Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Илленән һуң да тормош бар
Илленән һуң да тормош барҠартлыҡ ҡасан башлана? Вайымһыҙ йәшлек менән “аҡһаҡал” ҡартлыҡты айырған сик ҡайҙан үтә? Йәмғиәттә өлкән кешенең урыны ҡайҙа? Сер түгел, йәмәғәтселектә ҡартлыҡты “ауыр йөк” итеп ҡабул итеүселәр һаны, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, 28 процентҡа етә. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре менән йәнле аралашыу ҙа ҡыҙыҡлы һөҙөмтә биргән: уларҙың 45 проценты “60 йәштә үҙеңде ҡарт һанай алаһың” тиһә, сит ил белгестәре: “Юҡ, ҡартлыҡтың 70 йәштән һуң ғына хакимлыҡты ҡулына алыуы мөмкин”, — тип дәғүәләшә.

Шаян аҡыл эйәләренең береһе: “Ҡартайыу йәшерәк күренергә тырышыуҙан башлана”, — тип йыуатырға тырышһа, Өфөгә “50 Плюс. Өлкән йәштә булыуҙың барлыҡ шатлыҡтары” тип аталған халыҡ-ара конференцияға Канаданан килгән белгес Грег Шоу әйтеүенсә, “кеше тыуғас та ҡартая башлай”.
Республиканың баш ҡалаһында ошондай үҙенсәлекле сараның үтеүе йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Рәсәй төбәктәренән тыш, Швейцария, Греция, Эквадор, Канада, Уганда, Бөйөк Британия, Ирландия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙән ҡартайыуҙы өйрәнгән ғалимдар, йәмәғәт һәм бизнес ойошмаларының ҡатнашыуыИлленән һуң да тормош бар ла йыйындың мәртәбәһен арттырҙы, йөкмәткеһен байытты. Сараның маҡсаты ябай, аңлайышлы: ололарҙың әүҙем йәшәү рәүешен оҙайтыу, тормош сифатын яңы биҙәктәр менән байытыу, һаулығын һаҡлау һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеү.
...Баш ҡалала йәшәүсе өлкәндәрҙең әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ! “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының ишек алды иртәнән алып гөж килә. Фойе ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә, аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ. Бында оло йәштәгеләр өсөн эшләгән финанс программалары, пенсия фондтары, бизнес курстары, шифаханалар, медицина ярҙамы, дарыуҙар тураһында мәғлүмәт табырға, хатта кәрәкле медицина ҡорамалдарын һатып алырға ла мөмкин. Белгестәрҙең бушлай оҫталыҡ дәрестәр үткәреүе һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кемдер артериаль ҡан баҫымын үлсәтте, кемдер селтәр бәйләү серҙәрен үҙләштерҙе, мода, яңы косметика саралары менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа байтаҡ булды.
— Мин һуңғы осорҙа республикабыҙҙа өлкәндәргә ҡарата айырыуса иғтибарлы йылы ҡараш тоям, — тине трикотаж фабрикаһының ветерандар советы ағзаһы Сәрүәрә Ғилманшина. — Был оло сара ла яҡшы эштәрҙең дауамы булып тора. “Халыҡ университеттары” программаһында иң тәүгеләрҙән ҡатнашып, компьютер серҙәренә өйрәнеүем менән ҡәнәғәтмен. Әле хаҡлы ялдағыларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышыуҙан иҫ киткес ҙур тәьҫораттар алдым. Сувенир эшләү оҫталары менән таныштым, әхирәттәремде осратыуыма ла шатмын.
Илленән һуң да тормош барӨфө ҡалаһы Совет районының инвалидтар ойошмаһы ағзаһы Дания Зәйнуллина халыҡ-ара конференцияның тап беҙҙә асылыуы менән ғорурланыуын белдерҙе:
— Иҫ киткес матур, бай, зауыҡлы күргәҙмә! Барыһын да ҡарап сығырға өлгөрмәнек әле. Бында файҙалы майҙарҙы тәмләп, медицина ҡорамалдарын тотоп ҡарарға, консультация алырға мөмкин. Баҡсасылар өсөн дә, һаулығын хәстәрләүселәр өсөн дә бай мәғлүмәт бар. Ә мин үҙем финанс белеме нигеҙҙәрен өйрәнер инем.
Халыҡ-ара конференцияны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов өлкәндәрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарыу кәрәклеген белдерҙе. “Тап ошондай күләмдәге конференциялар беҙгә тәжрибә тупларға ярҙам итәсәк. Былтыр эшләй башлаған “Социаль туризм” программаһы пенсионерҙарҙың тормош сифатын яҡшыртыуҙа тәүге аҙымдарҙың береһе булды. Быйыл ошо маҡсатҡа 50 миллион һумдан ашыу аҡса бүлдек, биш меңдән ашыу пенсионер ил, республика буйлап сәйәхәттәргә сыҡты. Был һандар ҙур түгел, әммә беҙ өлгәшелгәндәр менән генә сикләнмәйәсәкбеҙ. Өлкәндәр өсөн халыҡ университеттарын ойоштороуҙы дауам итәсәкбеҙ. Беҙгә хәҙер белем алыу буйынса электрон университет ойоштороу хаҡында уйларға кәрәк. Белеүемсә, Төркиәлә 1,5 миллион өлкән кеше тап ошондай саранан файҙалана. Беҙгә ошо йүнәлеште лә үҫтереү мотлаҡ”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Светлана Орлова республикабыҙҙың өлкәндәр өсөн социаль проекттар, уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙа донъя эшләнмәләрен тормошҡа ашырыуҙа уңышлы аҙымдар яһауын белдерҙе. Рәсәйҙә бөгөн илле йәште үткән 50 миллионға яҡын кеше иҫәпләнә һәм был һандың киләсәктә артыуы күҙаллана. Йәштәргә ҙур өмөттәр бағлаһаҡ та, өлгөргәнлек осорон үткән, белемле, юғары профессиональ кимәлле, тәжрибәле ҡартлыҡты ла иҫәптән сығарырға ярамауы, киреһенсә, быуындар араһындағы гармония, бәйләнештең көсәйергә тейешлегенә баҫым яһаны Мәскәү ҡунағы.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының “Ҡартлыҡ шатлыҡ булған ҡала” берләшмәһе координаторы Лиза Варттың, Рәсәй Пенсия фонды идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Куртиндың сығыштары ла иҫтә ҡалырлыҡ фәһемле булды. Пенсияға сығыу йәше донъяла төрлөсә. Беҙҙә ул 55–60 йәш менән билдәләнһә, ҡайһы бер илдәрҙә ул 67 йәш тәшкил итә. Эшкә һәләтле йәште билдәләү ҙә төрлөсә. Күп кенә алдынғы илдәрҙә кеше 70–72 йәштә лә эшкә һәләтле тип иҫәпләнә. Нисек кенә булмаһын, ҡартлыҡ — һәр кемгә килер ҡунаҡ. Ошо моңһоу ғүмер көҙөн йәмләрлек, төрлө буяуҙар менән байытырлыҡ күңелле мәшәҡәттәр табыу, үҙеңдең йәмғиәткә файҙалы, яҡындарыңа кәрәкле икәнлегеңде тойоу йәшәү сифатын яҡшырта, күңелде күтәрә һәм тормошто яраттыра торғандыр. Әгәр ҙә Хөкүмәт тарафынан да хаҡлы ялдағыларҙы социаль яҡлау һиҙелерлек көсәйтелһә, тормоштарын еңеләйтеү тураһында уйланылған саралар күрелһә, өлкәндәр донъяһы тағы ла яҡтыра төшөр ине.
Ошо конференцияла яңғыраған сығыштарҙың береһенә әйләнеп ҡайтайыҡ. “Нимә ул ҡартлыҡ?” тигән һорауға һеҙ нисек яуап ҡайтарыр инегеҙ? Ә һорау алыуҙа ҡатнашыусылар был “сәйер ҡунаҡты” бына нисек һүрәтләгән: “Ҡартлыҡ — сал сәсле, пенсияла, бик ярлы, аҡыл эйәһе...” Ә һеҙ уны нисек, ниндәй сифатта күрергә теләр инегеҙ? Канаданан килгән белгестәр Көнсығыш Европала тыуымдың ныҡ кәмеүен һәм етмеш йәштә лә эшләүселәрҙең артыуын билдәләп, өлкәндәр киләсәктә үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡшы белергә, мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы, тип белдерҙе.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Елена Прочаковская Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә эш башланы

Елена Прочаковская Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә эш башланы 30.01.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы еткәсеһе итеп йәнә Елена Прочаковская ......

Тотош уҡырға 0

Барыһы ла Еңеү өсөн: Радий Хәбиров 2026 йылдың өс төп һүҙен атаны

Барыһы ла Еңеү өсөн: Радий Хәбиров 2026 йылдың өс төп һүҙен атаны 30.01.2026 // Сәйәсәт

Быйылға иң мөһим бурысты ошо өс һүҙ менән әйтеп бирә алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Бөгөн Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында закон ҡабул ителә

Башҡортостанда хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында закон ҡабул ителә 29.01.2026 // Сәйәсәт

Февралдә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһен ҡайҙа ҡарарға мөмкин икәне билдәле булды
Радий Хәбиров 30 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Радий Хәбиров 30 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай 26.01.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентына республика етәксеһе Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков менән осрашты

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков менән осрашты 23.01.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, «Ғәҙел Рәсәй» партияһы ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Владимир Жириновский урамы барлыҡҡа килә

Өфөлә Владимир Жириновский урамы барлыҡҡа килә 14.11.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарының береһенә билдәле сәйәсмән Владимир Жириновский исеме ......

Тотош уҡырға 10

Юрий Иванов – Бөрө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы

Юрий Иванов – Бөрө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы 03.09.2025 // Сәйәсәт

Юрий Иванов – Бөрө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы...

Тотош уҡырға 9

Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 02.09.2025 // Сәйәсәт

Конкурс процедураларынан һуң Башҡортостанда Көйөргәҙе һәм Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтары эш ......

Тотош уҡырға 20

Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһы мәктәбендә булды

Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһы мәктәбендә булды 01.09.2025 // Сәйәсәт

Республика Луганск Халыҡ Республикаһындағы ҡаланы шефлыҡҡа алды һәм унда социаль объекттарҙы ......

Тотош уҡырға 24

Немец журналы Путин хөрмәтенә көмөш тәңкә сығарған

Немец журналы Путин хөрмәтенә көмөш тәңкә сығарған 28.08.2025 // Сәйәсәт

Сувенирҙың тасуирламаһында Рәсәй президенты көнбайыш мейнстримын еңеүсе тиелә....

Тотош уҡырға 49

Башҡортостан делегацияһы «Иннопром. Беларусь» күргәҙмәһендә ҡатнаша

Башҡортостан делегацияһы «Иннопром. Беларусь» күргәҙмәһендә ҡатнаша 27.08.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан делегацияһы «Иннопром. Беларусь» күргәҙмәһендә ҡатнаша...

Тотош уҡырға 47


Комментарий өҫтәргә