Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙен ҙур тотҡан түрәнең һуңғы көнө хур булыр
Тәҡәтһеҙ бер хакимды хәтерләп...
Үҙен ҙур тотҡан түрәнең һуңғы көнө хур булыр
Ҡырҡ биш йыл әүәл Никита Хрущев баҡыйлыҡҡа күсте. Был ваҡытта уға 77 йәш тулып уҙғайны. Хәҙерге заманда йәшәүселәр был исемде, бәлки, онотҡандыр ҙа. Ләкин тарих һандығы иркен, унда яҡшы менән яманға ла, батыр менән бахырға ла урын табыла.
Коммунистар фирҡәһе Үҙәк Комите­тының беренсе секретары Никита Сергеевич Хрущевтың тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә байҡау яһаһаҡ, был етәксе, бер яҡтан, көсөргәнешле хәлдә йәшә­гән йәмғиәткә ниндәйҙер дәрә­жәлә йомшарыу индергән шәхес булараҡ күҙ алдына баҫа, икен­се­нән, йәшәйештең яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундарын һанға һуҡмаған волюнтарист даны ме­нән билдәләнә. Уның тәржемәи хәленә бер төрлө генә баһа биреп, шул аныҡ фекерҙә ҡалыу мөмкин түгел.
Тарихсылар Хрущев шәхесе­нең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуын бер тауыштан иҫбатлай. Был хәл уның ҡәберенә күптән түгел вафат булған скульптор Эрнст Неизвестный эшләп ҡуйған һәйкәлдә лә сағылыш тапҡан: ул аҡ һәм ҡара мәр­мәрҙән тора. ХХ съезда Сталиндың шәхес культын фашлап, Хрущев үҙ фекеренән шунда уҡ ҡайта ла башланы. Сталин дәүерендәге ҡиммәттәрҙән һүҙҙә баш тартыу менән бергә, илдәге тәртиптәр ғәмәлдә үҙгәрешһеҙ ҡалды. Хрущевтың ихлас инаны­уынса, Сталин осоронда бул­ды­рылған социаль һәм сәйәси ҡо­ролош, камил уҡ булмаған хәлдә лә, йәнәһе, тамырынан үҙ­гәртеүгә йәки реформалауға мохтаж түгел икән. Партия һәм хөкү­мәт етәк­сеһенең уйынса, аппаратты яңыса көйләү, урындарға башлы, дәртле кешеләрҙе тәғә­йенләү ҙә етә.
Мәсьәләне шулай ябайлаштырып аңлау башы-аҙағы бул­ма­ған административ реформа­ларға, номенклатураны бер урындан икенсеһенә күсереүгә ҡайтып ҡалды. Бынан тыш, Хрущев ху­жалыҡ итеүҙең яңы ысулдарын индерергә, йәғни ауыл хужалы­ғында һәммә колхоздарҙы ла совхозға әйләндерергә тырышты, совнархоздар булдырылды, ауыл хужалығында химиялаштырыуҙы көсләп таҡты, технологияла квадрат оя ысулы, ә культуралар араһында кукуруз өҫтөнлөк алды.
Никита Сергеевич тәҡәтһеҙ, уҫал холоҡло, тиҙ генә мауығып барған кеше ине. Ҡарарҙарҙы уйламай ҡабул итеүе, уңышһыҙ­лыҡтарҙың сәбәбен аңлай алмауы ил тормошон болғаныуға, халыҡ хужалығын тарҡатыуға килтерҙе. Инҡилап һәм граждандар һуғышынан һуң ил етәксе­легенә тәрән белем ала алмаған, әммә шау-шыуға әүәҫ байтаҡ кешеләр килгән. Хрущев – шун­дайҙар иҫәбендә. Юғары вазифалы партия хеҙмәткәрҙәре араһында эштән бигерәк һүҙҙе алға ҡуйған, һәммә эшкә бер юлы тотоноп та, аҙағына еткермәгән кешеләр күп ине шул.
Балалыҡ һәм үҫмерлек осорона тура килгәнгәлер, мин Никита Сергеевич хаким­лыҡ иткән йылдарҙы яҡшы хәтерләйем. Әйтәһе лә түгел, Хрущевҡа Сталиндан ғәйәт ауыр мираҫ – тамам бөлгән ауыл хужалығы ҡалғайны. Уға ғына хас дыуамаллыҡ менән һәм ауыл тормошонда үҙен иң шәп белгес итеп һанап, Никита Сергеевич крәҫтиәндәрҙе бәхетле донъяға бер ынтылыуҙа сығар­маҡ булды. Бының төп юлы итеп колхоздарҙан совхоз яһау һай­лан­ды. Йәнәһе, дәүләт ауыл хужалығы предприятиелары ғына етештереүсәнле эшләй һәм ха­лыҡты арзан продукттар менән тәьмин итә ала.
Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләш­тереүгә тәүәккәллек итеү, беренсенән, яңы ерҙәрҙә юғары уңыш алыуҙы һәм икмәк мәсьә­ләһен ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ алдында тотһа, икенсенән, әлеге сов­хоздарҙы ойоштороу маҡса­тында эш­ләнде. Аҙыҡ-түлек сы­ғанаҡтарына асҡысты Хрущев Ҡаҙағстан, Себер, Көньяҡ Урал далаларында табырға өмөт­ләнде. Дәүләттең былай ҙа наҡыҫ ҡына аҡсаһы сиҙәмгә йүнәлтелде, илдең Европа өлөшөндәге өлкә­ләр унан мәхрүм ҡалды.
Меңдәрсә кешенең тырыш­лығы менән йөҙҙәрсә мең гектар ҡырағай дала һөрөнтө ергә әй­ләнде һәм халыҡ ҡаһарманлығы тәүге йылдарҙа уҡ мул уңыш килтерҙе. Әммә тәбиғәт ҡанун­дарын урап үтеп тә, юғары ҡа­рарҙар менән алмаштырып та булмай. Бер нисә йыл килгән муллыҡ ерҙәрҙең көсһөҙләнеүе менән тамамланды. Ҡоролоҡтан сәсеүлектәр кипте, тупраҡ туҙан булып осто, күптән түгелге уңды­рышлы ерҙәр тоҙлоҡҡа әйләнде. Һөҙөм­тәлә сиҙәм икмәгенең хаҡы ил буйынса уртасанан юғарыраҡ булып сыҡты. Хрущев иһә уңыш­һыҙлыҡтарҙа урындағы етәксе­ләрҙе ғәйепләне, ә уға бары ғалимдарҙың айыҡ фекерҙәренә һәм иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һа­лырға ғына кәрәк ине.
Никита Сергеевич мауыҡҡан йәнә бер нәмә кукуруз булды. Америкаға сәфәрендә фермер­ҙарҙың уңышына хайран ҡалып, ул илебеҙҙәге сәсеүлектәр струк­тураһын ашығыс рәүештә үҙгәр­тергә бойорҙо. Кукурузды һәр ерҙә, хатта иң төньяҡта ла сәсеү мәжбүри төҫ алды. Хрущевтың фекеренсә, Чукоткала картуф ултырталар икән, ниңә кукуруз да сәсмәҫкә әле? “Кукуруз – баҫыу батшаһы” тигән лозунг то­тош ауыл хужалығы тармағы страте­гияһына әүерелде. Был культура, мөғ­жизәгә эйә булып, халыҡты ит менән тәьмин итергә, сәнә­ғәт­тең бер нисә тармағына сеймал бирергә тейеш ине. Ул йылдарҙа телдән төшмәгән саҡы­рыуҙарҙы тәржемә итмәйенсә генә яҙайым: “Кукурузу не напрасно мы так ценим высоко: кукуруза – это мясо, сало, масло, мо­локо”. Йәки: “Я культура хлебная, я и ширпотребная! Я крупа и маргарин, я мука и желатин, каучук и ацетон, и тройной одеколон”.
Хрущев “башланғыстарының” йәнә береһе СССР-ҙың АҠШ менән малсылыҡ өлкәһендәге ярышына ҡайтып ҡала. Сиҙәм ашлығы менән кукуруз был ил менән уҙышырға мөмкинлек би­рәсәгенә ихлас инанып, ул “Американы һәр кеше иҫәбенә ит, һөт һәм май етештереү буйынса ҡыуып етергә һәм уҙып китергә” тигән лозунгты “КПСС-ҡа дан!” менән бер рәткә ҡуйҙы. Өлкәләр һөт һәм ит тапшырыу планын ва­ҡытынан алда үтәү, өҫтәмә йөк­ләмәләр алыу тураһында кем­уҙарҙан рапорт бирә башланы. Йыш ҡына, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, был етештереүҙе арттырыу юлы менән түгел, бәлки, тоҡом мал­дарын һуйыу, ит һәм майҙы ха­лыҡтан һатып алыу иҫәбенә баш­ҡарылды. Тәбиғи, күрһәткес­тәр алдағы йылда уҡ ҡырҡа на­са­рая ине. Тимәк, был кампа­ния­ның күҙ буяу булыуы көн кеүек асыҡ.
Шулай итеп, кукуруз тарихы ла буш ҡыуыҡ кеүек шартланы. Быға ҡәҙәр күрелмәгән уңыш тураһында саң һуғып, урындағы етәкселәр ҡайһы саҡ өлгөрмәгән кукурузды силосҡа сабып та һалмай, трактор менән тапата ғына ине. Ә баҫыуҙы ҡар ҡап­лағас, донъя – һин дә мин. Ғөмү­мән, куруруз эпопеяһы халыҡҡа бихисап бәләләр алып килде. 1963 йылда ил аслыҡ сигенә етте. Ҡалала йәшәүселәр һыу буйы сираттарға теҙелде. Сәғәттәр буйы тороп алған икмәк теш үтке­һеҙ ҡаты ине, сөнки уға, бойҙайҙы һаҡсыл тотоноу йөҙөнән, әлеге кукурузды өҫтәй торғайнылар. Беҙ, университет студенттары, уҡытыусыла­рыбыҙға ярҙам йөҙөнән, ауылдан уларға он күтәреп тә килгеләнек. Шул саҡ илебеҙ тәү тапҡыр, алтын биреп, ситтән иген һатып ала башланы.
Хрущев бөлгән ауыл хужа­лығын баҫыусылыҡты химиялаштырыу юлы менән ҡотҡарырға һәм уңышты ҡырҡа күтәрергә маташып ҡараны. Тәбиғәт ҡот осҡос химик һөжүмгә дусар булды һәм баҫыу ситтәрендә тутығып торған цистерналар тормошҡа ашмаҫ си­раттағы проекттың өнһөҙ шаһиттары булып ҡалды. Никита Сергеевич, дәүләт эшмәкәре булараҡ, абруйын да, халыҡтың ышанысын да тамам юғалтты.
Шуныһы ғибрәтле, Хрущевтың һәммә “тәжрибәләре лә” “коммунизм төҙөүҙе” башлау осорона тура килде. Мәсьәлә шунда: 1961 йылда үткән ХХII съезда пар­тияның яңы программаһы ҡабул ителде һәм бар илгә, тантаналы рәүештә, СССР коммунизм төҙөүгә тотона, уны 1980 йылға тамамлау күҙаллана, тип әйтел­де. Был йәһәттән Хрущев инҡилаптан һуң “хәрби коммунизм” төҙөгән утопист большевик­тарҙан әллә ни айырылмай.
Иосиф Сталиндың хаким­лыҡта 28 йыл ултырыуын хәтер­ләгәндә, Хрущевтың дәүләт башындағы ун бер йылы бигүк күп тә тойолмай. Ләкин, илдәге бөтә власты үҙ ҡулында йомарлап тотҡанда, ярҙам­сыларың һинең һәр һүҙеңә сәпәкәйләп, һәр ғәмәлеңде фатихалап тор­ғанда, тарих өсөн тоҡос ошо арала ла төҙөк донъяны боҙоп, боҙоҡ донъяны тамам юҡ итеп өлгөрөргә мөмкин.
Рус этнологы Лев Гумилев “пассионар” тигән терминды ҡул­ланыуға индергәйне. Ул кәртә­ләр­гә ҡарамай, ниндәй ҙә булһа маҡсатҡа ярһып, күҙ йомоп ын­тылыуҙы аңлата. Шул мәғәнәне ҡулланғанда һәм Хрущевтың дәүләт башындағы эшмәкәр­леген бергә төйнәп анализ­лағанда, уны ла пассионар шәхестәр рәтенә ҡуйып булалыр. Никита Серге­евичтың эшмәкәр­легенә, байтаҡ йылдар уҙғас, тикшере­неүсенең шәхси зауығына һәм осорҙағы сәйәси конъюнктураға ҡарап, оторо ҡапма-ҡаршылыҡлы баһалар бирелде.
Сәйәси тотороҡлолоҡ булма­ған, этика ҡанундары нығынмаған һәм ябай халыҡ хакимдарҙы “игелекле батша – яман батша” критерийҙарынан сығып хөрмәт иткән-дошман күргән йәмғиәттә был – тәбиғи хәл.
Никита Хрущевтың тәржемәи хәлен тәфсирләй башлаһаҡ, гәзит сәхифәһе генә тар булыр. Асылда уның хеҙмәт юлы һәм ғүмер итеүе ул осорҙағы партия-совет но­менклатураһы кадрҙарыны­ҡынан әллә ни айырылмай. Уҙған бы­уаттың 20-се йылдар аҙағында партия эшенә йәлеп ителгәнгә ҡәҙәр Донбасс заводтарында һәм шахталарында слесарлыҡ һөнә­рен үҙләштергән ауыл малайы ул. Әйткәндәй, уның “крәҫтиән­леге” нағышлы күлдәк, киң салбар кейеп, нәзәкәтле һүҙ һайламай, тупаҫыраҡ халыҡ теле менән һөйләше­үендә генә күҙгә таш­ланмаған. Заманында Промакадемия тамамлаһа һәм артабан ҡалала йәшәһә лә, Хрущевтың ауыл еренә, уның мәсьә­ләләренә үҙенсә төшөнөргә тырышыуы һәр даим һаҡлана килгән.
Баһалауҙың самаһын бел­мәгән кеше­ләр ил тарихындағы һәр осорға йә “тоталитарлыҡ”, йә “торғонлоҡ” тигән, йә бүтән мө­һөр баҫа килә. Хрущев ха­кимлыҡ иткән йылдар “епшек” дәүере тип хәтергә инеп ҡалды. Илья Эренбургтың Сталин вафатынан һуң яҙылған роман­дарының береһе лә “Оттепель” тип атала. Йәнәһе лә, 1956 – 1964 йылдарҙа совет зыялылары мөхитенә тынды иркенәйтер саф һа­уа инә башлаған. Журналдар А. Сол­женицындың “Иван Денисовичтың бер көнө” һымаҡ әҫәрҙәрҙе баҫыуға йөрьәт иткән. Шул уҡ ваҡытта Б. Пастернакка “Доктор Живаго” романы өсөн бирелгән Нобель премияһын алыу тыйылған. Хрущев хаким­лыҡ өсөн көрәштән бүтән һәммә нәмәлә томана булған, әммә ул сәнғәт һәм әҙәби әҫәрҙәргә кире ҡаҡҡыһыҙ баһалар биреүҙән тартынмаған. Ошонда рус публицисы һәм тәнҡитсеһе Дмитрий Писаревтың әйткәне хәтергә килә: “Шәхси йөҙө булмаған, уға ыша­нырға ла, асыу­ланырға ла яра­маған кеше менән ни хәл ҡылмаҡ кәрәк инде? Сөнки ғәмәлдәре, һүҙҙәре һәм эш-хәрәкәттәренең сәбәбе тирә-йүндәге донъяла түгел, ә уның үҙендә ята”.
Никита Сергеевич осоронда, фашизмды күптән түгелге еңеү дәрте һүрелмәгән илдә сәнәғәттә лә, фәндә лә ғорурланып һөй­ләрлек уңыштарға өлгәшелгән. 1954 йылда Мәскәү эргәһендәге Обнинск ҡалаһында тәүге атом электр станцияһы ток биргән, шул уҡ йылда “Ленин” атом боҙ ватҡысы диңгеҙгә сыҡҡан. Ерҙең тәүге яһалма юлдашы. Аҙаҡтан “хрущевкалар” тип түбәнһетелеп исем тағылһа ла, ҡолас­лы торлаҡ төҙөлөшө. Айырым фатирға инеү­ҙең ниндәй бәхет булыуын йорт-ерһеҙ интеккәндәр яҡшы белә.
Хрущевтың ҡапыл тоҡанып китә торған холҡо халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә байтаҡ уңайһыҙ­лыҡтарға килтереүе мәғлүм. Куба һәм уға бәйле Америка менән хәрби бәрелешкә барып етә яҙыу, Венгриялағы инҡилапты көс ме­нән баҫыу, ғәрәп дәү­ләттәре ме­нән сәйер әшнәлек, уның БМО Генераль Ассамблеяһындағы сығышы... Һәм илдең эсендә иҡтисади хәлдәрҙең ифрат ауырлашыуы.
Ҡарауыл алмашыныуын ил халҡы илтифатҡа алманы ла шикелле. Уның тәҡәтһеҙ холҡо теңкәгә тейеп өлгөргәйне, ҡайһы­лыр иркенлекте баһалаусы аҙ булды. Тәғәм итер ризыҡһыҙ көн иткәндә, һинең бөтмәҫ-төкәнмәҫ реформаларың кемгә кәрәк? Унан һуң, теремек, кешеләр менән һин дә мин аралашҡан ҙур етәксе ха­лыҡтың юлбашсылар тура­һында уйлаған олпатлылыҡ, бөйөклөк кәүҙәлә­нешенә яуап бирмәй ҙә ине.
Никита Сергеевичты ҡул­даш­тары етәк­селек итеүҙә волюн­тарлыҡта ғәйепләне. Йәғни ул тәбиғәт һәм иҡтисад закондарын инҡар иткән, уларҙы үҙенең шәхси ихтыярына ҡалдырған, субъек­тивлыҡҡа юл ҡуйған. Һәр хәлдә, кемдең фекере хаҡҡа сыҡҡанлығын тарих күрһәтте.
Әгәр совет дәүләтенә Н.С. Хрущев етәкселек иткән ун бер йылды ҡараңғылыҡ эсендә генә күрһәк, хаҡлыҡҡа хыянат булыр ине. Ул осор ғорурланырлыҡ ҡаҙа­ныштар ҙа алып килде. Беҙ тәүге булып ғаләмгә Ерҙең яһал­ма юлдашын сығарҙыҡ. Йәнә дүрт йыл үтеүгә, Юрий Гагарин кос­мосҡа күтәрелде. Валентина Терешкова ла шул юлдан йөрөп ҡайтты. Братск ГЭС-ы ток бирә башланы, колхозсылар пенсия алыу бәхетенә иреште, Мөслим Магомаевтың йондоҙо балҡыны. Шул уҡ ваҡытта Новочеркасск ҡалаһында эшселәргә ҡаршы ут асылды, СССР менән АҠШ ядро һуғышы сигендә ҡалды, яҡта­шы­быҙ, балет артисы Рудольф Нуриев сит илгә ҡасып сығырға мәжбүр булды... Батырлыҡ менән бахырлыҡ, мәрхәмәт менән ҡәбә­хәтлек бергә төйнәлгән йылдар.
1964 йылдың октябрендә Никита Сергеевич Хрущев эшен ҡал­дырырға мәжбүр булды. Хоҙай уға тағы ете йыл ғүмер бирҙе. Артабан – онотолоу, һирәк-мирәк кенә иҫкә алыу, хурлау.
***
...1959 йылда АҠШ-тың Миссисипи штатындағы Флеминг фамилиялы афроамерикандар ғаи­лә­һендә донъяға килгән һиге­ҙенсе балаға Никита Хрущев тип исем биргәндәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 373