Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » АҠШ-тың битлеге сиселде
Владимир Путиндың ике көнлөк эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға барыуы, Евросоюздың ҡасаҡтар мәсьәләһен Төркиә аша хәл итергә ынтылыуы, Израиль – Фәләстән мөнәсәбәттәренең йәнә киҫкенләшеп китеүе үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.


Бергәләшеп кенә еңеп була

Үткән аҙнала илебеҙ етәксеһе Владимир Путин ике көнлөк эш сәфәре менән Ҡаҙағстанда булды. Ғөмүмән, ул әлеге күрше дәүләткә быйыл ғына 13-сө тапҡыр аяҡ баҫа. Тәүге көндө Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев менән осрашыуы барышында ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү мәсьәләләрен ҡаранылар. Владимир Путин халыҡ-ара хәлдәргә лә туҡталды, АҠШ етәкселеген Сүриә мәсьәләһенә бәйле тәнҡит утына тотто. Ысынлап та, американдарҙың был йәһәттән ҡараштары, ғәмәлдәре аңлашылып етмәй. “Ислам дәүләте”нә ҡаршы көрәш алып барабыҙ тип шапырынһалар ҙа, һөҙөмтә юҡ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең хәрби самолеттарының боевиктарҙы бомбаға тотоуын өнәп еткермәйҙәр. Улай ғына ла түгел, АҠШ илебеҙҙе ғәйепләп булаша. Йәнәһе, беҙҙең хәрбиҙәр боевиктарҙы түгел, ә Сүриә оппозицияһын дөмбәҫләй. Шул уҡ ваҡытта АҠШ Рәсәй менән берлектә хәрби операцияла ҡатнашыуҙан баш тарта.
Владимир Путин Сүриәләге хәл буйынса аңлашыу өсөн АҠШ-ҡа Премьер-министр Дмитрий Медведев етәкселегендәге делегацияны ебәрергә лә булғайны. Пентагон быға ҡырҡа ҡаршы төштө. Аҡ йорттоң матбуғат секретары Джош Эрнест белдереүенсә, Сүриә мәсьәләһенә ике илдең ҡараштары тап килмәй, шуға ла осрашыу булмаясаҡ. Был инде АҠШ-тың Сүриәгә бәйле ысын йөҙөн асып һалды. Тимәк, улар боевиктарҙы үҙҙәре ҡоралландыра булып сыға. Үткән аҙнала донъя йәмәғәтселеге быға тағы ла бер тапҡыр инанды: АҠШ самолеттары Сүриәнең төньяҡ өлөшөнә парашют менән 50 тонна хәрби йөк ырғытҡан. Был әйберҙәрҙең кем ҡулына барып эләгере билдәле инде.
Владимир Путин Нурсолтан Назарбаев менән берлектәге интервьюһында ошолар хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләне. Ике президенттың осрашыуы барышында Ҡаҙағстан етәксеһе “Ислам террорға ҡаршы” форумын ойоштороу идеяһы менән дә сығыш яһаны. Ул мәсьәләне бик дөрөҫ аңлай. Юғиһә бит Исламға бер ҡатнашы булмаған кешеләрҙең динде файҙаланып енәйәтсел төркөмдәр ойоштороуы күптәрҙә мосолман динле дәүләттәргә ҡарата кире ҡараш уята.
Боевиктарҙың Урта Азияға үтеп инеү ихтималлығы ла арта. Айырыуса Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан өсөн борсолор урын бар. Билдәле булыуынса, әле экстремистар сафында БДБ илдәренән генә 7-8 мең кеше йөрөгәне билдәле. Улар көндән-көн арта.
Ғөмүмән, террорға ҡаршы бергәләп көрәшкәндә генә һөҙөмтә буласаҡ. Был тәңгәлдә Ҡаҙағстан менән илебеҙҙең позицияһы тап килә.

Донъя кимәленә ынтылыш

Иртәгәһенә Владимир Путин БДБ дәүләттәре етәкселәре менән осрашты, ЕАЭС саммитында ҡатнашты. Тәүге сарала, йәғни Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе саммитында, хәүефһеҙлек мәсьәләһе алғы планға ҡуйылды. Белоруссия, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан, Тажикстан, Азербайжан етәкселәре хәүефһеҙлек мәсьәләһе буйынса 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән килешеү төҙөнө. Был саммитта Украина, Молдова һәм Төркмәнстан президенттары ғына ҡатнашманы.
ЕАЭС саммитында иһә Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстан етәкселәре союздың 2030 йылға тиклемге үҫеш программаһын ҡабул итте, Ҡаҙағстанды Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағза итеп алыу мәсьәләһе лә тикшерелде һәм хупланды.
ЕАЭС комиссияһына Виктор Христенко етәкселек итә ине. Киләһе йылдың февралендә был вазифаны Әрмәнстандың элекке премьер-министры Тигран Саркисян үтәй башлаясаҡ. Әле ул – Әрмәнстандың АҠШ-тағы илсеһе. ЕАЭС киләсәктә Израиль менән ирекле сауҙа зонаһы булдырыу тураһында ла һүҙ алып бара. Бындай хеҙмәттәшлек илебеҙ өсөн дә файҙалы.

Ҡасаҡтар Төркиәгә генә ҡасырмы?

БДБ илдәре һәм ЕАЭС етәкселеге үҙ-ара хеҙмәттәшлек, хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тикшергән мәлдә Европа союзында ҡасаҡтар менән ни эшләргә белмәй ҡаңғыралар. ЕС етәкселеге Төркиә менән берлектә уҙғарған саммитта ла ошо мәсьәлә тикшерелде. Еврокомиссия рәйесе Жан-Клод Юнкер белдереүенсә, ҡасаҡтар проблемаһын өлөшләтә Төркиә ярҙамында хәл итергә була, сөнки Сүриә ҡасаҡтары тап ошо ил аша Европаға юллана. Уларҙың юлына кәртә ҡуйырға ниәтләйҙәр. Тап шул маҡсатта ЕС Төркиәгә сығымдар бүлмәксе.
Германия канцлеры Ангела Меркель белдереүенсә, ЕС төрөк дәүләтенә 3 миллиард евро бирәсәк. Ошо аҡсаға Төркиә ҡасаҡтарҙы үҙендә һыйындырып, уларҙы ашатып-эсереп, ваҡытлыса йәшәү урыны, башҡа шарттар тыуҙырырға тейеш. “Тик ҡасаҡтар үҙҙәре быға риза булырмы һуң?” тигән һорау тыуа. Уларҙың бит күбеһе Европаға яҡшы тормош эҙләп уҡтала. Икенсе яҡтан ҡарағанда, бөгөн Көнбайышта ҡасаҡтарҙы көтөп тормайҙар. Һәр ил тип әйтерлек уларҙан нисек тә ҡотолорға тырыша. Хорватия, Сербия, Венгрия үҙ сиктәрен ҡасаҡтар өсөн ваҡытлыса япты. Латвия иһә ҡасаҡтарҙы үткәрмәү маҡсатында Рәсәй сигенең 90 километрын бейек ҡойма менән уратып алырға ҡарар итте.
Европа союзы етәкселеге быға тиклем килгән 400 мең ҡасаҡты кире ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Бының миграция ағымын кәметеү өсөн икәнлеге көн кеүек асыҡ. Шул уҡ ваҡытта бер Төркиә генә ҡасаҡтарҙы һыйындырып ҡала алырмы? Бында ла бит тыныслыҡ юҡ. Ҡурдтар әленән-әле баш күтәреп тора. Сүриәләге ҡурдтарҙың ҡасаҡ сифатында Төркиәгә тупланыуы ла яҡшыға алып килмәйәсәк. Бына шулай, Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә АҠШ алып барған сәйәсәт Европа союзы илдәренең баш бәләһенә әүерелә бара.

Ҡуйындарҙа – ҡорал

Яҡын Көнсығыш тигәндән, был төбәктә тағы ла бер “ҡыҙыу нөктә” барлыҡҡа килде – Фәләстән менән Израиль араһындағы мөнәсәбәттәр йәнә киҫкенләште. Ике арала нисәмә йыл барған һуғыштың бер быҫҡып, бер тоҡанып тороуына күнегеп бөткәнбеҙ. Был юлы унда “бысаҡ һуғышы” башланды. Израилдә урамға сыҡҡан һәр кеше ҡуйынында бысаҡ йә иһә атҡыс ҡорал йөрөтөргә мәжбүр. Әлегә ике яҡ та килешергә йыйынмай. Бындай сәйәсәттең яңынан-яңы ҡорбандарға килтереүе ихтимал.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә