Башҡортостан Республикаһы исеменән
Башҡортостан Республикаһы Конституция суды ҡарары
Өфө ҡалаһы 2016 йыл, 20 октябрь
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шаһапова Руфина Алик ҡыҙының мөрәжәғәтенә бәйле, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының 1999 йылдың 26 февралендәге 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениелағы 1.6-сы пункттың, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениелағы 3.3-сө пункттың, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениелағы 3.7-се пункттың, Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибендәге 6-сы пункттың конституционлығын тикшереү хаҡындағы эш буйынса
Рәйес З.И. Йәнекәев, судьялар Р.Р. Кәримова, В.М. Крылов, Ф.Р. Моратшин составындағы Башҡортостан Республикаһы Конституция суды,
Башҡортостан Республикаһы Конституция судына мөрәжәғәт иткән яҡ – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Алик ҡыҙы Шаһапова; актты сығарған яҡтың вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Владимирович Лихачев,
шулай уҡ ултырышҡа саҡырылған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығындағы суд вәкиллеге һәм ярлыҡау бүлеге мөдире М.В. Ғәҙелев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары А.Ф. Абдрахманов, Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ф.Ф. Яхин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең суд вәкиллеге бүлегендәге баш консультант Р.Ш. Нафиҡов, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының хоҡуҡи һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы В.Ф. Вахитов, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы урынбаҫары А.И. Солтанова, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү аппаратының бүлек мөдире В.Ю. Решетов, Башҡортостан Республикаһы Прокурорының республикалағы вәкиллекле (закондар сығарыу) һәм башҡарма органдар, урындағы үҙидара органдары менән эш итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Р.Р. Исмәғилев, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы идаралығы начальнигы урынбаҫары С.Д. Йәнтүрин, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы етәксеһе урынбаҫары П.В. Клец, Кама һыу бассейны идаралығы етәксеһе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы буйынса һыу ресурстары бүлеге начальнигы В.С. Горячев, Экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Көнбайыш-Урал идаралығындағы дәүләт һәм энергетика күҙәтеүе бүлеге начальнигы Е.А. Варламов ҡатнашлығында,
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 106-сы статьяһындағы беренсе өлөштө, “Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3, 4, 38, 39, 42-се һәм 77-се статьяларын эштә ҡулланма итеп алып, асыҡ ултырышта Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау хаҡында”ғы 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениелағы 1.6-сы пункттың, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениелағы 3.3-сө пункттың, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениелағы 3.7-се пункттың, Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибендәге 6-сы пункттың конституционлығын тикшереү хаҡындағы эште ҡараны.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Алик ҡыҙы Шаһапованың үрҙә телгә алынған норматив хоҡуҡ акттарының бәхәс тыуҙырған положениеларының конституционлығын тикшереү хаҡындағы мөрәжәғәте эште ҡарауға сәбәпсе булды.
Үрҙә әйтелгән нормаларҙың Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлылығы тураһындағы мәсьәләлә асыҡланған билдәһеҙлек эште ҡарауға нигеҙ булды.
Докладсы судья – Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе З.И. Йәнекәевтең белдереүен, яҡтарҙың аңлатмаларын, эксперттар – юридик фәндәр кандидаты, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтындағы конституцион хоҡуҡ кафедраһы начальнигы Ю.Х. Яхинаның, юридик фәндәр докторы, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтындағы финанс һәм экологик хоҡуҡ кафедраһы профессоры Р.Х. Ғиззәтуллиндың һығымталарын, саҡырылған кешеләрҙең сығыштарын тыңлап, тәҡдим ителгән документтарҙы һәм башҡа материалдарҙы тикшергәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды
билдәләне:
1. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау хаҡында”ғы 48-се ҡарары менән Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положение, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положение, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положение һәм Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибе раҫланды.
Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениеның ғариза биреүсе килешмәгән 1.6-сы пунктында, тәбиғәт паркының сиктәрен, махсус һаҡлау режимын үҙгәртеү һәм бындай паркты бөтөрөү уны ойошторған тәртиптә тормошҡа ашырыла, тип билдәләнә. Мәғәнәһе буйынса ошондай уҡ нормалар мөрәжәғәттә күрһәтелгән башҡа акттарҙа ла бар. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениеның 3.3-сө пункты дәүләт заказниктарының сиктәрен, махсус һаҡлау режимын үҙгәртеүҙе һәм бындай заказниктарҙы бөтөрөүҙе улар ойошторолған тәртиптә тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота; Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениеның 3.7-се пунктындағы беренсе абзацта, тәбиғәт ҡомартҡыларының сиктәрен, махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү һәм бындай ҡомартҡыларҙы бөтөрөү улар ойошторолған тәртиптә тормошҡа ашырыла, тип күрһәтелә. Үрҙә һанап үтелгән нормалар конституцион мөрәжәғәттә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибендәге 6-сы пункттың беренсе абзацындағы “махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең сиктәрен һәм махсус һаҡлау режимын үҙгәртеү, уларҙы бөтөрөү бындай биләмәләр ойошторолған тәртиптә тормошҡа ашырыла” тигән дөйөм положениеға нигеҙләнә.
Р.А. Шаһапованың фекеренсә, үрҙә әйтелгән нормалар сығанаҡты күрһәтеү үҙенсәлектәренә генә эйә булғанға күрә йөкмәткеһендә билдәһеҙлек бар, шуға күрә уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 9-сы статьяһын боҙоуға һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 44-се статьяһы менән иғлан ителгән граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын кәметеүгә килтереүе ихтимал.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениеның 1.6-сы пункты, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениеның 3.3-сө пункты, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениеның 3.7-се пунктындағы беренсе абзацы һәм Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибенең 6-сы пунктындағы беренсе абзацы ошо эш буйынса конституцион контроль предметы булып тора.
2. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 9-сы статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары күп милләтле халыҡтың йәшәү һәм эшмәкәрлек нигеҙе булараҡ файҙаланыла һәм һаҡлана; федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһындағы килешеүҙәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендәге ергә, ер ҡатламдарына, һыу, урман һәм башҡа тәбиғәт ресурстарына идара итеү һәм уларҙы файҙаланыу тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы менән көйләнә.
Башҡортостан Республикаһында һәр кемдең уңайлы тирә-яҡ мөхиткә, уның торошо хаҡындағы дөрөҫ мәғлүмәткә, экологик тәртипте боҙоу арҡаһында һаулығына йәки мөлкәтенә килтерелгән зыянды ҡаплауға хоҡуғы конституцион иғлан ителгән (Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 44-се статьяһы). Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған һәр кемдең тирә-яҡ мөхитте, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу бурысы ошо конституцион хоҡуҡҡа тап килә (61-се статья).
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына (72-се статьяның 1-се өлөшөндәге “д” пунктына) ярашлы, тәбиғәттән файҙаланыу; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик именлекте тәьмин итеү; махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре; тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының берлектәге идара итеү даирәһенә инә. Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының берлектәге идара итеү даирәһе буйынса федераль закондар, уларға ярашлы ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондары һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттары сығарыла (76-сы статьяның 2-се өлөшө).
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәт, 2002 йылдың 10 ғинуарындағы “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы 7-се Федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына нигеҙләнә һәм ошо Федераль закондан, башҡа федераль закондарҙан һәм уларға ярашлы ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһының бүтән норматив акттарынан, Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондарынан һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттарынан тора (2-се статьяның 1-се пункты).
Рәсәй Федерацияһында уникаль һәм типик тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын, иҫтәлекле тәбиғәт берәмектәрен, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарын, уларҙың генетик фондын һаҡлап ҡалыу, биосфералағы тәбиғи процестарҙы өйрәнеү һәм уның торошондағы үҙгәрештәргә контроллек итеү, халыҡҡа экологик тәрбиә биреү маҡсатында 1995 йылдың 14 мартында “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы 33-сө Федераль закон ҡабул ителә.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дәүләт власы органдарының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау менән бәйле мөнәсәбәттәр өлкәһендәге вәкәләттәре “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 6-сы статьяһында ҡаралған. Атап әйткәндә, улар иҫәбенә төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу хоҡуғы, ошондай биләмәләрҙе һаҡлау һәм файҙаланыу өлкәһендә идара итеү һәм контроль инә (ун бишенсе абзац).
1999 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 184-се Федераль закондың 26.3-сө статьяһындағы 2-се пункт менән төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү, Рәсәй Федерацияһы субъектының Ҡыҙыл китабын алып барыу (8-се ярҙамсы пункт); махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау һәм файҙаланыу өлкәһендә төбәк дәүләт күҙәтеүен тормошҡа ашырыу (8.1-се ярҙамсы пункт) кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү берлектәге идара даирәһе буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекты дәүләт власы органдарының ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә (федераль бюджеттан алынған субвенцияларҙан тыш) үҙаллы тормошҡа ашырған вәкәләттәренә инә.
Башҡортостан Республикаһында тирә-яҡ тәбиғи мөхитте һаҡлау өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының вәкәләттәренә ярашлы, 1992 йылдың 28 октябрендә 13/28-се Экология кодексы ҡабул ителде, уны үҫтереү маҡсатында 1995 йылдың 31 июлендә “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы 5-се Башҡортостан Республикаһы Законына ҡул ҡуйылды. Ул республиканың социаль-иҡтисади һәм рухи үҫешендә тотороҡлолоҡто ландшафт-экология йәһәтенән тәьмин итеү, уникаль һәм эталон тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын, иҫтәлекле тәбиғәт берәмектәрен, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарын, уларҙың генетик фондын һаҡлау һәм яҡлау, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендәге һәм улар янындағы, сиктәш зоналарҙағы, биосфералағы тәбиғи һәм антропоген процестарҙы өйрәнеү, уның торошондағы үҙгәрештәргә махсус контроль булдырыу, халыҡҡа экологик тәрбиә биреү маҡсатында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу, һаҡлау һәм файҙаланыу өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә йүнәлтелә (ошо Башҡортостан Республикаһы Законы преамбулаһының өсөнсө абзацы).
3. “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, тәбиғәтте һаҡлау, ғилми, мәҙәни, эстетик, рекреация һәм һауыҡтырыу йәһәтенән махсус әһәмиәткә эйә булған, дәүләт власы органдары ҡарары менән хужалыҡта файҙаланыуҙан тулыһынса йәки өлөшләтә алынған һәм махсус һаҡлау тәртибе билдәләнгән тәбиғәт комплекстары һәм объекттары урынлашҡан ер, һыу өҫтө һәм һауа киңлеге участкалары махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тигән төшөнсәне аңлата (преамбуланың беренсе абзацы).
Был Федераль закон, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре федераль, төбәк һәм урындағы әһәмиәткә эйә була һәм федераль башҡарма власть органдарының, Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы башҡарма власть органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының, ошо Федераль закондың 28-се статьяһында ҡаралған осраҡтарҙа шулай уҡ дәүләт ғилми ойошмаларының һәм дәүләт юғары белем биреү ойошмаларының ҡарамағында була ала, тип билдәләй. Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары һәм милли парктар федераль әһәмиәттәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә инә; дәүләт тәбиғәт заказниктары, тәбиғәт ҡомартҡылары, дендрологик парктар һәм ботаника баҡсаһы федераль әһәмиәттәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә йәки төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә индерелә ала; тәбиғәт парктары төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә индерелә (2-се статьяның 3-сө һәм 4-се пункттары). Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең үрҙә һанап үтелгән категорияларын ойоштороу, уларҙы махсус һаҡлау һәм уларға идара итеү тәртибе “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Федераль закондың тейешле киҫәктәре менән көйләнә.
“Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы тәбиғәт парктарына (4-се киҫәк), дәүләт тәбиғәт заказниктарына (5-се киҫәк), тәбиғәт ҡомартҡыларына (6-сы киҫәк), шулай уҡ дендрологик парктарға һәм ботаника баҡсаларына (7-се киҫәк) ҡарата ойоштороу, идара итеү һәм махсус һаҡлау тәртибен көйләй.
Ошо Башҡортостан Республикаһы Законы, “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Федераль закон положениеларына нигеҙләнеп, тәбиғәт парктары тигән төшөнсә аҫтында экологик, мәҙәни йәки рекреация тәғәйенләнешенә эйә булған зоналар айырып билдәләнгән һәм ошоға ярашлы иҡтисади һәм башҡа эшмәкәрлек тыйылған һәм сикләнгән республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен (18-се статьяның 1-се өлөшө); дәүләт тәбиғәт заказниктары тигән төшөнсә аҫтында – тәбиғәт комплекстарын йәки уларҙың компоненттарын һаҡлап ҡалыу йәки тергеҙеү, экологик балансты тотоу өсөн махсус әһәмиәткә эйә булған биләмәләрҙе (акваторияларҙы) (22-се статьяның 1-се өлөшө); тәбиғәт ҡомартҡылары төшөнсәһе аҫтында – экологик, ғилми, мәҙәни һәм эстетик йәһәттән тулыландырып булмаған, уникаль, ҡиммәтле тәбиғәт комплекстарын һәм уларҙың компоненттарын, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма объекттарҙы (25-се статья); дендрологик парктар һәм ботаника баҡсалары төшөнсәһе аҫтында үҫемлектәр донъяһын һәм уның күп төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында үҫемлектәрҙең махсус коллекцияларын туплау өсөн ойошторолған махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен (28-се статьяның 1-се өлөшө) күҙаллай.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төрлө категорияларының социаль-экологик әһәмиәтен иҫәпкә алып, республика закон сығарыусыһы тарафынан, компетенцияһына ярашлы, бындай биләмәләрҙе һаҡлау һәм файҙаланыуҙың хоҡуҡи режимындағы үҙенсәлектәр билдәләнде.
4. Ошо эш буйынса конституцион контроль үтергә тейешле норматив хоҡуҡ акттары (Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положение; Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положение; Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положение; Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибе) Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты тарафынан 1999 йылдың 26 февралендә 4-се ҡарар ҡабул итеү юлы менән раҫланды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вәкәләттәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 96-сы статьяһы һәм 2003 йылдың 14 мартындағы “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында”ғы 474-се Башҡортостан Республикаһы Законы менән билдәләнә.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 96-сы статьяһындағы 9-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте экология, тәбиғәттән файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.
“Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 17-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте үҙ компетенцияһы сиктәрендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик именлекте тәьмин итеү өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу, тулыландырыу һәм һаҡлау, минераль-сеймал базаһын үҫтереү, тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу һәм һаҡлау буйынса эшмәкәрлекте ойоштора һәм уға контроллек итә; граждандарҙың уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуҡтарын яҡлау, халыҡтың экологик именлеген тәьмин итеү, ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сара күрә.
“Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкәләттәренә ҡағылған нормаларҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, ошо Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһындағы 6-сы өлөшө Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу, уларҙың махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү тураһындағы ҡарарҙарын түбәндәгеләр менән яраштырыуын күҙаллай:
– тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге вәкәләтле федераль башҡарма власть органы менән;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре, башҡа ғәскәрҙәр, хәрби формированиелар һәм органдар ихтыяжы өсөн бирелгән ерҙәрҙе һәм бүтән тәбиғәт ресурстарын урынлаштырыу ҡаралһа, ил оборонаһы һәм дәүләт именлеге өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары менән.
Бынан тыш, “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законында Тәбиғәт паркы тураһындағы положение Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән раҫлана; республика әһәмиәтендәге аныҡ дәүләт тәбиғәт заказнигының махсус һаҡлау тәртибе бурыстары һәм үҙенсәлектәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған положение менән билдәләнә; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары биләмәләренең сиктәрен раҫлай һәм махсус һаҡлау тәртибен билдәләй; тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын тәбиғәт ҡомартҡылары тип, шулай уҡ улар биләгән территорияларҙы төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары биләмәләре тип иғлан итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән тормошҡа ашырыла; Республика әһәмиәтендәге дендрологик парк һәм ботаника баҡсаһы тураһындағы положение Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән раҫлана, тип билдәләнә (18-се статьяның 4-се өлөшө, 24-се статьяның 2-се өлөшө, 26-сы статьяның 3-сө һәм 5-се өлөшө, 28-се статьяның 5-се өлөшө).
Конституцион мөрәжәғәттә күрһәтелгән ошо өлкәләге мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе норматив хоҡуҡ акттарына, федераль һәм республика кимәлендәге закон акттарына сағыштырыу һәм хоҡуҡи йәһәттән үткәрелгән анализ бәхәс тыуҙырған акттарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибенән һәм уларҙың махсус һаҡлау режимын үҙгәртеүҙән тыш, бындай биләмәләрҙе ябыу тәртибен дә көйләүен күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта федераль закондарҙа ла, Башҡортостан Республикаһы закондарында ла Башҡортостан Республикаһы юғары башҡарма органының бындай хоҡуғы ҡаралмаған.
“Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Федераль закон Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу ғына түгел, шулай уҡ уларҙың махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү хоҡуғын да йөкмәтә (2-се статьяның 6-сы пункты). Тейешле нигеҙҙәр булған осраҡта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең һаҡлау режимы көсәйтелә йәки кәметелә ала, шулай уҡ бындай тәртиптән тулыһынса баш тартыу ҙа мөмкин. Асылда был ошондай биләмәләрҙе махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре статусынан мәхрүм итеүҙе, йәғни уларҙы бөтөрөүҙе аңлата.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарының вәкәләтле дәүләт власы органдары тарафынан төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен бөтөрөүҙең хаҡлы булыуын Рәсәй Федерацияһы Конституция суды ла раҫланы. Ул үҙенең 2016 йылдың 25 февралендәге 360-сы Билдәләмәһендә, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен көйләгән башҡа закондар һәм норматив хоҡуҡ акттары, атап әйткәндә Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең 2008 йылдың 12 февралендәге 86/4-се ҡарары менән раҫланған Дәүләт тәбиғәт заказниктарын һәм өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыларын үҙгәртеп ҡороу һәм бөтөрөү үҙенсәлектәре хаҡындағы положение менән берлектә эш иткән 2003 йылдың 23 июлендәге “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы 96/2003-сө Мәскәү өлкәһе Законы граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын боҙа тип иҫәпләү өсөн нигеҙ юҡ, тигән һығымтаға килде.
Үрҙә телгә алынған закон положениеларын комплекслы анализлау һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Конституция суды, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты үҙенең 1999 йылдың 26 февралендәге 48-се ҡарары менән мөрәжәғәт итеүсе килешмәгән республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу, уларҙың сиктәрен һәм махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү, шулай уҡ бындай биләмәләрҙе бөтөрөү мәсьәләләрен көйләгән акттарҙы раҫлап, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында ҡаралған вәкәләттәргә ярашлы эш иткән, тигән һығымтаға килде.
5. Үрҙә билдәләнгәнсә, Р. А. Шаһапова килешмәгән нормаларҙың асылы уларҙың барыһының да теге йәки был махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең (тәбиғәт парктарының, дәүләт тәбиғәт заказниктарының, тәбиғәт ҡомартҡыларының) сиктәрен һәм махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү, бындай биләмәләрҙе бөтөрөү улар ойошторолған тәртиптә тормошҡа ашырылыуы тураһындағы положениены үҙ эсенә алыуына ҡорола.
Быларҙың барыһы ла ризаһыҙлыҡ тыуҙырған нормаларҙың бланкет (сығанаҡты күрһәтеү) характерында булыуы хаҡында һөйләй. Хоҡуҡиәтте булдырыусы орган норманы белдергәндә, ошо уҡ йәки башҡа норматив хоҡуҡ актының бүтән нормаларын сығанаҡ итеп күрһәтеп, көйләнгән процестың барлыҡ нескәлектәрен ентекле бәйән итеүҙән тыйылған.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу алымы федераль кимәлдә лә (“Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Федераль закондың 2, 8, 14, 19, 23-сө һәм 26-сы статьялары), Башҡортостан Республикаһы кимәлендә лә (“Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 2, 19, 23, 26-сы статьялары, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге 48-се ҡарары менән раҫланған Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибе) ентекле көйләнә һәм бер нисә этапты, шул иҫәптән түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү күҙалланған биләмәгә комплексы экологик тикшереү үткәреү (шул иҫәптән инвентаризация һөҙөмтәләре буйынса);
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу өсөн тикшерелгән биләмәнең тәбиғәтте һаҡлау, экологик танып-белеү һәм рекреация ҡиммәтен фәнни йәһәттән нигеҙләү;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ойоштороуға, шул иҫәптән ерҙәрҙе алыуға һәм (йәки) хужалыҡ эшмәкәрлеген тыйыуға бәйле тыуған сығымды ҡаплауға китәсәк сығымдар тураһында аңлатмалы яҙма әҙерләү;
– проектланыусы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең (кәрәк булғанда) һәм уның функциональ зоналарының картография материалдарын әҙерләү;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положение проектын әҙерләү (тәбиғәт парктары һәм дәүләт тәбиғәт заказниктары өсөн) һәм уны Башҡортостан Республикаһының ҡыҙыҡһынған дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, ерҙән файҙаланыусылар һәм ер хужалары менән яраштырыу;
– комплекслы экологик тикшереү (шул иҫәптән инвентаризация) материалдарын төбәк кимәлендәге дәүләт экологик экспертизаһына тәҡдим итеү;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ойоштороу тураһындағы ҡарар проектын әҙерләү;
– төбәк кимәлендәге дәүләт экологик экспертизаһын үткәреү;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре, башҡа ғәскәрҙәр, ғәскәри формированиелар һәм органдар ихтыяждары өсөн бирелгән ерҙәр һәм бүтән тәбиғәт ресурстарының инеүе күҙалланһа, быны тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге вәкәләтле федераль башҡарма власть органдары һәм ил оборонаһы, дәүләт именлеге өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары менән яраштырыу (Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибенең 4, 6-сы һәм 7-се пункттары).
Ризаһыҙлыҡ тыуҙырған нормаларҙың үрҙә әйтелгән бланкет (сығанаҡты күрһәтеү) характеры республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен бөтөрөү процесы ниндәй ҙә булһа ябайлаштырылған алымға түгеллеген, ә уларҙы ойоштороу процесы үткән бөтә этаптарҙы һәм ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә алырға тейешлеген аңлата.
Элегерәк ойошторолған республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең әһәмиәтен юғалтыуы, шул иҫәптән стихия ҡазалары һәм башҡа факторҙар һөҙөмтәһендә, бындай биләмәләрҙе бөтөрөү өсөн берҙән-бер нигеҙ булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Конституция суды билдәләгән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик именлекте тәьмин итеү өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләүҙең төп принциптарының береһе булараҡ халыҡ мәнфәғәттәренең өҫтөнлөгө принцибына (Рәсәй Федерацияһы Конституция судының 2013 йылдың 5 мартындағы 5-се ҡарары) таянып, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды, республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, тәбиғи процестарға бәйле объектив факторҙарҙан тыш, ниндәй ҙә булһа башҡа сәбәптәр, шул иҫәптән хужалыҡ өсөн файҙа алыуға ҡоролған сәбәптәр арҡаһында бөтөрөлә алмай, тигән фекерҙә.
Башҡортостан Республикаһы Конституция судының фекеренсә, үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла дәүләт власы органдарының теге йәки был махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен бөтөрөү буйынса Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтенә зыян килтерерлек һәм граждандарҙың имен тирә-яҡ мөхиткә конституцион хоҡуҡтарын боҙорлоҡ нигеҙһеҙ һәм уйланылмаған ҡарарҙарынан тейешле хоҡуҡи гарантиялар тыуҙыра.
Билдәләнгәндәрҙән сығып, мөрәжәғәт итеүсе Р.А. Шаһапова дәғүә белдергән нормалар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы килә һәм граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын боҙоуға килтереүе ихтимал тип ҡарала алмай.
“Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһындағы 4-се өлөштө, 75, 76, 77, 78, 81, 82-се һәм 83-сө статьяларын эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды
ҡарар итте:
1. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау хаҡында”ғы 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениеның 1.6-сы пунктын, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениеның 3.3-сө пунктын, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениеның 3.7-се пунктындағы беренсе абзацты, Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибенең 6-сы пунктындағы беренсе абзацты Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы тип танырға.
2. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау хаҡында”ғы 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениелағы 1.6-сы пункттың, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениелағы 3.3-сө пункттың, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениелағы 3.7-се пунктындағы беренсе абзацтың, Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибендәге 6-сы пунктындағы беренсе абзацтың ошо ҡарар менән асыҡланған конституцион-хоҡуҡи мәғәнәһе дөйөм мәжбүри булып тора. Хоҡуҡ ҡулланыу практикаһында был уларға башҡа төрлө аңлатма биреүгә юл ҡуймай.
3. Ошо ҡарар башҡа суд тарафынан ҡайтанан ҡарала алмай, иғлан ителгәндән һуң көсөнә инә, туранан-тура эш итә һәм бүтән органдар һәм вазифалы кешеләр тарафынан раҫлауҙы талап итмәй.
4. Ошо ҡарар “Ведомости Государственного Собрания – Курултая, Главы и Правительства Республики Башкортостан”да, “Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталы”нда (www.npa.bashkortostan.ru), “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫылып сығырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы
Конституция суды.