Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Власть – кешеләр өсөн
Власть – кешеләр өсөнБаш ҡалала Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәренең VII съезы үтте. Сарала республика муниципалитеттары вәкилдәренән тыш төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.

Урындағы үҙидара көнөнә арналған съезд башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов тематик күргәҙмә менән танышты. Уларҙы “Ғаилә” район-ара үҙәктәре ойошторғайны. Билдәле булыуынса, республикалағы ошондай һигеҙ ойошма ғаиләләргә һәм балаларға, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға социаль ярҙам күрһәтә, тематик тренингтар, консультациялар ойоштора, ғаилә мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә, тәрбиәүи, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға һәм таратыуға ҡоролған мәҙәни-ижтимағи саралар үткәрә. Үҙәк белгестәре төбәк Башлығын тормошҡа ашырылыусы проекттар менән таныштырҙы, ғаилә ялы төрҙәренең формалары хаҡында һөйләне.
Рөстәм Хәмитов съезда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны, муниципалитеттарҙың хөкүмәт сәйәсәтен бойомға ашырыуҙа, илдең социаль-иҡтисади тормошоноң нигеҙен билдәләүҙә мөһим роль уйнауын әйтте, сараға урындағы үҙидара органдары эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү юлдарын эҙләү, уларҙың үҙаллылығын һәм власть органдарына ҡарата кешеләрҙең ышанысын арттырыу, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн йыйылғандарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Хәмитов былтыр ил Президенты Владимир Путиндың 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында Төбәк үҫешенең дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлауын билдәләне. Уның төп маҡсаты – киләһе ете йылда илдең барлыҡ биләмәләрендә халыҡҡа кәрәкле инфраструктураны булдырыу буйынса алға табан һиҙелерлек аҙымдар яһау. Рәсәйҙәрҙең барыһына ла лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеүгә ынтылыу, йәшәү сифатының берҙәм стандартын булдырыу – ошолар документтың өҫтөнлөклө маҡсаты булып тора. Ябай тел менән әйткәндә, Рәсәйҙә һәр кешенең йортонда барлыҡ уңайлыҡтар булырға, йорт янында магазин, сифатлы юл, мәктәп, дауахана һәм башҡа инфраструктура берәмектәре урынлашырға тейеш.
– Әлбиттә, кешеләрҙең үҫә барған барлыҡ теләк-ихтыяждарын тулыһынса тормошҡа ашырыу ҡыйын, бигерәк тә ауыл ерендә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Әммә беҙ граждандарыбыҙға ҡағыҙҙағы отчеттарҙа ғына түгел, ысынбарлыҡта ла лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеүгә планлы рәүештә ынтылырға тейеш.
Республика Башлығы билдәләүенсә, ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереү, социаль объекттар, инженер коммуникацияларын төҙөү, юл селтәрҙәрен яҡшыртыу тулы көс менән алға бара. Төбәк Хөкүмәте муниципалитеттарға ярҙам күрһәтеүҙе арттыра, шул иҫәптән федераль һәм ҡаҙнанан тыш финанслауҙар, төрлө дәүләт программалары, фондтар нигеҙендә.
Әлеге ваҡытта һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларын модернизациялау һәм ремонтлау өсөн 1-әр миллиард һум, мәҙәниәт учреждениелары өсөн 300 миллион һум өҫтәмә финанстар бүленгән. Унан тыш быйыл уҡ ошо маҡсатҡа 2,5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ, ошо эштәрҙең барыһы ла муниципалитеттарҙа башҡарыласаҡ. Быларҙың йыл башында уҡ планлаштырылғандан тыш өҫтәмә сығымдар икәнлеген Рөстәм Зәки улы һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Унан тыш, ауыл биләмәләренең тормошон яҡшыртыу йәһәтенән бихисап эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, былтыр “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһы буйынса муниципаль райондарға 750 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Ауыл биләмәләренә республика ҡаҙнаһынан да даими ярҙам күрһәтелеп тора. Билдәле булыуынса, 2011 йылдан тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, коммуналь хужалыҡтарҙың эшен, юл эшмәкәрлегенең тотороҡлолоғон, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн даими аҡса бүленә. Миҫал өсөн, былтыр ошо маҡсатҡа 420 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Рөстәм Зәки улы республикала 2030 йылға тиклем малсылыҡты үҫтереү буйынса яңы стратегияны тормошҡа ашыра башлау тураһында ла әйтеп үтте. Тәүге сиратта был һөт етештереү тармағына ҡағыла, бының өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 65 миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда яҡындағы киләсәктә йыл һайын 1,5 миллион тонна һөт етештереләсәк, тармаҡта ике меңдән ашыу яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Әлеге күрһәткестәргә килгәндә, төбәктә 1 миллион тоннанан ашыу һөт етештерелә. Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем ит малсылығын үҫтереү йәһәтенән күләмле программа ҡабул ителәсәк.
Республика Башлығы урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу программаһының төбәктә уңышлы эшләүен телгә алды.
– Был өлкәләге уңыштарыбыҙҙы федераль кимәлдә лә билдәләнеләр. Йыл һайын урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 700 миллион самаһы аҡса бүленә. Программа эшләгән дүрт йыл эсендә меңдән ашыу урындағы башланғыс тормошҡа ашырылған, – тине Рөстәм Зәки улы.
Ошо көндө “Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсына ла йомғаҡ яһалды, төбәк Башлығы еңеүсе­ләргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бәйге ҡала округтары, урта һәм кесе муниципаль берәмектәр ара­һында ун номинация буйынса уҙғарыла. Әйткәндәй, “Урындағы үҙида­раның үҫеше мәсьәләләрен яҡтыртыусы иң яҡшы журналист” номинацияһында “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова еңеү яуланы. Жюри ағзалары билдә­ләүенсә, журналист Урал аръяғы райондарында йәшәгән замандаштарыбыҙҙың тормошон һәр яҡлап яҡтырта, материалдарында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһының һөҙөмтәлелеген, мөһимлеген күрһәтә, халыҡ менән власть органдары араһындағы эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығыта.
Шулай уҡ сарала республикалағы урындағы үҙидара үҫешенә йомғаҡ яһалды, Башҡортостандың муниципаль берәмек­тәре советы ассоциацияһының эше баһаланды, үҫеш мәсьәләләре тикшерелде.
Делегаттар отчет-һайлау саралары үткәрҙе, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
Муниципаль берәмектәр съезы “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассо­циацияһының юғары идара итеү органы булып тора. Съезд вәкәләттәренә Совет эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләү, уставҡа үҙгәрештәр индереү, уны тулыландырыу, Совет идараһын, ревизия комиссияһын һайлау, ағзалыҡ иғәнәләре күләмен, уны түләү тәртибен раҫлау һәм башҡалар инә. Съезд ҡарарҙары ултырышта теркәлгән вәкилдәр тауышының күпселеге тарафынан ҡабул ителә.
Был юлы Башҡортостан Республика­һының муниципаль берәмектәре советы ассоциацияһының идара составы 50 процентҡа яңырҙы. Уның составын ҡабаттан һайлау тураһындағы ҡарарҙы съезд делегаттары ҡабул итте, яңы идараға муниципалитеттарҙың 15 вәкиле инде.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә