Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡаланың ҡапҡаһы ҡырҡ
Ҡаланың ҡапҡаһы ҡырҡӨфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов матбуғат саралары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе. Уның ошо вазифала эшләй башлауына бер йыл тулыуға арналған сығышында һүҙ баш ҡалабыҙҙы заман шарттарына яраҡлаштырыу хаҡында барҙы. Түбәндә Өфө мэрының сығышынан өҙөктәр бирелә.

Торлаҡ төҙөү

Төҙөлөш күләме арта, тик был ғына ҡәнәғәтләндермәй. Баш ҡалабыҙҙа 29 мең ағас йорт бар, 100 мең самаһы кеше урамдағы бәҙрәфкә йөрөй. XXI быуатта! Тимәк, торлаҡ төҙөлөшөн ҡырҡа арттырыу талап ителә. Тик Рәсәйҙең сираттағы бер үҙенсәлеге ҡамасаулай: беҙҙең ҡалала төҙөү өсөн буш урындар етерлек булһа ла, һәр осраҡта бәләкәй генә майҙансыҡтың да үҙ хужаһы булыуы асыҡлана. Закон, әлбиттә, милексене яҡлай. Хосуси милекте тартып алырға ярамай, фәҡәт һатыулашырға ғына мөмкин. Ә был инде торлаҡ майҙанының үҙҡиммәтен арттыра.

Туҡталҡалар

Өфөлә автомобилдәр хәрәкәте тығыҙая бара һәм урамдарҙы киңәйтеү генә тығындарҙан ҡотҡармаясаҡ. Сил илдәрҙә ҙур ҡалаларҙың үҙәгенә автомобиль менән инеү түләүле икән, был бит юҡтан ғына уйлап сығарылмаған. Тик беҙҙең ҡала өсөн бындай тәртип булдырыу иртәрәк тип иҫәпләйем. Шулай ҙа кемдәр Европала ҙур ҡалаларҙа булған, иғтибар иткәндер, моғайын: үҙәктә автомобилдәр юҡ, сөнки бөтөнөһө ер аҫтындағы йәки эстакадалағы паркингтарға ҡуйылған. Беҙҙә лә шул йүнәлеш алына. Туҡталҡалар һәм уларҙа тығылышып ултырған автомобилдәр ҡаланың йөҙөн боҙа!

Ҡала кешеләренең мәҙәниәте


Һәр ҡаланың тышҡы күренеше – муниципаль власть органдарының эшмәкәрлегенән бигерәк шәхси тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Алдынғы илдәрҙең ҙур ҡалаларында төҙөкләндереү эшенең 90 проценты самаһын хосуси милекселәр башҡара. Һәр кем үҙе йәшәгән урынды матурлай. Ә беҙҙә кибет хужаһына пандус ҡуйыу тураһында ҡат-ҡат иҫкәртергә кәрәк, шунан һуң да ул физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә барыбер яйһыҙ булған пандус әтмәләп ҡуя, йәғни исем өсөн генә эшләй.
Йә булмаһа, яр буйын алып ҡарайыҡ. Өфөлә әлегә тиклем, Рәсәйҙең ҙур ҡалаларына хас булғанса, төҙөкләндерелгән заманса яр буйы юҡ. Ләкин булғанын да тейешле тәртиптә тота алмайбыҙ: шәхси йорттарҙа йәшәүселәр йылға ярына сүп-сар түгә! Тимәк, сүп ташыусы автомашинаға түләргә теләмәйҙәр. Яр буйында йөрөгәндә улар өсөн оят, был да беҙҙең мәҙәни кимәлде күрһәтә түгелме?

Салауат проспекты

Был проспектты нисек тә булһа арзаныраҡҡа төҙөргә тырыштылар һәм, хәҙер килеп, уны йыл һайын тиерлек ямап-йүнәтеп тороуҙарына аптырайһы түгел. Уның ҡала урамдары менән киҫелешкән ерҙәге сиселештәре уңайһыҙ эшләнеүе тураһында Өфөнөң һәр водителенән дәғүә ишетергә мөмкин. Был сиселештәр тығындарҙы кәметергә ярҙам итеү урынына, киреһенсә, уларҙы көсәйтә генә. Шул уҡ ваҡытта 2007 йылда ошо проспектты артабан төҙөүҙе һәм төҙөкләндереүҙе туҡтаттылар. Ундай ҙур магистралде һалыу алдынан математик иҫәпләү һәм моделләү үткәрелергә тейеш, киләсәктә беҙ шулай эшләйәсәкбеҙ ҙә. Был ысул буйынса Салауат Юлаев проспекты ла еренә еткереп ҡуйыласаҡ.

Алданған фатир һатып алыусылар

Был үтә ҡатмарлы мәсьәлә булып сыҡты. Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләп ҡатнашыуға ҡағылышлы хоҡуҡи майҙанда кәмселектәр күп. Намыҫһыҙ әҙәмдәр шунан файҙаланды ла инде. Дәүләт власы органдарының ҡушыуы буйынса алданған фатир һатып алыусыларҙы яҡларға керешкән юристар әллә ни эш ҡыра алмай. Ә алдаҡсы төҙөлөш ойошмалары яллаған юристар бик белдекле булып сыҡты, улар үҙ эшен яҡшы белә. Хәҙер беҙ алданған граждандарға дәүләт иҫәбенә фатирҙар төҙөргә тейешбеҙ, тимәк, шул арҡала мәктәп һәм дауахана кеүек социаль объекттар аҙыраҡ төҙөләсәк.

Балалар баҡсалары

Быйыл Өфөлә 1 350 урынлыҡ ун яңы балалар баҡсаһы сафҡа инә, Сипайлово-4 һәм Көньяҡ биҫтәләрендә берәр баҡса төҙөлә башланы. Беҙҙә сит илдәр тәжрибәһен ҡулланырға – аҡсаһын шәхси балалар баҡсаһы төҙөргә тотонорға риза булған эшҡыуарҙар менән уртаҡ тел табырға кәрәк.

Законһыҙ автобустар

Ҡала урамдарында йөрөгән рөхсәтһеҙ автобустар лицензиялы булғандарынан күберәктер, тигән тәьҫир ҡала. Беҙ ундайҙарҙы тотоп алып судҡа бирәбеҙ, һәм суд һәр саҡ муниципаль власть файҙаһына тамамлана. Ләкин икенсе көнө үк был пассажир ташыусы фирма вывескаһын алмаштыра ла эшләүен дауам итә! Дон Кихоттың ел тирмәндәре менән “көрәшеүен” хәтерләтә был эш, күрәһең, бүтәнсә юлын табырға кәрәк.

Метро тураһында

Беҙ ер аҫты метроһын төҙөүҙән баш тарттыҡ, уға алмашҡа иҡтисади яҡтан отошлораҡ булған метробустар һәм тиҙлекле трамвайҙар киләсәк. Прага менән Истанбул ҡалаларының тәжрибәһен өйрәнеп, ер өҫтө метроһын проектлай башларға ҡуштым. Тәүге метробус линияһы 2014 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ул ҡаланың көньяҡ өлөшөн төньяғы менән тоташтырасаҡ һәм Беренсе Май, Октябрь проспекты, Октябрҙең 50 йыллығы һәм Ленин урамдарына тығындарҙан ҡотолорға булышлыҡ итәсәк.
Р. ШӘРИФУЛЛИН яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә