Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡаҙна төпһөҙ түгел
Ҡаҙна төпһөҙ түгелПрезидент социаль мәсьәләләрҙе кредиттар аша хәл итергә саҡырҙы

Социаль мәсьәләләрҙе бюджет аҡсаһына ғына хәл итеү мөмкин түгел, шуға банктарҙың мөмкинлектәрен дә әүҙем ҡулланыу мөһим. Бөгөн иһә бөтәһе лә тик республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, был йәһәттән хәлде тамырҙан үҙгәртеү зарур.
Милли банкта үткән семинарҙа һүҙ ошо көнүҙәк мәсьәлә хаҡында барҙы. Унда министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре лә ҡатнашты. Банктарҙың мөмкинлектәрен Башҡортостандың социаль-иҡтисади мәсьәләләрен тормошҡа ашырыуҙа әүҙемерәк ҡулланыуҙы иғтибар үҙәгенә сығарыу тәбиғи хәл. Сөнки был тармаҡта ла хәл итеүҙе талап иткән проблемалар байтаҡ.
– Кредит-банк системаһының мөмкинлектәрен һөҙөмтәле ҡулланабыҙ тип әйтеү яҙыҡ булыр. Үҙ көсөңә генә ышаныу, әлбиттә, яҡшы күренеш, әммә заман иҡтисады беҙҙән банк ресурстарын да әүҙем ҡулланыуҙы талап итә. Бигерәк тә төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф кеүек мөһим тармаҡтарҙың үҫешендә. Был республика иҡтисадына ла ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаҫ ине, – тип белдерҙе Президент Рөстәм Хәмитов.
Ысынлап та, республика ҡаҙнаһының мөмкинлеге бөгөн 145 – 150 миллиард һум менән сикләнһә лә, банк системаһындағы кредит әйләнеше 600 миллиардҡа барып етә. Ул, һис шикһеҙ, республика халҡының тормошон яҡшыртыуҙа өҫтәмә этәргес көскә әйләнә ала. Ә бының тиҙҙән көн талабына әйләнеүе бар. Мәҫәлән, 2018 йылға уҡытыусыларҙың һәм табиптарҙың хеҙмәт хаҡы республика буйынса дөйөм күрһәткестән байтаҡҡа юғары булырға тейеш. Мәҙәниәт һәм социаль өлкәлә эшләүселәрҙекен дә арттырыу бурысы тора. Ә былар барыһы ла өҫтәмә рәүештә 180 миллиард һум аҡса талап итә. Йәғни ул мәлгә республика бюджеты күләме 180 – 200 миллиардҡа етергә тейеш, ә иҡтисадыбыҙҙың бөгөн 10 – 12 процентҡа ғына үҫеүе бындай мөмкинлекте бирмәй. Бюджет ресурстарына ғына таянып ҡаҙнаның шул ҡәҙәре тулыланыуына өмөт бик аҙ. Шуға күрә банктарҙың аҡсаһын йәлеп итеү бөгөн – көнүҙәк бурыс. Республика башлығы фекеренсә, етәкселәр араһында һаман да ошоно төшөнмәүселәр бар.
– Бөгөнгөбөҙҙө бюджет тип аталған бер терәү генә тотоп тора. Кәмендә тағы ла берәү кәрәк беҙгә. Бөтөнөһө тик ҡаҙна аҡсаһына ғына күҙ төбәгән. Әммә ул юҡ, уны бит баҫмайбыҙ! Үҙегеҙгә аҡса эҙләй башларға ваҡыт. Халҡыбыҙҙың көнитмеше туранан-тура һеҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле, – тине республика башлығы семинарҙа ҡатнашыусыларға.
Милли банк рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов был йәһәттән ҡайһы бер илдәр һәм төбәктәрҙәге ыңғай миҫалдарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уныңса, кредит ойошмалары аҡсаһын бигерәк тә төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф кеүек мөһим тармаҡтарҙы үҫтереүҙә ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Рәсәй төбәктәре был йәһәттән эшмәкәрлекте әүҙемләштерә башлаған да инде. Беҙҙә лә уңышлы миҫалдар бар: мәҫәлән, Бөрөнөң йылытыу объекттарын реконструкциялауҙы ошоға яҡшы өлгө тиергә була. Шулай уҡ ауыл хужалығы тармағының да кредиттар йәлеп итеү буйынса ыңғай тәжрибәһе етәһе. Быларҙы башҡа йүнәлештәрҙә лә ҡулланырға өйрәнеү мөһим. Мәҫәлән, социаль өлкәлә ҡайһы бер проекттарҙы бөгөндән тормошҡа ашырырға була.
– Социаль туризм – бик күптәр яратып өлгөргән программа. Ни өсөн беҙ кредит йәлеп итмәйенсә, уны бюджет аҡсаһына ғына тормошҡа ашырабыҙ? Ул саҡта программаны тағы ла үҫтерергә, киңәйтергә мөмкин булыр ине, – тине Рөстәм Хәмитов, Mилли банк рәйесенең сығышын ҡеүәтләп. Президенттың фекеренсә, был аҡса, һис шикһеҙ, иҡтисадҡа кире әйләнеп ҡайтасаҡ.

Рөстәм Хәмитовтың сығышынан:
“Банк тармағы төбәктә йылдам үҫешә. Бөгөн Башҡортостанда 96 кредит ойошмаһы эшләй, әммә шуның 11-е генә – республиканыҡы. Мәҫәлән, “ИнвестКапиталБанк” Рәсәйҙең иң ҙур 200 банкы иҫәбенә инә. Төбәктәрҙә теркәлгән банктар буйынса Башҡортостан илдә бөгөн 11-се, кредит ойошмаларҙың активы тәңгәлендә – 16-сы, иҡтисадҡа һалған кредиттар күләме йәһәтенән – 15-се, халыҡтың вкладтары буйынса 17-се урынды биләй. Хәтерегеҙгә төшөрәм: халыҡ һаны буйынса беҙ Рәсәйҙә етенсе урында. Шуға күрә банк системаһы буйынса ла күрһәткестәр шундай булырға тейеш. Әммә әлегә һөҙөмтә юҡ”.


Автор: З. РӘШИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә