Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауыш биреү ғәҙел үтте
Тауыш биреү ғәҙел үттеАсҡын. Тауыш биреү 46 һайлау участкаһында барҙы. 15 706 һайлаусының 14 178-е үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Тауыштар түбәндәгесә бүленде: В. Путин — 81,32, Г. Зюганов — 12,41, В. Жириновский — 2,55, М. Прохоров — 1,74, С. Миронов — 1,45 процент.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Илшат Фәтихов, районда һайлау тыныс һәм ойошҡан рәүештә үтте, етешһеҙлектәр, ҡануниәтте, йәмәғәт тәртибен боҙоусылар булманы, тип билдәләне.
Баҡалы. Райондағы 55 һайлау участкаһында ла тауыш биреү ихлас башланып китте. Беренселәрҙән булып һайлауға, һәр ваҡыттағыса, ветерандар килде. Мөһим сарала йәштәр ҙә берҙәм ҡатнашты. Ҡамышлытамаҡ, Яңы Ҡатай, Баҡалының ике һайлау участкаһына тауыш бирергә килгән граждандар үҙ хоҡуғын бюллетендәрҙе эшкәртеү комплексы аша тормошҡа ашырҙы.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Николай Павлов, районда һайлау тыныс, юғары кимәлдә үтте, тип билдәләне.
Баймаҡ. Районда тауыш биреү 80 һайлау участкаһында барҙы. Ил яҙмышы хәл ителгән мөһим сарала һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәне.
Күсей һайлау участкаһында барлығы 322 һайлаусы иҫәпләнә, шуларҙың алтауһы — Туҡтағол ауылынан.
— Был һайлауҙа ауыл халҡының сәйәси әүҙемлеге бигерәк ҡыуандырҙы, — тине участка комиссияһы рәйесе Венера Заманова. — Төшкә тиклем 199 кеше тауыш биреп өлгөрҙө, һаулығы арҡаһында килә алмаған 21 һайлаусының өйөнә барҙыҡ. Ауылдың иң өлкән йәштәгеләре — Гәүһәр Кәримова менән Өмөлхаят Үтәғолова, йәштәргә өлгө күрһәтеп, был юлы ла һынатманы.
Тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыусы Илгиз Исламғолов, Вәсил Үтәгәнов менән Әхтәм Иманбаевҡа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Был һайлау участкаһында иң беренсе булып Ҡунаҡбай Уйылданов тауыш биргән.
Юл михнәттәрен иҫәпкә алып, күрше Туҡтағол ауылына барып тауыш биреү ҙә ойошторолдо. Веб-камера эшләне, бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәр күҙәтелмәне. Теләүселәргә шулай уҡ һайлау барышын почта бүлексәһендәге Интернет аша күҙәтеү мөмкинлеге булдырылды. Күсей урта мәктәбендә төрлө спорт ярыштары ойошторолдо, сауҙа нөктәләре эшләне.
Балтас. Һайлау кампанияһы тарихында тәүге тапҡыр веб-камералар ҡулланылды. Бөтәһе 53 һайлау участкаһы ойошторолдо. Ике участкала — Штәнде һәм Көндәшле ауылдарында — бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары урынлаштырылды.
Һайлау исемлегенә индерелгән 15 820 кешенең 96 проценттан ашыуы үҙенең конституцион хоҡуғынан файҙаланды. Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидаттар араһында ҙур өҫтөнлөк менән Хөкүмәт Премьер-министры Владимир Путин еңде. Һайлаусыларҙың 94 проценттан ашыуы уны ил башлығы итеп күрергә теләне.
Геннадий Зюганов, Владимир Жириновский, Сергей Миронов ярашлы рәүештә 3,26, 1,18, 0,62 процент тауыш йыйҙы. Үҙ-үҙен күрһәткән миллиардер Михаил Прохоров 0,52 процент һайлаусының ышанысын яуланы.
