡдим иткән кешенең ҡулына "спайс" һалынған янсыҡ тоттора. Был мине аптыратты. Баҡһаң, көпә-көндөҙ, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, үлем менән сауҙа итәләр икән.

Бер ниндәй сик юҡ

Ҡыҙыҡһыныусан үҫмерҙәрҙең үлән тартыу кеүек насар ғәҙәткә өйрәнеп китеүенә күп кәрәкмәй. Бер тапҡыр ваҡытлыса ғына рәхәтлек кисерәм тип, тотош ғүмерен аяҡ аҫтына һалып тапайҙар. Бөгөн наркомания — иң ҡурҡыныс бәләләрҙең береһе, бихисап енәйәткә сәбәпсе. Наркотик һатып алыу өсөн күптәр мутлашыуға, урлашыуға бара, унан инде ауыр енәйәт ҡылыуға ла күп ҡалмай. Әлбиттә, арабыҙҙа теге егет һымаҡ көпә-көндөҙ аҡ үлем таратыусылар булғанда, наркомандар кәмемәйәсәк. Интернет селтәре аша ла бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ иҫерткес, алйытҡыс матдәләр табып була. Ул сайттарға ла, ни өсөндөр, еңел генә юлығаһың. Бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһен дә енәйәт ҡылыусылар рәтенә индереп булмай икән. Баҡтиһәң, наркотик тип ҡабул ителгән матдәләрҙе бүтән әйбергә оҡшатып һатыусылар быуа быуырлыҡ.
Статистика мәғлүмәттәре бер ҙә ҡыуандырмай. Илдә наркотик матдәләргә ылығыусылар йылдан-йыл арта. Бынан тыш, аҡ үлемде етештереүселәр ҙә оҫтара, эштәрен тағы ла ажарланып башҡара.

Рәсәйҙә нисек?

"Энәлә ултырыусылар" ил буйынса һуңғы ун йылда әллә ни артмаһа ла, барыбер һандар хәүефләндерә. Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә 8,5 миллион кеше наркотик ҡуллана. Ғүмерендә бер тапҡыр ғына булһа ла иҫерткес матдә татып ҡараусылар һаны 18 миллионға барып баҫҡан. Уларҙың һәр береһенең ата-әсәһе, яҡындары, туғандары бар. Тимәк, кәмендә 50 миллион кеше наркоманияның ниндәй ҡурҡыныс бәлә икәнен үҙ башынан кисереп белә.
Рәсәйҙә был бәлә СССР тарҡалғас сәскә ата башланы. Халыҡ эшһеҙлектән йонсоған ваҡытта элек наркотиктар үтә алмаған сиктәр асылды. Тап ошо мәлдә Афғанстан донъялағы иң көслө наркотиктарҙың береһе булған героинды етештереү үҙәгенә әүерелгәйне. Хәҙер иһә ҡыйбатлы героин үҙенең элекке көсөн юғалта бара, сөнки баҙарҙы синтетик наркотиктар яулай.
— Наркомафия аҙна һайын яңы ағыу төрө уйлап таба: "Че Гевара", "Бен Ладен", "Ванна өсөн тоҙ", "Тараҡан" һәм тәү ҡарамаҡҡа ҡыҙыҡ һымаҡ тойолған башҡа исемдәр йәбештерелгән янсыҡтарҙа сит илдән килтерелгән ағыулы матдәләр һатыла. Айырыуса Ҡытай, Таиланд, Мьянманан күпләп килтерелә улар. Һамар һәм Ырымбур өлкәләренә почта аша ике миллиондан ашыу үлемесле посылка ебәрелгән. Бер янсыҡта 5 – 10 дозалыҡ матдә була, уны Мәскәүҙә — 500, төбәктәрҙә 300 һумға һаталар, – тип һөйләй Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Иванов.
Белгестәр фаразлауынса, синтетик наркотиктар тулҡыны үҫәсәк әле. Аҡ үлемдең был төрө, героиндан айырмалы, кешегә тағы ла нығыраҡ зыян килтерә, организмды эстән яндыра.

