Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Мәктәптә туҡланыу ниндәй хәлдә?
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа республиканың аҙыҡ-түлек баҙарына мониторинг үткәреү буйынса эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы үткәрелде. Мәктәптә туҡланыу кәңәшмәлә тикшерелгән төп мәсьәлә булды.

Ултырышты асып, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, эш төркөмө етәксеһе Елена Родина, республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу осраҡлы түгел, тип билдәләне. Быға ата-әсәләрҙең республика парламентына күпләп мөрәжәғәт итеүе йоғонто яһаны. Һөҙөмтәлә депутаттар район һәм ҡала мәктәптәрендә булды, рейдтар үткәрҙе, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың аңлатмаһын тыңланы, ошо өлкәләге хәлгә анализ яһаны.
Мәктәптәге иртәнге һәм төшкө аштың сифаты түбән. Туҡланыу рационы йыш ҡына раҫланған күрһәткестәргә тура килмәй. Меню баланың биологик яҡтан ҡиммәтле матдәләргә физиологик ихтыяжына ҡарап түгел, ә аҙыҡ-түлектең хаҡынан сығып төҙөлә. Шулай уҡ порциялар күләмен кәметеү, туҡлыҡлылыҡ кимәленең билдәләнгән нормаға тап килмәүе күҙәтелә.
Парламент төркөмө ағзалары шулай уҡ шәмбе көндәрендә уҡыусыларҙы ашатыуҙы ойоштороу мәсьәләһен ҡараны. Шәмбе балалар ғәҙәти көндәгесә уҡый икән, ниңә улар ас йөрөргә тейеш?
Мәктәп ашханалары һәм буфеттарының насар матди-техник хәле, сифатһыҙ туҡландырыу иң киҫкен мәсьәләләр булып ҡала. Тикшереү барышында йыш ҡына һауыт-һабаны йыуыу шарттарын, аҙыҡ-түлекте эшкәртеү, һаҡлау технологияһын боҙоу осраҡтары асыҡлана.
Әле мәктәптә туҡланыу 381 963 уҡыусы (90 %) өсөн ойошторолған. Ләкин бында буфеттар ҙа иҫәпкә алынған.
Ә буфеттар, депутат Венера Шәрәфетдинова билдәләүенсә, бала һаулығына зыян килтерә. Уҡыусылар һатып алынған чипсы, тәм-том, газлы эсемлектәр менән туҡлана. Уларҙы файҙалы ризыҡ тип әйтеп булмай. Был йәһәттән ата-әсәләрҙең контроле бик мөһим тигән фекерҙә депутаттар.
Тулы ҡиммәтле туҡланыуға килгәндә, уның 60 – 70 проценты ғына ҡайнар ашҡа, ҡалғаны буфеттарға тура килә.
Эш төркөмө ағзалары Шишмә районы мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороу тәжрибәһен тикшерҙе. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Әсәҙуллин һөйләүенсә, мәктәп, балалар баҡсаһы етәкселегенә был эште тормошҡа ашырыу йәһәтенән ныҡлы талап ҡуйылған. Мәктәптә туҡланыу комбинаты райондағы мәғариф учреждениеларын сифатлы төшкө аш менән тәьмин итә.
Әле комбинат 58 учреждениены хеҙмәтләндерә, шуларҙың 22-һе — мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы. Иртәнге аштың уртаса хаҡы 10-15 һум тәшкил итә, шуның 3 һумы район бюджетынан бүленә. Ата-әсәләр айына 150-250 һум түләй. Мәктәп яны участкаларында ла йәшелсә, картуф үҫтерелә. Комбинат аҙыҡ-түлекте һатып ала, учреждениеларға тарата, көндәлек меню төҙөй, уға анализ яһай, бухгалтерлыҡ документтарын эшкәртә.
Илдар Әсәҙуллин әйтеүенсә, туҡланыу комбинаты ойошторолоу менән мәктәп, балалар баҡсалары етәкселеге артыҡ эштән арынды, был бурысты аҙыҡ-түлек сәнәғәте белгестәренә тапшырҙы. Әйткәндәй, ашнаҡсылар бында аҙыҡ-түлек әҙерләү менән генә шөғөлләнә, уның хаҡын, туҡлыҡлылығын комбинат белгестәре иҫәпләй.
— Хәҙер беҙҙә мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре үҙҙәренең төп эше — уҡытыу һәм тәрбиә менән генә шөғөлләнә. Ә туҡланыуҙы комбинат тәьмин итә. Был бик уңайлы, — тине Илдар Әсәҙуллин.
Шулай ҙа мәктәп директорҙары балаларҙы туҡландырыуға ҡағылған мәсьәләләрҙе күҙәтергә, был өлкәлә ҡәтғи контроль булдырырға тейеш, тигән фекер белдерелде ултырышта.
Өфөлә республиканың башҡа район һәм ҡалалары менән сағыштырғанда был эш ярайһы уҡ яҡшы ойошторолған. Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ҡалаға федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп ителде һәм уға сауҙа-технологик ҡорамалдар һатып алынды, мәктәп ашханалары төҙөкләндерелде. Дөйөм алғанда, 130 миллион һум самаһы аҡса тотонолдо. “Мәктәп һөтө” программаһын тормошҡа ашырыу ҙа ыңғай йоғонто яһаны. Һөҙөмтәлә ҡалала балаларҙың һаулығы һиҙелерлек яҡшырҙы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары кәмене.
Шул уҡ ваҡытта финанслауҙың етмәүе төп проблема булып ҡала, тигән уртаҡ фекергә килде ултырышта ҡатнашыусылар. Әле республикала иртәнге һәм төшкө аштың уртаса хаҡы ауылда 6 – 50 һум, ҡалала 38 – 60 һум тәшкил итә. Райондарҙа был күрһәткес төрлөсә. Мәҫәлән, Благовар, Йәрмәкәй, Яңауыл райондарында иртәнге аштың хаҡы 6 һум булһа, Бәләбәй, Белорет, Мәләүез райондарында, Ағиҙел, Октябрьский, Өфө ҡалаларында — 20 – 50 һум. Ауылда төшкө аштың уртаса хаҡы — 15, ҡалала — 55 һум.
Был аҡса ата-әсә иғәнәһенән, республика ҡаҙнаһынан, шул иҫәптән компенсация түләүҙәренән алына. Муниципаль берәмектәр үҙ бюджетынан туҡланыу хаҡын арзанайтыу йәһәтенән көнөнә уртаса 2 – 6 һум бүлһә лә, аҡса етмәй. Депутаттарҙың фекеренсә, мәктәптә тулы ҡиммәтле төшкө аш менән тәьмин итеү өсөн компенсация күләмен арттырырға кәрәк. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән дәүләт власы органдары, ата-әсәләр һәм муниципалитеттарҙың әҙерлек дәрәжәһе ниндәй?
Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Елена Родина, өс айлыҡ мониторинг һөҙөмтәһенә нигеҙләнеп, эш төркөмө Башҡортостан Президентына мәктәптә туҡланыу системаһын камиллаштырыу буйынса республика программаһын әҙерләүгә ҡағылышлы тәҡдим индерергә ниәтләй, тип билдәләне.
М. ШӘҮӘЛИЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә