Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәйәси ыҙғыштар нимәгә алып килер?
Украина Рәсәй менән бер “сәйәси арбала” барырға теләмәүен йәнә раҫланы. Грузия менән дә “борсаҡ бешеп” етмәй. АҠШ менән иһә мөнәсәбәттәр бөтөнләй боҙолдо. Уның ҡарауы, Һиндостан менән дуҫлыҡ нығый бара. Ошолар хаҡында ҡыҫҡаса.

Киев киреләнә

Үткән аҙнала Владимир Путин Кремлдә дүрт ил – Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан – етәкселәре менән осрашты. Был исемлектә Украина ла булырға тейеш ине, әммә һуңғы мәлдә генә Виктор Янукович, “документтар әҙерләнеп бөтмәгән”гә һылтанып, Мәскәүгә килеүҙән баш тартты. Элекке СССР составындағы ил етәкселәре берлектәге Таможня союзы төҙөү тураһында һөйләшеүгә йыйылды. Быға тиклем Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия ошондай союз булдырыу хаҡында килешкәйне, әле уны киңәйтеү хаҡында һүҙ бара. Таможня союзы менән бергә Евразия союзы булдырыу уйы ла берләштерә илдәрҙе. Украина яғы, асыҡтан-асыҡ ошо союзға инеүҙән баш тартмаһа ла, инергә лә уҡталып бармай.
Виктор Януковичтың Мәскәүгә килмәҫ өсөн һылтау табыуында ла бер әтнәкә бар. Украина быға тиклем дә Рәсәйҙән ситләшә барыуын күрһәтә ине, әммә был Европа илдәренә тартылған Виктор Ющенко ваҡытында булды. Рәсәй яуап итеп Европа илдәренә газ һатыу мәсьәләһендә Украинаны урап уҙған газ магистралдәре – “Төньяҡ” һәм “Көньяҡ” ағымдар төҙөүгә өлгәште. “Төньяҡ ағым” буйынса Европа илдәренә газ һатыла башланы ла. Рәсәйҙең Украинаны һанламауы һуңғыларының һарыуын ҡайната. Ющенко осоронда Көнбайыш йоғонтоһона ныҡлы бирелеп өлгөргән Украина бөгөн “ике кәмә ҡойроғон тоторға” маташып ҡарай, әммә килеп сыҡмай. Рәсәйгә яҡшатланып, урыҫ теле тураһында закон ҡабул итеп тә ҡараны. Дөрөҫ, бының менән газ хаҡын бер ни тиклем арзанайтыуға өлгәште. Мәҫәлән, быйыл тәүге ярты йыллыҡта Украина "зәңгәр яғыулыҡ"тың мең кубометрын 425-426 долларға һатып алған булһа, дүртенсе кварталда 417 долларға тиклем арзанайтылды.
Ошондай шарттарҙа Украина Рәсәй “ҡурайына ғына бейеп торорға” тейеш һымаҡ. Әммә Янукович баш бирергә теләмәй. Украинаның Рәсәйҙән ситләшергә ынтылыуын Белоруссия президенты Александр Лукашенко ла тәнҡитләп сыҡты. Украина нисек кенә ҡаршы төшөп булашмаһын, биш ил (Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Белоруссия) ҡатнашлығында булһа ла Евразия союзы төҙөүгә табан бер аҙым яһалды. Был союз сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе, хәрби хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур этәргес көс булып торасаҡ. Шуныһы ла бар: Евразия союзының Европа союзына альтернатива булырға дәғүә итеүе лә ихтимал. 22 декабрҙә Брюсселдә Рәсәй-Европа союзы саммиты булғайны. Ошо саммитта Владимир Путин Еврокомиссия рәйесе Жозе Мануэла Баррозуны виза мәсьәләһен ыңғай хәл итмәгәндәре өсөн ҡаты тәнҡит утына тотҡайны. Шунда Евразия союзы хаҡында ла әйтә биреп ҡуйҙы. Әммә 27 илде берләштергән Европа союзына Евразия союзы дәғүәсе була алмаҫтыр.

Етәкселек үҙгәрһә лә…

Рәсәйҙең тағы ла бер ут күршеһе – Грузия менән дә мөнәсәбәттәр яйға һалынырға оҡшамай. Бында ла власҡа Рәсәйгә лояль ҡарашта булған Бидзина Иванашвили килгәндән һуң мөнәсәбәттәр яҡшырыр тип көтөлгәйне. Ни тиһәң дә, гел генә АҠШ яғына ҡарап торған Михаил Саакашвилиға ҡарағанда быныһы менән тиҙ уртаҡ тел табып булыр һымаҡ ине. Әммә яңы башлыҡ та Рәсәйҙең “ауыртҡан еренә баҫты” – Көньяҡ Осетия менән Абхазияны Грузияның айырылғыһыҙ өлөшө тип атаны. Ә Рәсәй 2008 йылғы һуғыштан һуң был илдәрҙе бойондороҡһоҙ булараҡ таныуын белдергәйне. Үткән аҙнала Рәсәй Президенты журналистар менән уҙғарған матбуғат конференцияһында ошо мәсьәләгә ҡарата бирелгән һорауға яуабында Көньяҡ Осетия менән Абхазияға ҡарата ҡараштың элеккесә ҡалыуын белдерҙе. Йәғни Рәсәй был тәңгәлдә артҡа сигенергә теләмәй. Шул уҡ ваҡытта Грузия менән дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырырға ла уҡтала. Ваҡиғалар артабан ниндәй төҫ алыр, ваҡыт күрһәтер.

Көсөргәнешлек арта

АҠШ менән иһә бөтөнләй тәмһеҙләшеп бөттөк. Барыһына ла “Магнитский акты” эше ғәйепле. АҠШ тарафынан ошондай документ ҡабул ителгәндән һуң Дәүләт Думаһы депутаттары быға яуап итеп “Дима Яковлев” тигән шартлы исем алған документ ҡабул итеүгә өлгәште. Унда АҠШ граждандарына Рәсәйҙән уллыҡҡа бала алыу тыйылыуы хаҡында һүҙ бара. Шулай уҡ Американың айырым граждандарын Рәсәйгә индермәү, беҙҙең ил банктары хеҙмәтенән файҙаланыуҙы тыйыу тураһында ла закон ҡабул ителде. Рәсәй тарафынан ошондай документтар ҡабул ителеүе АҠШ сәйәсмәндәрен оторо ярһытып ебәрҙе. Сенаторҙар иһә ошо документтарға ыңғай тауыш биргән депутаттарҙы ла (450-нең 430-ы) “Магнитский акты” исемлегенә индерергә тәҡдим итә. Владимир Путиндың үҙен дә “сәпкә алдылар”. Әгәр ҙә ил башлығы ошо закондарға ҡул ҡуя ҡалһа (Федерация Советы раҫлағандан һуң), сенаторҙар уның үҙен дә АҠШ-ҡа индермәҫҡә тәҡдим итмәксе. Улар Барак Обамаға ошондай йөкмәткеле хат менән мөрәжәғәт иткән. Ваҡиғаларҙың бындай боролош алырын, әлбиттә, береһе лә көтмәгәйне. Тик шуныһы ла бар: ике ил араһында башланған сәйәси ыҙғыш һөҙөмтәләре яҡшыға алып килмәйәсәк.

Дуҫлыҡ нығый

Рәсәй Президенты Владимир Путин 24 декабрҙә Һиндостанға юлланды. Рәсәй-Һиндостан мөнәсәбәттәре күптән дуҫтарса. Иҡтисади йәһәттән дә, демография буйынса ла йылдам үҫешеүсе был илгә Рәсәй бер нисә атом электр станцияһы төҙөп биргәйне. Хәрби техника, ҡорал һатыу буйынса ла хеҙмәттәшлек йәшәп килә. Нью-Делиҙа Владимир Путин илдең премьер-министры Манмохан Сингх, президент Пронабу Мукерджи менән осрашыуы барышында инвестициялар йәлеп итеү, хәрби-техник, энергетика, фән, технология һәм инновация өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү хаҡында килеште. Осрашыу һөҙөмтәһендә тиҫтәләрсә документҡа ҡул ҡуйылды. Мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү ҡаралды. Рәсәй менән Һиндостан араһында сәйәси ҡаршылыҡтар юҡ, шуға ла һөйләшеүҙең төп темаһы булып иҡтисад торҙо. Рәсәй Һиндостанда ”Куданкулам” исемле атом электр станцияһы төҙөргә йыйына. Был төҙөлөштә заманса технологиялар ҡулланыу күҙаллана. Былтыр Рәсәй менән Һиндостан араһындағы тауар әйләнеше 10 миллиард доллар булған. Владимир Путин алдағы өс йылда был сумманы өс тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы.
Бына шулай, Украина, Грузия, АҠШ кеүек илдәр менән мөнәсәбәттәр боҙолоп торған мәлдә, Һиндостан менән, киреһенсә, нығый бара, һәм бының сәйәси әһәмиәте бик ҙур. Ни тиһәң дә, Һиндостан халыҡ һаны буйынса Ҡытайҙан ҡала донъяла икенсе урында тора һәм атом ҡоралына эйә илдәр иҫәбендә. Рәсәйҙең ошондай ҡеүәтле ил менән дуҫ булыуы үҙе бер мәртәбә ул.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374