Рәсәй менән Украина уртаҡ тел таба алырмы?Оса ҡаҙҙар, оса ҡаҙҙар,
Оса ҡаҙҙар Донбассҡа...
“Шахта” йырынан.
Әллә бар тәбиғәтте солғап алған бойоҡ төҫ йөрәккә шулай моңһоулыҡ өҫтәй, әллә донъя өҫтөнән өргән һалҡын елдәр шулай өшәндерә... Ни менән генә аңлатырға тырышмайыҡ, тынысланып, ижадҡа сумып, балаларыңдың дәртле йөҙөнә ҡыуанып ҡына йәшәү форсатынан яҙа барабыҙ, шикелле. Табындарыбыҙҙан икмәктең өҙөлмәүе лә, һәр көн яңғырай торған матур йырҙар ҙа, ил башлыҡтарының дәртләндерергә тейешле һүҙе лә ҡыуандырмай. Был, бәлки, ҡында тыныс ҡына ята торған ҡылыстың әле бында, әле тегендә ялтлап китеүенәндер?
“Күп векторлы” сәйәсәтДонъялыҡҡа бер кем дә мәңгелеккә килмәй. Алыҫтағы Ҡушма Штаттарҙа Рәсәй һәм рәсәйҙәрҙе хас дошман күргән сенатор Джон Маккейн, ниһайәт, ярһымаҫ урынын тапты. Август аҙағында Донецк Халыҡ Республикаһының етәксеһе Александр Захарченконы украин милләтселәре кафела шартлатты. Сентябрь баштарында Рәсәй халҡы СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзонды юғалтты. Уның атайсалы Донбасс ине, уны үҫтергән, оло донъяға сығарған Ватаны — элекке Украина. “Элекке”, сөнки Иосиф Давыдович һәр урында танһыҡ ҡунаҡ булһа ла, Украинаның хәҙерге хакимдары легендар йырсыны тыуған төйәгендә сығыш яһауҙан мәхрүм итте. Ошо йылдың май айында Иосиф Кобзондан бөтөн дәүләт бүләктәрен тартып алыу тураһында иғлан иткәйнеләр. Кобзон да мәсьәләгә үҙ ҡарашын йәшермәне, уның фекерҙәре асыҡ һәм ҡырыҫ булды: “Минең өсөн фашистар режимы булған Украина — юҡ... Донбасстан — күп яфалар күргән илгенәмдән ғүмеремдә лә баш тартмаясаҡмын. Теләһә ниндәй санкцияларға төкөрҙөм мин, Ватаным минең өсөн һәр саҡ асыҡ. Кешенең әсәһе лә, Ватаны ла бер генә була”.
2014 йылдың ҡышындағы революцион ваҡиғалар Украиналағы сәйәси синыфты бер ни ҡәҙәр борсоно, ләкин сәйәсәттә нығынып өлгөргән ҡағиҙәләрҙе үҙгәртә алманы. Хәҙер Украинала ил мөстәҡиллек алғандың тәүге ун йыллығында капитал туплап һәм сәйәси йоғонтоға эйә булып өлгөргән элиталар хакимлыҡ итә. Уларҙа рухи ҡиммәттәр һәм идеологик сама тигән нәмә юҡ, унда дәүләт байығыу сығанағы тип ҡабул ителә, шуға күрә дәүләт власын ҡулда тоторға тырышыу, йәмғиәтте үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланыу — ғәҙәти күренеш.
Украинаның сәйәси йөҙө әлегә аныҡ ҡына һүрәтләнмәһә лә, аналитиктарҙың фекере буйынса, 2030 йылға тиклем унда үҙгәрештәрҙең булыу-булмауын сәйәсәткә ошо йылдарҙа килгән кешеләр хәл итәсәк. Һүҙ ҙә юҡ, Украинаның биләмәләренең бер өлөшөн юғалтыуы һәм ил эсендәге ҡораллы бәрелештәр уларҙың сәйәси ҡарашына йоғонто яһаясаҡ. Шуға күрә улар иң беренсе бурыс итеп дәүләтте 1991 йылғы сиктәрҙә тергеҙеүҙе һәм үҙ бөтөнлөгөнә тыштан һәм эстән янауҙарҙы юҡҡа сығарыуҙы ҡуя. Был бурыстарҙы хәл итеүҙә ниндәй юлдар һайланһа, ул артабанғы Рәсәй-Украина мөнәсәбәттәренә лә, украин иленең киләсәгенә лә йоғонто яһаясаҡ.
Бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге йылдарынан уҡ украин хакимдар Рәсәй Федерацияһына төп хәрби хәүеф сығанағы тип ҡараны һәм үҙ именлеген тәьмин итерлек юлдар эҙләй башланы. 1992 йылда уҡ президент Леонид Кравчук Америка хакимиәтенә Украинаның ядро арсеналынан баш тартыуына алмаш итеп Көнбайыштың хәрби ярҙамын гарантиялау тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Шулай ҙа Көнбайыш ундай вәғәҙәне бирмәне, ә Киев, ситтән агрессияға тарыған хәлдә, унан хәрби ярҙамға иҫәп тота ине. Кравчуктан аҙаҡ та Украинаның һәммә президенттары НАТО менән хәрби-сәйәси хеҙмәттәшлекте ситтән янаған хәүефкә ҡаршы торорлоҡ берҙән-бер сара тип иҫәпләй килде.
Бында хәүефтең ҡайҙан килер икәнлеген уйлап баш ватаһы түгел, украин күршеләр ошо сифатта фәҡәт Рәсәйҙе генә күрә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ил Украинаның төп иҡтисади уҙаҡташы һәм уның финанс-сәйәси структураларының мөһим таянысы булып килде. Күршеләрҙең үҙҙәренсә “күп векторлы” сәйәсәте Рәсәй менән элемтәнән мөмкин ҡәҙәр күберәк иҡтисади отош алыуға һәм был мөнәсәбәттәрҙең башҡа өлкәләрен һанға һуҡмауға йүнәлтелгәйне.
Әсе хәҡиҡәтҠырым ярымутрауын күҙ асып йомған арала ғына Рәсәй юрисдикцияһына күсереү әлеге стратегияның хата булыуын раҫланы. Киевҡа Көнбайыштан бер кем дә ярҙамға ашыҡманы, украин сәйәсмәндәренә төкөрөктәренә сәсәй-сәсәй ярһырға, НАТО-ның шартлы вәғәҙәләре, АҠШ-тың аҙ-маҙ хәрби һәм финанс ярҙамы менән хушһынырға ғына ҡалды. Барак Обама хакимиәтенең 2014 йылғы Рәсәй-Украина низағына туранан-тура ҡыҫылырға, хатта ҡорал бирергә лә теләмәүе күп украин сәйәсмәндәре өсөн әсе хәҡиҡәт булды. Шул уҡ ваҡытта Донбасстағы баш күтәреүселәргә әүҙем ярҙам күрһәтеү Рәсәйҙе туранан-тура хәрби дошманға әйләндерҙе. Тураһын әйтеп һөйләшкәндә, Ҡырымды үҙ ҡанаты аҫтына алыу (Көнбайышта быны, ныҡышмалы рәүештә, “аннексия” тип атайҙар) Рәсәйҙең күршеләр биләмәләренә өлөшләтә генә дәғүә итеү тип ҡаралһа, танылмаған республикаларҙың Киевҡа ҡаршы хәрби хәрәкәттәрендә йәшерен рәүештә ҡатнашыуы Украина дәүләтселегенә етди янау тип баһалана.
Ваҡиғаларҙың ошо рәүешле дауам итеүе, беренсенән, Украинаның дәүләт структураларын тарҡата, икенсенән, ил иҡтисадын милитаризациялауға, ҡораллы төркөмдәрҙең иҡтисадҡа баҫым яһауына, илдең һәр йәһәттән үҫеүҙән туҡтауына килтерә. Дәүләттең былай ҙа наҡыҫ ресурстарын оборона маҡсаттарына йүнәлтеү фәҡирлектең көсәйеүенә, белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау сифатының насарайыуына, һөнәрле һәм булдыҡлы кешеләрҙең сит илдәргә сығып китеүенә сәбәпсе була. Йәнә бер етди ҡурҡыныс — демократия институттарының йоғонтоһо юғалыу, фекер төрлөлөгөнөң бөтөүе һәм авторитар идаралыҡтың ҡатыраҡ формаларының нығыныуы.
Америка Ҡушма Штаттарындағы Бейлор университетының сәйәси фәндәр департаменты доценты Сергей Куделя былай тип раҫлай: “Украина дәүләтенең тарҡалыу ҡурҡынысы украин власы өсөн дә, уның Көнбайыштағы уҙаҡташтары өсөн дә төп мәсьәлә булып ҡала. Нәҡ шуға күрә лә Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙың күп өлөшө АҠШ һәм Евросоюз тарафынан Донбасста әүҙем хәрби хәрәкәттәр башланғас ҡына индерелде”. Вашингтон бының менән юл ыңғай финанс саралары аша яңы украин хакимлығын реформалауҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен генә түгел, бәлки уның кадрҙар мәсьәләһендәге сәйәсәтен дә билдәләй башланы.
Бер үк ваҡытта Украинаның именлеген тәьмин итеүгә Америка ярҙамы бығаса күрелмәгән күләмгә етте. 2014 йылдан бирле ул Украинаға бер миллиард доллар самаһындай хәрби ярҙам күрһәтте. Был ошоға тиклем ике тиҫтә йыл бүленгән ярҙамдан ашып китә.
Дональд Трамп хакимлыҡҡа килгәс тә Ҡушма Штаттар Украинаның именлек өлкәһендә төп доноры булып ҡалды. Америка бер үк ваҡытта Донбасстағы низағты яйға һалыуҙа әүҙемлеген көсәйтте һәм дипломатик процеста Германия менән Франция башҡарып килгән бурыстарҙы үҙ ҡулына алды.
Туғандарҙың айырылыуы йөрәк ярылыуға тиңДөйөмләштереп әйткәндә, халыҡ-ара аналитиктарҙың фекере буйынса, Рәсәйгә ҡарата Украинаның яңы стратегияһы үҙ-ара бәйләнгән биш компоненттан ғибәрәт. Мин хәҙер, ябайлаштырып, уларҙың асылын еткерергә тырышырмын. Беренсеһе — Көнбайыш илдәрҙең санкцияларын һаҡлап ҡалыу һәм көсәйтә барыу юлы менән Мәскәүгә баҫым яһау.
Икенсеһе — Украинаның Рәсәй мәҙәни һәм мәғлүмәти йоғонтоһо аҫтынан мөмкин тиклем ситләшеүе. Был, йәнәһе, Кремлдең Украиналағы ижтимағи фекергә йоғонтоһон кәметәсәк.
Өсөнсө компонент — Рәсәйҙән туранан-тура килә торған энергия сығанаҡтарынан баш тартыу һәм, ошоноң менән, Кремлдең Украиналағы хакимлыҡҡа йоғонто яһауын һәм сәйәси элитаһын һатып алыуын сикләү.
Дүртенсеһе — ике яҡлы сәйәси һөйләшеүҙәрҙе туҡтатыу һәм юғары кимәлдәге осрашыуҙарҙы Көнбайыштағы союздаштар ҡатнашлығында ғына үткәреү. Һәм был ваҡытта осрашыуҙарҙа һүҙ украин дәүләтенең территориаль бөтөнлөгөн тергеҙеү мәсьәләләре менән сикләнергә тейеш.
Ниһайәт, бишенсе компонент — халыҡ-ара аренала Рәсәйҙе агрессор-дәүләт тип яманатын сығарыу һәм халыҡ-ара хоҡуҡи талаптар, мәғлүмәти кампаниялар һәм граждан акциялары ярҙамында уның абруйын ҡаҡшатыу.
Ләкин юғарыла һанап үтелгән компоненттарға ҡарамаҫтан, Украина Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙә стратегик йәһәттән бушаҡлығынан арына алмай, был кәмселекте Көнбайыштан килә торған хәрби инструкторҙар ҙа, Америка ҡоралдары ла ҡаплай алмай. Һәм Донбасстағы низағты яйға һалыуҙың Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәренә бәйләнгәнлеген дә иҫтән сығарырға ярамай. Ә был мөнәсәбәттәр “икенсе һалҡын һуғыш” хәленә барып етте. Пентагон Рәсәй һәм Ҡытай менән оҙайлы стратегик конкуренция тураһында иғлан итте, сөнки, йәнәһе, улар АҠШ-тың милли именлегенә һәм хәүефһеҙ йәшәүенә янай. Һөҙөмтәлә Украина ҙур ике дәүләттең йөҙгә-йөҙ килеүендә ҡорбан ғына булып ҡаласаҡ. Бындай юл менән барыу Мәскәүҙән тамам айырылыуға килтерәсәк.
Хәҙер, һүҙҙе йомғаҡлап, бер генә фекер өҫтәү фарыздыр. Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Александр Захарченко һәләк булды. Луганск Халыҡ Республикаһы башлығы Игорь Плотницкий — төрмәлә. Хәйер, Киев был эшмәкәрҙәр менән һөйләшеүҙәр өҫтәле янына ултырыуҙан барыбер баш тарта килде. Минск килешеүҙәре ғәмәлдә ҡағыҙ битендә генә ҡалды. Иосиф Кобзон мәрхүм интервьюларының береһендә: “Рәсәй Донбассты һис ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ”, — тип әйтте лә ул... Илебеҙҙә лә, Донбасста ла: “Рәсәй ниңә Көньяҡ Украинаға ғәскәрҙәрен индермәй? Тыныс халыҡ ҡырыла, яфалана бит?” — тигән тауыштар йыш ишетелә. Был аһ-зарҙарҙы аңларға ла мөмкин, ләкин Рәсәй етәкселәре Украинаның бүлгеләнеүен теләмәй, Донбассҡа ғәскәр ебәреү НАТО һәм АҠШ менән туранан-тура бәрелеш менән янай. Ә был кемгә кәрәк? Шуға күрә көтөргә, икенсе юлдар эҙләргә генә ҡала.
...Күренекле башҡорт шағиры Мәҡсүт Сөндөклө заманында Донбасста күмер аҡтарған, күп шиғырҙарын Украинаға, ошо төбәккә арнаған. Шуның өсөн Украина, Донбасс яҙмышы йөрәктәребеҙгә тынғы бирмәҫ инде. Туғандарҙың айырылыуы йөрәктәрҙең ярылыуы менән бер. Шуға күрә беҙ, моңайып, “Шахта” көйөн һаман һуҙабыҙ: “Беҙ айырылдыҡ та һарғайҙыҡ, айырылмаһын ҡалғандар...”