Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр депутаттан “Башҡортостан өсөн нимә эшләнең?” тип һораясаҡмын”
“Һәр депутаттан “Башҡортостан өсөн нимә эшләнең?” тип һораясаҡмын”“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең ошо көндәрҙә Өфөлә булып уҙған конференцияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса кампанияға әҙерлек маҡсатында бүлексәнең программаһын тикшерҙе, шулай уҡ Өфө ҡала Советына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙарға депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтте, партияның XV съезының икенсе этабы йомғаҡтарын барланы.


Конференцияла Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов, төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев, партияның үҙәк комитетының төбәктәр менән эшләү идаралығындағы Волга буйы федераль округы буйынса департаменты етәксеһе урынбаҫары Александр Петращук, депутаттар, дәүләт власы органдары вәкилдәре, йәмәғәтселек ойошмалары, өс йөҙгә яҡын делегат ҡатнашты. Күренеүенсә, был – бик ҙур сәйәси көс, тимәк, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың да йоғонтоло буласағына шик юҡ.
– Быйылғы йылдың төп сәйәси ваҡиғаһына ике айҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды. Был һайлау алды кампанияһы ябай булмаған шарттарҙа үтәсәк, – тине үҙенең сығышында Рөстәм Хәмитов. – Илдәге иҡтисади хәл тотороҡлана башланы, әммә халыҡты эш, килем, торлаҡ, хаҡтар үҫеше кеүек ҡырҡыу мәсьәләләр борсоуын дауам итә. Халыҡтың ошо ҡәнәғәтһеҙлеген үҙ маҡсаттарында файҙаланырға теләгән көстәр ҙә бар. Фирҡәләр араһындағы конкурентлыҡ та киҫкенләшә.
Республикалағы һайлау кампаниялары барышында ике меңгә яҡын депутат мандаты бүленәсәк. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың закон сығарыу корпусы ныҡ ҡына яңырҙы. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, партияға дәүләт кимәлендә фекерләй белгән, гражданлыҡ позицияһы әүҙемлеген күрһәткән, һөнәренең оҫтаһы булған кешеләр кәрәк. Үҙенең сығышында ул халыҡты эш менән тәьмин итеү, торлаҡ төҙөлөшө, ауыл хужалығындағы шәхси башланғыстар, медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртыу һәм башҡа ҡырҡыу мәсьәләләргә айырым туҡталып үтте.
“Берҙәм Рәсәй” һәр саҡ һайлау барышының асыҡлығы өсөн сығыш яһаны һәм башҡа сәйәси көстәрҙе лә шуға өндәй. Хатта был партияның тәнҡитселәре лә праймериздың асыҡ һәм демократик нигеҙҙә үткәрелеүен таныны. Партиянан кандидаттар һайлауҙа 365 меңгә яҡын кеше йәки республикалағы һайлаусыларҙың дөйөм иҫәбенең 12 проценты ҡатнашты. Шуныһы мөһим: кешеләр ил парламентына һайланыуға дәғүә итеүселәр менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләште, уларҙың депутатлыҡҡа ниндәй уй-теләктәр һәм пландар менән барырға йыйыныуҙарын асыҡланы. Респуб­ликаға файҙа килтерә аласаҡмы? Һайлаусылар мәнфәғәтен яҡларға әҙерме?
Партия үҙенең һайлау алды программаһына ҙур иғтибар бирә. Уны эшләгән комиссияға был фирҡәнең башлығы Дмитрий Медведев шәхсән етәкселек итә. Документты төҙөүгә тәжрибәле эксперттар, ғалимдар, закон сығарыусылар йәлеп ителде, уны ҡабул итер алдынан төп маҡсаттарҙы уртаға һалып тикшергән алты форум үткәрелде. Был программа артабан илде үҫтереү стратегияһының нигеҙенә ятырға мөмкин.
“Берҙәм Рәсәй” һайлау алды кампанияһында һәм киләсәк эшмәкәрлегендә йәштәргә лә иғтибарҙы кәметмәй. Алдан һайлауҙа ҡат­нашыусыларҙың өстән бер өлөшө – 35 йәшкә тиклемгеләр. Бөгөн йәмғиәтебеҙ сәләмәт рухлы һәм абруйлы йәш сәйәсмәндәргә мохтажлыҡ кисерә. Йәштәр дәүләт кимәлендәге эштәргә әүҙемерәк йәлеп ителәсәк, хәҙер кадрҙар резервын туплау, профессиональ идара итеүселәр быуынын үҫтереү, уларҙың проекттарын хуплау көнүҙәк бурыстарҙың береһенә әүерелә.
– Әле эшләүсе депутаттар корпусы менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттек, һәр саҡ бәйләнештә булдыҡ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Яңы финанс ағымдары, инвестиция йәлеп итеү, республикабыҙҙың мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән закондар эшләү тураһында депутаттар миңә даими хәбәр итеп торҙо. Киләһе саҡырылыш парламентында ла халыҡ вәкилдәренең яуаплылыҡ кимәле бик юғары булыр тип ышанам. Бөгөнгө сығышымда мин депутаттарҙың эшмәкәрлеге менән нисек ҡыҙыҡһынып тороуым тураһында әйттем: шәхси әңгәмәлә түгел, ә халыҡ алдында талап итәсәкмен. Артабан да рәсми сараларҙа: “Башҡортостан Республикаһы өсөн нимәләр эшләнең, иптәш депутат?” – тип һорашып тороуҙан туҡтамаясаҡмын. Был хәлде беҙ депутат корпусындағы ғәҙәти хәлгә әйләндерергә тейешбеҙ.
Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән түбәндәге кандидаттар инә. Бер мандатлы округтар буйынса: Өфө округынан – Думаның әлеге депутаты Павел Качкаев, Благовещен буйынса – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Илдар Бикбаев, Белорет округы буйынса – Думаның ошо саҡырылыш депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Салауат округынан – Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, Стәрлетамаҡ буйынса – ошо ҡаланың хакимиәт башлығы Алексей Изотов. Территориаль төркөм буйынса партия исемлегендә беренсе булып республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов тора, артабан – Зариф Байғусҡаров, телевидениела алып барыусы Инна Йомашева, Дәүләт Думаһы депутаттары Рафаэль Мәрҙәншин, Рима Баталова, Рөстәм Ишмөхәмәтов, “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин, Фәрит Ғәниев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Михаил Бугера, Константин Канунников, Ирек Ниғмәтуллин, Виктор Климов. Конференция шулай уҡ бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Инорс һәм Нарыш бер мандатлы округтары буйынса өҫтәмә һайлауҙарға, шулай уҡ дүртенсе саҡырылыш Өфө ҡала Советына ошо партиянан кандидаттар күрһәтеү мәсьәләләрен дә ҡараны.
Сара тамамланғас, Рөстәм Зәки улы һорауҙарға ла яуап бирҙе. Беҙҙең гәзиттең:
– Халыҡтың һайлау алды кәйефе социаль мәсьәләләрҙең ниндәй кимәлдә хәл ителеүенә лә бәйле икәнлеге бәхәсһеҙ. Ләкин беҙҙә социаль-иҡтисади яҡтан артта ҡалған төбәктәр ҙә бар. Тап шуға күрә Һеҙҙең етәкселектә Башҡортос­тан­дың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫ­те­реү буйынса программалар ҙа ҡабул ителгәйне. Унда билдәләнгән саралар бөгөн нисек тормошҡа ашырыла? – тигән һорауы яңғы­раны.
Республика Башлығы:
– Муниципалитеттарҙың нисек эшләүе менән даими ҡыҙыҡһынып торам, был – минең вазифа бурыстарым да. Ҡайҙа хакимиәт башлыҡтары эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра, ҡайҙа халыҡ иҡтисади тормошҡа әүҙем йәлеп ителә, шунда һөҙөмтә лә бар. Яҡын киләсәктә муниципаль берәмектәр етәкселәренең рейтингын төҙөйәсәкбеҙ. Иҡтисади һөҙөмтә күрһәтә алмаған башлыҡтар үҙҙәренә башҡа хеҙмәт урыны эҙләргә тейеш буласаҡ. Был һүҙҙәрҙе кемделер ҡурҡытыу өсөн әйтмәйем, тормош шулай эшләргә мәжбүр итә. Муниципаль берәмек етәксеһе итеп артабан үҙ төбәгенә инвестиция йәлеп итергә һәләтле кешеләр генә ҡуйыласаҡ, – тине.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, Суд прис­тавтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе:
– Башҡортостан илебеҙҙең ҡеүәтле төбәге булып тора һәм уның етәкселеге әленән-әле тормошсан идеяларҙы күтәреп сыға. Бының һуңғы аралағы сағыу миҫалы – “Реаль эштәр” проекты. Шуға ышанам: һәр кем үҙенең эш урынында халыҡ өсөн кәрәкле башланғыстар менән сығыш яһай ала. Мин үҙем хоҡуҡ өлкәһендә эшләйем һәм закон бөтә нәмәнең нигеҙе булып тороуына инанғанмын. Әгәр ҙә ижтимағи процеста ҡатнашыу­сыларҙың барыһы ла быны үтәһә, әлбиттә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының XV съезының икенсе этабы программаны раҫлап ҡына ҡалманы, Дәүләт Думаһына партиянан кандидаттарҙы, шул иҫәптән мине лә, күрһәтте. Ил парламентына һайлауҙарҙа ҡат­нашырға ышаныс белдергәне өсөн партияға рәхмәтлемен. Был юғары ышаныс ҡына түгел, ә үтә ҙур яуаплылыҡ та йөкмәтә.
Һис шикһеҙ, алда ҙур эш көтә. Әммә беҙ – ҡуйылған маҡсаттарға ирешә алыусы, алға барырға ҡурҡмаған команда һәм һайлауҙа еңеп сығасаҡбыҙ.

Инна ЙОМАШЕВА, телевидениела алып барыусы:
– Үҙем өсөн яңы булған юлға юғары яуаплылыҡ тойғоһо менән аяҡ баҫам. “Берҙәм Рәсәй” партияны яңыртырға ниәтләүен асыҡ белдерә, был йәһәттән беҙҙе – йәштәрҙе – етди һынау көтә. Мәскәүҙә эшләһәм дә, Башҡортостан ере – минең тыуған төбәгем, бында атай-әсәйем йәшәй. Рәсәй Хөкүмәтенең эшмәкәрлеген телевидениела яҡ­тыртҡан рәсми пул ағзаһы булараҡ, миңә донъяның күп илдәрендә булырға тура килде һәм байтаҡ нәмәне сағыштырып ҡарай алам. Һуңғы йылдарҙа Башҡор­тостандың инвестиция йәлеп итеү һәләте ныҡ көсәйҙе, йәштәргә лә бында үҙҙәрен һөнәри яҡтан күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр арта бара. Йәш яҡташтарыма шуны әйтергә теләр инем: эш һинең күпме мөлкәтең булыуҙа түгел, ә үҙеңдең кем булыуыңда.

Әйҙәгеҙ, барлыҡ көстө, тәжрибәне, һәләтте, белемде күп милләтле Башҡортостанға хеҙмәт итеүгә бағышлайыҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 430

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 387

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 519

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 420

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 385

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 402

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 459

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 381

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375