Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя мәҙәниәтендә үҙ урыныбыҙ бар
Донъя мәҙәниәтендә үҙ урыныбыҙ барӨфөгә Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһынан делегация килде. Ошо уңайҙан ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитетының башҡарма директоры Өлфәт ЙОМАҒУЖИН менән әңгәмәләштек.
— Өлфәт Зәйнетдин улы, ЮНЕСКО нимә ул? Был халыҡ-ара ойошма нимә менән шөғөлләнә, ниндәй мәсьәләләрҙе күтәрә һәм киләсәккә ниндәй бурыстар ҡуя?
— БМО-ның 1945 йылда Сан-Францискола үткән конференцияһында АҠШ, Англия һәм СССР араһында мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса халыҡ-ара махсус учреждение ойоштороу тураһында килешеү төҙөлә. Шул рәүешле БМО менән ЮНЕСКО “кешеләр аңында тыныслыҡты һаҡлау идеяһын нығытырға” тигән изге бурыс ҡуя. Ошо принциптарға һәм идеяларға нигеҙләнеп, ойошма халыҡ-ара кимәлдә юғары абруй, ихтирам, мәҙәни-тарихи мираҫты, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалыу, мәғариф, фән, коммуникациялар өлкәһендәге халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү йәһәтенән миллиондарса кешенең ышанысын яуланы.
Әле ЮНЕСКО-ға 194 дәүләт инә. Уның штаб-фатиры Парижда урынлашҡан. Ойошманың генераль директоры — Ирина Бокова (Болгария), Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиле — Э.В. Митрофанова.
Республикалағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың, йәғни Рәсәйҙәге ЮНЕСКО комиссияһы бүлексәһенең эшен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова көйләй. Ул — Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет рәйесе. Мин — Комитеттың башҡарма директоры, рәйес урынбаҫарымын.
— Халыҡ-ара ойошманың программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан әүҙем ҡатнашамы?
— Республикабыҙҙың ЮНЕСКО хәрәкәтенә ҡушылыуына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте. 1998 йылдың ноябрендә Башҡортостан Президенты Указы менән Хөкүмәт ҡарамағында ошо йүнәлештәге йәмәғәт комитеты ойошторолғайны. Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы быны хуплап ҡабул итте. Комитетҡа дәүләт, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, учреждениелар вәкилдәре, күренекле мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республика Хөкүмәте комитетҡа ҙур иғтибар бүлә, ярҙам күрһәтә.
— Республика халыҡ-ара кимәлдә үҙен танытыу йәһәтенән әүҙемлек күрһәтәме? Ошо йүнәлештә Комитет ниндәй эш башҡара?
— 2008 йылдың мартында Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы, илебеҙҙең Франциялағы вәкиллеге, ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия ярҙамында ойошманың Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан менән таныштырыу сараһы үткәрелде. Был мөһим ваҡиға “Башҡортостан: Рәсәй менән 450 йыл бергә” тип аталды. Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтарының, айырыуса француз дуҫтарыбыҙҙың фекеренсә, был байрам һөҙөмтәһендә Башҡортостан донъяның мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын һаҡлап ҡалыу үҙәктәренең береһе, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһө, туризм һәм спортты үҫтереүгә инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе ҙур булған төбәк булараҡ танылыу яуланы. Сара барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән ЮНЕСКО араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Башҡортостан Мәскәүҙән һуң ошондай килешеүгә ҡул ҡуйған икенсе төбәк булды. Был документта хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре билдәләнде. Улар мәҙәни һәм тәбиғи мираҫты, ҡомартҡыларҙы, атап әйткәндә, Шүлгәнташ мәмерйәһен, “Урал батыр” эпосын, шулай уҡ “Һабантуй” милли байрамын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙе, шулай уҡ Өфөлә Р. Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалдәрен ойоштороуҙы күҙаллай.
— Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның белем биреү проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ниндәй эш алып барыла?
— Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты “Сабый саҡтан алып юғары уҡыу йортона тиклем милли белем биреү”, инклюзив белем, ойошманың ассоциацияланған мәктәптәре һәм клубтары, юғары уҡыу йорттарындағы кафедра һәм үҙәктәр селтәрен киңәйтеү кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирә. Әле ассоциацияланған мәктәптәр проектына республикала йөҙҙән ашыу белем усағы йәлеп ителгән, шуларҙың 21-е Париж сертификатына эйә, өсәүһе уны алыуға теләк белдергән. Башҡорт дәүләт университетында һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында ЮНЕСКО-ның ике кафедраһы, Башҡортостан социаль технологиялар институтында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының Мәләүез ҡалаһындағы филиалында, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында, Өфөнөң 39-сы гимназияһында ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың биш үҙәге эшләй. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университеты үҙҙәрендә ЮНЕСКО кафедраларын асыуға әҙерлек башланы.
“Донъялағы ЮНЕСКО хәрәкәте юҫығында Башҡортостан Республикаһының белем биреү мөхите” тип исемләнгән мәғлүмәт-белешмә йыйынтығын сығарыу ҙа ошо эшкә индерелгән тос өлөш булды. Был хеҙмәттә ЮНЕСКО мәктәптәре, кафедралары һәм үҙәктәренең эш тәжрибәһе сағылдырыла.
— Киләсәктә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегендә республикабыҙҙағы тәбиғи һәм мәҙәни объекттар урын алырмы?
— 2012 йылдың 30 ғинуарында “Башҡорт Уралы” тәбиғи-мәҙәни комплексын Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итеү хеҙмәттәшлек килешеүе сараларын ғәмәлгә ашырыуҙа мөһим аҙым булды. Был йәһәттән бер нисә ошондай мәсьәләне хәл итеү, атап әйткәндә, республика Хөкүмәте ҡарары менән Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә музей-ҡурсаулыҡ ойоштороу, Мәскәү реставрация академияһының ЮНЕСКО кафедраһы филиалын асыу, был эшкә ғалимдарҙы йәлеп итеү, урыҫ һәм инглиз телдәрендә 900 битлек белешмәләр йыйынтығын әҙерләү бурысы тора.
Быйыл августа “Башҡорт Уралы” тәбиғи-мәҙәни комплексы, шул иҫәптән Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Мораҙым тарлауығы, Ыҡ, Алтын Солоҡ заказниктары, Башҡортостандың милли паркы кеүек федераль һәм республика әһәмиәтендәге биләмәләр ЮНЕСКО-ның биосфера резерваттары исемлегенә индерелде.
— ТӨРКСОЙ ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек ЮНЕСКО проекттарына һәм программаларына тап киләме?
— Һуңғы йылдарҙа ЮНЕСКО менән ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы араһында донъя мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек киңәйә, әүҙемләшә бара. Башҡортостан делегацияһы донъяның төрлө илдәрендә үткән Науруз байрамында ҡатнаша.
2010 — 2011 йылдарҙа ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙәге ЮНЕСКО комитеты вәкилдәренең Анкарала һәм Ҡазанда уҙғарылған кәңәшмәләрендә ҡатнаштыҡ. Уларҙа хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәре, мәҙәни ҡомартҡыларҙы ТӨРКСОЙ-ҙың мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү мәсьәләләре ҡаралды.
— Республикабыҙҙа бойомға ашырылған халыҡ-ара проекттар тураһында һөйләһәгеҙ ине. Нимәгә даими иғтибар бирелә? Ҡайһы проекттар һәм программалар айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә?
— Республикабыҙ ЮНЕСКО-ның мәғариф, фән, мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм коммуникациялар, йәштәр программалары, туризм өлкәһендәге ҡаҙаныштарына тос өлөш индерә. ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет делегацияһы “Көнсығыш Европа диалогы” һәм “Көнбайыш Европа диалогы” кеүек проекттарҙа, Венала үткән Халыҡ-ара йәштәр конференцияһында, “Телмәрендә һәм ишетеү һәләтендә кәмселектәр булған балаларға һәм үҫмерҙәргә логопедик ярҙам. Рәсәй – Германия тәжрибәһе” семинарында әүҙем ҡатнашты. “Салауат Юлаев эҙҙәренән” халыҡ-ара проекты йәмәғәтселектән юғары баһа алды. Беҙҙең Комитет “Башҡортостан – Германия”, “Альянс-Франсез” дуҫлыҡ йәмғиәттәре һәм башҡа ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
2010 йылдың авгусында республика Хөкүмәте ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыуға бәйле саралар планы буйынса ҡарар ҡабул итте. Был документта бик күп программа һәм проекттар, күләмле саралар күҙҙә тотола.
Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты “Урал батыр” эпосын һаҡлап ҡалыуға һәм уға йәмәғәтселек иғтибарын арттырыуға ҙур иғтибар бирә. Комитетыбыҙ Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә эпостың 100 йыллығына арнап Сибай ҡалаһында үткәрелгән “Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Йыл һайын ноябрҙә ошо эпосты сит һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙең республика конкурсын ойошторабыҙ. “Урал батыр”ҙы сит телдәргә тәржемә итеп, нәшерләү буйынса алда ҙур һәм ҡыҙыҡлы эш тора.
— Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты үҙенең алдына ниндәй бурыстар ҡуя?
— Киләсәктә төбәк ведомстволары, ойошмалары, белгестәре һәм эксперттары ҡатнашлығында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыу күҙаллана. Атап әйткәндә, киләһе йыл республика делегацияһы ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирына юлланасаҡ. Унда Башҡортостан менән ЮНЕСКО араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйыласаҡ, шулай уҡ төбәгебеҙҙең эшлекле, мәҙәни һәм туристик ҡеүәте менән таныштырасаҡбыҙ.
Беҙҙең комитет “Урал батыр — башҡорт халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫы”, “Салауат Юлаевтың иҫтәлекле урындары буйлап”, “Башҡортостандың тарихи, мәҙәни, документаль мираҫын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын өйрәнәбеҙ”, “Рәсәй төбәктәренең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән танышыу” кеүек белем биреү проекттарын тәҡдим итте, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары менән таныштырыу өсөн БДБ илдәре буйлап экспедиция ойошторорға ниәтләй.
— Комитеттың нәшерләү һәм мәғлүмәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
— Республика, шулай уҡ Комитетыбыҙҙың эшмәкәрлеге, ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһының проекттары һәм программалары тураһында мәғлүмәт таратыу менән бәйле сараларға ҙур иғтибар бирелә. Ошо йәһәттән туристар һәм эшлекле кешеләр өсөн урыҫ, инглиз телдәрендә “Путеводитель по Республике Башкортостан” тип аталған үҙенсәлекле баҫма әҙерләнек. Комитеттың Интернетта www.unescorb.ru тигән сайты бар. Аныҡ тәҡдимдәрегеҙ, ҡыҙыҡлы идеяларығыҙ булһа, ошо сайтҡа рәхим итегеҙ! Киләһе йылдан алып квартал һайын мәғлүмәт бюллетене сығарырға ниәтләйбеҙ. Ул урыҫса һәм башҡа сит телдәрҙә донъя күрәсәк, республика, Рәсәй һәм донъя йәмәғәтселеге өсөн тәғәйенләнәсәк. Был документта гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡараласаҡ.
— Комитетығыҙ Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы менән нисек хеҙмәттәшлек итә?
— Беҙҙең Комитет — ошо өлкәләге Рәсәй комиссияһының төбәк бүлексәһе. Беҙ бергәләп Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. 5 — 8 декабрҙә ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһының яуаплы секретары Г.Э. Орджоникидзе етәкселегендәге делегацияның килеүе лә үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булыуыбыҙ хаҡында һөйләй. Сәфәр барышында киләһе йыл Парижда Башҡортостан менән таныштырыу, тарихи, мәҙәни, тәбиғи һәм документаль мираҫты һаҡлап ҡалыу, атап әйткәндә, тәбиғәт һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы танытыу буйынса ЮНЕСКО программаларын һәм проекттарын республикабыҙҙа тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк, шулай уҡ ЮНЕСКО-ның кафедралары, үҙәктәре, ассоциацияланған мәктәптәре һәм клубтары эшмәкәрлеге ҡараласаҡ.

Л. ИҪӘНҒОЛОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 427

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 420

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 384

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 458

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 380

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375