Борай. Халыҡ 53 участкала тауыш бирҙе. 19 793 һайлаусы (91,87 процент) үҙ хоҡуғынан файҙаланды. Салҡаҡ, Оло Баҙраҡ һәм Иҫке Бикмәт һайлау участкалары бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылды. Илдең Хөкүмәт башлығы В. Путин иң күп тауыш йыйҙы — 82,34 процент. КПРФ лидеры Г. Зюгановҡа 12,73 процент, В. Жириновскийға — 1,78, бизнесмен М. Прохоровҡа — 1,41, С. Мироновҡа 1,26 процент һайлаусы ышаныс белдерҙе.
Бөрйән. Районда һайлау һәр ваҡыттағыса ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 93 проценты гражданлыҡ бурысын үтәне.
— Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Мәндәғол ауылдарында халыҡ һайлауға дәррәү килде, — тип хәбәр итте райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Илгиз Мерәҫов. — Был бөрйәндәрҙең берҙәмлегенең сағыу миҫалы булып тора.
Ил Президенты вазифаһына кандидаттар араһынан иң күп тауышты Хөкүмәт Премьер-министры Владимир Путин йыйған — 88 проценттан ашыу.
Ейәнсура. Иҫәнғолдағы 2-се урта мәктәптә урынлашҡан 1924-се Төҙөүселәр һайлау участкаһына берәм-һәрәм генә килеүселәр бюллетендәрен урнаға төшөрә лә артабан үҙ юлында була. Комиссия ағзалары иртәнге сәғәт 9-ға тиклем үҙенең бурысын үтәгән 120 кешене теркәгән. “Иң ҡыҙыу мәл, ғәҙәттәгесә, кискә табан, йәғни сәғәт 5-тән һуң башланасаҡ”, — тип ҡуйҙы үҙ ғүмерендә байтаҡ һайлау кампанияларында ҡатнашҡан КПРФ партияһынан күҙәтеүсе Гәрәй Батталов.
Ике таныш ханымды — Ғәлиә Ғәйзуллина менән Әлмира Дәүләтшинаны туҡтатам.
— Ауыл үҙәгенә “Масленица”ға ашығып китеп барыуыбыҙ — бөгөн беҙҙең ансамбль шунда сығыш яһаясаҡ. Юл ыңғайында ғына тауыш биреп китәйек тип индек, — тине инде ике тиҫтә йылдан ашыу район мәҙәниәт йортонда һәүәҫкәр түңәрәккә йөрөүсе әхирәттәр бер һүҙҙән. — Үҙебеҙ оҡшатҡан кандидаттарҙы күрһәттек. Иң мөһиме — донъялар тыныс булһын, беҙҙең кеүек пенсионерҙарға, шулай уҡ йәштәргә лә яңы Президент яғынан иғтибар һәм хәстәрлек булыр тигән ышаныс йәшәй күңелдә.
— Миңә хәҙер — 76 йәш. Ошоға тиклем бер һайлауҙан да ҡалғаным юҡ. Элек был көн халыҡ өсөн ысын байрамға әйләнә торғайны: концертын да ҡуйырҙар, күсмә магазиндарҙа дефицит тауарын да һатырҙар ине. Хәҙер ундай байрам кәйефе бигүк һиҙелмәй, тик шул бурысты үтәү өсөн киләһең инде, — тип әйтеп алды Флүрә Әмирханова.
Өлкәндәр үҙ бурысына яуаплы ҡарауы менән барыбер айырылып тора. Юлдарҙың тайғаҡлығына ҡарамаҫтан, таяҡтарына таянып, инде туҡһандарын ҡыуыусы һуғыш ветерандары Нәжметдин Хәсәнов менән Зәкәриә Исхаҡов та килеп еткән.
18 йәштәрен тултырған Дмитрий Бесков менән Алексей Букаревтың бындай мөһим сарала тәүгә ҡатнашыуы.
— Һайлауға тулҡынланып килгәйнек, баҡһаң, барыһы ла ябай ғына икән, — тип йылмайҙы 116-сы Иҫәнғол һөнәрселек лицейында водителлеккә уҡыусы егеттәр.
Илеш. Райондың 71 һайлау участкаһына ла күҙәтеү ҡорамалы урынлаштырылғайны. Шуларҙың 68-дә һайлау барышын онлайн режимында ҡарап булһа, Интернет тиҙлеге етмәү сәбәпле, өсәүһендә — Марин, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Туҡайтамаҡ ауылдарында — ул яҙҙырыу режимында эшләне. Ишҡар, Исәмәт, Дөмәй, Ҡәҙер, Рсай һайлау участкаларына бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡуйылды. Сараның мөһимлеген яҡшы аңлаған кешеләр иртәнге сәғәттә үк үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты
Ил күләмендәге мөһим сара байрам рухында үтте: һайлау участкаларында сауҙа ойошторолдо, йыр-моң яңғыраны. Беренсе тапҡыр тауыш биреүселәргә, шулай уҡ иң беренсе һайлаусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Илештәр был юлы ла һынатманы, бар урында ла һайлау ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
Ҡәҙер һайлау участкаһына иртәнге һигеҙ тулғансы уҡ халыҡ йыйылғайны. Мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, М. Горький исемендәге кооперативтың малсылар коллективтары урамда өҫтәл әҙерләп, халыҡты сәй менән һыйланы. Бында 538 һайлаусы иҫәпләнһә, шуларҙың бөтәһе лә тауыш бирҙе.
Наилә Гәрәева, пенсионер:
— Ил башлығын һайлау ҙур яуаплылыҡ талап итә. Кем ҡулына яҙмышыбыҙҙы ышанып тапшырырға? Был үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә һайлау алды программаларын ныҡлап өйрәндем һәм тауышымды лайыҡлы тип иҫәпләгән кандидатҡа бирҙем.
Розалия Камалова, йәш һайлаусы:
— Бындай мөһим сарала икенсе тапҡыр ҡатнашам. Кем өсөн тауыш бирергә тигән һорау мине борсоманы. Быға яуабым күптән әҙер ине.
Һеңрән һайлау участкаһында ла халыҡ әлеге сараның әһәмиәтен аңлап, берҙәм ҡатнашты. Хаҡлы ялдағы Вәсилә Мөхәмәтйәнова беренселәрҙән булып тауыш бирҙе. “Һайлау көнөн байрамға әҙерләнгән кеүек көтөп алдым. Киләсәктә лә илебеҙ тыныс, табындарыбыҙ мул булһын”, — тип изге теләктәрен еткерҙе ул.
Ҡалтасы. 37 һайлау участкаһына йәмғеһе 17 мең 350 кеше (86,5 процент) килде. Һайлау йомғаҡтары буйынса, Владимир Путин — 68,2, Геннадий Зюганов — 22,1, Владимир Жириновский — 3,7, Михаил Прохоров — 2,3, Сергей Миронов 1,9 процент тауыш йыйҙы. Бынан тыш, райондың өс ауыл биләмәһендә урындағы Советтарға депутаттар һайланды.
Нефтекама. Ҡалала 49 һайлау участкаһы эшләне. Сарала 103 мең 554 кеше, йәғни һайлаусылар исемлегенә индерелгән халыҡтың 64,5 проценты, ҡатнашты. Ил Президентын һайлау йомғаҡтары буйынса Владимир Путин — 66,12, Геннадий Зюганов — 18,96, Владимир Жириновский — 5,19, Михаил Прохоров — 4,95, Сергей Миронов 3,78 процент тауыш йыйҙы. Бер үк ваҡытта ҡала Советына ла депутаттар һайланды.
Октябрьский. Иртәнге сәғәт 8-ҙә 41 һайлау участкаһының ишеге асылды. Һәр ваҡыттағыса яуаплылығы менән айырылып торған кешеләр бюллетендәрҙе иң беренселәрҙән булып алды.
Беҙ 68-се һөнәрселек училищеһы бинаһында урынлашҡан 531-се һайлау участкаһына инеп сыҡтыҡ. Бында бюллетень алыу өсөн сират хасил булған.
— Илдең киләсәген, барасаҡ юлыбыҙҙы билдәләгән сарала халыҡтың сәйәси әүҙемлеге күҙгә ташлана, — ти участка комиссияһы рәйесе Старт Цуканов. — Әле бына 500-ҙән ашыу кеше тауыш бирергә өлгөрҙө. Шулай уҡ бөгөн урындағы үҙидараның вәкәләтле органына депутаттар һайлана. Халыҡтың урындағы власҡа ышанысы арта барғанлығын яҡшы тойорға була. Быйылғы һайлауҙағы төп яңылыҡ — веб-камералар ҡуйылды. Тауыштарҙы иҫәпләгәндән һуң, протоколдарҙы Интернетҡа тоташтырылған ошо веб-камера алдында күрһәтәсәкбеҙ.
Һайлау участкаһында Дилбәр Фәхретдинова менән һөйләштек.
— Илдең, республикабыҙҙың киләсәгенә яҡты өмөт менән ҡарайбыҙ, — тине ул. — Донъя кимәлендә лә Рәсәйҙең абруйы үҫә. Һуңғы ваҡытта Хөкүмәт ауыл тормошон яҡшыртыуға, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә башланы. Был сәйәсәтте беҙ хуплайбыҙ, сөнки ил яҙмышы ауылдың киләсәге менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Яңы һайланған Президент социаль ғәҙеллекте тергеҙеү тураһында беҙҙең тауышҡа ҡолаҡ һалһын ине. Көнбайыш илдәрендәге кеүек, Рәсәйҙә лә миллионерҙар һәм миллиардерҙар һалымды күберәк түләргә тейеш. Икенсенән, власть даирәләрендә бюрократизмды сикләргә ваҡыт. Бының өсөн заманса ҡарашлы яңы кадрҙарға юл асырға кәрәк.
Салауат. Ҡалала һайлаусылар 112 мең кеше самаһы тәшкил итә. Тауыш биреү 63 һайлау участкаһында барҙы.
Салауаттар, Рәсәй Президентын һайлауҙан тыш, ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттарға ла тауыш бирҙе.
Ҡалалағы барлыҡ һайлау участкаларында ла веб-камералар ҡуйылды. Төрлө партиялар һәм урындағы Советҡа кандидаттарҙың күҙәтеүселәре эшләне.
Сараның мөһимлеген яҡшы аңлаған кешеләр иртәнге сәғәттәрҙә үк үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты. Шулай ҙа салауаттарҙың төп өлөшө һайлау участкаларына төшкә тиклем килде.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рауил Смаковтың билдәләүенсә, Салауат ҡалаһында һайлау тыныс һәм ойошҡан рәүештә үтте.
Сибай. Ҡаланың 23 һайлау участкаһында бөтәһе 46 мең 217 һайлаусы исемлеккә индерелгән. Әммә ил күләмендәге мөһим сәйәси сарала күптәр тауыш биреүҙән мәхрүм ҡалды. Сәбәбе һайлаусыларҙың йәшәү урындары буйынса дөрөҫ мәғлүмәт бирмәүҙә йәки уларҙы ни өсөндөр дөйөм исемлектән һыҙып ташлауҙа. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында урынлашҡан 628-се һайлау участкаһы рәйесе әйтеүенсә, бындай етешһеҙлектәр вафат булыусыларҙың исемлеген һыҙған саҡта килеп сыҡҡан. Тимәк, кемдеңдер ғәйебе арҡаһында тереләр үлеләр исемлеген тулыландырып, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүҙән мәхрүм ҡалды. Хәлде төҙәтеү маҡсатында комиссия ағзаларының өҫтәмә исемлеккә индерергә тәҡдим итмәүе лә хайран ҡалдырҙы. Ғәмһеҙлекме, әллә битарафлыҡмы был — әйтеүе ҡыйын.
Хәйбулла. Райондың 58 һайлау участкаһында бөтәһе 23 мең 800 һайлаусы ҡатнашты. Шуларҙың 123-ө тәүге тапҡыр тауыш биргән. Һайлау барышында һәр участкала веб-камералар эшләне. Ил Президентын һайлау менән бер рәттән, райондың һигеҙ ауыл биләмәһендә урындағы Советтарға һайлау үтте.
Аҡъяр ауылының 3252-се Тау аҫты һайлау участкаһында райондаштары менән Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Азамат Илембәтов тауыш бирҙе. Азамат Фәттәх улы үҙе уҡыған мәктәптә тауыш биреү шатлығын йәшермәне һәм яҡташтарының һайлауҙа ҙур әүҙемлек күрһәтеүенә ышаныс белдерҙе.
Шуныһы ҡыуаныслы: иң оло һайлаусы, 102 йәшлек Фатима инәй Баҡтыбаева, өйөнә килгән һайлау комиссияһы ағзаларын байрамса кейенеп, көр кәйеф менән ҡаршы алды.
Ағинәй, үҙ дәүерендә бер һайлауҙы ла ҡалдырмауын әйтеп, быйыл ғына, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, үҙ йортонда һайлауына бер аҙ бошоноуын белдерҙе.
Райондың барлыҡ һайлау участкалары гөрләп торҙо: төрлө күңел асыу саралары ойошторолдо, Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарында “Масленица” байрамы үтте.
Әбйәлил. Район халҡы мөһим сарала дәррәү ҡатнашып, һайлаусыларҙың 87 проценты гражданлыҡ бурысын үтәне. 29 мең 255 һайлаусы өсөн эшләгән 71 һайлау участкаһы ла күҙәтеү камералары менән йыһазландырылды, Дәүләт, Красная Башкирия, Михайловка ауылдарында һәм Асҡарҙың ике һайлау участкаһында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡуйылды.
Тауыш биреүҙә ҡатнаша алмаған оло йәштәгеләр, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өйҙәрендә тауыш бирҙе.
Әбйәлилдә һайлау ойошҡан һәм тыныс үтте, етешһеҙлектәр теркәлмәне. Барлыҡ һайлау участкаларында күңел асыу саралары, спорт ярыштары ойошторолдо, Байым һәм Красная Башкирия ауылдарында “Ҡышты оҙатыу” байрамы үтте, уңған хужабикәләр ҡул эштәрен һәм бешергән аш-һыуын һатыуға сығарҙы. Ғөмүмән, һайлауҙы ойоштороусылар, сәйәси кампанияны үҙенсәлекле байрамға әйләндереп, халыҡҡа шатлыҡ өләште.
Яңауыл. Ҡала һәм район буйынса 56 һайлау участкаһында тауыш биреү ойошторолдо. Рәсәй Президентын һайлау менән бергә Яңы Уртауыл, Киҫәкҡайын, Ишбулды, Максимов ауыл Советы биләмәһендә депутаттар һайланды. Һайлауҙа халыҡтың 80 проценты — 32 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Күпселек үҙенең тауышын Владимир Путинға (78,7 процент) бирҙе, Геннадий Зюганов — 15, Владимир Жириновский — 2,7, Михаил Прохоров — 1,7, Сергей Миронов 1,3 процент тауыш йыйҙы.
Һайлау урындарынан репортажды Ф. ШАКИРЙӘНОВ, М. ШӘРИПОВ, И. ӘНҮӘРОВ, К. УСМАНОВА, М. МОРАТОВ, Л. ГӘРӘЕВА, Р. МӘХИЙӘНОВА, Г. АСҠАРОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 426

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375