Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Михаил ТАРАСЕНКО: "Енәйәттәрҙең, бәхәстәрҙең милли һәм дини йөҙө юҡ"
Михаил ТАРАСЕНКО: "Енәйәттәрҙең, бәхәстәрҙең милли һәм дини йөҙө юҡ""Хөкөмгә тарыма", тиҙәр. Тарыһың – арыма: суд юлын тапау, ғәҙеллек көҫәү еңелдән түгел... Ә үҙең хөкөмдар булһаң? Бөйөк философ Сенека әйтмешләй, ғәҙел судья енәйәтсене түгел, енәйәтте хөкөм итә. Тимәк, намыҫлы булыу, хаҡлыҡҡа инаныу, дөрөҫлөктө яҡлау кеүек төшөнсәләр был һөнәр эйәһенең булмышының төп сифаттары булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе, Почет ордены кавалеры Михаил Иванович ТАРАСЕНКО менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ҡатмарлы, яуаплы эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, суд миҫалдарында йәмғиәт һулышының сағылыш табыуы, кешеләрҙе ниндәй проблемалар борсоуы, енәйәтселектең ниндәй төҫ ала барыуы, кешелек ҡиммәттәренең тамырынан үҙгәреүе һәм башҡа ғәмәлдәр хаҡындағы йәнле, фәһемле һөйләшеү килеп сыҡты. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

– Башҡортостандың судьялар корпусы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Республика буйынса 215 мировой судья эшләргә тейеш, ғәмәлдә иһә 201 кеше ошо вазифаны биләй (сәбәбе — кадрҙар етмәй). Мировой судьялар тарафынан ауыр булмаған енәйәт, гражданлыҡ эштәре, административ хоҡуҡ боҙоуҙар ҡарала. Һәр судьяның ярҙамсылары, секретары бар. Был инстанциялағы судтарға ҙур көсөргәнеш төшә, йылына улар йөҙҙәрсә мең гражданлыҡ эшен ҡарай.

Михаил ТАРАСЕНКО: "Енәйәттәрҙең, бәхәстәрҙең милли һәм дини йөҙө юҡ"Көндәлек ығы-зығыға, донъяуи мәшәҡәттәргә бәйле бәхәс күп: участкалағы бер нисә квадрат метр ерҙе, ата-әсәнән ҡалған мөлкәтте бүлешеү, торлаҡ майҙаны өсөн түләү таптырыу, коммуналь түләүҙәр буйынса бәхәс, күршеләренең ғәйебе менән фатирҙы һыу баҫыу булһынмы...
Иң аяныслыһы: ошондай мәсьәләләргә нөктә ҡуйыу бик ауыр, низағтың оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Беренсенән, был судтарҙың эшен тотҡарлай, судьяларҙың ваҡытын сарыф итә. Икенсенән, туған, күрше булып йәшәгән, ҡасандыр шатлыҡ-көйөнөстәрҙе уртаҡлашҡан кешеләрҙең шундай кимәлдә дошманлашып китеүе – бик йәмһеҙ күренеш. Суд уйын түгел, унда ғариза тотоп йүгерер алдынан проблеманы хәл итеүҙең төрлө алымдарын, тыныс юлдарын барлап сығыу, һөйләшеү-аңлашыу зарур, минеңсә. Хөкөм ҡарарынан бигерәк, тыныс күңел, намыҫ менән йәшәү артыҡ түгелме?
– Был йәһәттән илебеҙҙә үҙ-ара килешеү институты эшләмәй тиерлек.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ошо хаҡта уйлап та бирмәй: һәммәһенә суд ҡарары кәрәк – бына ҡайҙа ул дөрөҫлөк! Уны даулау юлында йылдар буйы нигеҙ һалынған ғаилә ҡиммәттәре селпәрәмә килә тигән уй баштарына ла инеп сыҡмай. Күптән түгел Юғары судта бер ғаиләнең эшен ҡараныҡ. Әсәләре вафат булғас, ҡыҙҙарының береһе фатирын үҙенә яҙҙырған да балаһына бүләк иткән. Һеңлеһе, әлбиттә, был ҡарар менән риза түгел – нисек буш ҡалмаҡ кәрәк? Бәхәс оҙайлы ваҡыт дауам итә, һәр яҡ үҙен хаҡлы тип иҫәпләй. "Үҙ-ара килешегеҙ, проблеманы уртаға һалып хәл итегеҙ", – тигән кәңәште бөтөнләй ҡабул итмәйҙәр. Бер туғандар – ҡан дошмандар. Был осраҡта, тимәк, матди байлыҡ кешелек ҡиммәттәренән юғарыраҡ баһалана.
Әгәр ҙә үҙ-ара килешеүгә ҙурыраҡ иғтибар бирелһә, кешеләр бер-береһен аңларға-тыңларға илтифат итһә, судтар миҫалда килтерелгән кеүек эштәрҙән азат булыр ине.
– Судьялар корпусының артабанғы баҫҡысын район (ҡала) судтары тәшкил итә.
– Район (ҡала) суды рәйесе һәм уның урынбаҫары Рәсәй Президенты тарафынан алты йылға тәғәйенләнә. Бер үк кеше был вазифаны ике тапҡырҙан артыҡ биләй алмай. Район (ҡала) судтары ике һәм унан да күберәк составлы булыуы ихтимал.
Штат буйынса республикалағы 71 район (ҡала) судында 381 район (ҡала) федераль судьяһы эшләргә тейеш, ғәмәлдә иһә улар 322. Был кимәлдәге судтарҙың эше лә бик көсөргәнешле, кадрҙар етешмәүе бәкәлгә һуға. Мировой судҡа ҡарағанда, район (ҡала) судтарының вәкәләттәре киңерәк. Был гражданлыҡ, административ, енәйәт эштәрен ҡарау буйынса тәүге инстанция булып тора. Беренсе инстанцияла сығарылған район суды ҡарары менән килешмәгән осраҡта, апелляция тәртибендә, Федераль законға ярашлы Рәсәйҙең Гражданлыҡ-процессуаль кодексына индерелгән үҙгәрештәр нигеҙендә, Рәсәй субъекты кимәлендәге дөйөм юрисдикция судына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Беҙҙең осраҡта – Башҡортостан Републикаһының Юғары судына. Шулай уҡ район суды мировой судҡа ҡарата апелляция инстанцияһы булып тора. Эштең күплегенә килгәндә, көсөргәнеш йәһәтенән республиканың район (ҡала) судтары Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй.
– Ошо йәһәттән бер нисә йыл элек һеҙ район судтарын эреләтеү, һөҙөмтәлә хөкөм органдарындағы көсөргәнеште кәметеү башланғысы менән сығыш яһағайнығыҙ...
– Республика кимәлендә депутаттар яңылыҡтың ыңғай яғын баһаланы – оптимизация тураһында закон ҡабул итте, әммә норматив акт Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында әлегә яҡлау тапманы.
Ябай тел менән әйткәндә, документ өс судьянан да артыҡ кеше эшләмәгән аҙ составлы судтарҙың берләшеүен күҙ уңында тота. Әммә был райондарҙың суды берләшкәс, хөкөмдарҙар тәғәйен бер урынға күсерелә тигәнде аңлатмай: һәр төбәктең суды һәм судьялары урынында ҡаласаҡ, берләшеү документтар, эске ойоштороу кимәлендә үтәсәк. Мәҫәлән, ике район суды берләшһә, кешеләрҙең яҡыныраҡ йә иһә көсөргәнеш аҙыраҡ булған судҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге буласаҡ. Әйткәндәй, ҡайһы бер судьяларға, коллегалары менән сағыштырғанда, көс бик аҙ төшә. Мәҫәлән, баш ҡалалағы район судының бер судьяһына айына яҡынса 150 эште ҡарарға тура килә, шул уҡ ваҡытта республика төбәгендәге ошондай уҡ квалификациялы белгес 20 — 40 эш менән сикләнә. Беренсенән, был ғәҙел түгел, икенсенән, мәғлүмәт менән башы тулған, иҫ киткес көсөргәнешле шартта эшләгән хөкөмдарҙан сифат талап итеп буламы? Эштәрҙе ҡарау срогын һаҡлау бик ауыр. Шуға күрә беҙҙең сигенергә ниәтебеҙ юҡ.
– Юғары суд вәкәләттәрен дә барлап сығайыҡ.
— Башҡортостан Республикаһының Юғары суды – суд власының Рәсәй субъекты кимәлендәге иң юғары федераль органы, Рәсәй Федерацияһының Юғары судына буйһона. Дөйөм юрисдикциялы район (ҡала) һәм мировой судтарға ҡарата — кассацион, надзор инстанция булып тора. Юғары судта гражданлыҡ һәм енәйәт эштәре буйынса коллегиялар эшләй.
Быйыл ғинуарҙан гражданлыҡ эштәре буйынса апелляция инстанцияһы эшләй башланы, 2013 йылдың ғинуарынан иһә енәйәт эштәре буйынса ошондай уҡ инстанция асылыуы көтөлә. Ошоға бәйле, суд штатты тағы ла 70 судьяға арттырҙы. Һөҙөмтәлә Юғары судтың рәсми штаты 176 судьянан торасаҡ.
Әлегә иһә 98 кеше – хөкөмдар. Кадрҙар проблемаһы бик ҡырҡыу, был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, иң-иңдәрҙе һайларға тырышабыҙ. Прокуратура, тәфтиш комитетында эшләүселәргә, ғалимдарға мөрәжәғәт итәбеҙ, адвокаттарҙың кандидатураларын ҡарайбыҙ. Һалым инспекцияһы, теркәү палатаһы хеҙмәткәрҙәрен дә һайлауыбыҙ ихтимал – улар гражданлыҡ эшен ҡараясаҡ, прокуратура хеҙмәткәрҙәренә иһә ауыр енәйәт эштәрен тикшереүҙе ышанып тапшырырға мөмкин. Ғөмүмән, судья һайлау, уның шәхесен тикшереү – оҙайлы, ҡатмарлы эш. Уның бер йылға тиклем һуҙылыуы ихтимал.
– 2007 йылда Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем һеҙ илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә эшләгәнһегеҙ. Ниндәйҙер үҙенсәлектәрҙе айырып күрһәтеү мөмкинме?
– Тәүҙәрәк, бында эшкә тәғәйенләнгәс, мосолман халҡы күберәк йәшәгән төбәк булараҡ, халыҡ бүтән тормош ҡағиҙәләренә таянып йәшәй, менталитет икенсе, енәйәтселек картинаһы ла башҡалыр, тигән фекер тыуғайны. Биш йыл эшләгәндән һуң шуны әйтә алам: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәт һәм бәхәстәрҙең милли, дини йөҙө юҡ, һәммәһен дә уртаҡ бәлә берләштерә. Ул да булһа эскелек: ваҡ-төйәк енәйәттәрҙән алып ҡот осҡос вәхшилектәргә тиклем "ҡыйыш тейәгән" әҙәм аҡтыҡтары тарафынан эшләнә, уларҙың мәғәнәһеҙлеге, ҡанһыҙлығы хайран итә. Халыҡтың аңына "Рәсәй бизнесы" тигән төшөнсә һеңгән: ун мең һумлыҡ әйбер урлайҙар ҙа уны ике-өс меңгә һатып эсәләр. Ә бит урлау өсөн үҙ намыҫың аша атлап үтеү, әҙерлек, көс, ваҡыт кәрәк: кешенең йорт-ҡаралтыһын талап сығырға уңайлы мәлен табырға, күпме көс сарыф итеп, уны емерергә, ҡиммәтле әйберҙе ҡаса-боҫа алып китеп, һатып алыусыға тәҡдим итергә... Ҡыҫҡаһы, ул ике-өс мең һумды йөк бушатыусы булып, йә иһә бәғзе берәүҙең йорт эштәрен башҡарып та, тып-тыныс юл менән эшләп алып булыр ине.
– Күптән түгел Беларусь Республикаһында террористик акт ойошторған өсөн ике егетте үлем язаһына хөкөм иттеләр. Һеҙҙеңсә, был яза төрө хәҙерге заманда ҡулланылырға тейешме?
– Ҡайһы саҡта шундай ҡәбәхәттәр осрай... Кеше ғүмеренә ҡул һуҙған, бигерәк тә балаларҙың йәнен ҡыйған вәхшиҙәрҙең ер йөҙөндә йәшәргә, ашап-эсеп, тыныс ҡына һуңғы сәғәтен көтөргә хоҡуғы бармы икән? Етмәһә, уларҙы аҫрау ҡәҙимге граждандарҙың өлөшөнә төшә. Мораторий индерелгәнсе, был яза төрөн илебеҙҙә бик һирәк, ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа ғына ҡулланалар ине. Бәлки, шул сифатта уны кире ҡайтарыу урынлылыр.
– Кемдең яҡты тормош менән хушлашҡыһы, төрмәгә ултырғыһы килһен? Судта теше-тырнағы менән аҡланырға, еңелерәк яза юлларға тырышҡандарға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
– Ундайҙар бихисап. Ғәйебен танымау ғына түгел, хөкөмдарҙы йәлләтергә, үҙен меҫкен итеп күрһәтергә тырышҡандар бар. Мәҫәлән, ауыр енәйәт ҡылған бәғзе берәү "балаларым бәләкәй, кем уларҙы ҡарар", йә иһә "мин төрмәгә китһәм, ҡарт әсәйемә ярҙам итер кеше юҡ" һәм башҡа ошоға оҡшаш сәбәптәр менән судҡа мөрәжәғәт иткән осраҡтарҙы һанап тораһы түгел. Ә үҙҙәренең йылдар буйы яҡындарын күргәне лә юҡ! Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк: ундайҙарҙың ҡылығын ҡабул итә алмайым. Башҡа кешенең мөлкәтенә, һаулығына, хатта ғүмеренә ҡул һуҙғанда, енәйәт ҡылырға әҙерләнгәндә, балаларын һәм ҡартайған яҡындарын уйлағанмы улар? Нисек кенә булмаһын, һәр кире ғәмәл өсөн яуап тоторға кәрәк.
– Йәмғиәттә "ювеналь юстиция" тигән төшөнсәгә иғтибар арта. Дәүләт органдары уны ыңғай яҡтан баһалаһа, дин әһелдәре һәм бәғзе йәмәғәт ойошмалары теше-тырнағы менән ҡаршы – баланы ғаиләнән айырыуға туранан-тура юл тип баралар. Унан тыш, ювеналь юстиция бәләкәй енәйәтселәргә ҡарата бөтөнләй икенсе ҡараш талап итә. Хөкөм ҡарары сығарғанда уның йәшенә, социаль хәленә, тайғаҡ юлға баҫтырған хәл-ваҡиғаларға айырым иғтибар биреү, һеҙҙеңсә, дөрөҫмө?
– Ювеналь юстиция бәлиғ булмаған граждандың яҙмышын тәфсирләп тикшереүҙе, уға төҙәлергә, үҙгәрергә мөмкинлек биреүҙе күҙаллай. Шуға күрә, уларға яза төрөн билдәләгәндә, суд үҫмерҙең көнкүреш һәм тәрбиә шарттарын, психологик үҫеш, ололарҙың уға тәьҫир итеү кимәлен, башҡа шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға тейеш. Бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙың эштәрен ҡараған судьяларҙың көсөргәнешле шарттарҙа хеҙмәт итеүен иҫәпкә алып, хөкөм ителеүсе уларҙың шәхесен тулыраҡ һәм төплөрәк өйрәнеү, суд процесын тәрбиәүи юҫыҡҡа йүнәлтеү йәһәтенән судьяларҙың махсуслашыуы мөһим. Ошонан сығып ювеналь технологиялар ҡулланыла ла инде. Улар хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата икенсе ҡараш тыуҙыра: ҡаты хөкөм ҡарары сығарыуҙан бигерәк, йәмғиәткә тулы хоҡуҡлы граждандарҙы тәрбиәләп ҡайтарыу мөһим. Балаларҙың хоҡуғын яҡлау йәһәтенән был яңылыҡҡа ыңғай ҡарайым. Әйткәндәй, Өфөлә быйыл тәүге ювеналь суд ойошторолдо. Унда психологик коррекция һәм килешеү бүлмәләре бар, судҡа тиклем психологик диагностика, реабилитация күнекмәләре үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ни тиһәк тә, судья психолог түгел, шуға енәйәтте тикшергәндә махсус белгестәрҙең ярҙамы – файҙаға ғына. Икенсенән, судта ҡайһы саҡта бәхәсле хәл килеп тыуа. Мәҫәлән, ата-әсәне хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки айырылышҡанда баланы кем менән ҡалдырыу йәһәтенән. Ололар үҙ проблемаһын хәл итә алмағанда, әлбиттә, иң ҙур зыян балаға төшә. Шуға күрә белгес ярҙамы был осраҡта ифрат урынлы. Ғәҙәттә, психолог менән әңгәмәләшкәндән һуң ата-әсә бер фекергә килә, бәхәскә нөктә ҡуйыла. Әммә суд системаһында һәм балаларҙың хоҡуғын яҡлау йәһәтенән ювеналь технологияларҙың ҡайһы бер элементтарын ҡулланыу был йүнәлеште тулыһынса ҡабул итеү тигәнде аңлатмай. Шуға күрә ҡаршы булғандар юҡҡа борсола.
– Был йәһәттән күптәр сит ил миҫалын килтерә...
– Һәр илдең үҙ тәртип-ҡағиҙәләре. Беҙҙәге ғәҙәти күренештәр уларҙа бөтөнләй ҡабул ителмәүе ихтимал. Мәҫәлән, Канада закондары буйынса 12 йәшкә тиклемге бала йәмәғәт урындарында, урамда бер үҙе йөрөргә тейеш түгел. Был уны хәүефкә дусар итеү кеүек баһалана. Әммә 12 йәштән уҙған үҫмер енәйәт яуаплылығына тарттырыла! Францияла иһә кесе йәштәге енәйәтселәр менән психологтар эшләй, уны ошо аҙымға этәргән барлыҡ сәбәптәрҙе асыҡларға тырыша, үҫмер йәшәгән социаль картинаны һүрәтләй. Язаһын алған үҫмерҙе, ғәҙәттә, имен булмаған ғаиләһенә ҡайтармайҙар, ә махсус ятаҡта урын бирәләр, насар йоғонто яһаған мөхиттән араларға тырышалар. Рәсәйҙә иһә ювеналь юстицияның халыҡ булмышына, менталитетына тап килгән, йәмғиәт тарафынан ҡабул ителерҙәй һыҙаттарын үҙләштереү мөһим.
– Судтағы коррупция осраҡтарына ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ? Һеҙҙең системала ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта еңел аҡса көҫәүселәр табыла...
– Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Намыҫһыҙ судьялар бик һирәк, сөнки был юлды осраҡлы һайламайҙар. Кеше белә: үтә яуаплы, ҡатмарлы эш көтә, ул һәр йәһәттән тел тейҙергеһеҙ шәхес һәм белгес булырға тейеш. Унан һуң хөкөмдар булырға тейешле белгесте махсус органдар һәр яҡлап, тәфсирләп тикшерә – биографияһында дәғүә белдерерлек бер генә факт та булмауы фарыз. Шундай иләктән үтеп тә, ришүәт алған осраҡта уны лайыҡлы яза көтә. Тимәк, күнеккән тормошонан, яҡындары менән аралашыуҙан, ҡәҙимге кешелек шатлыҡтарынан мәхрүм буласаҡ. Судьялар корпусы менән осрашҡан саҡта ябай ғына арифметика менән танышырға кәңәш итәм: судья уртаса айына 40 мең һум эш хаҡы ала. Енәйәт ҡылып, ун йылға төрмәгә китһә, нисә һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға? Дөрөҫ, 4 миллион 800 мең һум. Юҡҡа сыҡҡан абруй, заяға уҙған ғүмер иһә матди ҡиммәттәр менән бөтөнләй баһаланмай... Ошоларҙы уйлағандан һуң айыҡ аҡыллы кеше ришүәт алырға йөрьәт итәме? Иткән осраҡта, язаһыҙ ҡалмаясаҡ һәм ташлама булмаясаҡ.
– "Суд – бер яҡлы, ябыҡ система" тигәнгә ни әйтерһегеҙ?
– Буш һүҙ, әлбиттә. Заманаһы шундай: Интернет селтәре бар, һәр ойошманың сайты эшләй. Виртуаль киңлектә суд системаһы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, яңылыҡтар менән танышырға, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса төрлө һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Унан тыш, сайтта суд ҡарарҙары баҫыла, уларҙың һаны 150 меңдән ашты. Электрон адресҡа мәғлүмәт һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. 2011 йылда республика судтарына 1 миллион 194 мең кеше килгән, сайтҡа иһә 700 мең кеше ингән. Ғөмүмән, үҙем заман яңылыҡтарын бик ыңғай ҡабул итәм: әле тиҫтә йыл самаһы элек кенә судтарҙа ни бары берәр компьютер булһа, хәҙер барлыҡ эштәр тиерлек уның ярҙамында башҡарыла, иҫәп алып барыла, бәйләнеш булдырыла. Әйткәндәй, күптән түгел суд процесында ҡатнашыусыларҙы ултырыштың көнө һәм ваҡыты хаҡында Интернет селтәре аша sms ярҙамында иҫкәртеү ҡулланыла башланы. Был бик уңайлы: кешегә почтаға барып йөрөү кәрәкмәй, шул уҡ ваҡытта улар, "ултырыш хаҡында белмәнем" тип аҡлана алмаясаҡ.
– Заман үҙгәрештәре, һеҙҙеңсә, кешеләрҙең булмышына, уларҙың йәмғиәт ҡанундарын ҡабул итеүенә, ғөмүмән, йәшәйешенә йоғонто яһаймы?
– Әлбиттә! Көнкүреш сифаты яҡшырған һайын кешеләрҙең үҙ-үҙен тотошо, ынтылыштары үҙгәрә бара. Судта аҙлап булһа ла ауыр енәйәт эштәре кәмей – был илдәге ҡануниәттең камиллаша барыуын, иҡтисади хәлдең яҡшырыуын дәлилләй. Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең дә һағыраҡ булыуын, һәр ҡылыҡ өсөн барыбер яуап тоторға кәрәк буласағын аңлауҙан киләлер, тип уйлайым. Әммә гражданлыҡ эштәре күбәйә: 2011 йылда республика судтары 500 меңдән ашыу шундай эште ҡараған. Тимәк, кешеләрҙең хоҡуҡи белеме арта тигән һүҙ.
Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, йәмғиәт тәүге сиратта кешелек ҡиммәттәренә таянып үҫешә. Был иһә тәрбиә, мөхит, маҡсатҡа барып тоташа. Гәзит уҡыусыларға шуны әйтер инем: балаларығыҙҙы яратығыҙ! Улар менән аралашырға, борсоған мәсьәләләрен тыңларға ваҡыт йәлләмәгеҙ. Ҡыҙыҡһыныуҙарын ишетегеҙ, күрегеҙ, битараф булмағыҙ, һөйөүегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Сабыйҙарығыҙға шәхес итеп ҡарағыҙ һәм был мотлаҡ үҙ емешен бирәсәк: ғәҙәттә, ундай балалар бер ваҡытта ла тайғаҡ юлға баҫмай.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 427

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 420

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 382

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 458

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 380

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375