Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт — милли үҫештең стратегик ресурсы
Рәсәй мәғарифы — донъяла иң уңайлы мәғариф системаларының береһе. Һәр көн илебеҙҙәге 100 меңгә яҡын мәғариф учреждениеһы ишеген 30 миллион уҡыусы асып инә. 5,1 миллион кеше, шул иҫәптән 2,5 миллион уҡытыусы улар аҡыллыраҡ, яҡшыраҡ булһын өсөн күп көс һала.
Финанс ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа мәғарифҡа һәм фәнгә киткән сығымдар артыуын дауам итә. 2010 йылда белем биреүгә дөйөм сығымдар 1,9 миллиард һум булһа, 2015 йылда иһә — 3 миллиард.
Президенттың һәм Хөкүмәттең стратегик бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы мәғарифҡа һәм фәнгә сығымдарҙы артабан да арттырырға кәрәк тигән фекерҙә.
Илдә өс — ете йәшлек балалар өсөн баҡсаларҙа урындар проблемаһы хәл ителде, яңы мәктәптәр төҙөү буйынса күләмле программа тормошҡа ашырыла башланы. 2016 йылда федераль ҡаҙнанан мәктәптәрҙә яңы урындар булдырыуға 50 миллиард һум аҡса бүленде. Мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡы төбәк буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә еткерелде. Был уҡытыусы һөнәрен социаль йәһәттән абруйлы профессиялар иҫәбенә индерҙе һәм йәш уҡытыусыларҙы мәктәпкә йәлеп итеү мәсьәләһен яйға һалды.
Артабанғы ғәмәлдәребеҙ:
— Өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләрҙе мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларында урындар менән тәьмин итеү;
— Мәктәпкәсә инклюзив белем биреүҙе үҫтереү йәһәтенән өҫтәмә саралар күреү;
— Баланы ҡараған һәм хәстәрләгән, уларҙы оҙай­лы көн төркөмдәрендә тотҡан өсөн ата-әсәләрҙән түләтелгән хаҡты, дөйөм ятаҡ өсөн түләүҙе нигеҙһеҙ арттырыуға юл ҡуймау;
— Ғәмәлдәге мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау иҫәбенә яңы урындар булды­рыу; бер сменалы эш режимына күсеү, көндөң икен­се яртыһын һәләттәрҙе үҫтереү күнекмәләре менән тулыландырыу;
— Ҡатмарлы социаль шарттарҙа эшләгән мәктәп­тәр­ҙә өҫтәмә ярҙам күрһәтеү, финанслау норматив­та­рын арттырыу, түңәрәктәр, секциялар үткәргән, шулай уҡ психологтарҙың һәм социаль педагогтарҙың эше өсөн түләү;
— Бюрократик баҫымды кәметеү, артыҡ отчетлылыҡты һәм контролде ҡыҫҡартыу;
— Мәктәп китапханалары фондын дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт менән тулыландырыу;
— “Берҙәм Рәсәй” партияһының физкультура-һа­уыҡ­тырыу комплекстары төҙөү, балаларҙы һауыҡ­ты­рыу өсөн мәктәп спорт залдарын реконструкциялау һәм яңыларын сафҡа индереү проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү;
— “Мәктәп автобусы” программаһын яңыртыу.
Аҡыллы Рәсәй

Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй — планеталағы иң белемле илдәрҙең береһе. Өлкәндәрҙең 60 проценты юғары һәм урта махсус белемгә эйә. Бөгөн ХI класты тамамлағандарҙың 57 проценты юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары менән тәьмин ителгән. Әммә өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалырға ярамай.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының артабанғы ғәмәлдәре:
— Рәсәй университеттарының халыҡ-ара конкурентлыҡ ҡеүәһен һәм Рәсәй иҡтисады, фәне үҫешенә уларҙың индергән өлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү;
— Төбәк фәнни-технологик кластерҙар ойоштороу лидерҙары булараҡ, төбәктәге төп университеттарҙы үҫтереү;
— Дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә мәғарифҡа һәм фәнгә сығымдарҙы берлектә финанслауҙа ватан эшҡыуарлығының ҡатнашыуы өсөн шарттар тыуҙырыу;
— Абитуриенттарҙың ташламаға хоҡуҡлы категориялары, шулай уҡ түбән килемле ғаиләләрҙән сыҡҡан һәләтле абитуриенттар өсөн вузға тиклем өҫтәмә әҙерлек һәм төп юғары уҡыу йорттарына инеүҙә булышлыҡ итеү системаһын ойоштороу;
— Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге студенттар өсөн матди ярҙам сараларының адреслылығын көсәйтеү, шул иҫәптән уларға социаль стипендиялар түләү;
— Төп университеттарҙың дистанциялағы технологиялары һәм күмәк онлайн-курстарын файҙаланыу иҫәбенә ситтән тороп белем алыу мөмкинлеген киңәйтеү һәм уның сифатын яҡшыртыу;
— Ситтән тороп уҡыу бүлегендә тәүге юғары белемде алған студент ғаиләләре өсөн уҡыуға түләгәндә бер тапҡыр һалым ҡайтармаһын алыу мөмкинлеген закон менән нығытыу;
— Дәүләт һәм муниципаль мәғариф ойошмалары, айырыуса алыҫ биләмәләрҙә урынлаш­ҡандары өсөн уҡыу корпустарында ғына түгел, дөйөм ятаҡтарҙа ла Интернетҡа юғары тиҙлектә тоташыу мөмкинлеген тәьмин итеү;
— Һәләтле балаларға һәм йәштәргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү һәм шул иҫәптән ижади конкурстар системаһын үҫтереү, балалар үҙәктәре селтәрен киңәйтеү ярҙамында;
— Ауыл ерендә сифатлы өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген булдырыу;
— Фәнни-техник һәм гуманитар эшмәкәрлектә ижади һәләттәре булған балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн мәктәп фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадалары системаһын олимпиадалар статусына эйә булған Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр проекттары конкурстары системаһы менән тулыландырыу;
— Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм ауыр социаль хәлле ғаиләләрҙәге балаларға өҫтәмә белемде түләүһеҙ алыу, түңәрәктәргә һәм секцияларға бушлай йөрөү мөмкинлеген киңәйтеү;
— Белем биреү проекттарын тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн грант ярҙамын киңәйтеү.

Рәсәй фәненең киләсәге:
яңы генийҙар өсөн
өр-яңы лабораториялар


Һуңғы йылдарҙа Рәсәй фәне тармағында йәш тикшеренеүселәр һаны арта. Алдынғы фәнни-технологик йүнәлештәр буйынса өр-яңы лабораториялар асылды, глобаль ғилми киңлектә Рәсәйҙең абруйы көсәйә. Илебеҙ ғалимдары ҙур халыҡ-ара ғилми проекттарҙа уңышлы ҡатнаша, халыҡ-ара фәнни баҫмаларҙа әкренләп позицияларын тергеҙә.

Артабанғы ғәмәлдәребеҙ:
— Ғилми эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген баһалауҙың, шулай уҡ дәүләт сәйәсәтендәге аныҡ сараларҙың һөҙөмтәлелеген баһалауҙың заманса системаһын ғәмәлгә индереү;
— Технологик йәһәттән артта ҡалыуҙы бөтөрөү маҡсатында 2018 йылдан дәүләт ғилми фондтарын финанслауҙы 25 миллиард һумға тиклем арттырыу;
— Академия институттары һәм юғары уҡыу йорттары нигеҙендә тикшеренеү һәм ғилми-белем биреү үҙәктәрен ойоштороу һәм үҫтереү;
— Йәш ғалимдар өсөн социаль гарантиялар системаһын үҫтереү, шул иҫәптән уларға торлаҡ бүлеү һәм төҙөү, йәш фән кандидаттарына ярҙам күрһәтеү институтын асыу.

Рәсәй мәҙәниәтенең
ҡиммәтле капиталы


Рәсәй 26 мәҙәни һәм тәбиғи объекты менән Бөтә донъя мираҫы исемлеген етәкләгән илдәр тиҫтәһенә инә. Партияның “Тарихи иҫтәлек” проектына ярашлы, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһын тәшкил иткән 22 объект тергеҙелде һәм тулыһынса реставрацияланды, тағы ла 24 ҡомартҡы реставрациялау өҫтөндә.
1990 йылдан музейҙар һаны ике тапҡырҙан ашыуға, театрҙар 1,7 тапҡырға, һуңғы өс йылда музейҙарға килеүселәр күләме 27 процентҡа артты. Быйылдан федераль һәм төбәк музейҙарына 16 йәштән кесерәктәрҙе, ә федераль музейҙарға өҫтәмә рәүештә студенттарҙы ла түләүһеҙ индереү быға булышлыҡ итте. Буш ваҡытын ижади үткәреүгә өҫтөнлөк биреүселәр һаны күбәйгәндән-күбәйә: клуб формированиелары һаны үҫте. Һуңғы өс йылда федераль театрҙарҙың гастроль эшмәкәрлеге 60 процентҡа артты.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын танытыу маҡсатында мультимедиалы порталдар һәм сервистар ойошторолдо. Мәҫәлән, Культура.рф порталы 3,5 миллион файҙаланыусыны, 2700 музейҙы, 115 виртуаль музейҙы, 600 театрҙы, 620 спектаклдең, бер мең нәфис һәм документаль фильмдың, 650 лекцияның видеоверсияларын, бер мең дини мираҫ объектын үҙ эсенә ала.
Милли электрон китапхана төҙөлдө. Уның фондында 1,6 миллион дана иҫәпләнә. 100-ҙән ашыу төбәк китапханаһы, шулай уҡ архивтарҙың һәм музейҙарҙың ресурстары уға тоташтырылған. Быйыл дөйөм файҙаланыуҙағы китапханаларҙы Интернет селтәренә тоташтырыу буйынса эште аҙағына еткереү күҙаллана.

Артабанғы ғәмәлдәребеҙ:
— Профессиональ һәм халыҡ коллективтарына һәм халыҡ кәсептәренә, музей һәм китапхана берләшмәләренә, ижади союздарға булышлыҡ итеү;
— Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын реставрациялауҙы тәьмин итеү, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡарарҙарын эксперттарҙың ҡәтғи контролендә һәм йәмәғәт ойошмаларының фекерен иҫәпкә алып ҡабул итеү;
— Клубтарҙың, мәҙәниәт йорттарының һәм һарайҙарының эшенә ярҙам күрһәтеүҙе, ауыл­дарҙағы һәм бәләкәй ҡалаларҙағы китапханаларҙы тулыландырыуҙы һәм техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуҙы тәьмин итеү;
— Рәсәй кинематографын, театр һәм цирк сәнғәтен, ватан китап нәшриәтен үҫтереүҙә дәүләт ярҙамын тәьмин итеү.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә