Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Обама юлы. Барак Хөсәйен улынан Америка һәм донъя хәтерендә нимә ҡала?
Президентлыҡ — ғәфү үтенеү кәрәкмәгән ғәмәл.
Дэвид ФРАЙ, американ сатиригы.


Обама юлы. Барак Хөсәйен улынан Америка һәм  донъя хәтерендә нимә ҡала? Ах, был Америка!.. Шаҡ ҡатырған да, ҡәһәрләндергән дә, һоҡландырған да бер ҡитға. Кешелектең идеялар һәм бөйөк ҡаҙаныштары инкубаторы. Тоғроһон ғына әйткәндә, донъялағы бик күптәр, улар Американы барып күргәнме, юҡмы, яратамы йә юҡмы, барыбер ошо илдәге хәлдәрҙе уйлап йоҡоға китә һәм көндөҙөн дә һәр кемебеҙҙе уның йоғонтоһо үҙенән ысҡындырмай. Был йәһәттән Америка ла, американдар ҙа — феноменаль күренеш.

Үҙ вәкәләттәрен ике миҙгел үт­кәргән Барак Обама, ниһайәт, вазифаһын һөйәк өсөн талашҡан бурҙайҙар кеүек низағлашҡан дәғ­үәселәренең береһе­нә ҡалдырып, рези­денцияһы – Аҡ йорт­тан күсенеп сығырға мәжбүр. Конституция буйынса, Америкалағы иң юғары вазифаға дүрт йылға ғына һайлайҙар. Шул уҡ ваҡытта илдәге һәм дөйөм халыҡ-ара хәлгә ҡарап, ҡайһы бер президенттар ике-өс, хатта Франклин Рузвельт кеүеге дүрт тапҡыр ҙа һайланыуы мөмкин. Ил Конститу­цияһы быны рөхсәт итә.
АҠШ президентының вәкәләттәре ифрат киң. Дәүләт башлығы булараҡ, ул ҡораллы көстәрҙең баш командующийы булып тора һәм халыҡ-ара аренала илдең иң юғары вәкилен кәүҙәләндерә. Президент Сенаттың хуплауы һәм ризалығы буйынса федераль судьялар, илселәр, башҡарма власть аппаратындағы мөһим хеҙмәт­кәрҙәрҙе тәғә­йенләй. Конституция уға конгрестың ғәҙәттән тыш сессияларын йыйыу йәки икенсе ваҡытҡа күсереү хоҡуғын бирә. Уның федераль закон буйынса хөкөм ителгән­дәрҙе ярлыҡау хоҡуғы бар. Һәм, әлбиттә, закондар сығарыу процесында президенттың роле ғәйәт ҙур. Ғөмүмән, уны закондар сығарыу сәйәсәтенең лидеры тип атарға ла ярайҙыр.
Ниһайәт, Америка тарихында беренсе мәртәбә ҡара тәнле президент­тың идара итеү дәүере тамамлана. Ғүмер ағышын, ваҡыттың тиҙләнешен уйлағанда, һигеҙ йыл да тын алған­дай үтеп киткәндәй. Ҡушма Штат­тарҙа үҫеп, шунда белем алып, административ хеҙмәт карьераһын ошонда башлаған егет, һис һүҙһеҙ, америкаса фекерләү, ошо йәмғиәт­тәге рухи ҡим­мәттәргә инаныу мәк­тәбен үткәйне. Оло сәйәсәткә килгәс тә Барак Обамалағы мосолман тамырҙарының, бәлки, шауҡымы булыр, ҡара тәнле­ләргә, айырыуса кәмһетелгәндәргә ҡарата игелеклелек күрһәтер тигән өмөт йәшәп алғайны. Ләкин ҙур дәүләт хакимының ғәмәлдә­ре шундай уҡ ҙур эштәр аша ғына ғәмгә күренә. Ошо йәһәттән, әйҙәгеҙ, әйләнеп, тарихҡа күҙ һалайыҡ.
Хәтерләүҙәренсә, 2009 йылдың 28 де­кабрендә, инаугурациянан һуң бер аҙна үткәс, Барак Пентагонда генералдар һәм адмиралдар менән осрашҡан икән. Шунда булған кеше­ләрҙең фекеренсә, яңы президент үҙен иркен тота – тотанаҡлы, тыныс, һәр кемгә ихтирам күрһәтергә тырыша, баш командующий булараҡ, уғата әүҙемлеген һиҙҙермәй. Һәр кем менән күрешеп-танышып сыҡҡас, донъя хәлдәренә күсәләр, бер генә төбәк тә, бер генә көрсөк тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Барак шунда уҡ үҙен хужа итеп күрһәтә ала, сөнки ул хәбәрҙар булмаған мәсьәләнең юҡлығы асыҡлана.
Тураһын әйткәндә, йәш пре­зи­дентҡа ауыр мираҫ ҡалғайны: ике һуғыш, союздашта­рының ситләшеүе, ошо ун йыллыҡтағы иң тәрән рецессия... Шул шарттарҙа ул ҡулай әмәлдәр таба алырмы?
Ете йыл үтеүгә, теге ваҡыт Оба­маға һоҡланған офицерҙар һәм оборона буйынса белгестәр, прези­дентлыҡ йылдарында идара итеү стиле тотошлай үҙгәрҙе, тип иҫәпләй. Улар, әлбиттә, Иран ядро програм­маһы буйынса килешеүгә өлгәшеүҙе, Куба менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һа­лыуҙы, Транстымыҡ океан уҙаҡташ­лығын (быға Европа илдәре әлегә ҡаршы килә), Америка биләмәһендә яңы теракттарҙы булдырмауҙы Обама иҫәбенә яҙа. Шул уҡ ваҡытта, күҙәтеүселәр фекеренсә, президент, хәл үҙенән-үҙе яйла­ныр әле тигән өмөттә, әүҙем эш-хәрәкәттәрҙән сит­ләшә. Уның һүҙҙәре йыш ҡына эш менән нығытылмай. “Ул ҡаты иҫкәртә, ә аҙаҡтан бер нимә лә эшләмәй. Был Америкаға ышанысты ҡаҡшата”, – ти отставкалағы дүрт йондоҙло генерал.
Дәғүә дөрөҫмө? Шулай булһа, лидер үҙ иңенә һалған йөк менән ул яуаплылыҡ бер мәл гармония таба аласаҡмы?
2009 йылдың декабрендә Обама Ослоға тыныслыҡ өсөн Нобель премияһын алырға килгәйне. Бүләк ашығыбыраҡ тапшырылды инде, ләкин телмәрендә Обама үҙе тотасаҡ тышҡы сәйәсәт принциптарын асып һалырға тырышты. Был үҙенә күрә идеализмды реализм менән яҡынай­тырға маташыу булғайны. Ундағы телмәр үҙенә күрә ҡыйыу яңғыраны. “Көс ҡулланыу ҡайһы саҡ зарури һәм уны хаслыҡ тип ҡабул итергә ярамай. Был фәҡәт тарихи законлылыҡты, кешенең камил түгеллеген һәм аҡылдың самалы икәнлеген таныу ғына”, – тип белдергәйне Барак ул саҡ.
Обаманың президентлығының тәүге йылдары Буш хакимиәтенән ҡалған мираҫтарҙың айыш-тойошона төшөнә алмай үтте. Был, тәү сиратта, Афғанстандағы һәм Ираҡтағы һуғыш. Әммә 2011 йылдың башында йәнә бер проблема килеп сыҡты – Яҡын Көн­сығышты авторитар лидерҙарға ҡаршы протест тулҡыны сәсәтә башланы. Тунистағы Бен Әли режимы ғинуар эсендә ҡоланы, Мысырҙағы Мөбәрәк уның артынса уҡ, февраль башында, түңкәсләне. Февраль аҙағына Ливия диктаторы Муаммар Ҡаддафиҙың дошмандары бик күп ҡалаларҙы, шул иҫәптән Бенгазины ла, ҡулға төшөрҙө. Хакимдың көндәре һанаулы ғына ҡалды тигәндә, хәл үҙгәреп китте һәм Ҡаддафиҙың көс­тәре ихтилалсыларҙы ҡыҫырыҡлай башланы.
Тиҫтәләрсә мең тыныс кешеләрҙең ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡалған­лыҡтан, Обаманың ихтилалсыларҙы яҡлаған хакимиәтенә ышаныслы ғына юлды һайлау еңел булманы. Ғәрәп дәүләттәре лигаһы ла, НАТО буйынса союздаштар ҙа ихтилалсыларҙы ҡамытлау яғында булһа ла, Пентагон ҡаршы төштө, йәнәһе, Ливияла АҠШ-тың мәнфәғәттәре юҡ. Ҡыҫҡаһы, тартыша торғас, союздаштар ахыр сиктә матур йәшәгән ғәрәп илен пыран-заран килтерҙе.
“Ғәрәп яҙы” Ливиянан һуң Дамаскка ла күсте. Унда Бәшәр Әсәдкә ҡаршы демонстрациялар башланды. Яуап итеп, Әсәд көс ҡулланды, йөҙ­ҙәрсә, юҡ, меңдәрсә кеше һәләк булды. АҠШ ошондайыраҡ шарттарҙа Ливиялағы хәлгә ҡыҫылғас, ул Сүриәне лә урап үтмәҫ тигән фекер ҡалды. Әммә был илдә шарттар икенсе ине шул: Ливияла – далалар, ә Сүриәлә – ҡалалар. Иң мөһиме – низағ сөнниҙәр менән шиғайҙар араһында булып сыҡты, ә Америка конфессия-ара ыҙғышты яйға һа­лыуға әҙер түгел ине. Американдар был юлы Әсәдтең хакимлыҡтан китеүен талап итеү менән генә сикләнде. Ул арала ИГИЛ тип аталған террор ойошмаһы, ғәйәт ҙур көс туп­лап, квазидәүләткә әүерелде.
Ғөмүмән, Барак Обаманың хаким­лыҡ итеүенең һуңғы йылдары гел генә низағтар, хатта союздаштары менән дә аңлаша алмауы һөҙөм­тәһендә ҡатмарлана барҙы. Баҡти­һәң, донъялағы иң ҡеүәтле ил етәксеһенең дә мөмкинлектәре сикле икән. Был Сүриә мәсьәләһендә генә түгел, бәлки Украиналағы хәлдәрҙе яйға һалыуҙа ла күренде. Ғөмүмән, һуңғы осорҙа Барак халыҡ-ара эшмәкәрле­гендә әүҙемлеген ныҡ кә­метте, уның ҡарауы, күп мәсьә­ләләргә вице-президент Джозеф Байден йоғонто яһарға тырыша.
Аҡ йортта, “түңәрәк өҫтәл” янында билдәле баҫмаларҙың колумнистары менән осраш­ҡанда, Барак ошондай фекер әйткәйне: “Американың ҡеүә­тен нисегерәк файҙаланыу мәсьәлә­һендә мин эҙмә-эҙлекле булдым шикелле. Беҙҙең осраҡта уны хәрби көскә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Географик карта әле аяҡ баҫҡан ер түгел. Уны аяҡ табаның менән тойорға кәрәк. Хәрби хәрәкәт­тәрҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен мин хәҙер инде яҡшыраҡ аңлайым, шуға күрә беҙ бер форсатты ла ҡулдан ысҡындыра алмайбыҙ”.
Вашингтондағы Аҡ йорттоң хужа­һы йәнә алмашына. Америкалағы президент һайлауы тигән кампанияны “шоу” тип атаһаң да ярай­ҙыр, “аҡса­лар көрәше” тиһәң дә дөрөҫ булыр. Американдар үҙҙәре мәрәкәләгәнсә, “Кандидаттар араһында отолғандар булмай, фәҡәт һайлаусылар ғына еңелә”. Иң юғары хаким­лыҡҡа Хиллари ханым килерме, бәлки, осраҡлы ғына миллиардер Трамп ултырырмы – кем булһа ла Америкалағы фун­даменталь ҡиммәттәр ҙә, сәйәсәт­тең төп йүнәлеше лә үҙгәрешһеҙ ҡала. Хәйер, Барак Хөсәйен улы ла тарих хәтерендә оҙаҡ һаҡланырмы икән?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374