Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сүбәк сәйнәп, май сыҡмай
Быйыл февралдә Рәсәй Дәүләт советының Өфөлә уҙғарылған ултырышында милли мәсьәләгә арналған һөйләшеү булды. Ул 2010 йылдың декабрендә Мәскәү ҡалаһының Манеж майҙанында үткән милли ерлектәге бәрелештәргә бәйле ине. Сығыш яһаусылар Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. Медведевтың «тулы мәғәнәле Рәсәй милләтен ойоштороу – ҙур мәсьәлә» тигән фекере менән тулыһынса килеште. Яңыраҡ дәүләт башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзаларынан торған эшсе төркөмдөң проблеманы хәл итеүҙең ҡағыҙҙағы өлөшөн тормошҡа атҡарғанлығы мәғлүм булды.
«Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы» проекты 25 октябргә саҡлы йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылғайны. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһында ошо темаға «түңәрәк өҫтәл» үткәрелеп, зыялыларыбыҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Рәсәй халыҡтарының киләсәгенә арналған документтың барлыҡҡа килеүен ыңғай күренеш тип баһалау менән бергә «түңәрәк өҫтәл»дә байтаҡ тәнҡит һүҙҙәре әйтелгән. Уларҙың төп мәғәнәһе ошолайыраҡ яңғырай: “Бындай ынтылыш, йәғни дөйөм милләт ойоштороу ниәте Советтар Союзы тәжрибәһендә булды, әммә бер ниндәй ҙә ыңғай һөҙөмтәгә килтермәне”.
Стратегия проектының төп маҡсаты – дәүләттең бөтөнлөгө хаҡына Рәсәй халыҡтарын туплау. Быға өлгәшеү өсөн «Рәсәй милләте» тигән төшөнсә индерелеп, ул ошонда йәшәгән бөтөн ҡәүемде үҙ эсенә ала. Проекттың өҫтөнлөклө яҡтарынан күп милләтле илдә социаль ғәҙеллекте, законлы мәнфәғәттәрҙе лә яҡлау мөмкинлеге булмау, ҡайһы бер халыҡтың үҙ фекерен белдереүенә ҡаршылыҡ күрһәтеү, граждандарҙың власть даирәләренә ышаныс белдермәүе кеүек етешһеҙлектәрҙең аталыуын күрһәтергә кәрәктер. Быға сик ҡуймай тороп, маҡсатҡа өлгәшеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Шул уҡ ваҡытта проект авторҙарының ҡайһы бер кире күренештәрҙе элекке СССР-ҙағы милли сәйәсәткә япһарырға маташыуы менән килешеп булмай. Бында, асыҡтан-асыҡ әйтелмәһә лә, илдә милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын һүҙҙә булһа ла таныуҙың, йәнәһе, сепаратизмдың көсәйеүенә булышлыҡ итеүе тураһында һүҙ бара. Документта ошоға бәйле «сепаратизм», «экстремизм» кеүек төшөнсәләрҙең йыш ҡулланылыуы был фекерҙе ҡеүәтләй төшә. Проекттың ниндәй маҡсатты күҙ уңында тотоуы 8-се, 14-се һәм 22-се пункттар менән танышҡандан һуң асыҡлана. «Рәсәйҙең халыҡтар берләшмәһе тарихи яҡтан үҙәген урыҫтар тәшкил иткән дәүләт булараҡ барлыҡҡа килгән”, тиелә 8-се пунктта.
Стратегия проекты Рәсәйҙең федератив ҡоролошонан, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларынан сығып эш итә, тиелеүгә ҡарамаҫтан, унда милли республикалар тураһында бер генә һүҙ ҙә юҡ: йә «төбәк», йә «Федерация субъекты». Ошондай шарттарҙа «Рәсәй халыҡтарының тиң хоҡуҡлылығы тәьмин ителә» (22-се пункт) тигән фекер ышаныс тыуҙырмай. Ғөмүмән, проектта күп һүҙлелек, урыны менән әҙәм ышанмаҫтайҙы ла төшөндөрөргә маташыу күҙгә ташлана. Документ ҡабул ителә ҡалһа, уны ғәмәлгә ашырыуҙа төп ауырлыҡ башҡарма власть һәм урындағы үҙидара иңенә һалынасаҡ. Цензура индерелеүе лә ихтимал.
Ә хәҙер мәсьәләгә Рәсәйҙең төп этносы күҙлегенән сығып ҡарайыҡ. Һуңғы осорҙа урыҫ халҡының хәле насарайҙы, уны төрлөсә кәмһетәләр, улар үҙ илендә кәмей, сит яҡтарҙан килеүселәр арта, шуға күрә дәүләт урыҫ халҡын һаҡлау буйынса саралар күрергә бурыслы, тигән фекер йыш ишетелә. Яңыраҡ «Коммерсантъ» гәзитендә хатта, Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү фонды (ФОМ) мәғлүмәттәренә таянып, Рәсәйҙә милләт эштәре буйынса вәкил вазифаһын индерергә кәрәк тигән мәҡәлә баҫылып сыҡты. Ул, ҡул аҫтында ниндәй аппарат булыуына ҡарамаҫтан, яңғыҙ бер ни ҙә ҡыра алмаясаҡ. Фекерҙе дәлилләү өсөн Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең эшмәкәрлегенә мөрәжәғәт итеү ҙә етәлер. Вазифа булдырылыуға 20 йыллап үтеүгә ҡарамаҫтан, рәсәйҙәр Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа мәхкәмәһенә һаман да тиҫтәләрсә меңләп мөрәжәғәт ебәрә. Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһын индереү менән дә хәл үҙгәрмәне. Матбуғат, телевидение хәлдең ҡатмарлашыуы хаҡында хәбәрҙәрҙе еткереп тора.
«Сентябрь баштарында Генераль прокуратура Мәскәү ҡалаһының Гагарин районы судына 61 йәшлек Петр Хомяковҡа ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен ебәрҙе, — тип хәбәр итте «Коммерсантъ». – Был әҙәм Федераль именлек хеҙмәте тарафынан Рәсәйҙә «бәрхәт революция» яһарға маташыуҙа ғәйепләнә». Хомяков «Северное братство» тип аталған экстремистик ойошма башында торған һәм урыҫ булмаған халыҡтарға ҡаршы төрлө акциялар үткәрергә саҡырған. Был кешенең «Спецметропроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек етәксеһе урынбаҫары вазифаһын атҡарыуы һәм төрлө сара үткәреү өсөн ойошманың өс миллион һумын урлауы күпте һөйләй. Ошондай граждандар бар саҡта урыҫ мәҙәниәте тирәләй дөйөм Рәсәй милләтен уҡмаштырыу тураһында һүҙ алып барыу мөмкинме?
Ә бит «урыҫ кәрте»н файҙаланып, үҙенә ниндәйҙер сәйәси дивиденд тупларға йыйыныуҙан тартынмағандар юғары власть даирәләрендә лә осрай. Янъялсы В. Жириновский хаҡында әйтеп тә тормайым. Ә бына оборона тармағын тулыһынса үҙ ҡулына алған Д. Рогозиндың ниндәй шовинистик рух йөрөтөүен, моғайын, күптәр белмәйҙер. Заманында уның милли-сәйәси платформаһы тураһында «Общая газета»ла ҙур аналитик мәҡәлә лә донъя күргәйне. Рогозин — урыҫ халҡын дәүләтте ойоштороусы булараҡ Конституцияла нығытыу, уны «мыҫҡыл итеүҙе туҡтатыу өсөн власть барлыҡ сараларҙы ла күрергә бурыслы» тигән фекерҙе матбуғат аша үткәргән кеше. Уның оҙаҡ йылдар НАТО-ла Рәсәй вәкиле булып ултырыуы ла юҡҡа түгелдер.
«Милли идея тураһында» (ҡайһы баҫманан алынғаны һаҡланмаған. – М.Х.) мәҡәләһе авторының А. Солженицынға һылтанып, һуңғы 20 йылда беҙ 15 миллион кешене юғалттыҡ, артабан да шулай дауам итһә, бөйөк держава биләмәләрендә бер урыҫ та ҡалмаясаҡ, тигән фекере шовинистарҙың «янған» йөрәгенә май һибә.
Стратегия проекты авторҙарының тапалған юлдан барыуы ғәжәп тә түгел, сөнки хәҙерге ил шарттарында башҡа төрлө документ барлыҡҡа килһә, ул илдең конституцион ҡоролошон емерергә саҡырыу тип ҡабул ителер ине. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер даирәләрҙең, Рәсәйҙең күп милләтлелеген АҠШ менән сағыштырып, американдар уйлап сығарған өлгөгә эйәрергә маташыуын да күрергә мөмкин. Эйе, Ҡушма Штаттар – тиҫтәләрсә милләт вәкилдәре йәшәгән дәүләт, ләкин күп милләтле дәүләт түгел. Рәсәйҙә башҡорт, сыуаш, мордва, яҡут, авар, ингуш һәм башҡалар ҡасандыр ата-бабалары донъя көткән ерҙә ғүмер кисерһә, АҠШ – килмешәктәрҙән тупланған мәмләкәт, сөнки унда индеецтар ғына төп халыҡ булып иҫәпләнә ала. Был – бер. Икенсенән, инглиздәр нигеҙ һалған, йәғни сит ҡитғаларҙа урынлаштырған цивилизациялар менән беҙҙекен сағыштырыу мөмкин түгел. Британия цивилизацияһы, ҡанһыҙлығына ҡарамаҫтан, үҫештең юғары баҫҡысы тип ҡабул ителгән, әммә уны Рәсәй ерлегендә ҡабатлап булмай.
Минеңсә, илебеҙҙә милли сәйәсәттең булмауы йәки аңлашылмаған маҡсаттарҙан сығып эш ителеүе уның тарихының ялған мәғлүмәттәргә таяныуына бәйле. «Бөйөк халыҡ», «бөйөк мәҙәниәт», «бөйөк тел» кеүек төшөнсәләр Рәсәйҙең үҙендә генә яралып, сит мәмләкәттәрҙә танылыу яуламаған. Ошондай ысынбарлыҡтан йыраҡ йолалар нигеҙендә тәрбиә алған халыҡтың үҙаңы ниндәй дәрәжәлә булыуын күҙ алдына килтереү ауыр түгел. Мин-минлек, үҙеңдең ҡырағайлығыңды күрмәмешкә һалышып, башҡаларҙы мыҫҡылларға ынтылыу… Был айырыуса Урта Азия һәм Кавказ тарафтарынан килгәндәргә мөнәсәбәттә асыҡ сағыла. Күрәһең, милләтсе әҙәмдәр ул яҡтарҙа цивилизацияның әлеге Үҙәк Рәсәйҙә скиф йәки сарматтар ғүмер һөргән, урыҫ тигән зат билдәһеҙ замандарҙа уҡ сәскә атҡанын, Урта Азия менән Кавказдың ошо хәлгә колониаль сәйәсәт арҡаһында төшөүен башына ла килтермәй. Был үҙе варварлыҡ түгелме ни?
«Дөйөм Рәсәй милләте»нең аҡрынлап бөтөн халыҡтарҙы урыҫлаштырыуға алып барғаны — йәшереп булмаған факт. Ирекһеҙҙән XVII – XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың суҡындырыуға ҡаршы баш күтәргәне иҫкә төшә. Ата-бабаларыбыҙ үлемде өҫтөнөрәк күргән икән, тимәк, уның ерлеге лә булған.
Мәхмүт
ХУЖИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде 26.06.2025 // Сәйәсәт

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе 25.06.2025 // Сәйәсәт

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта 24.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн...

Тотош уҡырға 22

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны 20.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны 19.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостан Башлығы террорҙан  һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты 11.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты...

Тотош уҡырға 31

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде 09.06.2025 // Сәйәсәт

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 40

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде 04.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 67

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты 04.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 71

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне 04.06.2025 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 95