Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юлдар күп, хәстәрҙәр уртаҡ
Юлдар күп, хәстәрҙәр уртаҡЙәмәғәт контроле автоһәүәҫкәрҙәрҙең соҡор-саҡырҙан ыҙа сигеүен бөтөрөрмө?

Юл төҙөүселәр асфальт йүнәтеүҙе билдәләнгән ваҡытҡа тамамланы, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты. Был эш сама менән 1,2 миллион квадрат метр майҙанда башҡарылған, шул иҫәптән төбәк әһәмиәтендәге һәм район-ҡалалар араһындағы юлдарҙы рәтләү өсөн 872,3 меңдән ашыу “квадрат”ты ямарға тура килгән. Федераль магистралдәрҙәге етешһеҙлектәрҙе саҡ ҡына һуңғараҡ бөтөрмәкселәр.


Бурыс үтәлде, тип отчет бирелһә лә, юлсыларға төрлө урындан ялыуҙар килеүен дауам итә. Был мәсьәләнең сәбәбе ниҙә һуң һәм хәлде нисек яйға һалырға?
Статистикаға ҡарағанда, Юл фон­дының өстән ике өлөшө элек һалынған асфальтты тигеҙләүгә сарыф ителә, ҡалғаны ғына яңы магистралдәр төҙөүгә тотонола. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров беҙҙең менән әңгәмә барышында: “Бындай нисбәт автомобиль хужаларының һарыуын оҙаҡ ҡына ҡайнатасаҡ әле”, – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Юлдың иң мөһим өлөшө – “мендәре”, нигеҙе, – тине ул. – Әүәле асфальтҡа ныҡ көс төшмәне, шуға аҫтын йоҡараҡ итеп эшләй торғайнылар. Хәҙер маши­наларҙың күплеге арҡаһында бер нисә тапҡырға сыҙамлыраҡ юлдар һалыу шарты тыуҙы. Элекке технология буйынса түшәлгән асфальт, белеүегеҙсә, уйыла, артабан иһә сатнай, ярыҡтары һыу менән тула башлай. Һалҡын миҙгелдә шундай урындар туңа ла, боҙ юлдың тишек-тошоғон тағы киңәйтә, соҡорға әйләндерә. Һауа температураһы ҡыш дауамында быйылғы кеүек тиҫтәләрсә тапҡыр нулдән юғары күтәрелһә, айырыуса ҡыйын.
– Яҙын юлдарҙың насарлығы арҡа­һында машинаны көн аша тиерлек йүнәттерәм, – тип зарлана Өфөләге маршрут автобустарының береһен йөрөткән Руслан Шәрәфетдинов. – Баш ҡаланың үҙәгендәге урамдарҙы ла күләүектәр баҫа, уларҙы кискән һайын тәгәрмәс тишелеп ҡуймаһын, аммортизатор йә рулдең рейкаһы ҡыйралып китмәһен тип ҡурҡаһың. Бөтөн аҡса ремонтҡа ғына китеп тора тиерлек. ЮХХДИ инспекторҙары беҙҙе туҡтата, тикшерә, штраф һала, ә юлдарҙың хәлен иҫәпкә алыусы юҡ. Хәйер, һуңғы арала ситке урамдарҙа ла соҡорҙар кәмене, уның ҡарауы, шундай “яҡшы” йүнәткәндәр – ямауҙар тупайып сығып тора.
Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов, әлбиттә, үҙ ведомствоһына ҡарата әйтелгән кире фекер менән килешмәй, юлдарҙың торошона иғтибар итеүҙәрен белдерә.
– Яҙын, ысынлап та, асфальт ҡот ос­ҡос хәлдә ине. Беҙ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү­ҙе талап итеп яуаплы кешеләргә көнөнә бер нисә мөрәжәғәт ебәрә торғайныҡ. Ҙур булмаған Күмертау ҡалаһын ғына алғанда ла, бер көндә – ете ялыу, – ти ул. – Хәҙер хәл яҡшырҙы, әммә тыныс­ланырға иртә. Насар юлдар күп һаман да. Әйткәндәй, Башҡортостан Рәсәйҙә юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо буйынса Кубандән ҡала икенсе урында тора. Күрәһең, шуға ла был тармаҡтың именлеге ҙур сығымдарға бәйле – барлыҡ асфальтты бер юлы ипкә килтереү мөмкин түгел.
Ысынлап та, йәй башына ҡарай автомобиль юлдарының торошона ҡағы­лышлы ығы-зығы ярайһы уҡ баҫылды, юғиһә ҡыш аҙағында, яҙғы айҙарҙа төбәктә был йәһәттән хистәр дөрләй ине. Хатта республика Башлығына ла соҡор-саҡырҙар проблемаһын шәхси контроленә алырға тура килгәйне. Һөҙөмтә булараҡ, урамдарҙа ғына түгел, трассаларҙа ла тиҙ арала тәртип урынлаштырыла башланы.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа “ҡул менән” идара итеүҙән башҡа әмәл ҡалмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шулай ҙа ундай күренештәр ғәҙәтигә әйләнә һәм кешеләр мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙы һәр саҡ властан ғына талап итеп, үҙҙәре бер ни ҙә ҡылмай икән, һис тә яҡшылыҡ көтөп булмай. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Елена Родина, ошоно күҙ уңында тотоп, йәмәғәт контроле статусын ҡануниәт нигеҙендә нығытыу башланғысын тәҡдим итте. Мәсьәлә юл өлкәһе менән генә сикләнмәй, әлбиттә.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ағзалары, яңы закондың сыҡҡанын көтөп тормай, асфальт йүнәтеү барышын тикшереүгә күптән тотондо инде. Улар тарафынан Башҡортостандың бер нисә ҙур ҡалаһында махсус рейдтар ойошторолдо. “Фронтовиктар” үҙҙәре тапҡан етешһеҙлектәр хаҡында урындағы власть органдарына яҙма дәғүә ебәрә, артабан мәсьәләләрҙең хәл ителешен контролгә ала. Халыҡ фронтының эш төркөмө етәксеһе Николай Фадеев әйтеүенсә, бындай сара Рәсәйҙә, шул иҫәп­тән беҙҙең республикала ла, икенсе йыл үткәрелә. “Юлдарҙың сифаты һәй­бәт­ләнә, тип әйтә алабыҙ. Әүҙемсе­лә­ребеҙ иғтибарға алған урындар, нигеҙҙә, йүнәтелеп бөткән. Өфөнөң төньяҡ өлө­шөндә бер ни тиклем проблемалы май­ҙан­дар ҡалған-ҡалыуын, уларын урын­дағы хакимиәттәр күҙ уңынан ысҡын­дыр­маҫ, ҡаланың юл хужалығына системалы ҡараш булдырылыр, йәмәғәт ойошмаларының һәм айырым граждан­дарҙың ялыуҙарын, тәҡдимдәрен көтөп ул­тырмаҫтар, тип ышанғы килә”, – ти ул.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары, атап әйткәндә, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендәге тротуарҙарҙың аяҡ баҫмаҫлыҡ хәлгә төшөүен, Черниковкала ямғыр һыуын ағыҙыусы канализацияның ҡаҡшауын, автобус туҡталыштарындағы тәртипһеҙлекте ҡәләм осона алған.
– Соҡор-саҡыры ямалған асфальтты юлдың өҫкө ҡатламы тотош алмаш­тырылған урындар менән сағыштырыу мөмкин түгел, сифат шунда уҡ күҙгә салына, – тине Халыҡ фронтының респуб­ликалағы штабы вәкиле Светлана Хәлфина Мәләүездәге рейд тураһында һөйләгәнендә. – Дөйөм алғанда, беҙ күргәндәребеҙҙән ҡәнәғәт ҡалдыҡ, авто­һәүәҫкәрҙәрҙең дә кәйефе күтәрелгәндер. Апрелдәге тикшереү барышында юлдың ҡайһы бер арауыҡтары үтеп сығырлыҡ булманы, ситтән урап йөрөргә тура килгеләне. 12 сантиметр тәрәнлектәге киң бер соҡор ныҡ хәтерҙә ҡалғайны, әле барғанда уны көскә таптыҡ.
Йәмәғәт әүҙемселәре Белореттың да иң ҡурҡыныс юлдарын барлаған. Тик­шерелгән бер участка ла нормативтарға ярашлы түгел, бәғзеләре хатта води­тел­дәргә лә, йәйәүлеләргә лә хәүеф менән янай, тип һығымта яһаған улар. Халыҡ фронты эксперты Ярослав Беловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, урамдарҙа 15, 30 сантиметр тәрәнлектәге соҡорҙар табылған. “Тишкеләнеп, тотош туҙып бөткән юлдар ҙа осраны. Рейд мәлендә янғын һүндереүселәр яныбыҙға килеп, ошо хәл арҡаһында йыш ҡына ваҡыттың бушҡа уҙыуына, махсус техниканың ураған һайын ватылыуына зарланып торҙо, – ти ул. – Урындағы хакимиәт беҙҙең дәғүәне алғас та асфальтты тиҙләтеп ямарға керешкәйне, “фронтовиктар”ҙа шик тыуҙы. Яңылышмағанбыҙ: юл йүнәтеүселәрҙең асфальт иҙмәһен бысраҡ күләүектәр эсенә ташлауына үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Күпме хеҙмәт итә инде ундай ямау? Бер-ике ай...”
Халыҡ фронты ағзалары әйтеүенсә, юлдарҙың насар булыуын түрә-ҡара һәр саҡ ҡаҙнала аҡса етмәүгә алып барып бәйләй, шуның менән аҡланырға тырыша. Ә бына йәмәғәт әүҙемселәре фекеренсә, төп сәбәп – квалификациялы контроль һәм бойондороҡһоҙ тикшереүҙәр булмауы. Шунан файҙаланып, намыҫһыҙ подрядсылар объектҡа бүленгән сығымдарҙы экономиялай икән.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров тендерға заказдарҙы кисектереп түләү шарты менән ҡуйырға тәҡдим итә. “Ойошмалар юлды үҙ иҫәбенә йәки ҡайҙандыр аҡса йәлеп итеп һалһын йәки ремонт­лаһын, дәүләт эштең хаҡын объекттың гарантия ваҡыты үткәс кенә тулыһынса күсерһен ине. Бындай шарттар төҙөлөш баҙарын бюджет аҡсаһын алыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйыусыларҙан арындырыр, сифат өсөн яуап бирергә әҙер булған ышаныслылар менән тулыландырыр ине”, – ти ул.


Автор: Илдар ӘХИӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә