Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көслөгә тәңре юҡ
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының теүәл бер йыл әүәл үткән генераль ассамблеяһы материалдары хәтерҙә яңырҙы. Мәғлүмдер, унда, коррупцияға ҡаршы көрәш саралары менән бер рәттән, һәммә донъяны дер ҡалтыратып тороусы террорсылыҡ тураһында ла һүҙ барғайны. Әлеге ойошма һәм уның йыйындары ҡабул иткән ҡарарҙарҙы дәүләттәр хәҙер үтәргә бик атлығып тормай. Шул уҡ ваҡытта террорсылыҡтың һис тә кәмемәүе, ә халыҡ-ара ғөмүми именлеккә янаусы төп көскә әүерелеүе — инҡар ителгеһеҙ факт. Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавров: "Террорсылыҡты ауыҙлыҡларлыҡ көстө әлегә табып булманы", — тип донъя йәмәғәтселегенең глобаль афәт алдындағы көсһөҙлөгөн таныны.
Был йәһәттән хафаға һалған иң ҙур нәмә шул: террорсылыҡ донъяға идара итеү инструментына әүерелеп бара. Тимәк, ун туғыҙынсы быуатта йәшәгән итальян сәйәси эшмәкәре, публицист Джузеппе Мадзиниҙың: "Система дәрәжәһенә күтәрелгән террор көсһөҙлөк һәм ҡурҡыу билдәһе ул", — тип раҫлауы хаҡҡа сыға була.
Рәсәй йәмғиәтенең бөгөнгө хәлен Германияла егерменсе быуаттың 20 — 30-сы йылдарындағы хәл менән сағыштырырға мөмкиндер. Халыҡтың милли кәмһетелеүе, һәр нәмәлә ҡыйбатсылыҡ, енәйәтселектең шашыныуы, эшһеҙлек — Гитлерға ҡәҙәр Германия шундай хәлдә ине. Муссолиниға тиклем Италияла ла шул сама булды. Шулай уҡ Ҡушма Штаттарҙағы "бөйөк көрсөк" йылдарын, Икенсе донъя һуғышынан һуңғы Японияны ла хәтерләргә мөмкин.
Иҡтисадтағы көрсөк мәлендә ябай халыҡ мотлаҡ рәүештә хәйерсе хәленә төшә. Ашъяулығында бер ҡабым ризыҡ булмағанда, юғары маҡсаттар тураһында йә буш ҡыуыҡтар, йә иһә ҡулдарынан бер эш тә килмәгән кешеләр сафсата һата. Ошо саҡта инде ниндәйҙер көстәрҙең мәкерле эштәре хаҡында уйлай башлаһаң, дошманды эҙләү, үс алыу теләге тыуа. Платон уҡ әле "үҙ бәлә-ҡазаһында кешеләр тәҡдирҙе, Хоҙайҙы һәм теләһә нәмәне ғәйепләргә әҙер, тик үҙҙәрен генә түгел" тигән.
Ә бында "Кем ғәйепле?" тигән һорауға яуап эҙләп баш ватаһы ла юҡ. Дошмандарҙың ҡайҙа һәм кемдәр булыуын әйтеп тороусы телевидение бар. Утҡа кәрәсин һибергә һәр саҡ әҙер көстәр бар. Өҫтәүенә, Рәсәйҙә был йәһәттән оригиналь бер нәмә лә уйлап табылмаған. Дошмандар — элекке. Ғәйбәт, имеш-мимеш теләһә ҡайһы төбәктә быҫҡып ятыусы милләт-ара проблемаларҙы ҡуҙғытып ебәрә ала. Конфессия-ара аңлашылмаусанлыҡ айырыуса итәғәтлелек һәм зыялылыҡ талап итә. Уның ҡарауы һөҙөмтәләрҙең сағыштырғыһыҙ етди булыуы ихтимал.
Уҡыусының хәтерендә булһа, быуат башында Мәскәүҙә йәш-елкенсәк, бер нисә баҙарҙы туҙҙырып, унда сауҙа иткән Кавказ кешеләрен үлтергәйне. Тән ҡеүәте үҫеп тә, йәне зәғиф, таҡыр башлы скинхедтарҙың ҡул аҫтына сит ил кешеләре лә эләккәйне. Был ваҡиғаға ул ваҡытта бигүк илтифат итеүсе булманы. Ә иғтибар менән ҡарағанда, йәш янъялдарҙың эш-ғәмәлдәре менән тәжрибәле, һалҡын ҡанлы "режиссерҙар"ҙың етәкселек итеүен күрергә мөмкин ине. Йәмәғәтселек фекере ул саҡта ла ишетелмәне, ә выждан тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Телевидениела, матбуғатта, үҙ-ара һөйләшкәндә бур Кавказ кешеһе менән Рәсәй елкәһендә йәшәүсе ҡасаҡтар образы кәүҙәләндерелә. Әлбиттә, ошондай кәйефтең тыуыуына сәбәпте әлеге кешеләр үҙҙәре лә булдыра. Әммә Рәсәйҙә йөҙҙәрсә мең азербайжан, грузин, әрмән, чечен, авар, ҡаҙаҡ, төркмән, ҡырғыҙ, молдован һәм башҡалар йәшәй һәм эшләй. Уларҙың күпселеге — үҙ халҡының лайыҡлы вәкилдәре. Хәҙер ошо күршеләрҙе Рәсәйҙең дошмандары тип иҫәпләйекме инде? Бер генә ил дә этник составы йәһәтенән бер генә ҡәүемдән тора алмай. Күп милләттәр һәм милли төркөмдәрҙең менталитеты һыйышып йәшәргә тейеш урында улар араһындағы мөнәсәбәттәр ҡәтғи закондар менән генә түгел, бәлки толерантлыҡ тип аталыусы аҡыл ярҙамында ла көйләнә.
Илдә милләт-ара вәхшәтлек акттарына юл ҡуйыла икән, тимәк, унда цивилизация йәһәтенән эш насар. Был йәмғиәттә үҙенә оҡшаш кешеләрҙе юҡ итеүгә йүнәлтелгән йыртҡыс инстинкты хасил булған. Таҡыр баштарҙың Мәскәүҙәге ҡыланыштарынан тыш, "Московские новости" аҙналығы яҙған ваҡиғалар ҙа булып үтте. Шовинистик сығыштар ғәҙәти хулиганлыҡ ҡына түгел, ә уйланылған ғәмәл. Терлецк урман паркындағы фашистарҙың уйындары һәм йыйыны Рус милли берҙәмлегенең (РНЕ) ғөмүм съезына әүерелде. Еңдәренә свастика беркеткән кешеләр бөтөн илдән "Измайлово" спорт һарайына йыйылды. Фекерҙәштәр съезы Генераль прокуратура һәм полиция, Юстиция министрлығы һәм ФСБ-ның урындағы фашистарға ҡаршы көрәше тураһындағы сафсатаға ҙур бер нөктә ҡуйҙы. Беҙ президент комиссияларының да, указдарҙың да сәйәси экстремизмға ҡаршы көрәшкә мөнәсәбәте юҡлығына йәнә бер ышандыҡ. Йәнәһе, "ҙур аңлатыу эше алып барыла..."
Ә аңлатыу эшенең асылы шунда ине: РНЕ съезына меңдән күберәк кеше килгәйне. Фашистарҙы ҡунаҡханаларға урынлаштырғандар, матбуғат вәкилдәре аккредитацияланған, гәзиттәр таратылған, "иң алдынғы"лар бүләкләнгән. Ҡыҫҡаһы, кешеләргә йәһүд заговоры, Кавказ кешеләренең Рәсәйҙе баҫып алыуы тураһында тел сарларға, илде бер мәл итек табаны аҫтында ҡалдырыу хаҡында хыялланырға форсат бирелгән.
Германия менән оҡшашлыҡ табырға тырышҡандан түгел, был турала күп яҙылған инде. Германия нимә, Рәсәйҙең үҙендә: "Былар фашизмды еңгән илдә бит!" — тип ярһып һөрәнләүгә лә бер кем әйләнеп ҡарамаҫ. Ҡара күлдәк кейеп, уң ҡулдарын гитлерсыларға оҡшатып, алға һонған егеттәр — бүтәндеке түгел, ә нәҡ үҙ илебеҙ балалары. Уларҙың сафтарында төрмәнән иртәрәк сыҡҡан енәйәтселәр менән Солженицынды ҡарауыллаған вертухайҙар ғына осрашмаған. Фашистар илдең ҡараңғы төбәктәренән идеологик зәғиф маргиналдарҙы йыя.
Яңғыҙ булғанда улар — ҡурҡаҡ, ә өйөргә йыйылғанда, тәкәббер һәм аяуһыҙ. Айырыуса — хакимиәттең ҡулы хәлһеҙ булыуын тойған саҡтарында.
Зиһендең томаланыуы ла, кешелек цивилизацияһы тураһындағы төшөнсә лә беҙҙә Көнбайыш менән бәйле. Бына, киләсәк хаҡында фекер йөрөткәндә, беҙ үҙебеҙ ҙә уйламаҫтан, бер генә цивилизацияны — Көнбайыш цивилизацияһын күҙ алдына килтерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, Евразия дәүләте булараҡ, Рәсәйгә ҡарашын Көнсығышҡа йышыраҡ йүнәлтергә кәрәктер. Унда цивилизацияның мөғжизәһе булған Япония, тормош фәлсәфәһенә төшөнөүе беҙҙең өсөн ауыр тойолған бөйөк Ҡытай. Әйткәндәй, әлеге фәлсәфәнең асылын аңларға тырышыу ҙа юҡ беҙҙә.
Ә Көнсығыш фәлсәфәһендә, диндәрендә хәҙерге һәммә хәүефтәр һәм ҡурҡыуҙарҙың сәбәптәрен табырға мөмкин. Көнбайыштың туҡтауһыҙ ҡыҫылып, бар донъяны "христианлаштырыу" маҡсаты Көнсығышта үҙенең киләсәге өсөн етди борсолоу тыуҙыра. Әлбиттә, ХХI быуат бөйөк цивилизацияларҙың бишеге булған Ислам, Алыҫ Көнсығыш илдәре, Һиндостан араһындағы төрлөлөктө бөтөрә алмаҫ. Әммә донъя иҡтисады эталоны рәүешен алған Американың көсәйеүе һәм агрессив тышҡы сәйәсәтте, донъя дине булыуға дәғүә итеүсе католицизм Көнсығыш илдәре һәм халыҡтарының меңдәрсә йыл килгән рухи ҡиммәттәрен емереүе ихтимал. Бөгөн мосолман илдәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, Көнбайыштан үтеп инеүсе яңылыҡтарҙан хәүефләнеү ҙур. Мосолман ҡәүемдәре йәшәгән бер генә илдә лә быуаттар буйы һаҡлана килгән рухи традицияларҙың юҡҡа сығыуын, тимәк, ошо йолаларға бәйле тормош асылын юғалтырға теләүселәр табылмаҫ. Ошо нигеҙҙә экстремизмдың яңы формаларының килеп сығыуы мөмкин.
Сентябрь етә килә террорсыларҙың Нью-Йоркка һөжүме хәтергә төшә. Небоскребтарға һөжүмгә һәм Мәскәүҙәге "Норд-Ост"ҡа ҡәҙәр донъяла торрорсылыҡ ҡурҡынысына етди мөнәсәбәт булманы, сөнки ул сәйәси көстәрҙең ҡоралы рәүешендә түгел, бәлки бандитлыҡ тип баһалана килде. Мысырҙағы "мосолман туғандар"ҙың, Алжирҙағы ғәрәп фундаменталистарының эш-ғәмәлдәре оҙаҡ ваҡыт әлеге илдәрҙең эске проблемаһы тип ҡаралды. Һуңғы йылдарға ҡәҙәр "әл-Ҡәйед" йә Филиппиндағы "Әбү-Сәйеф" тураһында кемдең ишеткәне бар? Әлеге ультрарадикаль хәрәкәттәрҙең ҡылыҡтары тураһында көн дә ишетеп йөрөһәк тә, беҙ ул ойошмаларҙың программалары һәм маҡсаттары хаҡында әле лә аҙ хәбәрҙарбыҙ, уларҙың ғәмәлдәренең радикаллеген имеш-мимештәргә таянып баһалайбыҙ.
Һуңғы тиҫтә йыл террорсылыҡ Рәсәйҙе аяуһыҙ өҙгөләй. Төньяҡ Кавказдан килеүсе хәбәрҙәр береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ. Һәм беҙҙәге террорсылыҡ милләтселеккә лә, дини радикализмға ла таяна.
Беҙ бөгөн проблеманың йәнә бер яғына ҡағылырға өлгөрмәнек. Ә ул, Рәсәй ысынбарлығын иҫәпкә алғанда, ғәйәт мөһим. Һүҙ террорсылыҡтың бер төрө булараҡ, криминал тураһында бара. Илебеҙ халҡы террорсылыҡҡа көн һайын, һәр урында дусар, тип раҫлауҙа һис арттырыу юҡ. Мин инде бөтөн эштәрҙең дә мотлаҡ атрибуты булған телевизион һәм кинематография террорлығы тураһында әйтеп тә тормайым. Бандитлыҡ, енәйәтселектән уҙып, иҡтисади мөнәсәбәттәр формаһын алды, сәйәси һәм хакимлыҡ проблемаларын хәл итеү ысулына әүерелде. "Ойошҡан енәйәтселек" тигән төшөнсә үҙе үк был өлкәлә аныҡ структура, көйләнгән финанслау, профессиональ юридик һаҡлау, разведкалау, анализлау һәм хатта социаль базаның булыуы тураһында һөйләй.
Ил һәм һуңғараҡ донъя аренаһына аяу белмәгән, юғары һөнәр әҙерлекле ойошҡан урыҫ енәйәтселеге сыҡҡан саҡта итальян мафияһы, американдарҙың "коза ностра"һы йәки япондарҙың "якудза"һы ял итә ала. Рәсәй Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса белгестәренең фекеренсә, һуңғы бер нисә йыл эсендә ойошҡан енәйәтселек криминаль структуранан үҙаллы социаль-сәйәси көс булып үҫеп етте. Бер кем тарафынан да тотҡарланмаған был енәйәтсел йәмғиәт барлыҡ иҡтисади-власть системаһына органик рәүештә үтеп ингән ифрат ҡурҡыныс күренешкә әйләнде. Ул инде полиция, прокуратура, суд ҡулланған традицион оператив-тикшеренеү ысулдарына ғына бирешәһе түгел.
Ойошҡан енәйәтсел "ғәскәрҙең" төп шөғөлө: контрабанда, нарко- һәм видеоэшҡыуарлыҡ, "тере тауар" һәм ҡорал, автомобилдәр, нефть һәм нефть продукттары менән сауҙа итеү — төп капиталды ошолар килтерә.
Ә был эшҡыуарлыҡтың тейелмәҫлеген тәьмин итеү, көндәштәрҙе баҫыу, төп структураларҙың эшмәкәрлеген гарантиялау өсөн ярҙамсы һөнәрҙәр системаһы булдырыла. Улар заказ буйынса үлтереүгә, енәйәт юлы менән табылған аҡсаны легалләштереүгә, вазифалы кешеләрҙе һатып алыуға, енәйәти лидерҙар өсөн йәмғиәттә абруй булдырыуға ҡайтып ҡала. Бының өсөн телевидение, матбуғат, әҙәбиәт киң файҙаланыла. Туҡһанынсы йылдарҙың тәүге яртыһында Башҡортостандағы ҙур мәғлүмәт сараларының тауар-сеймал биржаһы менән хеҙмәттәшлеккә инеүе криминаль пропаганданың бер өлгөһө булды.
Ойошҡан енәйәтселек хәҙер үҙ мөмкинлектәрен сәйәси көрәштә, теге йәки был өлкәләрҙә төрлө ташламалар алыуҙа, отошло указ йә ҡарарҙарҙы сығарыуҙа, "үҙ" кешеләрен депутатлыҡҡа һәм түрәлеккә үрләтеүҙә әүҙем файҙалана.
Тәрәнгә төшмәй генә һөйләшеү ҙә илдәге хәлдәрҙең ни ҡәҙәр хәүефле төҫ алыуын күрһәтә. Иң мөһиме шуны аңларға кәрәк: енәйәтселек хәҙер ниндәйҙер социаль феномен түгел, ә дәүләттең асылына әүерелде. Шуға күрә лә уға ҡаршы көрәш ауыр булып ҡына ҡалмай, хатта өмөтһөҙлөк тойғоһо ҡалдыра. Ойошҡан енәйәтселек милли именлегебеҙҙе тәьмин итеүҙә төп проблемаға әйләнде. Ә енәйәтселектең террорсылыҡҡа бәйле булыуы дәүләтте йәшәү менән һәләкәт араһына ҡуйҙы.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 297

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 264

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 335

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 353

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 262

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 344

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 252

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 260

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 328

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 240

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 122

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 218