Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Фемида Рәсәйгә күҙ һалғанда...
Фемида Рәсәйгә күҙ һалғанда... Федераль Йыйылыш депутаттарына 2017 йылға Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин суд органдары эшен телгә алмағайны. Быны, беренсенән, теория буйынса бойондороҡһоҙ һәм үҙаллы власть тармағы эшмәкәрлегенә ҡыҫылмау тип аңлатырға мөмкин ине, икенсенән, ил башлығы үҙ фекерҙәрен Рәсәй судьяларының былтыр декабрҙә үткән IX съезында еткерҙе. Судьяларға эштең самаһыҙ күплегенә иғтибарҙы йүнәлтеп, Владимир Путин был хәлдең хаталарға килтереү ихтималлығын билдәләне. Фемида әһелдәрен судья намыҫын һаҡларға, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы төп орган булараҡ судтарға ышанысты көсәйтеү кәрәклегенә баҫым яһаны.
Хөкөм институты эшмәкәрлеген һәм киләсәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн Кремлгә 780 делегат йыйылыуы ысынлап та форумдың әһәмиәтенә ишара яһай. Делегаттар дөйөм, арбитраж, хәрби, солох (мировой) һәм устав судтарын кәүҙәләндерҙе. Улар иғтибарына сығарылған мәсьәләләр башлыса тармаҡ мәнфәғәттәрен сағылдырып, эш хаҡын һиҙелерлек арттырыу, Фемида әһелдәренең һаулығын нығытыу өсөн айырым дауаланыу-санаторий базалары төҙөү, Ҡырым Республикаһында судтарҙың биналарын яңыртыу, яңыларын төҙөү һ.б. мәсьәләләргә ҡағылды.
Шулай уҡ тәүге тапҡыр судьяларҙы һәм судтарҙы яҡлау өсөн махсус сығымдар кәрәклеге телгә алынды, сөнки, Суд департаменты рәйесе Александр Гусевтың хәбәренә ярашлы, енәйәт эштәрен ҡараған судьяларға янауҙар, айырыуса Интернет аша, күбәйә. Рәсәй Юғары суды рәйесе Вячеслав Лебедевтың башланғысы буйынса кассация һәм апелляция судтары ойоштороу тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарамағына сығарыуҙы делегаттар хупланы.
Төп докладта телгә алыныуынса, судтар эшмәкәрлегендә айырыуса енәйәтселек билдәләрен йомшартыуға, йәғни Енәйәт кодексын либералләштереүгә бәйле үҙгәрештәр байтаҡ. Мәҫәлән, енәйәт яуаплылығынан азат ителеүселәр һуңғы биш йылда 25 процентҡа артып, иректән мәхрүм ителеүселәр, киреһенсә, 100 мең самаһы кешегә кәмегән. Бәлиғ булмағандарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҙа һирәгерәк күҙәтелә: шул уҡ осорҙа ундайҙар 60 меңгә аҙыраҡ теркәлгән. Һөҙөмтәлә ил буйынса 36 холоҡ төҙәтеү, 35 тәрбиә колонияһы һәм һигеҙ тәфтиш изоляторы ябылған.
Съезд конференция йәки йыйылыш түгел, һәм унда теге йәки был власть тармағының граждандар мәнфәғәтенә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләре күтәрелә, ҡарарҙар сығарыла. Суд органдары ла, закон сығарыу һәм башҡарма власть органдары кеүек, Рәсәй граждандары исеменән, улар мәнфәғәтен күҙәтеп һәм һалым түләүсе сығымдары иҫәбенә эшмәкәрлек итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт йылға бер уҙғарылған съезд хаҡында матбуғат саралары граждандарға кәрәкле мәғлүмәттәрҙе биреп еткермәне. Элекке Советтар Союзында хөкөм институтына иғтибар һәм ихтирам һәр саҡ түбән булған кеүек, хәл әле лә үҙгәрешһеҙ ҡала.
XIX быуат башында Рәсәй империяһында танылған хоҡуҡ белгестәренең береһе Богдан Кистяковскийҙың раҫлауынса, Рәсәй зыялылары бер ҡасан да шәхес хоҡуҡтары мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынманы һәм уны халыҡ иғтибарына еткермәне. Насар традицияларҙың оҙон ғүмерле булыуы, үкенескә ҡаршы, бында ла күренә. Быны халыҡ араһынан сыҡҡан һәм шул мөхиттә эшләгән судьялар ҙа аңлай һәм үҙ эшмәкәрлеген дә шуға ярашлы ҡора. Мәҫәлән, судтар эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе матбуғат биттәрендә осратыуы ҡыйын. Тармаҡтың эш үҙенсәлектәре менән етерлек дәрәжәлә таныш булмау сәбәпле, журналистар ҙа суд тупһаларына аяҡ баҫырға ынтылып тормай.
Съезда сираттағы тапҡыр күтәрелгән граждандарҙың судтарға ихтирамын, судья статусын күтәреү, суд ҡарарҙарының һәр кем өсөн аңлайышлылығына, граждандарҙың судтарға бер ҡаршылыҡһыҙ мөрәжәғәт итә алыуына өлгәшеү һ.б. кеүек пункттарҙы суд эшмәкәрлегенә ҡағылышлы теләһә ҡайһы материалдарҙа табырға мөмкин. Ихтирамға килгәндә, ул элекке СССР-ҙағы кеүек пропаганда менән түгел, тик законлы һәм ғәҙел ҡарарҙар нигеҙендә генә яулана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй Фемидаһына был йүнәлеш теләк формаһынан ары китә алмай.
Сәбәп нимәлә һуң? Ғөмүмән, йәмғиәттең хоҡуҡи аңы, хоҡуҡ-суд ғәмәле Көнбайыш өлгөләре менән сағыштырыу нигеҙендә барлыҡҡа килеүе сер түгел. Хәҙерге Рәсәй хоҡуҡ-суд системаһы ла 90-сы йылдарҙа донъя стандарттары, иң элек Көнбайыш Европа һәм АҠШ өлгөләренә эйәреп ижад ителде. Француз мәғрифәтсеһе Шарль Луи Монтескье властарҙы айырым өс тармаҡҡа бүлеү теорияһын XVIII быуаттың икенсе яртыһында ижад итеп, Францияла тәүге Конституция шул быуат аҙағында ҡабул ителһә, Рәсәйҙә был принцип, ниһайәт, 1993 йылғы РФ Конституцияһында ғына тәүге тапҡыр урын алды. Был – бер.
Икенсенән, бер ҡасан да демократик ҡоролошта йәшәп ҡарамаған һәм демократик азатлыҡтарҙың ни икәнен дә белмәгән, киреһенсә, демократик азатлыҡтың нигеҙ ташы булған либерализмды ек күргән Рәсәйҙә яҡтар тиңлеге, суд процесының дәлилдәрҙе иҫбатлауға ҡоролоуы, ғәйепһеҙлек презумпцияһы кеүек мөһим ҡанундарҙың ныҡлы ерегеүе сирек быуат дауамында ҙур проблема булып ҡала. Өсөнсөнән, илебеҙ граждандары суд власын ихтирам итмәй, уның теге йәки был бәхәсте юридик һәм әхлаҡи яҡтан хәл итеүсе берҙән-бер законлы ысул икәнлеген аңлап еткермәй.
Юридик фәндәр кандидаты, адвокат Алексей Кавецкийҙың совет заманы күҙлегенән сығып, IX съезды “Независимая газета”ла “суд-хужалыҡ активы йыйылышы” тип атауы яҡшы түгел, әлбиттә, ләкин сценарийға иғтибарлабыраҡ күҙ һалһаң, был кинәйәлә арттырыу юҡлығы аңлашыла. Үҙ ҡаҙанында ҡайнаған, йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалып килгән Фемида әһелдәренең проблемаларға ошондай ҡарашында граждандарҙың үҙҙәре ғәйепле булыуын аңлау өсөн әллә ни зирәклек тә кәрәкмәй.
Рәсәй Конституцияһының 2-се статьяһына ярашлы, мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһында властың берҙән-бер сығанағы һәм суверенитет йөрөтөүсеһе – Рәсәй Федерацияһының күп милләтле халҡы, һәм суд власы ла уның исеменән эш итә. Граждандарҙың хөкөм институтын формалаштырыуҙа ҡатнашмауы конституцион хоҡуҡтарынан файҙаланыуҙан ситләшеүҙе аңлата һәм ахыр сиктә был властың эш сифатын хәл иткес дәрәжәлә билдәләй.
Ошо күҙлектән ҡарағанда, район һәм солох судьяларын һайлап ҡуйыуҙа СССР тәжрибәһен тергеҙеү идеяһы ниндәйҙер кимәлдә йәмғиәттең хөкөм институтына йоғонтоһон һәм иғтибарын көсәйтер ине. Әлегә судьялар корпусын тәғәйенләү Рәсәй Президенты һәм Федерация субъекттарының закон сығарыу органдары ҡарамағында.
Граждандар иғтибарынан төшөп ҡалған тағы ла бер проблема – илдә суд органдарында эшләүселәрҙең һуңғы сирек быуат эсендә күҙ эйәрмәҫлек тиҙлектә артыуында. Үҫеш совет осоро менән сағыштырғанда, моғайын, биш-алты тапҡырҙыр. Ә сығымдар? Көнбайыш илдәрендә, мәҫәлән, уҡытыусыларҙың һәм табиптарҙың килеме судьяларҙыҡы менән бер сама булһа, Рәсәйҙә был турала ауыҙ ҙа асырлыҡ түгел. Илдә оҙайлы көрсөк дауам итеп, граждандарҙың килеме айҙан-айға ҡотолғоһоҙ рәүештә кәмегән бер мәлдә Фемида әһелдәренең былай ҙа юғары эш хаҡына өҫтәмә һорап ултырыуы, һис шикһеҙ, бер ниндәй ҡанундарға ла һыймай.
Шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡарауына сығарылған эштәрҙең күплеге судьяларҙың эшмәкәрлегенә түгел, ә башҡарма һәм өлөшләтә закон сығарыу органдарының эшләп еткермәүенә, дөрөҫөрәге – насар эшләүенә бәйле. Быныһы үҙ сиратында йәмғиәттә граждандар институттарының үҫешмәүенә, граждандарҙың хоҡуҡи аңы түбән булыуына ҡайтып ҡала. Һәм был институттарҙы, хоҡуҡи аңды судьяларҙың эш хаҡын күтәреү иҫәбенә генә хәл итеү мөмкин түгел.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 30.04.2026 // Сәйәсәт

Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде 30.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының комитет етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе
Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде 29.04.2026 // Сәйәсәт

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы 29.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров: Башҡортостанда демографик хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә

Радий Хәбиров: Башҡортостанда демографик хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә 28.04.2026 // Сәйәсәт

Республика етәксеһе демография өлкәһендә даими пропагандалау системаһын формалаштырыу буйынса әүҙем ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 27.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай 23.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай...

Тотош уҡырға 3

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне 22.04.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне...

Тотош уҡырға 3

Республика етәксеһе БПЛА һөжүмдәренә етди ҡарарға саҡырҙы

Республика етәксеһе БПЛА һөжүмдәренә етди ҡарарға саҡырҙы 21.04.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров һәләк булған янғын һағы водителенең ғаиләһенә ярҙам тураһында әйтеп үтте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан Президенты менән осрашыу хаҡында ентекләберәк һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан Президенты менән осрашыу хаҡында ентекләберәк һөйләне 21.04.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров  Милли медицина   тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты

Радий Хәбиров Милли медицина  тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты 16.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә академик Евгений Шляхто төбәктең кардиология хеҙмәтенең 45 йыллығына арналған сараларҙа ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә