Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Грузия Рәсәйҙең терәге булырмы?
Грузияла үткән парламент һайлауында оппозиция еңеп сыҡты: Бидзин Иванашвилиҙың “Грузин хыялы” блогы, 54 процент тауыш йыйып, киләсәктә илгә идара итеү хоҡуғын яуланы. Президент Михаил Саакашвилиҙың “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһы иһә еңелеүен танырға мәжбүр булды. Власҡа ҡыҙыл раузалар тотоп килгәндәрҙең гөлләмәһе, шулай итеп, тиҙ шиңде.

"Ҡыҙғылт-һарылар" дәүере тамам

"Грузин хыялы” блогына илдең “Демократик Грузия”, "Грузияның республика партияһы”, “Ирекле демократтар”, “Милли форум”, “Консерваторҙар партияһы” һәм “Грузияны сәнәғәт ҡотҡарыр” партиялары инә. Ил парламентындағы 150 урындың 83-ө уларға эләкте. Ә Грузияның яңы конституцияһына ярашлы, Хөкүмәт составын һәм премьер-министрҙы закон сығарыу органында күпселекте тәшкил иткән фракция тәғәйенләй. Яңы ҡануниәт нигеҙендә президенттың байтаҡ вәкәләттәре Хөкүмәт һәм парламент ҡулына тапшырыла. Президент иһә Бөйөк Британия королеваһы кеүек бер нәмә өсөн дә яуап бирмәй, эске һәм тышҡы сәйәсәтте билдәләмәй, милләттең символы ғына булып ҡаласаҡ.
Михаил Саакашвили рәттән ике мөҙҙәт президент вазифаһында булғандан һуң өсөнсөгә һайлана алмай ине, шуға ла парламент һайлауында еңеп сығып, Хөкүмәт башлығы кәнәфиенә күсеп ултырырға уҡталғайны, ләкин килеп сыҡманы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул үҙ-үҙенә әкренләп кенә баҙ ҡаҙҙы. 2008 йылдағы һуғыштан һуң Рәсәй менән тәмһеҙләшеүе етмәгән, ил халҡынан ризалыҡ алмайынса НАТО-ға инергә уҡталды, АҠШ, Евросоюз илдәренә һыйынды. Быуаттар һуҙымында Рәсәй менән дуҫ һәм татыу йәшәгән, һәйбәт дипломатик мөнәсәбәттә булған дәүләт, уның халҡы өсөн был ниндәйҙер кимәлдә хыянатҡа тиң ине. Шуға ла Саакашвили алып барған сәйәсәтте Ноно Буржанадзе, Бидзин Иванашвили кеүек оппозицияла торған сәйәсмәндәр гел генә тәнҡитләп килде. Илдәге инфляция кимәле, эшһеҙлек халыҡты оппозицияның һүҙенә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итте.
Хәҙер килеп Саакашвили үҙенең еңелеүен танырға мәжбүр. Уның президентлыҡ мөҙҙәте киләһе көҙҙә тамамланырға тейеш. Моғайын, ул президентлыҡтан һуң оппозицияға күсер тип көтөлә. Ҡулына власть бирмәгән вазифа уға нимәгә кәрәк? Илдә етәкселек дилбегәһе яңы хөкүмәт рәйесе Бинзин Иванашвили ҡулына күсә. Уның белдереүенсә, яңы Хөкүмәттә элеккеләрҙән берәү ҙә ҡалмаясаҡ.
Иванашвилиҙың власҡа килеүен Рәсәйҙә хуплап ҡаршы алдылар. Йәнәһе лә, ул Саакашвили алып барған сәйәсәтте өнәмәй, беҙҙең менән яңынан дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштыра, фәлән дә төгән... Эйе, уның етәкселеккә килеүе ниндәйҙер кимәлдә Рәсәй өсөн файҙалы буласаҡ. Тик Грузияның Рәсәйҙең союздашы булып китере икеле. Ни өсөн тигәндә, АҠШ менән Евросоюз илдәре Грузияға һәр ваҡыт аҡсалата ярҙам күрһәтеп килде. Әгәр ҙә Грузия Рәсәй яғына ауыша икән, улар был ярҙамдан баш тартып, ошо күләмдәге аҡсаны Рәсәйҙән алырға тейеш булып сыға. Унан килеп, НАТО блогына инер өсөн дә күп нәмә эшләне Саакашвили. НАТО — Грузия мөнәсәбәттәре халыҡ-ара кимәлдәге документтар менән нығытылған. Уны бер яҡлы ғына ғәмәлдән сығарыу — мөмкин булмаған эш.
Ғөмүмән, Иванашвилиға, теләйме-теләмәйме, тышҡы сәйәсәттә Саакашвили алып барған һуҡмаҡтан атларға тура киләсәк. Дөрөҫ, ниндәйҙер кимәлдә Рәсәй менән яҡынайыу булыр, тик ул иҡтисади хеҙмәттәшлеккә генә ҡайтып ҡалыр кеүек. Шул уҡ грузин шарабын беҙҙә һатырға рөхсәт итерҙәр, Мәскәү — Цхинвал — Тбилиси һауа юлы тергеҙелер, нефть һәм газ һатыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек яңынан аяҡҡа баҫыр... Шуныһы ғәжәп: Иванашвили премьер-министр сифатында үҙенең тәүге рәсми эш сәфәре менән АҠШ-ҡа барасағын планлаштырып ҡуйҙы. Быныһы инде уның ҡайһы йүнәлештә эш итәсәгенә ишаралыр.
Әлегә, әлбиттә, АҠШ-та Иванашвили ҡайғыһы юҡ, һайлау алды марафонының ҡыҙған мәле. Барак Обама менән Митт Ромни президент вазифаһы өсөн алыша. Уларҙың кемеһе еңеп сыҡһа ла, Грузияны яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуймаҫ, уға АҠШ-тың йоғонтоһо киләсәктә лә көслө булыр. Дәүләт секретары Хиллари Клинтондың тел төбөнән тап шул аңлашыла. Ҡайһылай ғына булмаһын, “Грузин хыялы”ның ниәте ғәмәлгә ашты – улар власты үҙ ҡулына алды. Был инде бер нисә йыл элек “ҡыҙғылт-һары” революциялар ярҙамында власҡа килгәндәрҙең хакимлыҡ дәүере тамамланғанын аңлата. Саакашвили үҙен Ющенко, Баҡыевтарҙың яҙмышы көткәнлеген күптән төшөнөргә тейеш булғандыр, бәлки.

Ҡырғыҙҙар ҡыла ҡылыҡты

Әйткәндәй, Ҡырғыҙстанда бөгөн барыһы ла ал да гөл тип әйтеп булмай. Үткән аҙнала бында йәнә ығы-зығы булып алды. Илдең оппозициялағы “Ата-Жорт” партияһы көслөк менән власты баҫып алырға маташыуҙа ғәйепләнә. Ул халыҡты йәнә урам сыуалыштарына алып сыҡҡайны. “Ата-Жорт” етәкселеге илдең төп алтын сығарыусы предприятиеһы булған “Кумтор”ҙы дәүләт милке тип таныуҙы талап итә. Митингта ҡатнашыусылар Хөкүмәт йортона һөжүм итеп кенә ҡалмай, көслөк менән бинаға үтеп инергә лә уҡтала. Даулашыу һөҙөмтәһендә милиционерҙар араһында ла, оппозиция сафында ла йәрәхәтләнеүселәр, ҡаза күреүселәр бар. Әле парламенттағы оппозиция фракциялары етәкселәре ҡулға алынған. Улар араһында вице-спикер Талант Мамытов та бар. Ошондай шарттарҙа ил президенты Алмазбәк Атамбаевҡа ваҡиғаларҙы ҡуйыртмай, халыҡтың асыуын ҡабартмай ғына алтын урталыҡты табыу кәрәктер. Яңыраҡ ҡына был илдә Рәсәй Президенты Владимир Путин сәфәрҙә булып, Рәсәй — Ҡырғыҙстан дуҫлығының ныҡлығын иҫбатлап ҡайтҡайны. Әгәр артабан да ошондай сыуалыштар була ҡалһа, бигерәк тә власть өсөн көрәшһәләр, Рәсәй, һис һүҙһеҙ, Алмазбәк Атамбаевҡа ярҙамға ашығыр, моғайын.

Атышыу һуғыш түгел, имеш...

Башҡа хәлдәргә килгәндә, тағы ике дәүләт араһында һуғыш уты тоҡанырға тора: Төркиә парламенты Сүриәгә ҡаршы ҡораллы көс ҡулланыу мәсьәләһендә ыңғай тауыш бирҙе. Үткән аҙнала ике ил хәрбиҙәре, бер-береһенә артиллериянан атып, көстәрен самалап ҡараны. Төркиә Урта диңгеҙгә — өҫтәмә хәрби караптарын, Сүриә сигенә танктарын ебәрҙе. Сүриәнең үҙендә иһә һаман да граждандар һуғышы бара. Ошондай шарттарҙа тышҡы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Төркиә премьер-министры Тайып Эрдоган белдереүенсә, ике ил араһында хәрби низағ тоҡанһа ла, ысын һуғыш булмаясаҡ. Быныһы нимәне аңлаталыр — әйтеүе ауыр. Бер-береңә ҡаршы атышыу, кеше ғүмере өҙөлөүе, баҡһаң, һуғыш түгел, ә хәрби низағ ҡына, имеш. Улай тиһәң, әле үк ҡорбандар бар.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә