Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡытай Американы уҙырмы?
Үткән аҙнала АҠШ-та президент һайлауҙары, Ҡытайҙа коммунистар партияһының XVIII съезы асылыуы, Бөйөк Британияның Европа Союзынан сығырға уҡталыуы, Рәсәй Оборона министрлығындағы хәл-ваҡиғалар иғтибар үҙәгендә булды.

Кисеүҙә ат алмаштырманылар

АҠШ-та президент һайлауҙары бик көсөргәнешле барҙы, һуңғы мәлгә тиклем кемдең еңеп сығыры билдәле булманы. Ике кандидаттың да мөмкинлектәре бер сама ине. Демократ Барак Обама дүрт йыл ил менән идара итеү осоронда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, идара итеү системаһында, һалым һалыу буйынса реформалар башлап ебәргәйне. Әммә улар аҙағынаса еткерелмәне. Һайлау алды теледебаттарында төп дәғүәсеһе Митт Ромни бының өсөн битәрләп тә алды. Һайлаусылар иһә Барак Обамаға тап ошо реформаларҙы тамамларға мөмкинлек бирҙе, күрәһең. Улар “атты кисеүҙә алмаштырмайҙар” тигән принциптан сығып эш итте булһа кәрәк.
Барак Обама осоронда илдең тышҡы бурысы 16 триллион долларға тиклем үҫте. Әлбиттә, бында уның ғәйебе ҙур тип әйтеп булмай. Уға Афғанстанда һәм Ираҡта оҙайлы һуғыштар алып барған Дж. Буштан ошондай мираҫ тороп ҡалғайны. Әммә һайлаусыларҙы был ғына өркөтмәне. Хатта Митт Ромни элек губернатор булған Массачусетс штатында ла ғәмәлдәге президент өсөн күберәк тауыш бирҙеләр.
Барак Обаманың еңеп сығыуын күп кенә илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә шатланып ҡабул иттеләр. Рәсәй Президенты Владимир Путин да, Премьер-министр Дмитрий Медведев та уны еңеүе менән ҡотлай һалды, Рәсәйгә ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Ни тиһәң дә, радикаль ҡарашлы, Рәсәйҙе “беренсе дошман” тип атаған Митт Ромниға ҡарағанда, Обаманың власҡа килеүе ҡулайыраҡ. Хәҙер иһә ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү, ике яҡлы килешеү нигеҙендә ҡоралһыҙланыу йүнәлешендә эш башларға мөмкинлек барлыҡҡа килә.
Американың тышҡы сәйәсәтен билдәләүсе АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтондың да властан китеүе көтөлә. Был ханым Европала ПРО системаһы урынлаштырыу идеяһы авторҙарының береһе ине. Шуға ла уның отставкаға китеүе Рәсәй яғы өсөн тик файҙаға ғына. Ә бына уның урынын кем биләре — икенсе мәсьәлә. Әлегә был вазифаға ике-өс кандидат дәғүә итеүе билдәле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: АҠШ-та бер һайлау тамамланып өлгөрмәне, икенсеһенә әҙерлек тә башланды. Киләсәктә бында ғаилә традицияларын дауам иттермәкселәр. Ҡайһы бер аналитиктар билдәләүенсә, 2016 йылғы президент һайлауында Хиллари Клинтон демократтар партияһынан үҙенең кандидатураһын ҡуймаҡсы, тиҙәр. Шулай итеп, ул АҠШ тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ президент булырға хыяллана. Билдәле булыуынса, уның ире Билл Клинтон АҠШ-тың 41-се президенты ине. Ә бына илдең Республика партияһынан тағы ла бер Буш ҡалҡып сыҡмаҡсы. Оло Дж. Буштың ҡустыһының улы Джеб Буш 2016 йылғы һайлауҙа үҙенең кандидатураһын Республика партияһынан ҡуйырға йыйына. Шулай итеп, башҡа үҙгәрештәр булмаһа, 2016 йылғы һайлауҙа Джеб Буш менән Хиллари Клинтон үҙ-ара көс һынашасаҡ. Быйыл 65 йәшен билдәләгән Х. Клинтон дүрт йылдан һуң власҡа әйләнеп ҡайтыу ниәте менән бөгөн отставкаға китә лә инде.

Социализм утрауында

Ҡытайҙа иһә власть алмашыныуы көтөлә. Үткән аҙнала Ҡытай коммунистар партияһының XVIII съезы асылды. Донъялағы иң ҙур сәйәси партия (82 миллион ағзаһы бар) съезына 2 меңдән ашыу делегат йыйылған. Ҡытай коммунистары йыйылышы бер аҙна дауам итә. Ундағы төп яңылыҡ — яңы генераль секретарь һайлау тора. Ху Цзинтаоға алмашҡа уның урынбаҫары Си Цзиньпин килә. Билдәле булыуынса, Ҡытайҙа ил менән партия етәксеһе идара итә. Төп ҡарарҙарҙы ул ҡабул итһә лә, был илдә коллектив идара итеү системаһы һаҡланып ҡалған. Шуныһы, бында ил менән кем генә етәкселек итһә лә, иҡтисадта ла, сәйәсәттә лә тотороҡлолоҡ һаҡлана килә. Ҡайһы бер илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә власть алмашыныуын тотороҡһоҙлоҡҡа алып килә тип баралар. Ә бына Ҡытайҙа һис кенә лә улай түгел. Етәкселеккә коммунистар килгәндән һуң (1949 йыл) бишенсе быуын власть алмашына, ә уны ҡабул итеп алыусы вариҫтар алдағыларҙың алып барған курсынан тайпылмай. Ху Цзинтао ла ил менән 10 йыл идара итеү осоронда тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыуға өлгәште. Тап ул идара иткән осорҙа Ҡытай иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса Японияны уҙып китеп, АҠШ-тан ҡала донъяла икенсе урынға сыҡты. Ошолай барһалар, АҠШ-ты ла уҙып китергә күп ҡалмай. Быйыл Япония менән Сенкаку утрауҙары өсөн низағлашыуҙы иҫәпкә алмағанда, тышҡы сәйәсәттә лә тотороҡлолоҡ һәм дуҫтарса мөнәсәбәтте һаҡлап ҡала алдылар тип әйтергә була. Ҡытай үҙенең оборона һәләтен күтәреүгә, Йыһанды үҙләштереүгә лә мөмкинлек тапты. Бөгөн Ҡытай армияһы һан яғынан донъяла иң ҙуры (2,5 миллион) һәм ҡеүәтлеһе булып иҫәпләнә. Моғайын да, АҠШ армияһына ҡаршы тора алырҙай берҙән-бер хәрби көстөр ҙә Ҡытай армияһы. Һис кенә лә Рәсәй армияһын кәмһетергә йыйынмайым, әммә һуңғы аралағы Оборона министрлығындағы хәлдәр ирекһеҙҙән шулай һығымта яһарға мәжбүр итә. Ил етәкселеге яңыртылған Ҡытайҙың 100 йыллығына (2049 йылға) һәр граждан бай һәм етеш, тиң тормошта йәшәгән, иҡтисади яҡтан алға киткән, демократия сәскә атҡан социалистик дәүләт итергә хыяллана. Ә 2020 йылға эске тулайым продукт үҫешен бөгөнгө менән сағыштырғанда ике тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. Әлеге юлдарынан тайпылмайынса барһалар, быға өлгәшәсәктәренә иманым камил.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә