Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Украина: бергә саҡта көслө ине, хәҙер мөсһөҙләнә...
Украина: бергә саҡта көслө ине, хәҙер мөсһөҙләнә... “Украина” һәм “украиндар” тигән төшөнсәләргә ҡағылышлы бер нисә генә һүҙ ҡатайыҡ. Тарих төпкөлөнә самаһыҙ сумһаң, һөйләшеү оҙаҡҡа китер, шуға күрә был юлы күптәргә мәғлүм факттарҙы хәтерҙә яңыртыу менән генә сикләнәйек. “Украина” тигән атама “ҡырый”, “сит” йәки “ил” мәғәнәһендә тәү мәртәбә ХII быуатта хасил булған. Шул тарафтарҙа йәшәгән халыҡ рәсми рәүештә ХVIII быуатта украиндар тип йөрөтөлә башлаған. Әйткәндәй, Европаның географик үҙәге лә ошонда.
Заманында Украина ССР-ы халҡының һаны буйынса СССР-ҙа Рәсәй Федерацияһынан ҡала икенсе республика ине. Уның 50,5 мил­лионлыҡ халҡы Советтар Союзында йәшәгәндәрҙең биштән бер өлөшөн тәшкил итте. Үҙ атайсалында украиндар, тәбиғи, төп халыҡ иҫәпләнһә, шулай ҙа 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, илдә рустар (21,1 процент) күпләп йәшәй. Бында йәнә йәһүдтәр, белорустар, молдовандар, поляктар менән бол­гарҙар байтаҡ. Шулай уҡ заманында румын, грек, венгр, эстон, татар, ғағауыз ҡәүемдәренең вәкилдәрен осратырға мөмкин ине. Был тарафта башҡорттарҙың да эҙе һаҡланған.
Илебеҙҙәге хәҙерге сәйәсмәндәр Украинаға ҡарата ниндәй генә әсе һүҙҙәр әйтмәһен, ул Рәсәй өсөн айырыуса мөһим ил булып ҡала. Америка дипломатияһының аҡһаҡалы Генри Киссинджер: “Украинаны юғалтһа, Рәсәй һис ҡасан да бөйөк держава була алмаясаҡ”, – тип тиктәҫкә генә әйтмәгәндер. Ике дәүләтте тарихи һәм дини уртаҡлыҡ ҡына түгел, бәлки әүәлдән килгән социаль һәм иҡтисади бәйләнештәр берләштерә. Ике илдең дә эске тулайым продукцияһы тиҫтәләрсә миллиард доллар менән иҫәпләнә ине. Шуныһы, Рәсәй менән Украинаның иҡтисады структура йәһәтенән бер-береһенән айырылмаҫтай организм итеп ойошторолғайны.
Украина элиталарының ихтыяры менән һәм ундағы даими сәйәси тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында ике илдең бер-береһенә таяныуы 2004 йылдан ҡаҡшай барҙы. Рәсәй етәкселәренең фекеренсә, Киевтағы беҙгә ҡарата дошмансыл режим оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Был Мәскәүҙе лә Киевтан алыҫыраҡ булыуға этәрә. Әммә айырылышыу ҙа ҡабалан-ҡарһалан эшләнә торған ғәмәл түгел.
Теләһә ниндәй сәйәси хәлдә лә иҡтисади үҫеш өсөн Мәскәүгә Украинала тотороҡлолоҡ һәм уның бүлгеләнмәгән дәүләт булыуы кәрәк. Рәсәй бер генә элекке союздаш республика менән дә Украинаға тиңләрлек бәйләнештә булманы. Ҡырымдағы референдумға ҡәҙәр Мәскәүгә ярымутрауҙа Ҡара диңгеҙ хәрби флотының торор урынын һаҡлап ҡалыу ифрат мөһим ине. Ошондай уҡ әһәмиәтле эштәр рәтенә Украинаның хәрби нейтраллеге, энергия ресурстарын уның хәҙерге биләмәһе аша ҡыуыу, шулай уҡ шунда йәшәгән, күп өлөшө Рәсәйгә үҙ хоҡуҡтарын яҡлаусы тип ҡараған ун миллиондан күберәк рус кешелә­ренең именлеге лә инә.
Украина предприятиеларында Рәсәй капиталы иҡтисадтың дөйөм күләмендә һаман да төп өлөштө тәшкил итә. Йыл һайын уртаса алты миллион украин Рәсәйгә эшкә ялланырға килә. Төрлө милләт ҡыҙҙары менән егеттәре ҡорған ғаиләләр, уртаҡ мәҙәниәт һәм дин бәйләнештәрҙе нығыта.
Рәсәйҙәге мәғлүмәттәр буйынса, Мәскәү йыл һайын газ өсөн ташламалар, заемдар, заказдар биреү, Рәсәй етештереүселәрен зыянға һуғып булһа ла, профессиональ, йәғни ташламалы, сауҙа режимы урынлаштырыу аша, Украина иҡтисадын 10-12 миллиард доллар күләмендә дотациялай килгән. Уның хакимдары ризалашырға теләйме-юҡмы, иллә Украинала тото­роҡ­лолоҡтоң төп тышҡы гаранты булып әлегә шул Рәсәй ҡала.
Рәсәй банктары Украинаның финанс системаһында мөһим урынды биләй. Илебеҙҙән туранан-тура инвестициялар 2013 йылда Украинаға килгән бөтөн аҡсаның 6,8 процентын тәшкил итһә лә, Рәсәй аҡсаһының 33,4 проценты Кипр аша килгән. Был күрһәткестәр йылдың-йылы кәмей бара. 2014 йылдың яҙында Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Украинаға тура килгән заказ күләмен 15 миллиард долларлыҡ тип баһаланы. (Был Украинаның эске тулайым продуктының 8,7 процентын тәшкил итә). Ул заказдар, башлыса, йыһан ракеталары һәм караптары, самолеттар, вертолеттар, турбиналар етештергән, Рәсәй заводтары менән бергә эшләгән юғары технологиялы предприятиеларға ҡағыла.
2015 йылдың апреленә Ук­раинаның тулайым тышҡы бурысы 126 миллиард долларға еткәйне. Ошоноң 50 миллиарды – дәүләттеке. Ошо портфелдән 25 миллиард доллар бурыс Рәсәйҙәге дәүләт һәм хосуси банктарға ҡайтарылырға тейеш. Бынан тыш, күрше илдең Рәсәй алдында дүрт миллиард долларлыҡ дәүләт бурысы бар. Әйткәндәй, уларҙы ҡайтарып алыу беҙҙе ныҡ борсоған вайымға әүерелде.
Атом энергетикаһы өлкәһендә мираҫ булып Украинаға йәмғеһе 15 энергоблоклы дүрт атом электр станцияһы ҡалды. Шуларҙың Запо­рожьелағыһы Европала иң ҙуры һанала.
Бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән өлкә булып сәнәғәт етештереүе ҡалғайны. Был айырыуса хәрби-сәнәғәт комплексына (ВПК) ҡағыла. Рәсәй армияһындағы 186 төр ҡорал һәм хәрби техникаһында Украинала эшләнгән сегменттар файҙаланыла килде. Көрсөк шарттарында ВПК-ла хеҙмәттәшлек туҡтаны. Һөҙөмтәлә Рәсәй армияны яңыртып ҡо­рал­ландырыу буйынса 2020 йылға тиклемге программаһын ҡабаттан ҡарап сығырға мәжбүр булды.
2013 йылда Рәсәй әһәмиәте буйынса Европа союзынан аҙ ғына ҡалышҡан (27,3 һәм 31,2 проценттар) сауҙа уҙаҡташы ине. 2014 йылда үҙ-ара сауҙа емерелә яҙҙы, уның күләме 18 миллиард долларға (40,2 процент) кәмене. Шул уҡ ваҡытта ЕС менән сауҙа 12 процентҡа ғына артты.
Хәҙер килеп Украинаның яңы хакимдары Рәсәй менән визаһыҙ аралашыуҙы ла бөтөрҙө. Тимәк, беҙҙә ялланып эшләгән украиндар тыуған иленә аҡсаны аҙыраҡ күсерәсәк. Күҙалланғанса, уларҙың был өлкәлә юғалтыуҙары йылына 11-13 миллиард долларға етеүе ихтимал.
Килтерелгән аҙ ғына һандар ҙа Рәсәй менән Украина араһындағы бәйләнештең ни ҡәҙәре тәрән булыуы тураһында һөйләй. Мәсьәлә совет етештереү мираҫы менән иҡтисади бәйләнештәрҙә лә түгел – бөгөн мөстәҡил булған Украинаның хужалығы тәүҙән үк Рәсәй ҡатнаш­лығында үҫеште. Бер-береһе менән хеҙмәттәшлекте емереү Украинала эске тулайым продукттың 20-30 процентҡа кәмеүенә килте­рәсәк. Рәсәйҙә лә был һандың түбәнәйеүе 3-5 процент тәшкил итәсәк.
Ике дәүләттең бер-береһенә бәйле булыуы сәйәсәтте иҡтисадтан айырырға мәжбүр итте. Ләкин Украина милли именлегенең яңы стратегияһында, Рәсәй – оҙаҡҡа бара торған стратегик хәүеф, тип әйтелә, ә Украина үҙе, йәнәһе, Рә­сәйгә ҡаршы көрәштә Көнбайыштың форпосы. Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев әйтмешләй, “яңы шарттарҙа беҙ хис-тойғоно һәм “туғанлыҡ тойғоларын” ҡалдырып торабыҙ. Һәм Украинаның иҡтисадын бынан ары үҙ хәстәрлегебеҙгә алмаясаҡбыҙ”.
Элек Мәскәүҙең Киевҡа ҡарата өс стратегияһы бар ине. Уларҙы бойомға ашырыу Украинаның хеҙмәттәшлек итеүгә әҙерлеге менән бәйләнгәйне. Беренсе фараз буйынса, Рәсәй БДБ сиктәрендә дөйөм иҡтисади ғаиләлә интеграцияға ынтылған, совет иҡтисади мираҫы нигеҙендә үҫергә теләгән дуҫ ил менән эш итергә тейеш. Икенсе­һендә, айырыуса йыш ҡулланыл­ғанса, Рәсәй нейтраллеккә лә барған, аумаҡай ил менән эш итәсәк. Был сценарийҙа Рәсәй Украина һәм Европа союзы менән өс яҡлы иҡтисади режим булдырыуға ынтыла.
Ниһайәт, стратегияның 2004 – 2008 һәм 2014 йылдарҙа ғәмәлдә булған өсөнсө версияһында дошмансыл илгә тап булдыҡ. Мәскәүгә хәҙер был осраҡта бер-береңә бәйләнгәнлектән аҡрынлап ҡотолор­ға, үҙ мәнфәғәттәрен Киевтың йоғонтоһонан азат итергә, шул уҡ ваҡытта Украиналағы тотороҡло­лоҡҡа хәл ҡәҙәренсә булышырға ғына ҡала.
Үҙенең үҫешенә таянып, Мәскәү ун йыл элек Украинаның “нисек тә булһа туғанлыҡ” концепцияһына түгел, бәлки Рәсәйҙең иң мөһим мәнфәғәттәренә Украинаның йоғон­тоһон кәметеүгә нигеҙләнгән яңы сәйәсәтен дәртләндерергә ниәтлә­гәйне. Мәскәү алдағы 20 йыл эсендә тыныс юл менән Украинаны үҙ яйына ҡалдырырға әҙерләнгәйне. Ошо юҫыҡта “Төньяҡ ағым” газ үткәргесе төҙөлдө һәм “Көньяҡ ағым” планлаштырылды, Ҡара диңгеҙ фло­тының Новороссийскиҙа яңы база­һын булдырыу эштәре башланды, оборона заказдары Украинанан Рәсәй предприятиеларына күсерел­де.
Әгәр Киевта авантюристик һәм агрессив көстәр өҫтөнлөк ала ҡалһа, Рәсәй Украина яғынан килгән ҡурҡынысҡа кәртә ҡуйыуға күсергә мәжбүр буласаҡ. Хатта был осраҡта ла ул ҡапма-ҡаршылыҡты асыҡтан-асыҡ көс менән хәл итеүгә бармаҫ. Ҡиммәт тә, ышаныслы юл да түгел был. Украинаның көнсығышында халыҡтың бер-береһенә ҡаршы тороуы ла хилаф эш: сиктәр аша сауҙа итеүҙе боҙа, ҡасаҡтар күбәйә, транспорт бәйләнеше өҙөлә, матди зыян бихисап. Шуға күрә Мәскәүҙең Донбассҡа ярҙамы берҙән-бер маҡсатты көҫәй: Киевҡа низағты хәрби юл менән яйлап булмауҙы күрһәтеү һәм уны һөйләшеүҙәр өҫтәле янына ултыртыу.
Шуныһы ла бар: әгәр Киевта яңы майҙан хасил булһа, ундағы көрсөк халыҡ-ара проблемаға әйләнәсәк һәм Украинаның Рәсәй менән Көнбайыш араһындағы һуғыш яланы хәленә ҡалыуы бик ихтимал.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 425

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375