Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таймаҫ өс таған
Таймаҫ өс тағанОшо арала Бөтә донъя башҡорттарының IV йыйынына бәйле яҙмаларҙы яңынан ҡарап сыҡтым. Рәхмәт “Ватандаш” журналы хеҙмәткәрҙәренә – “Наши корни – в веках и тысячелетиях” тигән дөйөм баш аҫтында мөһим сараға арналған ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе баҫып сығарҙы.


Оло йыйындағы сығыштарҙы тыңла­ғандан, төплө ҡарарҙар ҡабул иткәндән һуң ярты йыл самаһы ваҡыт үтеп киткән. Әммә унда яңғыраған һәр һүҙ, фекер, тәҡдим һәм теләктәр бөгөн дә көнүҙәк, артабан да шулай булып ҡаласаҡ.
Ойошманың хәҙерге ағзала­рына бер теләк белдергем килә. Мәғлүм булыуынса, ҡоролтай Башҡарма комитеты был юлы бик ныҡ яңырҙы, унда беҙҙең элекке хәрәкәттә ҡатнашмаған күп кенә яңы кешеләр һайланды. Улар ҙа (бына минең кеүек тип әйтһәм, үпкәләмәһендәр) әүҙем эшләп китер өсөн йыйында тыңланған сығыштарға, секциялар материалдарына, ҡабул ителгән ҡарарҙарға ара-тирә күҙ һалып алһын ине. Ғөмүмән, ҡоролтай ойошторолғандан һуң үткән ике тиҫтәнән ашыу йыл эсендә ғәйәт ҙур тәжрибә туп­ланды, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ үҫеше өсөн әһәмиәтле күп проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаштыҡ. Хәҙерге шарттарҙа был эшмәкәрлекте яңы һулыш менән дауам итергә кәрәк. Ниндәй генә мәсьәлә тураһында һүҙ бармаһын, һәр ваҡыт әүҙем булырға тейешбеҙ. Бер быуат самаһы элек үк Әхмәтзәки Вәлиди, телебеҙ, динебеҙ, еребеҙ мәнфәғәте өсөн бөтөн көсөбөҙҙө һалырға кәрәк, тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Был һүҙҙәр хәҙер ҙә төп маҡсатыбыҙ булып тора. Яҙмышыбыҙ нәҡ ошо өс тағанға таянып йәшәүҙе талап итә. Бер таяу ҙа таймаһын, Аллаһ һаҡлаһын, имгәнә күрмәһен тип эш итергә кәрәк. Ошо өс тағандың ҡайһыһына туҡталып үтһәм дә, урынлы булыр һымаҡ.
Халҡыбыҙ үҙ илендә еренә аҫабалыҡ хоҡуғын, динен, үҙидаралығын һаҡлау маҡсаты менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылған. Уның ошоға тиклем дә, унан һуң да барлыҡ тарихы нәҡ шул мөҡәддәс хоҡуҡтарын яҡлау өсөн көрәштә үткән. Үкенескә ҡаршы, Совет хөкүмәте 1917 йылдың 26 октябрендә (яңы стиль менән 8 ноябрендә) ҡабул ителгән “Ер тураһындағы декрет”ы менән башҡорттоң ергә хан замандан бирле йәшәп килгән аҫабалыҡ хоҡуғын юҡҡа сығарған. Октябрь революцияһының халҡыбыҙға был “бүләге” – тарихыбыҙҙа иң ҙур фажиғәләрҙең береһе. Ә бит хатта Рәсәй империяһы был хоҡуғыбыҙҙы быуаттар буйы тейелгеһеҙ тип иҫәпләгән, һәм башҡорттар уның составында берҙәм, ғәжәп итерлек ҡеүәтле халыҡ булараҡ дан ҡаҙанып йәшәгән. Әгәр Совет власы беҙҙең Рәсәйгә ҡушылыу шарттарының береһе тип иҫәпләнгән был хоҡуҡты тартып алмаһа, милләтебеҙҙе диалект айырмалығына ҡарап ҡына икегә бүлеү бөтөнләй мөмкин булмаҫ ине. Хәҙер бына шул аҫабалыҡтың юҡҡа сығарылыуы арҡаһында тел мәсьәләһендә тыуған ҡатмарлылыҡтың эҙемтәләрен кисерәбеҙ. Ни хәл итмәк кәрәк, тарих беҙҙең алға халҡыбыҙҙы милли әҙәби тел нигеҙендә консолидациялау проблемаһын да килтереп ҡуйҙы.
Бөгөн килеп, аҫабалыҡ хоҡуғы тураһында һөйләү, бәлки, урынлы ла күренмәҫ. Ләкин ул – тарихыбыҙҙың бөйөк бер бите, уны оноторға тейеш түгелбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, республиканы ойоштороусы халыҡ булараҡ, Башҡортостандың киләсәге өсөн яуаплылыҡ та иң элек беҙҙең иңгә төшә. Шуның өсөн дә үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә һаҡлап йәшәргә тейешбеҙ.
Илдә колхоз-совхоздар бөтөрөлөү менән, ниһайәт, ауыл халҡына бушлай пай ере алыу хоҡуғы бирелде. Был бит – аҙ ғына күләмдә булһа ла мөлкәтле булыу, үҙеңде ысын хужа итеп тойоу мөмкинлеге. Пай ере – һәр кемдең быуындан быуынға мираҫ итеп ҡалдырырҙай иң ҙур байлығы. Уны бушлай алыу мөмкинлеге башҡа булмаҫтыр, моғайын. Капитализм закондары ҡаты: яҡын киләсәктә ерҙең һәр гектарының хаҡы көс етмәҫлек күләмгә етәсәк. Башҡарма комитеттың отчет док­ладында әйтелгәнсә, үкенескә күрә, әле республикала 60 мең тирәһе кеше үҙенең пай ерен законлаштырмаған, йәғни бушлай бирелгәнде юғалтыу алдында тора. Благовещен, Иглин, Саҡмағош райондарында ғына пай ерҙәренә шәхси милек хоҡуғы бирелеү тураһында дәүләт теркәүе үткәрелгән. Был – үтә хәүефле хәл. Ауылдарыбыҙҙа кешеләр үҙ еренә, мөлкәтенә хужа булмайынса, ауыҙын асып көн күрһә, был байлыҡтың ситтән килгәндәр ҡулына күсеү хәүефе юҡ тип әйтә алабыҙмы? Юҡ.
Ауылдарыбыҙ күренекле яҙыусы Әмир Әминевтең “Ҡытайгород” повесындағы яҙмышҡа тарымаһын өсөн Башҡарма комитет, район һәм ҡалаларҙағы ҡоролтай ағзалары бөтөн тырышлығын һалып эшләһен, иң һуңғы пай ере теркәлгәнгә тиклем туҡталмаһын ине.
Башҡорт халҡының яртыһынан күбеһе ауылда йәшәй. Әммә был төйәктәрҙең байтағы ҡартая бара, ҡайһы берҙәрендә ир-ат аҡса эшләү өсөн ситкә китеүен дауам итә. Эскелек бәләһенән дә тулыһынса ҡотола алмай ыҙа сигәбеҙ. Республикабыҙ етәкселеге, йәмәғәтселек, шул иҫәптән ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ауылдарҙы һаҡлау өсөн мөмкин булған барлыҡ сараларҙы ҡулланырға тейеш тип иҫәпләйем. Ошо йәһәттән йәмәғәт ойошмаларының, йәғни халыҡтың үҙ башланғысы менән атҡарылған эштәрҙең ни тиклем йоғонтоло, мөһим булыуы тураһында әйтеп үтмәксемен. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек дәррәү башланып киткән “Айыҡ ауыл” конкурстары нәҡ шул маҡсатҡа йүнәлтелгәйне. Был хәрәкәттең һүрелеп ҡалыуы менән һис кенә лә килешергә ярамай. Әгәр ҙә һуңғы бер нисә йыл эсендә республикала эскелек кәмегән икән, бында йәмәғәт ойошмала­рының, шул иҫәптән “Айыҡ ауыл” конкурсының тос өлөшө бар.
Сәләмәт тормоштоң, ғаилә ҡиммәт­тәренең, әҙәп-әхлаҡтың сығанағы булған динебеҙҙең, телебеҙҙең, рухи мираҫы­быҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәгән йәштәребеҙҙең күп булыуы яҡты киләсәккә ышаныс тыуҙыра. Халыҡтың аңын уятыуҙа күпте күргән һәм кисергән, ҙур тормош тәжрибәһе туплаған өлкән быуын кешеләренең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ағинәйҙәр ҡороноң әүҙемләшеүе, республикала киң ҡолас ала барыуы – һәйбәт кү­ренеш. Шул уҡ ваҡытта аҡһаҡал­дар ҙа уларҙан ҡалышмаһын ине.
Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, әйтәйек, күренекле яҙыу­сылар Мәрйәм Бураҡаева һәм Гөлсирә Ғайса­рова-Ғиззәтуллина һымаҡ тыуған төйәгендә яҡташтарына хеҙмәт урыны булдырған йүнселдәргә нисек рәхмәт әйтмәҫһең?! Шул уҡ ваҡытта төрлө өлкәлә ҙур уңышҡа өлгәшкән милләттәш­тәребеҙ үҙ ауылы, ауылдаштары тураһында онотмаһын, кәрәк ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙһын ине. Бер-ике миҫал килтереп үтәйем. “Республика Башкортостан” гәзите редакцияһы былтырғы йомғаҡтар буйынса билдәле эшҡыуарҙар Миңзәлә һәм Ҡаду­рий Фазлетдиновтарҙы “Йыл кешеһе” тип билдәләне. Уларҙың тырышлығы, ярҙамы арҡаһында Әлшәй районының Сурай ауылында мәсет төҙөлдө, ошондағы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһар­мандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Фазлетдиновтар менән бергә урындағы туғыҙ йыллыҡ мәктәптең директоры ла шундай уҡ маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, сөнки был ауылда уҡытыу­сылар коллективы һәм уның етәксеһенең ныҡышмал­лығы менән белем усағын һаҡлап алып ҡалыуы бик күптәр өсөн һабаҡ алырлыҡ ваҡиғаға әйләнде. Йәнә шуны әйтеп үтәйем: уҙған йыл аҙағында талантлы шағир Мәүлит Ямалетдиндың күп йыллыҡ оло хеҙмәтенең емеше булып “Ҡөрьән-Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабы баҫылып сыҡты. Был эштә матди ярҙам күрһәтеү­селәр ҙә – Миңзәлә менән Ҡадурий Фазлетдиновтар. Ундай изгелектең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Заман ауырлығынан ҡурҡып йәшәргә хаҡыбыҙ юҡ, сөнки тормош бер ҡасан да еңел булмаған. Ожмахтай төйәгебеҙҙең ҡәҙерен белеп, үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булып йәшәргә тейешбеҙ.
Яңыраҡ күрше республика матбуға­тында ошондай хәбәр уҡырға тура килде: “Башҡорт­останда етештереүсе, аралашсы һәм һатыусының тығыҙ аралашыуын маҡсат итеп ҡуйған “Бөтөргә теләмәгән ауыл” тигән программа тормошҡа ашырыла башлаған”. Шуныһы ҡыҙыҡ: өйөңдәге хәбәрҙе күршеңдән ишет тигәндәй, ниңә был яңылыҡ миңә күрше төбәк аша килеп етте һуң әле? Ә бит шәп яңылыҡ! Бынан ары беҙҙең һәр ауыл халҡы үҙе алдына “Юҡ, бөтөргә теләмәйбеҙ, беҙ барбыҙ һәм буласаҡбыҙ!” тигән маҡсат ҡуйып йәшәһә, киләсәгебеҙ яҡты ла, өмөтлө лә булыр, иншаллаһ!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374