Үткәндәргә бигүк тәрән суммай, украиндарҙың халыҡ булып ойошоуы һәм хәҙерге Украина биләмәләрендә дәүләтселектең ҡайһы осорҙарҙа, ниндәй тарихи шарттарҙа хасил булыуына ҡағылышлы бер нисә йөмлә менән генә сикләнәйек. Был ҡәүемдең һәм дәүләттең тарихы томдарға һыйғыһыҙ: ул мажаралы ла, фажиғәле лә, еңеү тантанаһы менән дә балҡыған, хыянатсылыҡ мөһөрөн дә йөрөтә. Ғөмүмән алғанда, украиндар уҙған юлды, улар кисергәнде рус, белорус һәм бүтән байтаҡ ҡәүемдәрҙең башынан үткән ваҡиғаларҙан айырым ҡарап булмай. Әгәр буласаҡ Рус дәүләтенең төньяҡ-көнбайышында көслө кенәзлектәрҙең берләшеүе рус (великорус) ҡәүеменең формалашыуында хәл иткес урын тотһа, украин ҡәүеменең ошондай осорҙо үтеүе һуҙылыбыраҡ киткән. Бында Литва, Польша, Төркиә, Венгрия һәм күрше Украина ерҙәрен ҡулға эләктерергә көҫәгән башҡа феодаль дәүләттәр ғәйепле. ХI-XII быуаттарҙа уҡ венгр феодалдары Карпат аръяғын баҫып алған. XIV быуаттың аҙағында – XV быуаттың башында Галичина һәм Көнбайыш Волынь – поляк магнаттары, Көнбайыш Полесье, Волынь, Подолье, Киевщина һәм Чернигово-Северщина Литва хакимлығына эләккән. ХIV быуаттан алып молдаван феодалдар Төньяҡ Буковинаны баҫып алған, ә XV-XVI быуаттар яҡынайған ваҡытта Төркиә солтаны Ҡара диңгеҙҙең төньяғындағы ерҙәрҙең бер өлөшөн үҙләштереп өлгөргән. Әлхасил, украин ерҙәренең байтағы сит ил феодалдары ҡулында булып сыҡҡан.
Әле килтерелгән факттар ғына Украиналағы милләт-ара мәсьәләләрҙең хәҙерге ҡатмарлылығы ниндәй тәрән тамырҙарҙан һут та, ағыу ҙа алыуын раҫлайҙыр. Әгәр 1648 – 1654 йылдарҙағы милли ҡалҡыныу булмаһа, 1654 йылдың ғинуарында, Переяслав Радаһы Украинаның Рәсәй менән ҡушылыуын иғлан итмәһә, украин халҡының яҙмышы артабан нисегерәк булыр ине икән? Хәйер, әлеге тарихи акт рус халҡының артабан көсәйеүенә, союздаштар, ахыр килеп, туғанлыҡты табыуына алып килгән. Бергә йәшәү, берҙәм булыу ике халыҡтың да төпкөл мәнфәғәттәренә яуап биргән, уларҙың артабанғы иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни йәһәттән күтәрелеүенә, Украина менән Рәсәйҙең етештереү ҡеүәттәренең үҫеүенә булышлыҡ иткән.
Ҡушылғандан аҙаҡ Украинаға сәйәси автономия бирелгән, ләкин үҙәк хакимиәттең төрлө ҡарарҙары менән тәүге хөрриәтлек юҡҡа сығарылған. Рәсәйҙең 1768 – 1774 һәм 1787 – 1791 йылдарҙағы һуғыштарҙа Төркиәне еңеүе Ҡара диңгеҙҙең төньяғындағы иркен ерҙәрҙе, Новороссияны Рәсәй империяһына ҡушырға мөмкинлек биргән. Новороссия, әйткәндәй, украин этносы өсөн көнитмеш урынға әйләнгән. Шул уҡ ваҡытта үҙәк хакимиәт, тәүҙә хәрби-стратегик маҡсаттан, һуңғараҡ төбәкте хужалыҡ йәһәтенән үҙләштереү уйынан сығып, ошо биләмәләргә төрлө халыҡты күсендереү хәстәрлеген күргән. Күсенеүселәргә хәтһеҙ ташламалар вәғәҙә ителгән. Көньяҡ Украина өлкәләренә күсеп ултырыуҙа һәм хужалыҡты ойоштороуҙа төп роль уйнаған украиндар һәм рустарҙан ғәйре был төбәккә славян булмаған колонистар-молдавандар, гректар, әрмәндәр һәм көньяҡ, көнбайыш славяндарҙан бер аҙ сербтар, болгарҙар, чехтар һәм словактар килеп төпләнгән.
Халҡының күпселеген украиндар тәшкил иткән көнбайыш өлкәләрҙең яҙмышы ҡатмарлыраҡ та, хатта фажиғәлерәк тә. Әммә беҙ был юлы ул йүнәлешкә тәрәнәймәй торабыҙ.
Украин буржуаз милләтенең формалашыу процесы милли үҙаңдың нығыныуы һәм украин халҡының телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә хоҡуғын аңлау менән бергә барҙы. Тәбиғи, батша хөкүмәте, урындағы алпауыттарға һәм буржуазияға таянып, үҙенең сәйәсәте менән украин милләтенең формалашыу процесын тотҡарларға тырышты. Шулай, “Украина” атамаһы тыйылып, “Малороссия” исеме көсләп тағылды. Батшалыҡтың украин халҡына ҡарата тәкәббер, шовинистик мөнәсәбәте хатта шунда ла күренде. Украин әҙәби телен, матбуғатын, милли мәктәптәрен, юғары уҡыу йорттарын, театрҙарҙы үҫтереү һәр төрлө кәртәләргә осрап торҙо. Реакция тантана иткән ошо осорҙарҙа украин халҡын яҡлап рус зыялылары Александр Герцен, Николай Чернышевский, Николай Добролюбов, шулай уҡ Польшаның күренекле эшмәкәрҙәре Адам Мичкевич, Юлиуш Словацкийҙар саң һуҡҡан.
Инҡилаби-азатлыҡ көрәше рус һәм украин мәҙәниәтенең, Рәсәйҙең бүтән халыҡтарының мәҙәниәтенең яҡынайыуына булышлыҡ иткән. Украина мәҙәниәте менән өҫтән-мөҫтән таныш кешегә лә Иван Франко, Михаил Коцюбинский, Леся Украинка, Иван Карпенко-Карый, Николай Лысенко һәм башҡалар билдәлелер. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинаның иң күренекле һүҙ оҫталарын, Фәндәр академияһы менән бер рәттән, Өфө, Башҡортостан үҙенә һыйындырған. Был турала талантлы журналист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Узиков “Это с нами навсегда” тигән китабында ифрат йылы итеп яҙып ҡалдырҙы.
Мәҙәни бәйләнештәр, рухи туғанлыҡ тураһында һүҙҙең йөйө сыҡҡас, Мостай ағайҙың “Ғүмер миҙгелдәре” китабында баҫылған “Азамат” тигән новеллаһын хәтерләмәй хәл юҡ.
1970 йылда Украинала башҡорт әҙәбиәте көндәре уҙа. Туғандар беҙҙекеләрҙе бик ҙурлап алып йөрөй. Шунда хушлашыу мәжлесендә шағир Муса Ғәли “Азамат”ты йырлай. Украина Яҙыусылар союзы рәйесе Олесь Гончар, байтаҡ әҫәрләнеп ултырғас, “Азамат”ты “бөйөк йыр” тип атай. Мостай ағай, уға яуап итеп, “Рәхмәт, дуҫым. Йырыбыҙҙы аңлап ҙурланың” тигән һүҙҙәрҙе әйтә.
Һәм йәнә үҙ хәтирәләремә әйләнеп ҡайтам. 2011 йылдың ҡарлы-буранлы март айы. Күп йылдар һағынып һөйләй торғас, хәләлем Сания менән тәүәккәлләнек тә уның атаһы, минең ҡайны Ғөзәйер Сәғит улы Сәғитовтың ҡәберен эҙләп сыҡтыҡ та киттек. Белешмәләрҙән күренеүенсә, ул Орел өлкәһенең Мценск районында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән булырға тейеш.
Зеленый Холм – ошондағы һүнеп барған бихисап ауылдарҙың береһе. Беҙ барып юлыҡҡанда, унда Хоҙай ҡаршыһына баҫырға әҙерләнгән, олоғайған ике генә кеше ғүмер тиҫбеһенең һуңғы төймәләрен һанай ине. Хәләлем менән, ярҙай ҡалын ҡар аҫтында йоҡомһорап ятҡан ҡалҡыулыҡтар өҫтөнән һуҡмаҡ һалып, ҡәбер таштарынан ҡәҙерле бер исемде эҙләйбеҙ. Холм, беҙҙеңсәгә әйләндергәндә, ҡалҡыулыҡ була бит инде. Ҡышын – ап-аҡ кәфенгә, йәйҙәрен йәшел бәрхәткә төрөнгән әлеге ҡалҡыулыҡтар, баҡтиһәң, туғандар ҡәберлектәре икән.
Ҡырҡ беренсе йылдан алып ҡырҡ өсөнсөгә ҡәҙәр барған һуғыштар Орел, Белгород, Курск, Тула өлкәләрендә йөҙҙәрсә мең яугирҙе йотҡан. Әле беҙ йөрәкһеп ҡарап йөрөгән ҡәбер таштарында — рус, украин, белорус, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, йәһүд исемдәре. Әсе яҙмыш әллә ҡайҙарҙа йәшәгән төрлө телле халыҡтарға уртаҡ урын тапҡан. Ул — ер ҡуйыны.
Бөйөк рус яҙыусыһы И.С. Тургеневтың атайсалы булған Спасское-Лутовиново имениеһынан Украинаға ла, Белоруссияға ла бер сама. Дөрөҫөрәге, улар эргәлә генә. Әйткәндәй, ошо тирәлә — Рәсәй, Украина һәм Белоруссия сиктәренең яҡынайған урынында — славян халыҡтарының йыйыны йыл һайын үтә. Ул Мәскәү, Киев һәм Минск тип аталған өс тағандың нәҡ уртаһына тура килә. Бүтән факторҙарҙы иҫәпкә алмайынса, хатта географик күҙлектән ҡарағанда ла, Рәсәй менән уның ҡандаш һәм телдәш күршеләренең бер-береһе менән ҡан тамырҙары аша тоташҡанлығы асыҡ күренә. Теләйбеҙме-юҡмы, әммә әлегә таможня постары менән айырылған халыҡтарҙың тарихы, яҙмышы һәм, күп йәһәттән, киләсәге лә уртаҡ.
Рәсәйҙең сәйәси системаһын һуңғы йылдарҙа Византия менән сағыштырыр булып киттеләр. Был бәхәсле һәм тарихи булмышта ғәҙел тезис түгел. Тоғроһо шул: Византия сәйәси мәҙәниәтенең бишеге Рәсәй түгел, ә Украина. Ул, үҙ нәүбәтендә, Рәсәй цивилизацияһына ла нигеҙ һалған. Ошоно иҫәпкә алғанда, уртаҡ цивилизация донъяһында булып ятҡан бер генә ваҡиға ла Рәсәйҙе һәм уның халыҡтарын урап үтмәй.
Ике тиҫтә йыл ғүмер үтеүгә ҡарамаҫтан, телевизор тоҡандырабыҙмы, гәзит асабыҙмы, эске бер теләккә ҡаршы тора алмай, шағир әйтмешләй, “илдә ниҙәр бар икән?” тип хәбәрҙәр араһынан Кавказ, Урта Азия, Балтик буйы, Украина тарафтарынан килгәндәрен эҙләй башлайбыҙ. Белоруссияла оппозицияның ил башы менән көрәше, Балтик буйы республикаларында рус ҡәүемен милләт итеп һанламау, Украиналағы Майҙан. Ахыры күренмәгән янъялдар.
Союздаш республикаларҙан ҡоршалған илебеҙ тарҡалғас, барыбыҙ ҙа, әсәләренән күҙ яҙған ҡош балалары шикелле, баҙап ҡалдыҡ. Йөҙҙәрсә милләтте теле, мәҙәниәте, абруйы һәм ҡеүәте менән беректереп торған рус ҡәүеме үҙе лә, бүлгеләнеп, Урта Азия дәүләттәрендә, Балтик диңгеҙе ярҙарында, Кавказда тороп ҡалды. Күпселек рустар Белоруссияла ла төпләнгәйне. Башҡортостанда ла, ана, 75 мең украин йәшәй.
Бала саҡтан күреп-белеп йөрөгән белешем, Әбйәлил районына Днепропетровск өлкәһенән сиҙәмгә килгән тракторсы Сергей Музыканы хәтерләйем. Эшкә маһир, төҫкә матур украин егете Башҡортостан сиҙәменең бәҫен ныҡ күтәрҙе. Байтаҡ йылдар үткәс, Сергей Ефимович Днепропетровщинаһына ҡайтып китте, данлыҡлы механизаторҙың артабанғы яҙмышы нисек булғандыр, мөстәҡил Украинала уның ейәндәре-туғандары ни хәлдәлер, фаразлайһы ғына ҡала.
Йәнә гәзиттәр, телевизор... Украина. Киев. Крещатик. Нимә талап итеүен үҙе лә белмәй үрһәләнеүсе Майҙан... Ихтыярһыҙҙан күңел дә, иғтибар ҙа шул яҡҡа тартыла. Йөрәк, күрәһең, айырылышыуҙы ҡабул итә алмай. Рәсәй менән Украина дәүләттәре генә түгел, бик күптәребеҙҙең яҙмышы бергә төйнәлгән. Яҡташым, һуғыштың башында уҡ Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән сержант Атаулла Иғдисамов Украинала партизандар отрядын етәкләгән. Ифрат яҡын кешем, мөғәллим Нәҡип Нәбиуллин ағай, немец әсирлегенән ҡасҡас, бер украин ғаиләһенә килеп һыйынған. Яҙмыштарыбыҙҙың уртаҡлығын раҫлаған ошоға оҡшаш миҫалдар һанап бөткөһөҙ.
Украиндар хәҙерге Башҡортостан ерҙәренә Бөйөк Екатерина батшалыҡ иткән замандарҙа күсеп килә башлаған. Улар бында ауыл-ауыл булып ултырған да алыҫта ҡалған атайсалдарының атамаларын яңы төйәктәренә биргән. Тавричанка, Черниговка, Нефороща, Полтавка... Мәҫәлән, Өфө районындағы Бейғол ауылына, ошондағы ерҙәрҙе һатып алып, Полтава, Черниговка крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. Ғөмүмән, Башҡортостан ере бына нисәмә быуаттар буйына украин милләтле ватандаштарыбыҙ өсөн, Рәшит Ниғмәти һүҙҙәре менән әйткәндә, ысын мәғәнәһендә батькiвщина булып тора.
Илле миллион кеше йәшәгән күрше был дәүләт менән мөнәсәбәттәр һәр шарттарҙа ла Рәсәй өсөн мөһим булып ҡаласаҡ.
...Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡәберҙәр араһынан беҙ яҡындарыбыҙҙы һәм ҡәрҙәштәребеҙҙе генә эҙләп йөрөмәнек. Ошонда мәңгелек йоҡоға талған һәр кем беҙгә туған, һәр кемдең рухы беҙгә ҡәҙерле. Икһеҙ-сикһеҙ киңлектәр, сағыу ҡояш, тулышып килгән бөрөләрҙең әскелтем еҫе, шаян тейендәр — Иван Тургенев имәндәре сатырында күңелле уйыны — былар барыһы ла уртаҡ. Дон башланған урын, Куликов яланы, Бежин туғайы — рухлы, әкиәтле, хикмәтле ерҙәр. Яу менән хеҙмәт ҡушылған тараф.
Русҡа ла, украин менән белорусҡа ла, башҡорт менән татарға ла ят булмаған уртаҡ Ватан.