Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тарих – киләсәккә бағыр тәҙрә
Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығын тантаналы билдәләйәсәкбеҙ. Был ваҡиғаны лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында республика Хөкүмәте тарафынан төрлө саралар ҡаралған. Тарихыбыҙҙы өйрәнергә, милләтебеҙҙең тамырҙарын тәрәнерәк белергә, уны йәштәргә, үҫмерҙәргә еткерергә бурыслыбыҙ.


Күптән түгел “Ниғәмәт ауылы биләмәһе тарихы” тигән яңы китап донъя күрҙе. Ул – Баймаҡ районының Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Иҫән ауылдары тура­һында тарихи-документаль һәм әҙәби-публицистик мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән йылъяҙма. Авторҙары – тыуған яҡты өйрә­неү­селәр: ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Ирек Бикмәтов, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Борис Хәйретдинов, мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Рәйсә Иҫәнбаева. Был Башҡор­тостандың 100 йыллығына һәм Ниғәмәт биләмәһенең тырыш халҡына арналған китаптың беренсе өлөшө 347 биттән тора, ә икенсе өлөшө Байым, Икенсе Этҡол һәм юғалған Сәйетбатал, Мәтем, Һарыбейә ауыл­дары тарихына арналасаҡ.
Китапты йөкмәткеһе буйынса бер нисә өлөшкә бүлеп ҡарарға була:
а) Бөрйән ырыуы башҡорттарының тарихи үткәне, ихтилалдар, Рәсәй именлеге өсөн яуҙарҙа ҡатнашыу, халыҡ батырҙары һ.б;
б) ауылдарҙың, ер-һыу атамаларының барлыҡҡа килеүе;
в) Совет осоро, коллектив хужалыҡтар ойоштороу;
г) Бөйөк Ватан һуғышы, тыл батырҙары;
д) мәктәп, мәҙәниәт тормошо;
е) ғаиләләр, аралар тураһында мәғлү­мәттәр, шәжәрәләр.
Күреүебеҙсә, баҫманың тематикаһы бик бай, тарих төрлө яҡтан яҡтыртыла. Авторҙар мәғлүмәт туплау өҫтөндә ентекле эшләгән. Бик күп тарихи докумен­ттарға, энциклопедик сыға­наҡтарға, билдәле ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянғандар.
Мәҫәлән, Көньяҡ Урал башҡорт­тарының тормош-көнкүрешен, тарихын өйрәнгән рус этнограф-тарихсылары С. Руденко, С. Рыбаков, П. Рычков һәм баш­ҡаларҙың хеҙмәт­тәренә мөрәжәғәт иткән­дәр. Шулай уҡ М. Өмөтбаев, З. Вәлиди, Р.Кузеев, Ә. Әсфән­диәров, К. Дияров, Ғ. Хөсәйенов­тарҙың ғилми хеҙмәттәрен өйрәнгәндәр. Ирек Бикмәтов әйтеүенсә, ул 1990 йылдан 1996 йылға тиклем “Салауат” колхозында эшләгән дәүерҙә көндәлек алып барған.
– Мин 18 блокнот тултырҙым, дәлилдәрҙе, исемдәрҙе үҙемдең яҙмаларымдан алдым, – тине ул.
Борис Хәйретдинов үҙенең архивын, яҙған әҫәрҙәренән өҙөктәр, шиғырҙарын ҡулланған. Бындай алым уҡыусыларҙа китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, минеңсә. Китапта халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижады, боронғо йырҙар, бәйеттәр киң ҡулланылған. Йырҙарҙың ҡайһылары ошо төбәктә сығарылған, тип иҫбатлай авторҙар. Мәҫәлән, “Хажиғәле”, “Суҡ муйыл” легендалары менән бирелгән.
