Граждандар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев “тура бәйләнеш”тә алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Республика халҡы сарала әүҙем ҡатнашты, телефон бер минутҡа ла тынманы. Өфө, Күмертау ҡалаларынан, Бөрө, Дүртөйлө, Шишмә, Туймазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан шылтыратыуҙар булды, егерменән ашыу һорау бирелде. Шылтыратыусылар һайлау участкаһын нисек табыу, өйҙә тауыш биреү, һайлау исемлегендә фамилияң булмаған осраҡта нимә эшләргә кәрәклеге, дауаханала ятҡанда нисек тауыш биреү мөмкинлеге кеүек үҙенсәлектәр менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ сит өлкәлә йәшәгән һәм эшләгән ватандаштарыбыҙ ҙа республикала үтәсәк һайлау барышы, уның тәртибенә ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Марина Г., Күмертау ҡалаһы:
– Яңыраҡ ҡына икенсе урынға йәшәргә күстек, һайлау участкаһының ҡайҙа икәнлеген белмәйем. Нисек табырға?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Үҙәк һайлау комиссияһының сайтындағы “Үҙеңдең участкаңды тап” эҙләү системаһын файҙаланырға саҡырам. Унда йәшәгән урынығыҙҙың адресы: ҡала йәки районы, ауыл, урам исеме һәм өйөгөҙҙөң һаны буйынса ҡайҙа һәм ниндәй участкала тауыш бирә алыуығыҙ хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Лилиә М., Өфө ҡалаһы:
– Баш ҡалала йәшәйем, 9 сентябрҙә ауылға ҡайтам. Ундағы участкала һайларға мөмкинме?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Паспортта теркәлгән адресығыҙ буйынса тауыш бирә алмаһағыҙ, командировкала, ялда булған башҡа ерҙә лә һайлау хоҡуғы менән файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн 6 сентябргә тиклем барасаҡ урындағы һайлау участкаһындағы исемлеккә индерһендәр өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Уның буйынса үҙегеҙ теләгән территориаль һайлау комиссияһына, күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, ә 29 августан участка һайлау комиссиялары ла бындай ғаризаларҙы ҡабул итә. Бының өсөн паспортығыҙ булыуы мотлаҡ. Шуны ла иғтибарҙан сығармағыҙ: ғариза яҙғансы, һайлауға барасаҡ участканың теүәл адресын асыҡларға кәрәк. Махсус әҙерлек үткән операторҙар был йәһәттән һеҙгә ярҙам итер.
Гүзәл М., Өфө ҡалаһы:
– Әгәр ҙә барасаҡ урыным буйынса 6 сентябргә тиклем ғариза яҙып өлгөрмәһәм, нимә эшләргә?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Был осраҡта барған урынығыҙҙа һайлаусылар исемлегенә индереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Ул ғаризаны 6–7 сентябрҙә – 16-нан 20.00 сәғәткә, 8 сентябрҙә 9-ҙан 13.00 сәғәткә тиклем тапшырырға кәрәк. Был ғариза һайлаусыла ҡалдырыла һәм тауыш биргән көндә һайлау участкаһында алына. Бланк һаҡлау билдәһе – марка менән эшләнгән.
Альберт Г., Белорет районы:
– Аңлауымса, был һайлауҙа республика эсендә генә тауыш бирә алабыҙ?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Эйе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайлауында “мобиль һайлаусы“ технологиялары тик республикала ғына ғәмәлдә. Мәҫәлән, әгәр Себерҙә йәки башҡа төбәктә вахтала эштә булһағыҙ, һайлауҙа тауыш бирә алмайһығыҙ. Шулай уҡ республиканың ҡайһы округында тауыш биреүегеҙ ҙә әһәмиәткә эйә. Үҙегеҙ теркәлгән округта булып та, ауылығыҙҙан ситтә тауыш бирергә тура килһә, һеҙ партия исемлеге буйынса ла, бер мандатлы округ буйынса аныҡ кандидат өсөн дә тауыш бирә алаһығыҙ. Һайлаған урынығыҙ икенсе округта булһа, һеҙгә партия исемлеге буйынса бер генә бюллетень биреләсәк.
Иван С., Өфө ҡалаһы:
– Был юлы һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) күп ҡулланыласаҡ тип ишеттем. Был нимә менән бәйле?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Республикала үткән һайлауҙа 811 КОИБ файҙаланыласаҡ. Әле Рәсәйҙең һайлау үтәсәк 42 төбәге араһында бындай комплекстар ҡулланыу буйынса Мәскәү өлкәһе һәм ҡалаһынан ҡалып, беҙҙең республика өсөнсө урында тора. Комплекстарҙы файҙаланыу участка комиссияһы ағзаларының эшен, һөҙөмтә сығарыуҙы еңеләйтә, хата ебәреүгә лә юл ҡуймаясаҡ.
Заһира Б., Шишмә районы:
– Һайлауҙа ҡатнашҡан кандидаттар, партиялар тураһында ҡайҙан мәғлүмәт алырға була?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Улар тураһындағы мәғлүмәтте һайлауҙа ҡатнашҡан округ, территориаль һайлау комиссияларҙа белә алаһығыҙ, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында ла бар. Кандидаттар тураһында мәғлүмәт участка комиссияһы стендына ҡуйыла, шулай уҡ унда “Республика Башкортостан” гәзитенең ошо хаҡта махсус сығарылыш һаны ла бар.
Татьяна И., Өфө ҡалаһы:
– Исемлектә фамилия булмаһа, нимә эшләргә?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Үҙең тураһындағы мәғлүмәтте тауыш биреүселәр исемлегендә асыҡларға була. Ғәҙәттә, Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусыға саҡырыу ҡағыҙы ебәрә. Исемдә, мәғлүмәттәрҙә хата булһа, граждан яҙма рәүештә һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеп, хатаны төҙәттерергә, үҙен исемлеккә өҫтәп яҙҙыртырға тейеш. Бындай ғаризалар 24 сәғәттә ҡарала, ә Һайлау көнөндә – ике сәғәт эсендә. Паспортта теркәлгән адрес буйынса территориаль һайлау участкаһына мөрәжәғәт иткәндә, участка һайлау комиссияһы һайлаусының ғаризаһы буйынса тиҙ генә сара күрә.
Максим Г., Өфө районы:
– 45 йәш тулыуға бәйле паспортымды алыштырыу өсөн тапшырҙым. Һайлауҙа хәрби билетты йәки водитель танытмаһын күрһәтә аламмы?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Был саҡта Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуығыҙҙы дәлилләгән ваҡытлыса танытманы күрһәтергә кәрәк. Хәрби билет йәки водитель танытмаһы менән килгән саҡта һайлау бюллетене бирелмәй.
Наталья С., Өфө ҡалаһы:
– Кемдәр өйҙә һайлау хоҡуғына эйә? Ниндәй нигеҙҙә бындай мөрәжәғәтте кире ҡағыуҙары ихтимал?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Законға ярашлы, кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында һайлауға килә алмағандар өйҙә тауыш биреү хоҡуғына эйә. Участка һайлау комиссияһы ике осраҡта кире яуап бирә: килә алмау сәбәбен ышандырырлыҡ тип тапмаһа һәм был хаҡта һайлау тамамланыуға дүрт сәғәт ҡалғас белдерһәләр.
Рәйлә К., Туймазы районы:
– Беҙҙең ауылда һайлау участкаһы юҡ, Президент һайлауында автобус бүлделәр. Был юлы ла ошо уңайлыҡтар булырмы?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Беҙ урындағы үҙидара органдарына ошондай һайлау участкалары өсөн өҫтәмә йәмәғәт транспорты бүлеүҙе ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт иттек. Был транспорт даими йәки бөтөнләй йөрөмәгән осраҡҡа ҡағыла. Урындағы власть органдары был саҡта өҫтәмә сара күреп, һайлаусыны участкаға алып килеүҙе яйға һала.
Салауат Х., Ҡырмыҫҡалы районы:
– Һайлау бюллетенен тултырғанда хата ебәрһәм, нимә эшләргә?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Был осраҡта участка һайлау комиссияһының хәл итеү тауышына эйә булған ағзаһына боҙолған бюллетенгә алмашҡа яңыһын биреүҙе һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул яңы бланк бирә һәм исемлектәге һайлаусының фамилияһы тапҡырына билдә ҡуя. Боҙолған бюллетендә лә тейешле яҙыу ҡуйыла һәм уны участка комиссияһы секретары ҡул ҡуйып раҫлай. Яраҡһыҙ бюллетень юҡҡа сығарыла.
Лилиә Ғ., Дүртөйлө ҡалаһы:
– Беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашам. Ручка ҡараһының ниндәй төҫтә булыуы әһәмиәтлеме? Тауыш биргәндә бюллетендә үҙең теләгән билдәне ҡуйырға мөмкинме? Тауыш биреү кабинаһына дуҫым менән инергә яраймы?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Һәр бюллетендә уны тултырыу ҡағиҙәһе тураһында аңлатма бар. Һайлаған кандидат тапҡырындағы буш квадратҡа үҙегеҙ теләгән билдәне ҡуя алаһығыҙ.
Һайлауҙа тауыш биреү йәшерен булғас, граждан теләген белдергәндә күҙәтеү булмаһын өсөн, кабинаға яңғыҙ инергә тейеш. Законға ярашлы, унда сит кешеләрҙең булыуы тыйыла.
Ручка ҡараһының төҫө әһәмиәткә эйә түгел. Кабиналарҙа ручкалар бар. Һайлау кабинаһында ҡәләм ҡалдырыу һәм уның менән бюллетенде тултырыу ҡәтғи тыйыла.
Иван С., Күмертау ҡалаһы:
– Режим объектында эшләйем. Эш көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шуға ла һайлауға бара алмайым. Беҙгә нимә эшләргә?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Был мәсьәләне хәл итеүҙең ике юлы бар. Беренсеһе – ошондай һайулаусылар күп булып, бер урында йәшәһә, участка һайлау комиссияһы эш ваҡытын иртәрәк башлай ала. Икенсеһе – эш биреүсе хеҙмәт режимын үҙгәртә йәки ҡыҫҡарта ала.
Елена Т., Өфө ҡалаһы:
– Һайлау көнөндә дауаханала буласаҡмын. Минең һайлауҙы ҡалдырғаным юҡ һәм әле лә ситтә ҡалғым килмәй...
Х. ВӘЛИЕВ:
– “Мобиль һайлаусы” системаһын файҙаланып, үҙегеҙҙе дауахана урынлашҡан биләмәләге һайлау участкаһында беркетергә һәм тауыш биреүгә ғариза яҙырға кәрәк. Әгәр ҙә ундай мөмкинлек булмаһа, һайлаусының комиссияға яҙған шәхси ғаризаһы нигеҙендә (14 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса), граждан ваҡытлыса булған урынында – дауаханала һайлау хоҡуғын ала.
Светлана К., Өфө ҡалаһы:
– Һайлауҙа күҙәтеүсе булғым килә. Бының өсөн нимә талап ителә?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Күҙәтеүсене теркәлгән кандидат йәки кандидаттар исемлегенә теркәлгән һайлау берекмәһе ҡуя. Күҙәтеүсе һайлау ҡануниәтен белергә, тауыш биреү тәртибе һәм һөҙөмтә сығарыу эше менән таныш булырға тейеш. Шунһыҙ ул үҙ бурысын урынына еткереп үтәй алмаясаҡ. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында күҙәтеүселәр өсөн методик материалдар ҡуйылған махсус бүлек бар. Ҡайһы бер партиялар улар өсөн ҡыҫҡа курстар ҙа ойоштора.
Анастасия Ф., Өфө ҡалаһы:
– Беҙҙең подъезд ишегенә агитация материалын йәбештергәндәр. Был законға ярашлымы?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Күсемһеҙ милек объекттарына агитация материалдарын йәбештереү өсөн уның хужаларынан рөхсәт алырға кәрәк. Әгәр ҙә ул рөхсәтһеҙ атҡарылған булһа, Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.12 статьяһы буйынса штраф һалыу ҡаралған.
Гөлнара И., Өфө ҡалаһы:
– Һайлау участкаларында видеокүҙәтеү буламы?
Х. ВӘЛИЕВ:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, видеокүҙәтеүҙе ойоштороу ҙур финанс сығымдар талап итә. Ошоға бәйле, был һайлауҙа улар булмаясаҡ.
Әммә күҙәтеү камераларының юҡлығы һайлау барышына ныҡлы тәьҫир итә тип уйлау урынһыҙ. Беренсенән, һайлаусыларҙың яртыһы КОИБ-тар файҙаланылған участкаларҙа тауыш бирәсәк. Икенсенән, һайлау биналарында кандидаттарҙың һәм партияларҙың күҙәтеүселәре күп буласаҡ. Улар теркәү саралары менән яҡшы ҡоралланған. Ғөмүмән, һайлау комиссияһы ағзаларының намыҫлы булыуҙарында шигем юҡ.
Әйткәндәй, республика Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу телефон” әле лә эшләй. Һайлауға ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-347-54-54 һандарына шылтырата алаһығыҙ.