Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешеләр өсөн эшләргә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе
Хөрмәтле депутаттар!
Хөрмәтле ҡунаҡтар һәм саҡырылған кешеләр!
Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәмде тәҡдим иткән мәлдән алып һигеҙ айға яҡын ваҡыт үтте. Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу — эшебеҙҙең төп стратегик маҡсаты, Башҡортостандың уңышлы үҫеш нигеҙе, тип билдәләнде. Кешеләрҙе Хөкүмәттең намыҫлы эшләүенә ышандырыу, халыҡҡа власҡа йоғонто яһау, тормошҡа ашырылған сәйәсәттә ҡатнашыу мөмкинлеген биреү, ғәҙеллекте тормоштоң айырылғыһыҙ нормаһына әүерелдереү — документта ошондай бурыстар ҡуйылғайны.
Уларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ниндәй дәрәжәлә алға китеш бар? Йәмғиәт менән тығыҙыраҡ бәйләнеш булдырыу буйынса алынған юл файҙа килтерә башланымы? Уны ниндәй йүнәлештәрҙә үҫтереү һәм көсәйтеү зарур? Яҡын киләсәккә алдыбыҙға ниндәй аныҡ маҡсат ҡуябыҙ, ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшергә теләйбеҙ? Беҙгә нимә ҡамасаулай? Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға икенсе Мөрәжәғәтнамәмдә ошо турала әйтергә теләйем.
Әле алдыбыҙҙа торған төп проблема — ул республиканың иҡтисади ҡеүәте менән халҡыбыҙҙың йәшәү кимәле араһындағы айырмалыҡ. Беҙ ауыл хужалығы ерҙәренә, урмандарға, һыу ресурстарына, файҙалы ҡаҙылмаларға бай булған гүзәл төбәктә йәшәйбеҙ. Башҡортостандың иҡтисади, фәнни, белем биреү ҡеүәте күп быуындарҙың хеҙмәте менән тупланған. Ошо ҡеүәте республикабыҙҙы тотош илгә танытты.
Бөгөн республика — күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар төркөмөнә ингән, иҡтисади яҡтан алға киткән Рәсәй төбәктәренең береһе. Ҡабатлап әйтәм, был ҡаҙаныштар тәү сиратта халҡыбыҙҙың хеҙмәт емеше. Тап ул — беҙҙең төп байлығыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ.
Хәҙерге тормоштоң төп ҡаршылығы ла ошоға ҡайтып ҡала. Халҡыбыҙ аҙ эш хаҡы ала, иҫке фатирҙарҙа йәшәй, хеҙмәте өсөн тейешле баһанан мәхрүм, ә бит беҙ ғорурланған нәмәләрҙең барыһына ла нәҡ уның хеҙмәте һалынған. Ошо рәүешле ғәҙеллек принцибы боҙола.
Әүәлерәк тә әйткәнем булды: йәшәү сифатын билдәләүсе ҡайһы бер критерийҙар буйынса беҙ Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән арттараҡ ҡалабыҙ. Күпкә түгел, әммә арттабыҙ. Әлбиттә, быға юл ҡуйырға ярамай. Беҙ ғорурланған дөйөм иҡтисади күрһәткестәр, һис шикһеҙ, мөһим. Әммә улар үҙмаҡсат түгел, ә аныҡ кешеләрҙең проблемаларын ни тиклем уңышлы хәл итеүебеҙҙе генә сағылдыра. Шуны аңлау зарур: халыҡ иҡтисади күрһәткестәр менән йәшәмәй. Һандарҙы ашап булмай, ҡыйынлыҡтарҙан да улар артына йәшеренеү мөмкин түгел.
Яҡын киләсәккә бурыс — республика байлығының һәм иҡтисади ҡеүәтенең ябай граждандар мәнфәғәтендә һөҙөмтәлерәк файҙаланылыуына өлгәшеү. Бының өсөн власть һәм иҡтисади структураларҙы халыҡ ихтыяжына йүнәлтеү талап ителә. “Кешеләр өсөн эшләргә” — хәҙер ошо өс һүҙ властың оҙайлы стратегияһын да, көндәлек эшмәкәрлегебеҙҙе лә билдәләй.
Власть асыҡ булырға тейеш. Беҙгә власть вәкилдәре хаҡында халыҡтан йыраҡ торған, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан ришүәтсе бюрократтар кеүек фекерҙе юҡҡа сығарыу зарур. Быны эшләү еңел түгел. Әммә шунһыҙ, халыҡты үҙебеҙҙең әүҙем союздашыбыҙға әүерелдермәй тороп, ҡуйылған маҡсаттарҙың береһенә лә өлгәшә алмаясаҡбыҙ.
Мәҫәлән, көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһен — торлаҡ-коммуналь хужалығын ғына алайыҡ. Тиҫтәләрсә йыл инде дәүләт власы органдары бында тәртип булдырырға тырыша. Мәсьәлә хәл ителдеме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә юҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә хаҡ арта, торлаҡ фонды, инженерлыҡ селтәрҙәре иҫкерә. Тураһын әйтергә кәрәк: тармаҡта граждандарҙың аҡсаһын оятһыҙ рәүештә үҙләштереүсе йөҙҙәрсә әрәмтамаҡ барлыҡҡа килде. Ҡайһы бер йорттарға инеүе лә ҡурҡыныс. Ниңә дәүләт был мәсьәләлә алға китә алманы? Эштә торлаҡ-коммуналь комплексының хеҙмәттәренән файҙаланған граждандарға таянмағанғалыр, тип уйлайым.
Әле беҙ мәсьәләне хәл итеүгә ҡарашты үҙгәрттек. “Йорт комитеттары” проектын ғәмәлгә индерҙек. Уға ярашлы, граждандар күп фатирлы йорт советтары ойоштора. Улар коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатына контроллек итәсәк. Тармаҡта тәртип булдырыуҙы йорт хужаларынан да нығыраҡ яҡлаған кеше юҡтыр. Әммә ышаныс уятҡан осраҡта ғына улар союздашыбыҙға әүереләсәк.
Кешеләргә ялған һүҙ һөйләүҙе, күрһәткестәрҙе арттырып яҙыуҙы, “күҙ буяу”ҙы туҡтатырға кәрәк. Намыҫлы булыу зарур. Проблема бар икән, уны йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, властың төп бурысы — етешһеҙлектәрҙе йәшереп, уңыштарҙы күрһәтеү, тигән фекер нығынып ҡалған. Юҡ, властың бурысы бөтөнләй икенсе — проблемаларҙы хәл итеү.
Миңә көн һайын йөҙҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Хат, Интернет аша. Айына кәмендә бер тапҡыр граждандарҙы ҡабул итәм. Бынан тыш, республика буйынса сәфәрҙәрем барышында предприятиеларҙа булам, завод, фабрика, ферма, оҫтаханаларҙың ябай хеҙмәткәрҙәре менән даими аралашам. Һөйләгәндәрем раҫ булһын өсөн мәсьәләләр буйынса ярайһы уҡ хәбәрҙармын. Властың ялған һүҙ һөйләүен халыҡ шунда уҡ тоя һәм ышанмаусанлыҡ менән яуап бирә. Һөҙөмтәлә халыҡ менән власть араһындағы упҡын тәрәнәйә, ә иҡтисад тейешле һөҙөмтәлелеккә өлгәшә алмай. Сөнки коллектив эш итеү һәләте юҡҡа сыға. Был — билдәһеҙлеккә алып барған юл, уны беҙ бер ысул менән — намыҫлы булып ҡына үҙгәртә алабыҙ. Бәлки, власть ҡыҫҡа перспективала отолор ҙа, сөнки хаталарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе танығандан һуң, уларҙы төҙәтергә лә тура киләсәк, әммә оҙайлы киләсәктә мотлаҡ отасаҡ. Халыҡҡа таянған власть абруйлы һәм көслө буласаҡ. Халыҡ һәм власть бер бөтөнгә әүереләсәк.
Йәмғиәтте туплау өсөн байҙар менән аҙ тәьмин ителгән кешеләр араһындағы айырмалыҡты кәметеү кәрәк. Был маҡсат — иң мөһимдәрҙең береһе. Бөтә кимәлдәге хеҙмәткәрҙәрҙең килемен эҙмә-эҙлекле арттырыу зарур. Беҙ был эште башланыҡ. Минималь эш хаҡын арттырҙыҡ. Хәҙер уның республика буйынса кимәле федераль кимәлдәгенән юғарыраҡ: беҙҙә — 5500 һум, ә Рәсәйҙә — 4600. Республикалағы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең окладтарын 13 процентҡа күтәрҙек. Былтыр августа уҡ балалар баҡсалары тәрбиәселәренең, мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларындағы башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләр билдәләнек. Быйыл октябрҙә ошо өҫтәмәләрҙе тағы ла ике тапҡырға арттырҙыҡ. Уҡытыусыларға эш хаҡын 30 процентҡа күтәреү хаҡында һеҙ, әлбиттә, беләһегеҙ, хөрмәтле депутаттар. Бынан тыш, төп эшсе һөнәрҙәренең беренсе разряды тариф ставкалары күләменә, хаҡтарҙың үҫеүен иҫәпкә алып, квартал һайын индексация яһайбыҙ. Мәҫәлән, йәй уртаһына инфляцияның рәсми кимәле кәмендә 5 процент тәшкил итһә, ставкалар 9 процентҡа арттырылды.
Ошо саралар ярҙамында беҙ мөлкәт йәһәтенән ҡатламдарға бүленеште тотҡарланыҡ. Былтырға тиклем республикалағы иң бай һәм иң фәҡир кешеләрҙең килемендәге айырма артыуға бара ине. 2009 йылда был айырма 19 тапҡырға тиерлек барып етте. Былтырғы йомғаҡтар буйынса, ул 17,5-кә кәмегән. Быйыл да кәмеү дауам итә. Әлбиттә, уңыштар әлегә ҙур түгел, әммә ыңғай үҙгәрештәр өмөт уята. Эш хаҡы йәшәү минимумынан түбәнерәк булған халыҡ һаны ла кәмей башланы. Йыл аҙағына был төркөм республика халҡының яҡынса 11 процентын тәшкил итәсәк. Йыл башында әлеге күрһәткес 12 процентҡа еткәйне. Эшләгән кеше фәҡир булмаҫҡа тейеш, тип ышанам.
Был иҡтисади ғына түгел, шулай уҡ сәйәси күҙлектән дә бик мөһим. Ябай кешеләр, хеҙмәтсәндәр тормоштоң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен, властың улар хаҡында ысын хәстәрлек күреүен тойорға тейеш.
Халыҡ мөмкин булмағанды талап итмәй. Иң мөһиме — беҙ барыһына ла йәшәү өсөн намыҫлы хеҙмәт менән аҡса эшләү мөмкинлеген бирергә тейешбеҙ. Эш урындары, яңы заманса производстволар булдырырға кәрәк. Һәр ерҙә: ауылда ла, ҡалала ла, Өфөлә лә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ла. Был — эшебеҙҙең мөһим өҫтөнлөгө.
Әле инвесторҙар, милекселәр, дәүләт власы тырышлығы менән бик күп эштәр башҡарыла. Бер нисә ай элек Хәйбулла районында “Юбилей” ятҡылығында яңы байыҡтырыу фабрикаһының тәүге сираты файҙаланыуға тапшырылды, баҡыр-цинк линияһы эшләй башланы. Инвестициялар күләме 4,5 миллиард һум самаһы тәшкил итте, 300-гә яҡын кеше эшле булды.
Йәй Благовещенда йылылыҡты изоляциялаусы материалдар заводы асылды. Уға 3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынды, 300 яңы эш урыны булдырылды. Йәй шулай уҡ яңы милекселәр Октябрьскийҙа керамик плитә етештереү эшен башланы. Инвестициялар күләме — 245 миллион һум, 200-ҙән ашыу эш урыны булдырылды.
Өфөлә “Витценманн-Руссия” берлектәге предприятиеһының яңы цехы файҙаланыуға тапшырылды. Уға 250 миллион һум аҡса һалынды, 100 эш урыны барлыҡҡа килде.
Бер ай элек “Салауатметалл” ҡыҙыу килеш цинклау заводы эшләй башланы. Төҙөлөшкә 1 миллиард һум самаһы аҡса һалынды. Заводта 200 кеше эш урынына эйә булды, яҡын арала тағы ла 100 кеше йәлеп ителәсәк.
Ниһайәт, “ИКЕА” һәм “Ашан” магазиндары, сауҙа комплекстары асылды. Инвестициялар күләме 9 миллиард һум самаһы тәшкил итте, 500-ҙән ашыу эш урыны булдырылды.
Был исемлек, әлбиттә, дауам итәсәк.
Әле “Биополимер” проектын һынау этабын тамамлайбыҙ. Ул Рәсәйҙә бойҙайҙы тәрән эшкәртеү буйынса тәүге завод буласаҡ. Бынан тыш, унда башҡа аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларының ҡалдыҡтары эшкәртеләсәк. 2,5–3 йылдан “Биополимер”ҙа һәм ҡатнаш предприятиеларҙа 1,5 меңгә яҡын белгес эшләй аласаҡ. Тағы ла бер нисә мең кеше, нигеҙҙә ауыл райондары халҡы, “Биополимер” өсөн сеймал етештереү — бойҙай үҫтереү менән шөғөлләнәсәк.
Түбәнге Һөйән ГЭС-ы проекты буйынса эште дауам итәбеҙ. Әлегә бында бюрократик ҡаршылыҡтар, Мәскәү кабинеттарында һәм күрше территорияларҙа яраштырыу эштәре бихисап. Әммә ГЭС төҙөлөшөн башлаһаҡ, был республиканың төньяҡ-көнсығышында сәнәғәтте үҫтереүгә этәргес бирәсәк, Өфөнө һыу баҫыуҙан ышаныслы һаҡлау мөмкинлеге тыуасаҡ.
Өфөнөң 5-се ТЭЦ-ы төҙөлөшөн тамамлау менән тағы ла бер ҙур энергетика объекты барлыҡҡа киләсәк. Уның өсөн 14 миллиард һум аҡса һалынасаҡ, 250-нән ашыу эш урыны булдырыласаҡ.
Быйыл декабрҙә бәләкәй һәм уртаса ГЭС-тар өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса “РусГидро-Альстом” заводының төҙөлөш участкаһында тикшеренеү эштәре башланасаҡ. Предприятиеның тәүге сиратына ғына һалынған инвестициялар 5 миллиард һумдан артасаҡ. Ике йылдан завод тәүге продукцияһын бирәсәк. Унда 600-ҙән ашыу кеше эшләйәсәк. Завод эргәһендәге технопаркта ла, беҙҙең ҡарашҡа, бер нисә мең кеше эшле буласаҡ.
Киләһе ике йылда “Туймазыбыяла” заводында етештереү артасаҡ. Предприятиела 500 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Яңауылда торба заводы һалынасаҡ. Производствоның тәүге сираты 2013 йылда эш башларға тейеш. Бында 400-гә яҡын кеше эш табасаҡ.
2015 йылға тиклем “КамАЗ” менән берлектә Нефтекама автосамосвалдар заводында яңы автобустар сығарыу проектын тулыһынса аҙағына еткереүҙе күҙаллайбыҙ. Уның тәүге сираты киләһе йыл сафҡа инәсәк. Ҡалалағы 400-ҙән ашыу кеше эш менән тәьмин ителәсәк.
Благовещен районында микро-металлургия заводы проектлана. Тағы ла 250 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Прецизиялы машиналар эшләү үҙәге лә юғары технологиялы предприятие буласаҡ. Бындай предприятиелар Рәсәйҙә әлегә юҡ. Уны ойоштороуға 2 миллиард һум самаһы инвестиция һалынасаҡ, 500 кеше эш табасаҡ.
Яңы кабель заводында 250 кеше эшләйәсәк. Ул киләһе йыл төҙөлә башлаясаҡ. Инвесторы “Башбетон” яңы металл конструкциялары заводы төҙөлөшөндә лә ҡатнашасаҡ. Ә был — тағы ла 400 эш урыны.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә вертолет двигателдәрен етештереү ойошторола. Уны федераль ҡаҙна финанслай. Быйылғы лимит 300 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Проекттың дөйөм хаҡы — 10 миллиард һум самаһы. Яңы производствола 1,5 мең кеше эш табасаҡ.
“Газпромнефтехим Салауат” заманса индустриаль паркын төҙөгәндән һуң Салауатта ла эш урындары артасаҡ. Уның буйынса эш башланды ла инде.
“Полиэф” та индустриаль парк ойоштора. Етештереү майҙандары Благовещендағы 200-ҙән ашыу кешене эш менән тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә.
Ошонда уҡ, Благовещенда, ике йыл эсендә ҡағыҙ эшләү производствоһын ойоштороу күҙаллана. Сеймал рәүешендә ҡағыҙ ҡалдыҡтары файҙаланыласаҡ. Проектҡа 4 миллиард һум самаһы аҡса һалына, йөҙҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
“Газпромнефтехим Салауат” менән Стәрлетамаҡтың “Каустик” предприятиеһы араһындағы сеймал бәхәсенең уңышлы хәл ителеүе һөҙөмтәһендә “Каустик” ПВХ етештереүҙе киңәйтеү проектын тормошҡа ашырыуға тотондо. Биш йыл эсендә заводҡа 18 миллиард һум аҡса һалынасаҡ, 500-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ.
Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өлкәһендә “Ҡурай” тип аталған тағы ла бер технопарк төҙөү күҙаллана. Ул 2014 йылға 1,5 мең эш урыны булдырырға ниәтләй. Рәсәй Президентының Башҡортостанға һуңғы сәфәре барышында уның менән ошо идеяны тикшерҙем һәм хуплау таптым. Минеңсә, был проектҡа Федераль үҙәктән 1 миллиард һумға тиклем аҡса бүленеүгә иҫәп тота алабыҙ.
Урман комплексы. Белорет районында ике йыл эсендә урман сәнәғәте заводы ойошторолорға тейеш. 200-гә яҡын кеше эш табасаҡ. Баймаҡта “Башлеспром” юғары технологиялы ағас эшкәртеү комплексын ойоштороуҙы күҙаллай. Уның бер нисә сиратының төҙөлөшөнә 15 миллиард һумға тиклем инвестиция һалынасаҡ, комплекста 1 мең самаһы кеше эшләйәсәк.
Салауат районында 2014 йылға МДФ плитәләрен сығарыу комбинатын планлаштырыла. Инвестор уға 6 миллиард һум самаһы аҡса һалырға һәм 500-ҙән ашыу эш урыны булдырырға ниәтләй.
Ауыл хужалығында ла ҙур проекттар бар. Киләһе йыл Мәләүездә күркә үрсетеү һәм уның итен эшкәртеү буйынса комплекстың икенсе сиратын киңәйтеү тамамланасаҡ. Бында 400-гә яҡын эш урыны булдырылған, өҫтәмә рәүештә тағы ла 200 урын барлыҡҡа киләсәк. 2013 йылдың уртаһында өсөнсө сират файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, заводта 1 меңдән ашыу кеше эшләйәсәк. Ул Рәсәйҙә иң юғары технологиялы производстволарҙың береһе буласаҡ.
“Разгуляй” компаниялар төркөмө менән берлектә әле ит етештереү һәм эшкәртеү буйынса ҡеүәтле агрохолдинг ойоштороу буйынса эшләйбеҙ. Ул биш заманса сусҡасылыҡ комплексынан һәм эшкәртеү заводынан торорға тейеш. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 13 миллиард һум тәшкил итәсәк тип күҙаллана. 1 меңгә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Киләһе йылдан республикала малсылыҡ комплексын яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Биш йыл, иң күбе ете йыл эсендә беҙ 500 һөтсөлөк фермаһын төҙөкләндерергә һәм сафҡа индерергә тейешбеҙ. Улар кәмендә 400–500 баш малға иҫәпләнгән заманса юғары технологиялы ҙур предприятиелар буласаҡ. Әйткәндәй, программа йәш белгестәр өсөн торлаҡ һалыуҙы ла күҙаллай — һәр ферма ҡарамағында уңайлыҡтары булған кәмендә ике йорт төҙөләсәк.
Ошо көндәрҙә Күгәрсен районында инкубаторҙа тоҡомло күркә йомортҡаһы етештереү буйынса фабрика төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул селекция өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙы файҙаланған производство буласаҡ. Инвестициялар күләме — 1 миллиард һум, 200-ҙән ашыу эш урыны булдырыласаҡ.
Быйыл да, киләһе йыл да беҙ Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарындағы мегафермаларҙың төҙөлөшөн аҙағына еткерәсәкбеҙ. Улар — ҡеүәтле заманса комплекстар. Был эште лә тамамларға тейешбеҙ.
Исемлекте артабан да дауам итә алам — ул бик ҙур, әммә, минеңсә, инвестициялар йәлеп итеү һәм яңы производстволар ойоштороуға ниндәй иғтибар бүлеүебеҙҙе аңлау өсөн әйтелгәндәр ҙә етер. Был проекттар, нигеҙҙә, һуңғы йылда ғына барлыҡҡа килде. Пландар ҙур, барыбыҙға ла уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшләргә кәрәк.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эш урындарын булдырыу мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген биргән мөһим йүнәлеш булып ҡала. Уны үҫтереү ҙур өҫтөнлөктәргә эйә. Эшҡыуарлыҡҡа ҡамасаулаған төп проблема — кредит алыу мөмкинлегенең сикләнеүе. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн “Башҡортостан Республикаһының микрофинанслау үҙәге” ойошторолдо. Ҡайһы берәүҙәр уны “бәләкәй бизнес өсөн ашығыс ярҙам” тип тә атай. Ул, кредитлауҙан тыш, эшҡыуарҙарға бушлай консультациялар биреү менән дә шөғөлләнә. Быйылға тиклем беҙҙә ошо структураның ике офисы ғына эшләй ине. Быйыл беҙ Салауат, Учалы, Бәләбәй, Октябрьский ҡалаларында, Асҡар һәм Ҡариҙел ауылдарында тағы ла алты офис астыҡ.
Беҙ Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Һаҡлыҡ банкы менән берлектә консультация-кредит үҙәктәре ойоштора башланыҡ. Унда эшҡыуарҙарға “Рәсәй таянысы” йәмәғәт ойошмаһы аудиторҙарының квалификациялы ярҙамы күрһәтелә, шунда уҡ кредит алыу мөмкинлеге лә бар. Киләһе 1–2 йылда бындай үҙәктәр 30-ға еткерелергә тейеш. Шуларҙың икеһе Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә асылды. Эшҡыуарҙар уларҙан аҡса ала башланы ла инде.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән яһалған киләһе аҙымыбыҙ — бәләкәй бизнесҡа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡсаны бүлеү механизмдарын үҙгәрттек. Элек бының менән республика Хөкүмәте генә шөғөлләнһә, хәҙер аҡсаның 50 проценты ярҙам күрһәтеү үҙаллы хәл ителһен өсөн муниципалитеттарға тапшырыла. Вәкәләттәрҙе урындарға тапшырыу, һис шикһеҙ, үҙен аҡланы. Муниципалитеттар үҙҙәренең иҡтисади хәлен, эшҡыуарҙарын яҡшыраҡ белә, һөҙөмтәлә теге йәки был проекттарға булышлыҡ итеү тураһындағы ҡарарҙар ҙа дөрөҫөрәк һәм һөҙөмтәлерәк була. Әлбиттә, бындай вәкәләттәр муниципаль властың ресурстарҙы һөҙөмтәле бүлеү, урындағы бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеше өсөн яуаплылығын арттыра.
Алдағы Мөрәжәғәтнамәмдә күпселек муниципалитеттарҙың эшен әлегә ҡәнәғәтләнерлек тип әйтеп булмай, тигәйнем. Йыл башында шулай булды. Бөгөн хәлдең үҙгәрә башлауын ҡыуаныс менән билдәләргә теләйем. Алда йөрөүселәр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Белорет ҡалаһы һәм районы. Бында 1,5 йыл эсендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ тарафынан 2 мең самаһы эш урыны булдырылған. Ике йыл элек кенә ҡалала эшһеҙлек мәсьәләһе киҫкен торһа, бөгөн бында эшсе ҡулдар етешмәй.
Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында халыҡты иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Был бик ҡыуаныслы. Ике аҙна элек “Форбс” журналы Рәсәйҙең бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һөҙөмтәле ярҙам күрһәткән урындағы хакимиәттәрҙең рейтингын баҫтырып сығарҙы. Рәсәйҙә иң алдынғы ете хакимиәт араһында беҙҙең ике муниципалитет — Октябрьский ҡалаһы һәм Нуриман районы бар. Уларҙың башлыҡтарына ҙур рәхмәт әйтергә теләйем. Был — етди уңыш. Элегерәк ҙур халыҡ-ара рейтингтарҙа беҙҙең муниципалитеттар бындай кимәлгә етмәй торғайны. Әйткәндәй, Октябрьский әлеге рейтингта беренсе урынды яуланы.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ тураһындағы һүҙҙәр — ябай теләк кенә түгел. Барыһының да аныҡ финанс үлсәме бар. Социаль һалымға ставкалар артыуға ҡарамаҫтан, республика һәм урындағы бюджетҡа 2011 йылда дөйөм килемгә һалымдар, йәғни бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ түләгән һалым, 2010 йыл менән сағыштырғанда 17 процентҡа күберәк түләнгән. Йылына 17 процент үҫеш биргән сығанаҡтар айырым ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж, тип ышанам.
Ошондай һөҙөмтә биргән эште дауам итергә кәрәк. Эре сәнәғәт предприятиелары өсөн аутсорсинг хеҙмәтен ойоштороу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса тырышлығыбыҙҙы тупларлыҡ төп йүнәлеш булып тора. Мәҫәлән, ниңә республиканың ҙур предприятиелары комплектлау өлөштәрен ситтән һатып ала? Уларҙың күбеһен үҙебеҙҙә етештерергә мөмкин бит. Ниңә беҙгә башҡа төбәктәрҙә эш урындары булдырырға һәм шунда һалым түләргә? Быларҙың барыһы ла үҙебеҙгә кәрәк бит. Республикала инфраструктураны, шул иҫәптән гиганттарға һәм уларҙың потенциаль партнерҙарына, бәләкәй предприятиеларға бер-береһен тиҙ арала табырға мөмкинлек биргән мәғлүмәттәр инфраструктураһын үҫтереү зарур. Предприятиеларға республикабыҙҙа заказдарҙы һөҙөмтәле һәм ҡыҫҡа ваҡытта эшләргә мөмкинлек бирһәк, берәү ҙә ситтән партнер эҙләмәйәсәк. Беҙгә эшҡыуарҙар үҙ-ара бәйләнештә булған берҙәм майҙансыҡ кәрәк. Мин республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһына уны ойоштороу мәсьәләһен ҡарарға ҡуштым.
Ошо майҙансыҡты сафҡа индереп үҫтерә, уны тейешле инфраструктура менән тәьмин итә алһаҡ, бизнес-берләшмә тап ошонда, бер урында, көнүҙәк иҡтисади һәм сәнәғәт мәғлүмәттәре тупланыуын күрһә, был беҙгә тағы ла бер ҙур мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәк. Бында мин хаҡтарҙың йыш ҡына контролһеҙ үҫешен күҙ уңында тотам.
Яңы электрон майҙансыҡта һатыусылар, ҡомһоҙлоғо арҡаһында йыш ҡына проблемалар тыуҙырған аралашсыларҙы урап үтеп, арзаныраҡ етештереүселәрҙе һайлап, улар менән туранан-тура ирекле эш итә аласаҡ.
Хаҡ үҫеше мәсьәләһен хәл итеү өсөн тормошҡа ашырылырға тейешле киләһе бурыс — ул логистик үҙәктәр һәм күмәртәләп һатыу складтары системаһын ойоштороу эшен тиҙләтеү. Һүлпән үҫешкән логистика тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең ирекле әйләнешенә, баҙар үҫешенә ҡамасаулай. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы минең күрһәтмәмә ярашлы әле аҙыҡ-түлек буйынса логистик үҙәктәр төҙөү йүнәлешендә эш алып бара.
Хаҡтарҙың үҫеше етештереү һәм ҡулланыу араһындағы нисбәт менән билдәләнә, тигән фекер менән берәү ҙә бәхәсләшмәҫ, моғайын. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ауыл хужалығы етештереүен арттырыуҙың ҙур ҡеүәтенә эйә. Ауылда йәшәүселәрҙең күпселеге, ә улар беҙҙә халыҡтың яртыһын тиерлек тәшкил итә, сифатлы, экологик яҡтан таҙа, арзан аҙыҡ-түлекте үҙҙәре үк етештерә алыр ине. Ҡулланыусылар кооперацияһы уларға ярҙам күрһәтергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның бөгөн кешеләрҙе берҙәм баҙарға тупларға, ауыл хужалығы етештереүен үҫтереүгә йоғонтоло этәргес бирергә мөмкинлеге юҡ. Был турала әүәлге Мөрәжәғәтнамәмдә лә әйткәйнем, шул осорҙан алып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәрештәр бик аҙ булды. Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү программаһы проектын эшләне, һәм ул ведомство-ара яраштырыуҙар мәлендә туҡтап ҡалды.
Коллегалар, мәсьәлә ҡатмарлы һәм етди эш талап итә, әммә оҙаҡ уйланырға ваҡыт юҡ. Яҡын киләсәктә был мәсьәләлә аныҡ ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк.
Бынан тыш, республика Хөкүмәтенә ауыл халҡына көрсөккә ҡаршы социаль ярҙамдың өҫтәмә саралары буйынса программа эшләргә ҡушам. Ауыл халҡы өсөн тоҡомло мал һатып алыуға ресурстарҙы күҙ уңында тоторға һәм малдарҙы субсидиялау шарттарында шәхси хужалыҡтарға тапшырырға, килеме аҙ булған күп балалы ғаиләләргә малды мөмкин тиклем бушлай бирергә кәрәк. Программаға ярашлы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға бәләкәй тракторҙар, мотоблоктар һәм башҡа бәләкәй техника һатып алыуҙы субсидиялау мөмкинлеген ҡарау зарур. Программаны тормошҡа ашырыу буйынса экспериментты киләһе йыл республиканың бер йәки бер нисә муниципаль районында башларға мөмкин.
Артабан. 2011 йыл мул уңыш үҫтерә алыуыбыҙҙы күрһәтте, әммә уны йыйырға техника юҡ икән, игенде баҫыуҙа ҡалдырыу йәки ҙур юғалтыуҙар менән йыйып алыу хәүефе бар. Сәбәбе — техника етмәү. Беҙ был мәсьәләне системалы хәл итә башланыҡ. Быйыл аграрийҙар һатып алған ауыл хужалығы машиналары хаҡының 40 процентына тиклеме республика ҡаҙнаһынан компенсацияланды. Беҙҙең ауыл хужалығы тауар етештереүселәре 3 мең самаһы комбайн, трактор, башҡа техника һәм ҡорамал һатып алды. Әммә был ғына етмәй. Ошо практиканы киләһе йылда ла дауам итәсәкбеҙ. Ауыл хужалығы техникаһы паркы етди яңыртыуға мохтаж.
Дәүләттең ярҙамынан башҡа ауылдың күтәрелә алмауы көн кеүек асыҡ. Әммә ауыл халҡы булмаһа, беҙ ҙә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итә алмаясаҡбыҙ. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтың ҡиммәтләнеүе проблемаһын да хәл итмәйәсәкбеҙ.
Ҡиммәт хаҡтар темаһын туҡтатып, тағы ла шуны әйтергә теләйем. Коллегалар, хөрмәтле депутаттар, арта барған хаҡтар аҙ тәьмин ителгән граждандарыбыҙҙың кеҫәһенә ныҡ һуғыуын хәтерҙә тотоу мөһим. Көндәлек кәрәк-яраҡҡа — аҙыҡ-түлеккә, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә хаҡ зауыҡлы әйберҙәргә ҡарағанда йылдамыраҡ арта. Йәғни ҡаҙнаһының яртыһын аҙыҡ-түлеккә тотонған кешеләр, мәҫәлән, үҙ килеменең 5 процентын ғына туҡланыуға сарыф иткәндәр менән сағыштырғанда юғарыраҡ инфляция һалымын түләй. Инфляцияның “фәҡирҙәр һалымы” тип аталыуы осраҡлы хәл түгел.
Шуға күрә хаҡ үҫеше мәсьәләһен хәл иткәндә, үрҙә әйтеүемсә, бөгөн ауыр хәлдә йәшәгәндәр хаҡында оноторға ярамай. Аҙ тәьмин ителгәндәргә ҡарата ашығыс ярҙам саралары күрелергә тейеш. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтың ҡиммәтләнеүе менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау йәһәтенән йоғонтоло алымдар булдырыу зарур. Әле беҙ “Башҡортостандың социаль картаһы”на дисконт ҡушымтаһын ғәмәлгә индерәбеҙ. Уның ярҙамында халыҡтың аҙ яҡланған ҡатламына аҙыҡ-түлек һатып алғанда ташламалар һәм бонустар биреләсәк. Бындай сараларҙы йылдамыраҡ тормошҡа ашырырға кәрәк.
Республикала йәштәр араһында эшһеҙлек киҫкен мәсьәлә булып ҡала. Юғары уҡыу йортон йәки техникумды тамамлағандан һуң тәжрибәһе булмаған йәш белгестең берәүгә лә кәрәге юҡ тиерлек. Баҙарҙың стандарт талабы — “һөнәре буйынса эш тәжрибәһе”. Кисәге студент бындай тәжрибәне ҡайҙан алһын? Эш биреүсене был мәсьәлә бөтөнләй борсомай. Күрһәтмәмә ярашлы, республиканың Мәғариф министрлығы һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы быйыл “Стартҡа хоҡуҡ” проектын ғәмәлгә индерә. Уның асылы шунда: һуңғы уҡыу йылында һәр студент республика предприятиеларының береһендә ярты йыл дауамында ярты ставкаға булһа ла эшләү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Маҡсат — диплом менән берлектә резюмеға “һөнәрем буйынса эш тәжрибәһенә эйәмен” тигән һүҙҙәрҙе индереү.
Ошо уҡыу йылында проектҡа 500-гә яҡын кеше — нигеҙҙә, техник профиль белгестәре йәлеп ителде. Киләһе йыл был һанды арттырасаҡбыҙ. Бер нисә йылдан бишенсе курста уҡыусы һәр студент, әгәр теләге бар икән, ошондай стартҡа хоҡуғын тормошҡа ашырырға тейеш. Стажһыҙ эшкә урынлашып булмаһа, йәштәргә был стажға эйә булыуҙа ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Өлкәндәр әүәлгесә социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәрҙең береһе булып ҡала. Быйыл хеҙмәт пенсияларының — 9, социаль пенсияларҙың 10 процентҡа арттырылыуынан, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, улар әллә ни байып китмәне. Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылда ла пенсияны арттырыуҙы дауам итергә вәғәҙә бирә, әммә беҙгә лә уларҙың тормошон еңеләйтеү хаҡында әүҙем уйларға кәрәк. Беҙ ике яңы алымды таптыҡ — “Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты”н һәм быйыл ғына эшләй башлаған социаль туризм программаһын күҙ уңында тотам. Программаға ярашлы 3 меңгә яҡын оло йәштәге һәм инвалид республика шифаханаларында, башҡа ҡалаларҙа һәм илдәрҙә, хатта сит ил курорттарында булды. Был сәфәрҙәргә ҡарата баһалар бик яҡшы.
Бындай проекттар әлегә бик аҙ. Хөкүмәттең социаль блогын һәм депутаттар корпусын тағы ла ошо мәсьәләне бер тапҡыр ҡарауҙы һәм өлкәндәрҙең, пенсионерҙарыбыҙҙың тормошон яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым.
Хөрмәтле депутаттар! Тәү сиратта хәл итергә тейешле мәсьәләләр даирәһен билдәләү ҡыйын түгел. Ябай кешене, уның көндәлек тормошон күҙ алдына килтерегеҙ. Уны нимәләр ҡатмарлаштыра? Һәм, киреһенсә, нимә еңеләйтә? Барыһын да күҙ уңында тоторға кәрәк.
Мәҫәлән, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе. Был йәһәттән проблемалар бар. Ҡайһы бер райондарҙағы йылға-күлдәр ныҡ бысранған. Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙағы һыу менән тәьмин итеү системалары йыш ҡына иҫкергән, ҡайҙалыр улар бөтөнләй юҡ. Республиканы һыу менән тәьмин итеү буйынса комплекслы программа ҡабул итергә кәрәк. Ауылдарға электр, газ үткәреүҙе тамамлау мәсьәләһен хәл итеп беҙгә бәләкәй ҡалаларҙы, ҡасабаларҙы, ауылдарҙы һыу менән ышаныслы тәьмин итеү программаһын ҡабул итергә, ошо өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк.
Артабан. Иртән кеше эшкә бара һәм кисен ҡайта торған ихата йәки урам йыйыштырылырға һәм яҡтыртылырға тейеш. Беҙҙә урамдарҙы яҡтыртыуҙы яңыртыу программаһы эшләй башланы. Уны финанслау күләме 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Ә бына тәртипкә килтереүгә бәйле хәл шәптән түгел. Йәй — бысраҡ һәм туҙан, ҡыш — ҡар. Күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр беҙ ҡала ихаталарын төҙөкләндерә башланыҡ. Әйткәндәй, үҙеңде ябай кеше урынына ҡуйып ҡарау алымының һөҙөмтәлелегенә был асыҡ дәлил. Элегерәк ихаталарҙы төҙөкләндереүгә ҡул етмәй ине, сөнки власть “ваҡ-төйәк” менән шөғөлләнмәне. Ул ихатаның мөһимлеге хаҡында уйламай торғайны. Ә бит кеше өсөн, әгәр уның балалары ла бар икән, был бик етди мәсьәлә. Шуға күрә ошо эште дауам итергә кәрәк. Ресурстар табасаҡбыҙ. Быйыл ғына ошо маҡсатҡа 1 миллиард һум самаһы аҡса бүлдек, быны артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса юлдарҙы нығытыу, төп урамдарға асфальт түшәү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарын тәртипкә килтереү менән шөғөлләнеү зарур. Быйыл көҙ һәр ауыл биләмәһенә төҙөкләндереүгә ҡағылған тәү сираттағы ихтыяждарға 200-әр мең һум аҡса бүлдек. Был — яңы аҙым. Элегерәк биләмәләргә аҡса бүленмәй ине. Бындай тәжрибә Рәсәй Федерацияһында ла тәүгә тормошҡа ашырылды тиерлек. Ошо хаҡта ентеклерәк һөйләп үтергә теләр инем.
Белеүегеҙсә, республикала 800-ҙән ашыу ауыл биләмәһе бар. Һуңғы бер нисә айҙа уларҙың башлыҡтары менән аралаштым. Сығыш яһап ҡына ҡалманым, уларҙы ла тыңланым, проблемаларын аңларға тырыштым. Бындай кимәлдәге власть — исем өсөн ҡағыҙҙа ғына йәшәгән власть, бөтөнләй власһыҙлыҡ, аҡсаһыҙлыҡ тигән тәьҫир ҡалды. Мәҫәлән, биләмәләр төҙөкләндереү өсөн яуап бирә, әммә уларҙың ошо эште тәьмин итерлек аҡсаһы юҡ. Техника булмаһа, урамды нисек таҙартаһың да һеперәһең? Ауыл биләмәләренә аҡса бүлеү практикаһын киләһе йылда ла дауам итәсәкбеҙ. Кварталға бер тапҡыр 100 мең һум күләмендә дотация бирәсәкбеҙ. Йылына йәмғеһе һәр ауыл биләмәһенә 400-әр мең һум тура килә. Тәү ҡарашҡа, ҙур аҡса түгел, әммә биләмәләрҙең тәү сираттағы мәсьәләләрен хәл итергә — ҡоймаларҙы йүнәтергә йәки буярға, һыу торбаһы һалырға, йылға аша күперҙе төҙәтергә мөмкин. Ауылды киләсәктә коммуналь техника менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡарарға кәрәк. Республиканың Финанс министрлығынан, Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан һәм Транспорт буйынса дәүләт комитетынан ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнеүҙе һорайым.
Президент Хакимиәтенән тағы ла бер мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдим индереүен үтенәм. Ауыл биләмәләре башлыҡтары контроль-күҙәтеү органдарынан ҡәнәғәт түгел. Һәр башлыҡҡа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары булмаған йәки мәктәптәрҙә янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек системаларын тейешле кимәлдә ҡарамағаны өсөн бер нисә тапҡыр штраф һалынған. Ошо мәсьәләләр өсөн законға ярашлы улар яуап бирә, әммә аҡса булмау арҡаһында мәсьәлә хәл ителмәй. Был йәһәттән закон тормошҡа тулыһынса ҡаршы килә. Ниндәй ҙә булһа сара күрергә кәрәк.
Был мәсьәләне үҙебеҙҙең кимәлдә көйләй алмайбыҙ икән, инициатива менән Мәскәүгә сығайыҡ. Хәҙер ҡулай ваҡыт: федераль Хөкүмәттә һәм Президент Хакимиәтендә вәкәләттәрҙе һәм килем сығанаҡтарын власть кимәлдәре араһында ҡайтанан бүлеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә. Беҙ бөтә ҡарарҙар ҡабул ителгәнгә тиклем өлгөрөргә тейешбеҙ. Мин — ошо мәсьәләне көйләү буйынса Рәсәй Президенты тарафынан махсус ойошторолған эшсе төркөмө ағзаһымын, тимәк, киләсәктә ошондай бәхәсле хәлдән сығыу мөмкинлеге бар.
Тағы ла бер тәҡдим менән Мәскәүгә мөрәжәғәт итергә мөмкин тип уйлайым. Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан өсөн түләү беҙҙә түбәндәгесә бүленә: 40 процентты — муниципалитет, 40 процентты — төбәк һәм 20 процентты Федерация ала. Тәбиғәте бысратылған аныҡ биләмәгә бер нәмә лә эләкмәй. Минеңсә, был — ғәҙелһеҙлек. Бүленеш федераль закон менән билдәләнгәнгә күрә, уны ҡайтанан ҡарау тәҡдимен индерергә кәрәк. Президент Хакимиәтенән, Финанс министрлығынан һәм һеҙҙән, хөрмәтле депутаттар, ошо мәсьәләне ҡарауҙы һорайым.
Ғөмүмән, беҙгә биләмәләрҙе шәхси килем сығанаҡтары менән тәьмин итеү хаҡында етди уйланырға кәрәк. Улар беҙҙән 100 йәки 400 мең һумды көтмәҫкә, үҙҙәре аҡса эшләргә тейеш. Республика власы, муниципалитеттар һәм ауыл биләмәләре араһында һалымдарҙы ғәҙелерәк бүлеү мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтыу зарур.
Кешене тағы ла ниҙәр борсой? Ул эштә саҡта балаһы — балалар баҡсаһында. Урындар етмәй, был бөтәһенә лә билдәле. Әле республикала балалар баҡсаһы йәшендәге 10 баланың 6-һы ғына баҡсаға йөрөй. 40 меңдән ашыу сабый сиратта тора. Беҙ мәсьәләне яңыса хәл итеүгә тотондоҡ. Йыл аҙағына тиклем балалар баҡсаларында 8 мең самаһы урын булдырыласаҡ. Өфө ҡалаһында ғына быйыл ун балалар баҡсаһы сафҡа индерелә. Бындай һөҙөмтәләр һис ҡасан да булғаны юҡ ине, хатта совет осоронда ла аҙыраҡ төҙөнөләр. Киләһе йыл 52 балалар баҡсаһы төҙөйәсәкбеҙ. Уларҙың дөйөм хаҡы — 5 миллиард һум самаһы. Артабан да эш күләмен кәметмәҫкә ниәтләйбеҙ. Өс йылда, 2011 йылды ла индереп, беҙгә балалар баҡсаларында 25 меңдән ашыу урын булдырырға кәрәк. Ошоға ярашлы уларҙы файҙаланыуға, тәрбиәселәр һәм тәрбиәсе ярҙамсыларының эш хаҡына ресурстарҙы ҡайтанан ҡарау бурысы тора. Республика Хөкүмәтенән мәктәпкәсә балалар учреждениеларын хәстәрләү буйынса барлыҡ иҫәп-хисапты алдан уҡ әҙерләүҙе һорайым.
Коллегалар!
Кешене борсоған төп мәсьәләләр хаҡында һүҙ алып барғанда, торлаҡ төҙөү темаһын урап үтергә ярамай. Кешеләрҙең күпселеге өсөн үҙ йортонан, фатирынан мөһимерәк бер нәмә лә юҡ. Эштән һуң кеше нәҡ шунда ҡайта, тап шунда уның ғаиләһе йәшәй.
Уҙып барған йыл йомғаҡтары буйынса, торлаҡ төҙөлөшөндә ҙур булмаған үҫеш күҙәтелә: бер йыл эсендә башҡарылған эш күләме яҡынса 5 процентҡа артҡан. Тармаҡтың беҙ ҡабул иткәндәге хәлен иҫәпкә алғанда, был һөҙөмтәне ҡәнәғәтләнерлек тип булмай. Торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән беҙ әүәлгесә төбәктәр араһында алтынсы тиҫтәгә инәбеҙ. Торлаҡтың 80 проценты беҙҙә шәхси төҙөүселәр тарафынан сафҡа индерелә.
Белеүегеҙсә, быйыл беҙ эконом класлы торлаҡ һатып алыусылар өсөн кредитты арзанайтырға тейешле ипотека программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Процент ставкаһының бер өлөшө дәүләт иҫәбенә субсидиялана. Программа һиҙелерлек һөҙөмтә бирә башланы: алынған ипотека кредиты ике тапҡырҙан ашыуға артты. Шатланыу өсөн сәбәп булыр ине, тик бер мәсьәлә күңелде ҡыра. Төҙөлөш күләме түбән булған осраҡта ихтыяждың артыуы хаҡтың ҡиммәтләнеүенә килтерә. Торлаҡ алыу тағы ла ҡыйынлашасаҡ.
Тәҡдимде һорау менән тигеҙләү өсөн беҙгә йылдам үҫеш, башҡа динамика кәрәк. Төҙөүселәр эш башларлыҡ инфраструктура менән тәьмин ителгән участкалар, белеүемсә, юҡ тиерлек. Күп тапҡыр таратылған участкаларҙағы хәлде тикшерергә, ни өсөн уларҙа эш алып барылмауын асыҡларға, конкурс шарттары боҙолған осраҡта, уларҙы муниципаль һәм дәүләт структураларына кире ҡайтарыуҙы тәьмин итергә тигән күрһәтмә бирҙем. Участкаларҙы төҙөлөшкә әҙерләү өсөн ҡаҙнанан бүленгән аҡсаның ваҡытында үҙләштерелмәү мәсьәләһен хәл итергә, ер бүлеү буйынса сауҙалашыу системаһын тикшерергә ҡуштым. Башҡа күрһәтмәләр ҙә булды. Республика Хөкүмәтенең төҙөлөш блогынан яңы йылға тиклем ошо күрһәтмәләрҙең барыһы буйынса ла отчет биреүҙе, тармаҡтағы хәлде үҙгәртеү өсөн нимәләр эшләнеүе хаҡында хәбәр итеүҙе, артабанғы үҫеш пландарын тәҡдим итеүҙе һорайым.
Хөрмәтле депутаттар!
Граждандарҙы борсоған проблемалар байтаҡ. Уларға мин бөгөн артыҡ туҡталып тормайым. Был мәсьәләләр ҙә бик мөһим, тик бер сығышта ғына уларҙың барыһын да әйтеп бөтөрөү мөмкин түгел. Мәҫәлән, транспорт проблемаларын хәл итеү: юлдарҙағы тығындарға ҡаршы көрәш, урамдарҙы киңәйтеү, юл үткәргестәр төҙөү. Өфө ҡалаһында яңы Затон күпере төҙөлөшөнә генә 7,5 миллиард һум самаһы аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Ошо йүнәлештә тығындарҙы бөтөрөүҙе яйға һалһаҡ, Затонда күпләп шәхси торлаҡ төҙөй башлаясаҡбыҙ.
Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығы менән һөйләшеүҙәрҙән һуң уны “Европа–Көнбайыш Ҡытай” яңы трассаһы участкаһының, башта планлаштырылғанса, көнбайыштараҡ түгел, ә республика биләмәһе аша үтергә тейешлегенә инандырҙыҡ. Проект тормошҡа ашырылғас, Бәләбәйҙән алып Күмертауға тиклем “1А” класлы юғары тиҙлектәге яҡтыртылған заманса магистралгә эйә буласаҡбыҙ. Республикабыҙ биләмәһенән 300 саҡрымлыҡ Европа кимәлендәге юл үтәсәк.
Киләһе йыл Рәсәйҙең Транспорт министрлығы республика өсөн 3 миллиард һумды резервҡа һалды. Ул “М-5” һәм “М-7” трассаларын төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ.
Беҙгә ауылдар менән эре магистралдәр араһында асфальт түшәлгән юл һалыу эшен дауам итергә кәрәк.
Киләһе мәсьәлә — һаулыҡ һаҡлау. Уның менән дә беҙ ныҡлы шөғөлләнәбеҙ. Мәҫәлән, күптән түгел республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан биш райондағы дауаханаларҙы йүнәттек һәм яңы ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Хәҙер төбәк халҡы заманса медицина ярҙамы алыу өсөн Өфөгә йөрөмәйәсәк.
Киләһе ике йылда тармаҡты яңыртыуға, дөйөм алғанда, 15 миллиард һум аҡса һалынасаҡ. Республика клиник, Республика балалар клиник дауаханаларында яңы корпустар төҙөйәсәкбеҙ. Улар 2012 йылға һалынып бөтәсәк.
Ядро медицинаһы үҙәген ойоштороу буйынса бик ҡыҙыҡлы проектҡа айырым туҡталып үтәм. Уны беҙ РОСНАНО менән берлектә эшләйбеҙ. Был үҙәк 2013 йыл уртаһында сафҡа инәсәк. Ул — яман шеш һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан иҫкәртеү һәм дауалау мөмкинлеген биргән заманса, ХХI быуат медицинаһы. РОСНАНО менән тейешле протоколдарға ҡул ҡуйылды ла инде.
Киләһе йыл республика ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә бассейнлы 13 физкультура-һауыҡтыры




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 429

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 387

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 420

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 385

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 402

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 458

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 381

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375