Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Мэтлок ниңә һүҙһеҙ ҡалды?
Сүриә президенты Бәшәр Әсәдтең Мәскәүгә килеп ҡайтыуы, Саддам Хөсәйенде үлтергән өсөн үкенес белдереүҙәре, аралашсыға “Алтау”ҙың кәрәклеге һәм башҡа ваҡиғалар уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.


Әсәдтең серле сәйәхәте
һәм сәйәсәте


Сүриә президенты көтмәгәндә Мәскәүгә килеп ҡайтты. Был ваҡиға донъя йәмәғәтселегендә ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. АҠШ һәм Европа илдәре халҡы ла, хатта рәсәйҙәр ҙә сәфәр хаҡында белмәй ҡалды. Аҙаҡ ҡына, Бәшәр Әсәд ҡайтып киткәс, Президенттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков белдерҙе был хаҡта. Өндәшмәүҙең Әсәдтең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн эшләнгәнлеге көн кеүек асыҡ. Мәғлүм булыуынса, Сүриә лидеры ауыр саҡта ярҙам иткәне һәм аңлағаны өсөн Владимир Путинға рәхмәт белдергән. Осрашыу барышында боевиктарға ҡаршы бергәләп көрәшеү мәсьәләһе тикшерелгән, оппозиция менән уртаҡ тел табыу мөһимлеге билдәләнгән.
АҠШ илебеҙҙе Сүриәләге һуғыштың сәбәпселәрен бомбаға тотоуҙа ғәйепләй. Тик үҙҙәре оппозицияның да, боевиктарҙың да дөрөҫ координатаһын әйтеп бирә алмай. Пентагон күптән инде ике яҡлы сәйәсәт алып бара. Уларҙың төп маҡсаты – илебеҙ менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер Бәшәр Әсәдте властан алып ташлап, уның урынына үҙҙәренең кешеһен ҡуйыу. Ираҡта, Ливияла АҠШ союздаштары ярҙамында быны эшләй алды, тик һөҙөмтә уларса килеп сыҡманы. Әле килеп, хаталарын таный башланылар. Мәҫәлән, Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Тони Блэр 2003 йылда дөрөҫ булмаған разведка мәғлүмәттәренә таянып, Ираҡҡа ҡаршы һуғыш асыуҙарына үкенес белдерҙе һәм рәсми ғәфү үтенде. Тик былай итеп кенә Саддам Хөсәйенде лә, уның режимын да ҡайтарып булмай шул. Өҫтәүенә төптө юҡтан Ираҡҡа ҡаршы һуғыш башланылар. Әле Саддам Хөсәйендең режимы йәшәгән булһа, ИГИЛ ойошмаһы ла ҡалҡып сыҡмаҫ ине.
Шулай ҙа Бәшәр Әсәд, күҙ табибы ғына булһа ла, Саддам Хөсәйен һәм Муаммар Каддафи кеүек генералдарҙан күпкә уҙҙырып ебәрҙе. ИГИЛ кеүек заманса ҡоралланған, ныҡлы ойошҡан террорис­тик төркөмгә һәм оппозицияға ҡаршы тороп ҡына ҡалманы, ә Рәсәй ярҙамында уларҙан арына ла башланы. Әлбиттә, әлегә еңеү тураһында һүҙ бармай. Шулай ҙа донъя йәмәғәтселеге иғтибарын үҙенә йәлеп итә, хаҡлы булыуына илебеҙ етәксеһен инандыра алыуы ғына ла – ҙур ҡаҙаныш.
Бәшәр Әсәд Рәсәйгә килеп ҡайтҡас, Дәүләт Думаһы депутаттарынан бер төркөм Сүриә парламенты менән танышыу, халыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында Дамаскка барҙы. Осрашыу барышында Бәшәр Әсәд Украина милләтселәре һәм ИГИЛ боевиктарының эш итеү схемаһын бер үк “архитектор” (уның Пентагонда ултырғаны ла мәғлүм) һыҙғанын билдәләне.
Һүҙ юҡ, бөгөнгө Сүриәгә сәйәси үҙгәрештәр ҙә кәрәк. Бәшәр Әсәд быны үҙе лә йәшермәй, илдәге барлыҡ сәйәси көстәр ҡатнашлығында ваҡытынан алда парламент һәм президент һайлауҙары уҙғарырға риза икәнлеген дә белдерә. Тик бының өсөн башта биләмәләге ИГИЛ боевиктарынан ҡотолоу зарур. Әле Сүриә армияһы Рәсәй Ҡораллы Көстәре ярҙамында боевиктарҙы ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Еңеү тураһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк, шулай ҙа уңыштары байтаҡ.

Аралашсылар төркөмөнә
Иран һыйырмы?


Сүриәләге низағты сәйәси юл аша хәл итеү өсөн Рәсәй етәкселеге лә ҙур эш алып бара. Үткән аҙнала сит ил эштәре министры Сергей Лавров Вена ҡалаһында АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри менән тап ошо мәсьәлә буйынса осрашып һөйләште. Һуңынан уларға Төркиә һәм Сәғүд Ғәрәбстанындағы коллегалары ла ҡушылды. Ә был илдәрҙе Бәшәр Әсәдтең ҡан дошмандары тип әйтергә була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Сергей Лавров Сүриәләге низағты көйләү буйынса “Алтау”ҙы (БМО-ның биш ағзаһы һәм Германия) йәлеп итеү кәрәклегенә инандыра алды булһа кәрәк. Ни өсөн тигәндә, тап ошо совет Ирандың уран байытыу мәсьәләһен көйләй алды бит.
Илебеҙ етәкселеге тәҡдим иткән “Алтау”ҙан Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә, Мысыр, Иран, Катар, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Иордания ла ситтә ҡалырға тейеш түгел. Сергей Лавров белдереүенсә, Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы, Ғәрәп дәүләттәре лигаһы кеүек халыҡ-ара ойошмалар ҙа аралашсы төркөмгә инә ала. Эйе, министр бик дөрөҫ әйтә, бында һәр ике яҡтың да мәнфәғәте иҫәпкә алынырға тейеш. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, Сүриәне икегә бүлеп (Бәшәр Әсәд яҡлыларҙы – бер, оппозицияны икенсе яҡҡа), конфликтты көйләп була. Дөрөҫ түгел. Бер үк халыҡты ике лагерға бүлеү күренешен Корея миҫалында асыҡ күрергә мөмкин: улар яйы сыҡҡан һайын низағлаша. Илде бүлгеләп, һуғышты туҡтатыу мөмкин түгел.
Сүриә мәсьәләһе үткән аҙнала Сочиҙа уҙған халыҡ-ара “Валдай“ форумында ла тикшерелде. 130 илдән килгән вәкилдәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә Владимир Путин Рәсәйҙең Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәтенең ни тиклем хаҡлы икәнлегенә инандыра алды. 12-се тапҡыр уҙғарылған “Валдай” халыҡ-ара әңгәмә клубында АҠШ-тың элекке СССР-ҙағы илсеһе Джек Мэтлок менән Владимир Путин араһында ысын мәғәнәһендә “сәсәндәр бәйгеһе” ойошторолдо. Илебеҙ етәксеһе тапҡыр телле булыуы, аныҡ фекер йөрөтөүе менән айырылып торҙо, Мэтлокты күп тапҡыр һүҙһеҙ ҡалдырҙы.
“Валдай” әңгәмә клубындағы һөйләшеү һуғыш һәм солох темаһына бағышланғайны, унда Сүриә мәсьәләһенә лә ҙур урын бирелде. Ә был конфликтты көйләү төркөмөн ойоштороуға килгәндә, тәүге ултырыш ошо аҙнала уҡ булыр тип көтөлә. АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри осрашыуҙы яҡынса 30 октябргә тип билдәләгәйне. Тик Америка был төркөмгә Иранды индереүгә ҡырҡа ҡаршы. Ә Рәсәй тап киреһен уйлай.
Бына шулай, Сүриә мәсьәләһендә ҡапшы-ҡаршылыҡ бик күп, аҙым һайын осрап тора. Был инде илселәребеҙҙән ҙур ныҡышмалылыҡ талап итә тигән һүҙ. Эйе, ҡылысты баш осона күтәреүе генә еңел, ә уны төшөрөп ҡынға тығыуы күп ауырлыҡ тыуҙыра.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә