Азияның төпкөл төбәгендә ятҡан был дәүләт тиҫтәләрсә йылдар телебеҙҙән дә төшмәне, күҙ алдыбыҙҙан да китмәне шикелле. Шулай булмайынса, сөнки тауҙар илен күптәребеҙ барып күрмәһә лә, “афғандарҙың” байтағы әле лә арабыҙҙа йөрөй. Сәстәренә көлмө, ҡармы төшкән, байрам көндәрендә пинжәктәрендә орден-миҙалдар балҡыған ир-азаматтар 1979 йылдан алып ун йыл буйы Афғанстан илендә һуғыш алып барғас, үҙҙәрен “афғандар” тип атай. Беҙ ҙә шуға өйрәнгәнбеҙ. 40-сы Совет Армияһын 1989 йылда уның командующийы генерал-лейтенант Борис Всеволодович Громов Амударъя күпере аша Үзбәкстанға алып сыҡҡандан аҙаҡ, Афғанстан телдә һирәкләнә, хәтерҙә һүрелә лә башлағайны инде. Бары төпсөр телевидение журналистары, кинорежиссерҙар афған темаһын онотторманы. Кинофильм кадрҙарында Афғанстан ере асманға олғашҡан ҡаялар, ҡомло сүллектәр, йәнһеҙ-шыҡһыҙ ер һәм, әлбиттә, салмалы башкиҫәрҙәр донъяһы булып күҙ алдына баҫа. Был ғына боронғо, бай мәҙәниәтле, бик күп ҡәүемдәрҙе үҙенә һыйындырған ил тураһында бер нимә лә һөйләмәй. Афғанстанда һуғыш барған йылдарҙа ла Үҙәк телевидениеның махсус хәбәрсеһе, халыҡ араһында “Генштаб һандуғасы” тигән исем алған Михаил Лещинскийҙың репортаждарында ла, гел тип әйтерлек, сәйәси йә хәрби шәхестәр, тауҙар, ҡорал күрҙек, “интернациональ бурыс” тураһында сафсата ишеттек. Ил, уның хужалығы, халҡының көнитмеше телекадрға, ғәҙәттә, инмәй ҡалды. Ҡыҫҡаһы, ишетеп-күргән һымаҡ булһаҡ та, Афғанстан әле булһа “terrа incognita” рәүешендә.
Бына йәнә Афғанстан күп дәүләттәр етәкселәренең, сәйәси һәм хәрби эшмәкәрҙәрҙең, политолог, күҙәтеүселәрҙең теленән төшмәй. Ни булды һуң?
Ил Азияның төпкөл яғында ята тип раҫлау бигүк дөрөҫ тә түгелдер. Ул Урта Көнсығыш менән Урта Азия тоташҡан, күп мәртәбәле дәүләттәрҙең күҙен ҡыҙҙырған геостратегик урында ята. Афғанстандан Ҡытай, Һиндостан кеүек гиганттар ҙа, Американың зитына тейгән Иран да алыҫ түгел, ә Рәсәй иһә ҡул һуҙымы самаһындай ғына ерҙә. Был төбәккә борон замандарҙа монголдар ҙа, Александр Македонский ҙа, ҡытайҙар менән Аҡһаҡ Тимер ҙә, әлбиттә, инглиздәр ҙә ҡаныҡҡан. Инглиздәрҙең: “Бүлгелә лә хакимлыҡ ит” тигән девизы был күп милләтле төбәк өсөн ифрат ҡулай тура килгән инде.
Тарихҡа сумып, Афғанстандың йәш Совет республикаһын беренсе булып таныуын, В.И. Лениндың ошо дәүләт хакимы Аманулла ханға делегация ебәреүе тураһында күптән мәғлүм хәбәрҙәрҙе сурытып тороу кәрәкмәҫ. Илгә ҡағылышлы яңы һәм өр-яңы ваҡиғалар ҡыҙыҡлыраҡ та, халыҡ-ара сәйәсәткә бүтәнсәрәк ҡарарға ла мәжбүр итә.
Афғанстан — тауҙар иле, уның биштән дүрт өлөшөн иң бейек сусағы 7455 метрға еткән гигант Гиндукуш, бүтән һырттар биләп тора. Уйһыулыҡтар, баҫыусылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнер ерҙәр аҙ. Күп майҙандар, һәр даим ҡоролоҡ арҡаһында, һуғарыу талап итә. Уның ҡарауы, илдә ҡаҙылма байлыҡ күп кенә. Тимер, көмөш, лазурит, ҡара ҡурғаш, баҡыр ятҡылыҡтарын йөҙҙәрсә йыл буйы файҙаланғандар. Хәҙер дәүләт етәкселеге, өҙлөкһөҙ барған һуғыштарға ҡарамаҫтан, нефть, газ, мәғдән запастарын эҙләүгә иғтибар бүлә. Ләкин тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылған низағ бейек тауҙар, юлдарҙың, бүтән инфраструктура объекттарының булмауы илде индустрия йәһәтенән үҫтереүгә ҡамасаулай. Оҙайлы бола Афғанстанда мәғариф, юғары белем биреү системаһын булдырыуға форсат бирмәне. Бында бер нисә быуын үҫмерҙәр китаптың нимә икәнен белмәй, улар атырға, үлтерергә генә оҫтарған, күпселеге наркотиктар плантацияларында ҡол хеҙмәтен үтәй.
Хәҙер мөһим бер нәмәгә иғтибар итәйек. Афғанстан — күп милләтле ил, халыҡ иҫәбен алыу хан замандан үткәрелмәгәс, дәүләттә нисә миллион кеше йәшәүен аныҡ ҡына әйтеүе ауыр. Халыҡтың 55 процент самаһын афғандар, йәки, бүтәнсә әйткәндә, пуштундар, тәшкил итә. Тажиктар — 19 процент, артабан, туғыҙ процент менән үзбәктәр, хазарейҙар ҙа байтаҡ, сараймаҡтар, төркмәндәр өс-дүрт процентҡа яҡын. Беҙҙең өсөн иң мөһиме һәм һағайтырға тейешле хәл — тажиктар, үзбәктәр, төркмәндәр һәм ҡырғыҙҙарҙың ошо ҡәүемдәр йәшәгән мөстәҡил дәүләттәр сигендә тупланып көн күреүҙәре.
Хәтерҙә, совет хәрби контингенты Афғанстанда һуғыш алып барғанда, беҙҙең командованиеның зитына иң тейгән кешеләрҙең береһе ғәжәп талантлы командир, белеме буйынса мөғәллим, тажик милләтле Әхмәтшаһ Мәсүд булды. Әхмәтшаһты, уның отрядтары эш иткән тауҙар атамаһы менән “Панджшер юлбарыҫы” тип йөрөттөләр һәм ул нығынған урындарҙы совет ғәскәрҙәре штурм менән дә һис ала алманы. Ахыр килеп, легендар тажик американдар тарафынан ебәрелгән террорсы ҡулынан һәләк булды.
Афғанстанда күп йылдар барған буталсыҡ ваҡиғаларҙа һәм граждандар һуғышында милләте буйынса үзбәк генерал Рәшит Дустум һиҙелерлек урын биләне. Абруйлы генерал үҙәк хөкүмәткә лә, болаларға һәр даим янар яғыулыҡ өҫтәп торған Көнбайышҡа ла, Афғанстандың һүрелмәҫ дошманы булған Пакистанға ла буй биреп барманы, илдәге ваҡиғаларға үҙ ҡарашы бар ине. Ҡулы аҫтындағы тос ҡына ҡораллы көстө генерал Дустум Афғанстандың төньяҡ-көнбайышындағы, йәғни беҙҙең ил менән сиктәш урындағы, сәйәси һәм хәрби хәлде тотороҡло һаҡлауға йүнәлтте. Әйткәндәй, Дустум Совет хөкүмәте менән бәйләнештә булды, СССР үҙ яғынан беҙгә теләктәш генералға һәр төрлө ярҙам күрһәтеп торҙо. Үзбәктәрҙән тупланған ошо ғәскәрҙәр Афғанстан — Советтар Союзы сиген үҙ ваҡытында көньяҡтан һаҡлаусы ҡалҡан ине.
Совет ғәскәрҙәренең күрше илде ҡалдырып сығыуынан һуң Амударъя, Пяндж йылғаларынан диңгеҙ хәтлем һыу аҡты, Гиндукуш ҡаялары әлегә ҡымшанмаһа ла, уларҙың боҙлоҡтары ла иреп ҡороша баралыр. Тауҙар, һыуҙар шулай ҙа бигүк үҙгәреш кисермәһә лә, Афғанстан эске тормошта һиллеккә барыбер эйә була алманы. Унда афғандарҙың, бер-береһенән этник яҡтан бүленеп, үҙ-ара һуғышы дауам итте. Байтаҡ йылдар хасил булып, сәйәси хәрәкәттән хәрби-административ ҡоролошҡа әүерелгән “Талибан” (ғәрәпсәнән килеп ингән һүҙ эҙләүсе, талап итеүсе, шәкерт, уҡыусы мәғәнәһендә йөрөй) һаман урта быуаттар ҡанундары менән йәшәгән илгә, исеме есеменә тап килеп, мәғрифәт рухын алып килер тигән өмөт уяна биреп ҡуйғайны. Ләкин был хәрәкәт тә хакимлыҡ өсөн көрәшкә, граждандар һуғышына ҡушылып китте.
Уғаса Афғанстандың тәүге президенты Нур Мөхәммәт Тараҡи беҙҙең илгә рәсми визиты ваҡытында вафат булды. Уның урынына хакимлыҡҡа килгән Хафизулла Әминде, Көнбайыш менән әшнәләшә башлағас, беҙҙекеләр бәреп төшөрөп, үҙен һарайында уҡ юҡ итте, Чехословакияла илсе булып эшләгән, тыңлаусан ғына Бабраҡ Кармаль етәкселек итергә маташты, уны СССР етәкселәренең ауыҙына ҡарап торған нәҫел үгеҙе кеүек таҙа кәүҙәле Нәжибулла алмаштырҙы. Баш күтәргән фанатиктар был ирҙе резиденцияһының ҡапҡа башына аҫып китте.
Ғөмүмән, Афғанстан ахыры күренмәгән һуғыш, юлбаҫарлыҡ, наркотиктар эсендә, дәүләтселеген, идара итеү һәләтен ғәмәлдә юғалтып, хәҙер американдар ҡоралына ғына ышыҡланып йәшәй.
Артабан был ил менән ни булыр? Һәм был риторик һорау ғына түгел. Урта Азия дәүләттәрен, күптән түгел беҙҙең туғандаш булған республикаларҙы йылғалар ғына айырып ятҡас һәм бөгөнгө мөстәҡил дәүләттәр сиктең ышаныслы булыуын ғәмәлдә тәьмин итә алмағас, Афғанстандағы хәлдәрҙең ҡайһы яҡҡа тайшаныуы борсомай ҡалмай. Дөрөҫөрәге, был төбәктәге хәрби-сәйәси тормош Рәсәй Федерацияһы етәкселегендә етди хәүефләнеү уятты. 2001 йылдан, Бөтә донъя сауҙа үҙәгенә террористик һөжүмдән һуң, Афғанстанға индерелгән һәм хәҙер шунда оҙаҡҡа төпләнгән американ ғәскәрҙәре лә унда тотороҡло дәүләт булдырыу йәһәтенән бер ни ҙә ҡыла алманы. Киреһенсә, американдар килгәне бирле Афғанстандан наркотиктар ағымы бермә-бер көсәйҙе. Был ағыу Европаға, Көньяҡ-Көнсығыш Азияға, Рәсәйгә лә күпләп үтеп инә.
Шуны ла өҫтәү фарыздыр, ислам ҡурҡынысы сәбәпле, Афғанстанға Советтар Союзы ғәскәр ебәрһә лә, ул һуғыш хәрәкәттәре генә алып барманы, беҙҙекеләр унда иҡтисад булдырҙы, сәнәғәт предприятиелары төҙөнө, мәғариф системаһын яйға һалды. АҠШ-тың бурысы бүтәнсә — улар ғәмәлдә илде емерҙе. Хәйер, Яҡын Көнсығыштың күп дәүләттәренең яҙмышы шуға оҡшаш.
Һәм бына Сүриәлә, Ираҡта, Американың ике йөҙлө, мәкерле сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, беҙҙә тыйылған Ислам дәүләте бандаларының төп көстәрен Рәсәй ярҙамы менән Сүриә Республикаһы армияһы ҡыйратты, яңыраҡ ҡына дәһшәтле булған боевиктар (ғәжәпкә ҡаршы, байтағы ғаиләләре менән) өлөшләтә Төньяҡ Африка дәүләттәренә, ә бик күбе Афғанстанға күсте. Быны ла, ИГИЛ-ды үҙ маҡсаттарында артабан да файҙаланыу ниәте менән, Америка ойошторған, тигән хәбәр бар. АҠШ-тың мәкерле сәйәсәт алып барыуын хәтерҙә тотҡанда, уның буш хәбәр булмауы ла ихтимал. Һәр хәлдә, Рәсәй Федерацияһының Именлек советы секретары Николай Патрушев белдереүенсә, Афғанстандың төньяғында, Урта Азия дәүләттәренә яҡын ғына, 15-20 мең самаһы боевик тупланған. Ҡораллы, әҙерлекле, һуғыш тәжрибәһенә эйә булған, миһырбанлылыҡты белмәгән дошман ғәскәре. Был бандалар башлыҡтарының ниәттәрен белеүселәр табылыр, тип ышанайыҡ.
Әммә шуныһы, Урта Азия дәүләттәре етәкселәре бөгөн ниндәй кәйефтә? Илдәренең именлегенә нимә янағанын аныҡ ҡына күҙ алдына килтерәме? Әлегә Төркмәнстан президенты Ҡорбанғәли Бирҙемөхәмәтовтың һәр даим Көнбайышҡа ҡарауы, Тажикстан етәксеһе Эмомали Рахмондың Иранға тартылыуы (тарих, телдәр, мәҙәниәттәр яҡынлығы), Ҡырғыҙстандың Алмазбәк Атамбаевҡа алмашҡа килгән етәкселәренең башкөллө Ҡытайға һөйкәлеүе мәғлүм. Ваҡиғалар ҡуйырып китһә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан президенттары хәлде ҡулдан ысҡындырмаҫмы? Һәр хәлдә, нәүбәттәге һынауҙың йәнә Рәсәйгә, уның армияһына төшәсәге көн кеүек асыҡ. Юғарыла Афғанстанда күп һанлы тажик, үзбәк, төркмән, ҡырғыҙ ҡәүемдәре төркөмдәренең йәшәүен әйткәйнем. Аҫҡа һыу ингән саҡта уларҙың боевиктарға ҡушылмаҫына кем вәғәҙә бирә ала?
...Ошонда аҡыллы бер кешенең әйткәне хәтергә килде. Иҫәр менән томананың биш билдәһе була: сәбәпһеҙ-ниһеҙ асыуы ҡабара, нимә өсөндөр ҡылығы үҙгәрә, үҙенә ҡағылмаған нәмәгә ҡыҫыла, кем уға яҡшылыҡ теләгәнен һәм кем яуызлыҡ эшләгәнен айыра алмай.
Ҡушма Штаттар етәкселәре шулаймы ла, Афғанстандағы бөгөнгө хужаларға был ишара яһаумы? Һығымтаһын инде үҙегеҙ яһағыҙ.