Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Дөрөҫ аҙым ашығыс яһалмай
Рәсәйҙең башҡа илдәр алдында абруйы нығынғандан-нығына. Хәҙер барыһы ла беҙҙең менән иҫәпләшергә мәжбүр. Илебеҙ үҙ баһаһын белеп кенә, һис ашыҡмай, ел-дауылға бирешмәй, ышаныслы алға барған карапты хәтерләтә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер дәүләттәрҙең хата аҙым яһап, терһәген тешләр хәлгә етеүе күҙәтелә.
Пакистан АҠШ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ҡырҡа үҙгәртмәксе: үҙ биләмәһендә урынлашҡан Америка авиабазаһын ситкә күсереүҙе талап итте һәм «тыныслыҡ урынлаштырыусылар»ға Афғанстанға көньяҡтан юлды ябыу менән янаны. Быға афған талиптарына ҡаршы хәрби операцияла ҡатнашыусы НАТО самолеттарының, яңылышып китеп, Пакистан армияһының һаҡ посын бомбаға тотоуы, һөҙөмтәлә 30 кешенең һәләк булыуы сәбәпсе. Ошондай уҡ хәл быйыл сентябрҙә лә булғайны: бомбаларҙың яҙа китеүе арҡаһында өс һалдатын юғалтҡас, Пакистан НАТО армияһын хеҙмәтләндереүсе йөк транспортының 70 проценты үткән «көньяҡ коридор»ҙы ике аҙнаға япты. Ул саҡта АҠШ, рәсми рәүештә ғәфү үтенеп, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һала алғайны, был юлы еңел генә ҡотола алмаҫ, моғайын. Сәйәсәт белгестәре Вашингтон менән Исламабад араһында етди ҡапма-ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килеүен билдәләй һәм НАТО армияһына киләсәктә Афғанстанға төньяҡтан – Рәсәй аша – юл ярырға тура киләсәген күҙаллай.
Тик Рәсәйҙә лә «океан аръяғы ҡунаҡтары»н ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар. Ошо көндәрҙә дәүләт башлығы Дмитрий Медведев НАТО илдәренең Европала урынлаштырған ракеталарынан һаҡланыу системаларына ҡарата ҡаты тәнҡит һүҙҙәре менән сығыш яһаны. «Был ҡоролмаларҙың артыуы тағы ла дауам итһә, беҙ ҡоралланыу кимәлен кәметеү буйынса халыҡ-ара килешеүҙе өҙәсәкбеҙ», – тип белдерҙе ул. Шаршамбы көндө ил Президенты Рәсәйҙең Оборона министрлығына Калининградта ракета һөжүмен иҫкәртеүсе системаларҙы хәрби ҡулланылышҡа индерергә һәм стратегик ядро ҡоралын йәшереүгә иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты. «Шулай ҙа Төньяҡ Атлантика альянсы һәм Ҡушма Штаттар менән килешеү мөмкинлектәре бар әле, – тине дәүләт башлығы. – Хеҙмәттәшлектең аныҡ хоҡуҡи нигеҙҙә, һәр яҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, дауам итеүен теләйбеҙ».
Ҡайһы бер даирәләрҙә әлеге бәхәстәрҙе «һалҡын һуғыштың яңынан тоҡаныуы», «дәүләт етәксеһенең АҠШ-ҡа ышанысы бөттө» тип баһаларға өлгөрҙөләр. Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашыусы бәғзе бер партияларҙың иҫәпләүенсә, илдәр араһында «ҡоралланыу буйынса ярыш» ойоштормаҡсылар. Ләкин Рәсәй Президентының сәйәси йәһәттән ниндәйҙер мәрәйгә иҫәп тотоуы мөмкин түгел – ул, тәү сиратта, ил именлегенең төп гаранты булараҡ, граждандарҙың тыныс тормошо, киләһе көнгә ышанысы өсөн тырыша. Шик тыуҙырырға маташыу – власть партияһы менән дәғүәләшеүселәрҙең эше.
Бер үк ваҡытта илебеҙ иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу хәстәрен онотмай. Рәсәй менән Белоруссия араһын хәҙер газ «йылыта» башланы. Александр Лукашенко, «Белтрансгаз»ын беҙҙең идараға тапшырып, уның өсөн арзан хаҡҡа «зәңгәр яғыулыҡ»тан файҙаланыу хоҡуғы алды, атом электр станцияһы төҙөүгә ун миллиард доллар күләмендә кредит та юлланы.
Рәсәй Президентын һайлау 2012 йылдың 4 мартына тәғәйенләнде. «Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында»ғы федераль ҡанунға ярашлы, Федерация Советының ошо хаҡтағы ҡарары рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 30 көн эсендә иң юғары дәүләт вазифаһына дәғүә итеүселәр һәм уларҙы тәҡдим итеүсе төркөмдәр Үҙәк һайлау комиссияһына яҙма рәүештә мөрәжәғәт итергә тейеш. Тәүге кандидат беренсе көндө үк теркәлде. Левашов тигән фамилиялы был кеше Мәскәүҙә йәшәй, профсоюз ойошмаһында эшләй, президентлыҡҡа үҙен үҙе тәҡдим итә, ти. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин иһә кандидатура ҡуйыу йәһәтенән тыйнағыраҡ булып сыҡты.
Әйткәндәй, йома көндө Рәсәй һәм Белоруссия союзының дәүләт секретары Павел Бородин вазифаһы менән хушлашты. Уның урынына Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота тәғәйенләнә. Яңы секретарь 15 декабрҙән эш башлаясаҡ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткән аҙнала Ағиҙел, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Күгәрсен районында эш сәфәре менән булды, Өфөлә мөһим саралар үткәрҙе. Республика башлығының йәмәғәтселек менән йыш аралашыуының төп маҡсаты – халыҡтың тормош-көнкүрешен, ихтыяждарын, теләк-тәҡдимдәрен нығыраҡ өйрәнеү, дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырғанда барыһының да мәнфәғәттәренең тигеҙ ҡайғыртылыуына өлгәшеү. Етәкселек һәр аҙымын үлсәп, ябай кешеләрҙең фекеренә таянып эшләй икән, был, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ, сөнки хатаны иҫкәртеүгә ҡарағанда төҙәтеүе ауырыраҡ.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 2

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 2

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы
Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы 01.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 4

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте...

Тотош уҡырға 6

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы 26.05.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев ете ай эшләгәндән һуң үҙ теләге менән ......

Тотош уҡырға 10

Башҡортостан Башлығы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы 25.05.2026 // Сәйәсәт

Ул республикала яһалма интеллектты индереү өсөн яуаплы....

Тотош уҡырға 6