Беҙгә Ҡытайҙан килтерәләр

Синтетик наркотиктарҙың көсө, уларҙы таратыу тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр минстрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш подразделениеһы етәксеһе Игорь Кухарчук, министрлыҡтың Эксперт-криминалистика үҙәгендәге махсус экспертизалар бүлеге етәксеһе Олег Пикалов, Енәйәтте тикшереү бүлеге идаралығы етәксеһе Владислав Ситдиҡов киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осрашҡанда һөйләне.
Былтыр республикала наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле 3529 енәйәт эше теркәлгән, 1760 кеше хөкөмгә тарттырылған, 123,363 килограмм наркотик тартып алынған, шул иҫәптә — 5,202 килограмм героин, 84,052 килограмм марихуана, 34,109 килограмм башҡа төр психотроп матдәләр.
Былтыр республикала Ҡытайҙан "аҡ үлем" ташыусы ҙур төркөм тотолған. Ҡыйбатлы сит ил машинаһында 1 килограмм 517 грамм наркотик булыуы асыҡланған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы "Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр — белгерт!", "Мәк" тип аталған акцияларҙы даими үткәрә. Улар үҙ һөҙөмтәһен бирә, әлбиттә. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән "ышаныс телефоны"на акциялар барышында яҡынса 500 кеше шылтырата икән. 128 һандарын йыйып, наркотиктар әҙерләү, ҡулланыу, һаҡлау һәм һатыу факттары, притондар хаҡында хәбәр итергә мөмкин. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Һәр мәғлүмәт ентекле тикшереләсәк.
Ғөмүмән, бындай сараларға республиканың наркоконтроль идаралығы, башҡарма власть органдары вәкилдәре, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, наркоманияны иҫкәртеү, наркомандарҙы дауалау һәм реабилитациялау өлкәһендә эшләгән белгестәр әүҙем ҡушыла. Республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың наркотик ҡулланыуын белер өсөн тест үткәрәләр. Әлегә ул өс төр наркотиктың ғына эҙемтәһен "таный" алһа ла, киләсәктә мөмкинлеге киңәйәсәк.
Игорь Кухарчуктың билдәләүенсә, бөгөн үлем менән сауҙа итеүселәр бөтөнләй башҡа алымдарҙы ҡуллана. "Сиғандар проблемаһын хәл итеүгә ике йылдан ашыу ваҡыт үтте. Улар республиканан башҡа төбәктәргә күсенеп китте, сөнки элекке кеүек иркен йөрөй алмайҙар, гел күҙәтеү аҫтында булғас, сауҙа бармай. Хәҙер наркотик һатыусылар Интернет селтәрен яулай. Шуға ла көрәш алымдары ла үҙгәрҙе, тик закондың камил булмауы бәкәлгә һуға. "Сауҙагәр"ҙе ҡулынан тотмаһаҡ, бер нәмә лә иҫбатлай алмайбыҙ. "Дарыухана наркоманияһы" хәүефе бермә-бер кәмене. Составында кодеин булған препараттарҙы махсус рецептһыҙ һатыуға сик ҡуйылғас, ыңғай һөҙөмтәләр күренә. Тик барыбер ҡайһы бер селтәрҙәр йәшерен рәүештә сауҙа итеп маташа, уларҙы ентекле тикшерәбеҙ", – тип һөйләне Игорь Александрович.
Һуңғы өс-дүрт йылда героин, марихуана, мәк һаламы, хәшиш кеүек тәбиғи үҫемлектәрҙән эшләнгән ағыуҙы синтетик наркотик тулыһынса алмаштырған. Тап ошо беҙгә ҡурҡыныс менән янай ҙа инде. Наркотиктарҙы концентратлы итеп етештерәләр. Был синтетикаға организм тиҙ өйрәнә, ҡан тамырҙары "яна", психика үҙгәрә. Улар кешене тиҙ арала юҡҡа сығара. Әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, башҡа ведомстволар ҡул ҡаушырып ултырмай. Наркоманияны тамырынан ҡоротоу мөмкин булмаһа ла, уны ауыҙлыҡлау өсөн бихисап эш башҡарыла. Киләсәкте бергәләп ҡурсаларға тейешбеҙ. Әгәр наркотик һатҡан урындарҙы белһәгеҙ, мотлаҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының "ышаныс телефоны"на шылтыратығыҙ.
Элегерәк наркомандарҙың уртаса йәше 22 – 35 булһа, бөгөн наркологияла иҫәптә торғандар араһында 14 – 18 йәшлектәр байтаҡ. Илебеҙҙе ялмап алған был бәләгә ҡаршы алышҡансы, уны булдырмау яҡшыраҡ. Кеше яҙмышын селпәрәмә килтереүсе ағыуҙы һатҡандар байый, ә үҫеп килгән быуын юҡҡа сыға, тамырыбыҙ ҡорой. Шуныһы аяныслы: иҫерткес "тәгәрмәс" ашап, күҙҙәре быялаланған үҫмерҙәрҙе йыш күрәбеҙ. Тап улар араһында наркоманияға бәйле хәүеф кимәле ҙур. Үлем менән сауҙа итеүселәрҙең сәбе лә — йәштәр. Бер генә хоҡуҡ һаҡлау органы ла яңғыҙы ғына наркоагрессияға ҡаршы уңышлы көрәш алып бара алмай. Бында бөтөн йәмғиәттең бер көскә тупланып эш итеүе фарыз. Киләсәгебеҙ наркомандар ҡулына ҡалмаһын өсөн ошо афәтте тыуҙырыусы социаль мөхиткә ҡаршы көрәшергә кәрәк.

Әйткәндәй…

Республикала наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш подразделениеһы үткәргән оператив саралар барышында Өфө, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һәм Иглин, Кушнаренко райондарында "эшләгән" енәйәтселәр ҡулға алынды. Ун кешенән торған был төркөм марихуана һатыу менән шөғөлләнгән.
Баш ҡалала быға тиклем наркотиктар һаҡлаған һәм һатҡан өсөн хөкөм язаһына тарттырылған 27 йәшлек ир йәнә ҡулға алынған. Унда илленән ашыу доза амфетамин һәм 1,5 килограмм марихуана табылған. Иглин районында иһә хоҡуҡ һаҡлаусылар баҡса йортонда һаҡланған ике килограмдан ашыу марихуанаға юлыҡҡан. Баймаҡта ошо уҡ төркөмдә "эшләгән" дүрт кеше ҡулға алынған. Тикшереү барышында уларҙа ла утыҙ дозаға яҡын наркотик табылған. Сибайҙа "эшләгән" егеттәр иһә Ҡаҙағстан аша наркотик индереү менән шөғөлләнгән. Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре был енәйәтсел төркөм ағзаларында барлығы 9 килограмм марихуана, 160 доза хәшиш, 50-гә яҡын доза амфетамин тапҡан. Енәйәт кодексына ярашлы, был наркотик матдәләрҙе айырыуса ҙур күләмдә һатыу статьяһына ҡарай һәм төркөмдөң һәр ағзаһы егерме йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 21.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 17

Радий Хәбиров Өфөнөң элекке мэры Павел Качкаевҡа юғары дәүләт наградаһын тапшырҙы

Радий Хәбиров Өфөнөң элекке мэры Павел Качкаевҡа юғары дәүләт наградаһын тапшырҙы 21.04.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Өфөнөң элекке мэры Павел Качкаевҡа юғары дәүләт наградаһын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостан Башлығы милли диаспора вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы милли диаспора вәкилдәре менән осрашты 18.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы милли диаспора вәкилдәре менән осрашты...

Тотош уҡырға 39

Сибай ҡалаһы мэры тәғәйенләнде

Сибай ҡалаһы мэры тәғәйенләнде 17.04.2025 // Сәйәсәт

Сибай ҡалаһы мэры тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 37

Әбйәлил районы башлығы отставкаға китте

Әбйәлил районы башлығы отставкаға китте 16.04.2025 // Сәйәсәт

Әбйәлил районы башлығы отставкаға китте...

Тотош уҡырға 37

Бөрө районы башлығы отставкаға сыҡты

Бөрө районы башлығы отставкаға сыҡты 15.04.2025 // Сәйәсәт

Бөрө районы башлығы отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 39

Радий Хәбиров республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын әҙерләргә ҡушты

Радий Хәбиров республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын әҙерләргә ҡушты 14.04.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын әҙерләргә ҡушты...

Тотош уҡырға 43

Зарина Ғәзизова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Зарина Ғәзизова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде 09.04.2025 // Сәйәсәт

Зарина Ғәзизова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 54

1 сентябрҙән республикала энергетиктар һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин

1 сентябрҙән республикала энергетиктар һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин 07.04.2025 // Сәйәсәт

1 сентябрҙән республикала энергетиктар һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин...

Тотош уҡырға 59

Башҡортостанға закондарҙы үтәгән мигранттар кәрәк

Башҡортостанға закондарҙы үтәгән мигранттар кәрәк 02.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанға закондарҙы үтәгән мигранттар кәрәк...

Тотош уҡырға 73

Башҡортостан Башлығы яңы етәксе тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы яңы етәксе тәғәйенләү тураһында белдерҙе 02.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы яңы етәксе тәғәйенләү тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 63

МХО-ла яраланған яугирҙең туғандары өҫтәмә отпуск алырға хоҡуҡлы

МХО-ла яраланған яугирҙең туғандары өҫтәмә отпуск алырға хоҡуҡлы 01.04.2025 // Сәйәсәт

Махсус хәрби операцияла яраланған яугирҙәрҙең туғандарына өҫтәмә отпуск алыу хоҡуғы бирелә. Рәсәй...

Тотош уҡырға 53