Ниғәмәт ауылы биләмәһе халҡы сығышы менән Бөрйән ырыуына ҡарай. Китапта бөрйәндәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт­тәр бирелә. Петр I батшаның төрөктәргә ҡаршы Аҙау походында башҡорт ғәскәрҙәре ҡатнашҡан, бөгөн ул яугирҙәрҙең ҡайһы берҙәренең исемдәре лә билдәле. Яҡташыбыҙ, бөрйән батыры Алдар Иҫәкәевтең (Иҫәнгилдин) ҡурҡыу белмәгән черкес бәһлеүәнен (төрөк яғынан) еңеүе һүрәтләнгән. “Алдар – Рәсәй батыры” тигән хәбәр бөтә илгә тарала. Петр батша уға Тарханлыҡ ярлығы (Грамота) тапшыра һәм алтын ҡылыс бүләк итә.
Һуңыраҡ батшабикә Анна Иоанновна был указды ҡабатлап яҙа: “Тархану Алдарбаю Исякаеву – детям его, племянникам и внучатам – за бытие им Алдаром в Крымском и Азовском походах... за содействие дружбе с казаками выдается тарханство навечно...” (Из указа царства Российского от 24 декабря 1734 года).
Башҡорт ырыуҙары үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылһа ла, уларға Хөкүмәт ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә, ҡушылыу шарттарын (килешеүҙе) даими боҙа. ХVI–ХVII быуаттарҙа башҡорт ерҙәре баҫып алына, халыҡтан рөхсәт алмайынса заводтар, нығытмалар, ҡәлғәләр төҙөлә. Ауыр һалым һалыу, талау, суҡындырыуға ҡаршы халыҡ көрәшкә күтәрелергә мәжбүр була.
Ҡанлы ихтилалдарҙың береһе 1755 – 1756 йылдарҙа Талҡаҫ күле буйында башланып китә. Ул тарихҡа Батырша яуы булып яҙылған.
Китаптан ҡасҡын батырҙар тураһында ла йөкмәткеле мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Легендалар, риүәйәттәр нигеҙендә ер-һыу атамаларының тарихы бирелгән: Көрәй, Ҡараташ, Исмәғил, Ҡангилде тауҙары, ике Нуғай, ике Яйыҡбай, Киндер күл, Суҡмуйыл шишмәһе. Был мәғлүмәт уҡыусыларға, студенттарға бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы буласаҡ.
Ниғәмәт биләмәһендә йәшәгән яҡташ­тарыбыҙ Рәсәйҙә булған тарихи ваҡиға­ларҙың күбеһенә шаһит та, башҡа халыҡ­тар менән уның уртаһында ҡайнаған да. Башҡорт борондан азатлыҡ өсөн көрәшкән, илен-ерен ситтәргә бирмәгән, телен, динен, намыҫын һаҡлаған. Күпме быуат дауа­мындағы яуҙарҙа, Октябрь революцияһы, граждандар һуғышында, коллектив хужа­лыҡ ойоштороу, яңыса тормош ҡороуҙа, Бөйөк Ватан һуғышында, сиҙәм эпопеяһын­да, хужалыҡтарҙы күтәреүҙә алғы сафтарҙа барған беҙҙең олатайҙар, инәйҙәр. Үрҙә әйтелгән ваҡи­ғаларҙы ҡыҫҡаса яҡтыртырға тырышҡан китап авторҙары.
Ниғәмәт ауылында тәү башлап колхозға 1926 йылда берләшкәндәр. Уға “Ҡыҙыл ҡарағай” исемен ҡушалар. Унан Сталин исемендәге колхоз (1931–1934), “Үрнәк” колхозы (1934–1960), “Ҡыҙыл маяҡ” (1960–1964), 1964 йылдан Салауат исемендәге колхоз булып китә.
Ниғәмәт биләмәһе халҡы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошманды еңеү өсөн бар көсөн һала. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең исемлеге күп нәмә тураһында һөйләй: 111 яугир азатлыҡ өсөн һәләк булған, 90 яугир еңеү менән ҡайтҡан. Тыл ветерандарының да исеме яҙылған. Колхозсыларҙың емерелгән хужалыҡ­тарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙағы фиҙакәр хеҙмәте һүрәтләнгән. Үрге Яйыҡбай, Түбәнге Яйыҡ­бай, Иҫән ауылдары тарихын сағыл­дырған биттәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Баҫмала мәктәп һәм тәрбиәгә, пионер, комсомол ойошмаларына ҡағылышлы күп кенә мәғлүмәт бар. 1927 йылда Ниғәмәттә совет мәктәбе асыла. Белем, тәрбиә биреүҙе яңыса ойоштороусылар Сәйет Урманшин, Шәмсиямал Бикмәтова (Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловтың бер туған апаһы) була. Аҙаҡ Иҫке Сибай ауылынан сыҡҡан Рәйсә Мотаева, Файза Мотаева һәм Дауыт Имелбаев, Ғәйзулла Иҙри­совтар уҡыта. Мәктәп тарихына, уҡытыусы­ларға, мәҙәниәткә, йәмәғәт ойошмаларына арналған биттәр ҙә бик фәһемле.
Был баҫмала матбуғат биттәрендә, китаптарҙа баҫылған шәхси архивтарҙа һаҡланған иҫтәлектәргә, мәҡәләләргә киң урын бирелгән. Мәҫәлән, “Колхозыбыҙҙы бөтөрмәҫкә тырышайыҡ”, “Оҫта етәксе булды”, “Ирмен тигән ир кешенең маҡталырға хаҡы бар” тигән яҙмаларҙа халыҡ тормошона ҡағылышлы проблемалар күтәрелгән.
Артабан хеҙмәт батырҙары хаҡында “Дандар – халыҡ хәтерендә” исемле бүлек­тән ҡыҫҡаса белешмәләр алырға була. Китапта ғаиләләр тарихына 100 биттән ашыу урын бирелгән. Әйтер инем, бында тере тарих, бик ҡыҙыҡлы яҙмыштар, тормош юлдары менән танышаһың, фотоһү­рәт­тәрҙә үҙеңдең таныш кешеләреңде күрәһең. Хәтирәләр солғай күңелде.
– Китапты яҙғанда ғаилә тарихын биреп, фотоһүрәттәрен тапшырған, үҙҙәренең белгәндәре, хәтирәләре менән уртаҡ­лашып, ярҙам иткәндәр бихисап булды. Беҙ уларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти авторҙар.
Шәжәрәләрҙә нәҫел, ырыу, ҡәбилә һәм дөйөм халыҡ тарихы сағыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: күп кенә ғаиләләр үҙҙәренең нәҫеле шәжәрәһен яҙып биргән. Бында бик бай мәғлүмәт тупланған, ауылдарға нигеҙ һалыусылар, күренекле шәхестәр, биләмәнең үҫешенә тос өлөш индергән ғаиләләр бар. Был ауылдарҙа тыуып үҫкән яҡташтар илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәй. Китаптағы ҡушым­талар, фотолар шул турала һөйләй.
Үткән быуат аҙағында илебеҙҙә булған үҙгәрештәр Ниғәмәт ауыл биләмәһен дә урап үтмәй. Колхоз ҡоролошо бөтөрөлә, иҡтисади-сәйәси ойошмалар юҡҡа сыға. Яңы шарттарҙа тетрәнеүҙәргә бирешмәй, ауыл халҡы йәшәүен дауам итә. Һуңғы биш йыллыҡта ауыл биләмәһе төҙөлөш майҙансығына әйләнә, тыуған еренә ҡайтып өй һалған йәштәр күбәйә. Ниғәмәттә ике ҡатлы мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыға, Үрге Яйыҡбай ауылы клубы өр-яңынан үҙгәртеп ҡорола. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөллән­гәндәр һаны арта бара. Халыҡтың көнкүреш шарттары яҡшыра. Ауыл биләмәһе район буйынса үткәрелгән смотр-конкурстарҙа, спартакиадаларҙа призлы урындар яулай. Ауылдар заманса матур төҫ ала.
Яңы китап киң ҡатлам уҡыусыларға, тарихсыларға, уҡытыусыларға, студент­тарға тәғәйенләнгән. Бында Ниғәмәт ауыл биләмәһе халҡының яҙмышы, уның үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге сағылыш тапҡан. Һис шикһеҙ, был баҫма – авторҙарҙың уңышы.

Рәсимә АЙСЫУАҠОВА,
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә