Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рөстәм Хәмитов: “Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ”
Рөстәм Хәмитов: “Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ”Башҡортостанға "Ҙур химия" килде: ошо исем менән Өфөлә халыҡ-ара форум асылды, быйыл ул икенсе тапҡыр ойошторола. Абруйлы сарала Рәсәй төбәктәре етәкселәре, Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм башҡа рәсми кешеләр, сит ил вәкилдәре, химия һәм нефтехимия сәнәғәте белгестәре – йәмғеһе 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Форум төбәктең индустриаль парктары һәм донъя химия баҙарының төп тенденциялары нигеҙендә дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү, Башҡортостандың нефть-газ химияһы комплексының үҫеш проблемалары һәм йүнәлештәре хаҡында фекер алышыу йәһәтенән ойошторолған. Стратегик программаға ярашлы, форумда республика компаниялары үҙҙәренең 2030 йылға тиклемге инвестиция проекттары менән таныштыра. Шулай уҡ технология һәм материал Рөстәм Хәмитов: “Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ”етештереүселәр заман талаптарына яуап биргән нефть һәм газ табыу, эшкәртеү ҡорамалдарын тәҡдим итте – Рәсәйҙең сәнәғәт комплексында уларға ихтыяж ҙур. Сара алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов "Интерфакс" агентлығына интервью бирҙе, уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
-Рөстәм Зәки улы, былтыр майҙа Өфөлә үткән «Ҙур химия» Халыҡ-ара форумы йомғаҡтарын нисек баһалайһығыҙ? Шул саҡтағы ниәттәрегеҙ тормошҡа аштымы?
-Форумдың мөһим һөҙөмтәләре күп. Беҙ республикала «Газпром Нефтехим Салауат» акционерҙар йәмғиәте базаһында Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәген ойоштороуға бәйле ҡарашыбыҙҙы белдерҙек, ҙур Нефть химияһы комплекстары тирәләй бәләкәй һәм уртаса предприятиелар ойоштороу буйынса аҙымдарҙы билдәләнек. Шулай уҡ тармаҡты сеймал менән тәьмин итеү мәсъәләһен тикшерҙек. Билдәле булыуынса, сеймал беҙҙә етерлек.
Рөстәм Хәмитов: “Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ”Былтыр, мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы «Каустик» менән «Газпром Нефтехим Салауат» араһындағы этилен бәхәсен яйға һалдыҡ.
Тәүге форум миндә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. «Ҙур химия» яҡшы фекер алышыу майҙансығына әүерелде, быйыл да бөтәһе лә юғары кимәлдә үтер, тип ышанам.
— Икенсе форум ниндәй бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә?
— Был юлы Волга буйы төбәктәренең һәм тотош Рәсәйҙең 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейешле инвестиция проекттары тикшереләсәк. Былтырғы Рөстәм Хәмитов: “Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ”форумды асыу тантанаһында кластерға бәйле ҡараш, предприятиелар менән төбәктәр араһындағы бәйләнештәрҙе тергеҙеү хаҡында һүҙ алып барғайным, әле лә ҡабатлап әйтәм — беҙ Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ. Баҙарҙағы бөтә субъекттар араһында үҙ-ара файҙалы, тәрән кооперация булырға тейеш.
Бында шулай уҡ нефть химияһы тармағындағы яңы технологиялар урын аласаҡ. Форумда ошо тема, әлбиттә, иң төп мәсьәләләрҙең береһе буласаҡ.
Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе быйыл айырыуса әһәмиәтле. Ошоға бәйле химиктарҙың да һорауҙары бар. Шуларҙың иң мөһиме — яңы шарттарҙа үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе нисек яҡларға? Билдәле булыуынса, ҡайһы бер сит ил компаниялары конкуренттарына ҡарата демпинг сәйәсәтен әүҙем үткәрә.
Был мәсьәлә бик мөһим. Әйтәйек, Стәрлетамаҡтың “Сода”һын алайыҡ — бөгөн ул Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә кальцийлы сода етештереү буйынса иң ҙур предприятие, Рәсәй баҙарының өстән ике өлөшөн тиерлек тәьмин итә. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү эҙемтәләре бында етди борсолоу тыуҙыра. Ул эске баҙарға Рөстәм Хәмитов: “Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ”сит ил продукцияһының күпләп ағылыуына килтерәсәк. Шулай була ҡалһа, “Сода”ны конкуренттары ныҡлы ҡыҫырыҡлауы ихтимал. Быларҙың барыһы ла предприятиеның рентабеллегенә, ахыр сиктә, республика бюджетына индерелгән һалым бүлемдәре күләменә йоғонто яһаясаҡ.
Предприятие етәкселәре һәм белгестәре менән берлектә, шул иҫәптән “Ҙур химия”ла тикшереп, мәсьәләне хәл итеү сараһын табырға тырышасаҡбыҙ. “Сода”ның эске баҙарҙа тотҡан урынын юғалтыуға юл ҡуйырға ярамай.
— Рөстәм Зәки улы, 2012 йыл республикала нефть химияһы кластерҙарын ойоштороу проекттарын тормошҡа ашырыуҙың тәүге йылы буласаҡ, тип күҙалланғайны. Уларға ниндәй проекттар инә? Әле улар ниндәй кимәлдә, инвесторы кем?
— Башҡортостанда Салауат — Стәрлетамаҡ узелы биләмәһендә кластер ойоштороу проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Әле “Газпром Нефтехим Салауат” йылына 380 мең тонна этилен етештереү ҡеүәтенә эйә булған ҡоролманы реконструкциялай. Эш 2015 йылға тамамланасаҡ. Киләһе этапта ҡеүәте йылына 600 мең тонна тәшкил иткән яңы ҡоролма ҡуйыу күҙаллана. Ул сафҡа индерелгәндән һуң 2018 йылда этилен-пропилен сығарыу күләме 1 миллион тоннаға еткереләсәк. Проекттың төп инвесторы — “Газпром”.
“Газпром Нефтехим Салауат” менән Стәрлетамаҡтың “Каустик” йәмғиәте араһында яңы этилен үткәргес төҙөү буйынса икенсе мөһим проект этиленға бәйле күптәнгеРөстәм Хәмитов: “Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ” бәхәсте сисеүгә йүнәлтелә. Был проект экспертизаны уңышлы үтте, төҙөлөш эштәре башланды. Инвесторы “Каустик” булды.
Бер үк ваҡытта беҙ башҡа йүнәлештәрҙә лә әүҙем эшләйбеҙ. Атап әйткәндә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш һәм Төбәктәр үҫеше министрлыҡтары үткәргән конкурста ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләнде. Уның һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе төбәктәр үҙ кластерҙарының инфраструктураһын үҫтереүгә, йәғни ҙур проекттар эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереүгә, кәрәкле объекттар, юлдар һалыуға, коммуникация үткәреүгә һәм башҡаларға федераль ҡаҙнанан субсидия аласаҡ. Беҙҙең республиканан конкурста өс проект ҡатнашасаҡ, шуларҙың икәүһе нефть химияһы менән бәйле. Тәүгеһе, алдараҡ әйтеп үтеүемсә, Салауат — Стәрлетамаҡ предприятиелары базаһында нефть химияһы кластерын, икенсеһе промысла машиналары эшләү кластерын ойоштороуға ҡағыла.
— Башҡортостандағы иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе булған “Полиэф” тирәләй индустриаль парк төҙөлә башланы. Был проектҡа күпме инвестиция һалыу күҙаллана, ул ниндәй сығанаҡтарҙан финансланасаҡ? Төп продукция номенклатураһы билдәләндеме?
— Беҙ полимер материалдар быуатында йәшәйбеҙ. Көндәлек тормошта уратып алған әйберҙәрҙең күбеһе заманса полимерҙан эшләнгән. Алға киткән илдәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, уларҙы файҙаланыу кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу өсөн мөһим шарт булып тора. Был йүнәлештең киләсәге ҙур һәм беҙ республикала уны үҫтерергә ниәтләйбеҙ.
“Полиэф” базаһында индустриаль парк ойошторола. Беҙ быға әүҙем булышлыҡ итәбеҙ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 180 миллион һум самаһы инвестиция кәрәк. Ул дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә финансланасаҡ.
Киләсәктә бында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре йәлеп ителәсәк. Улар өҫтәмә хаҡы юғары булған продукция — сүс, аҙыҡ-түлек пленкаһы, пластика, шулай уҡ төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр сығарасаҡ. Бының өсөн предприятиеның инфраструктураһы файҙаланыласаҡ.
— Урал — Волга буйы предприятиелары сеймалға ҡытлыҡ кисергәнгә күрә, Башҡортостан менән Татарстан “Көнбайыш Себер — Урал — Волга буйы” продукт үткәргесен төҙөү концессияһын ойоштороу башланғысын күтәреп сыҡҡайны. Тәүге “Ҙур химия” форумында ике республика биләмәһендә продукт үткәргесен һалыу тәҡдиме индерелеп, ил Хөкүмәтенә, Энергетика министрлығына ебәрелгәйне. Ул хупландымы?
— Ошо йүнәлештәге эште дауам итәбеҙ. Әле Татарстан Президенты менән берлектә Владимир Владимирович Путин исеменә мөрәжәғәт әҙерләйбеҙ, унда продукт үткәргесен төҙөүҙе хуплау ғына түгел, шулай уҡ тармаҡтағы хәлгә анализ яһау һәм үҫеш стратегияһын эшләү буйынса кәңәшмә үткәреү тәҡдиме бар. Проблемалар күп. Мәҫәлән, еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын (ШФЛУ) ташыу өсөн продукт үткәргестең оҙонлоғо беҙҙең илдә ни бары 2 мең километр тәшкил итә, ә АҠШ-та — 128 мең километрҙан ашыу. Был — стратегик мәсьәлә. Беҙҙеңсә, Көнбайыш Себер һәм Каспий яны нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе иҫәпкә алып, магистраль продукт үткәргестәрҙең дәүләт селтәрен ойошторорға кәрәк. Ошо селтәр ярҙамында яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
— Продукт үткәргесе проекты буйынса әлеге хәлде нисек баһалайһығыҙ?
— Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы белгестәренән торған эш төркөмө проекттың техник-иҡтисади нигеҙҙәрен әҙерләү менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡарай. Был — ҙур күләмле эш. Уға махсус ғилми һәм проект институттары йәлеп ителәсәк. Ошондай нигеҙҙәр әҙер булғандан һуң ғына Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең проектты хуплауына иҫәп тота алабыҙ. Киләһе бер нисә айҙа аныҡ һандар донъя күрергә тейеш.
Ҡабатлап әйтәм: эшкәртеүсе заводтарыбыҙҙың эшен тәьмин итеү өсөн Волга буйы төбәгенә сеймал ташыу зарурлығы ҙур.
— Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа республика Федераль үҙәктең финанс ярҙамына иҫәп тота аламы?
— Бер нисә төбәк мәнфәғәтенә ҡағылған инфраструктура проекты булғанға күрә, минеңсә, беҙ быға хаҡлыбыҙ. Иҡтисади һөҙөмтәлелеген, үҙ-үҙен аҡлаясағын сағылдырған күрһәткестәр тәҡдим ителгәндән һуң ул дәүләт яғынан хуплау табыр, тип ышанам.
Ошондай ҙур проекттарҙың маҡсаты — илебеҙҙәге бөтә нефть һәм газ химияһы тармағының ҡеүәтен арттырыу.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә