Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәйҙең хаҡлылығын танырҙар
Сүриә биләмәһендә Рәсәй Ҡораллы Көстәренең “Ислам дәүләте” боевиктарын бомбаға тота башлауы, Парижда “Норманд дүртәүе” саммиты булыуы уҙған арауыҡтың мөһим сәйәси ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Террорҙы ҡоротоу зарур

Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдә хәрби операция башлауға рөхсәт һорап Федерация Советына мөрәжәғәт итте һәм ыңғай яуап алды. Һөҙөмтәлә илдең Ҡораллы Көстәре самолеттары “Ислам дәүләте” боевиктарының Сүриә биләмәһендәге хәрби объекттарын һауанан утҡа тота башланы. Бындай һөжүмдең кәрәклеге хаҡында Владимир Путин БМО Генераль ассамблеяһының 70-се ултырышындағы сығышында уҡ әйтә биреп ҡуйғайны.
“Ислам дәүләте” боевиктарының Ислам диненә һис ниндәй ҡатнашлығы юҡ. Был хаҡта ил башлығы Владимир Путин да белдерҙе. Кеше талау, үлтереү, тарихи ҡомартҡыларҙы емереү, халыҡ-ара террор менән шөғөлләнгән “Ислам дәүләте” боевиктары бар донъя халҡын ҡурҡытып, хәүеф аҫтында тоторға тырыша. Сүриәлә бер ни тиклем маҡсатына өлгәшәләр: меңәрләгән кеше уларҙың аяуһыҙлығынан, ҡанһыҙлығынан ғәзиз ерен ташлап китергә мәжбүр. Ошо хәлдәргә бәйле, илебеҙ етәксеһе, ҡәтғи ҡарарға килеп, боевиктарҙы ояһында юҡ итеү кәрәклеген белдерҙе. Һөҙөмтәлә әле Рәсәй Ҡораллы Көстәренең “СУ-34”, “СУ-25”, “СУ-24М” самолеттары дошман базаларын һауанан утҡа тота.
Илебеҙ хәрбиҙәре теүәл һәм аныҡ эш итергә тырыша. Утҡа тотолған һәр объект видеоға төшөрөп алына ла Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтына урынлаштырыла. Ошондай үтә күренмәле эш һөҙөмтәһендә илебеҙ етәкселеге Сүриәлә алып барылған хәрби операцияның фәҡәт боевиктарҙы юҡ итеүгә йүнәлтелгәнен иҫбатлай. Шулай ҙа ҡотҡо таратырға тырышҡандар осрап тора. Улар илебеҙҙе хәрби операцияны Сүриә президенты Бәшәр Әсәдкә ярҙам итеү маҡсатында башлауҙа ғәйепләй.
АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре күптән инде Сүриә етәксеһенең отставкаһын талап итә. Билдәле булыуынса, Бәшәр Әсәд 2000 йылдан бирле власта, был вазифа уға атаһынан ҡалған. Хафиз Әсәд үҙе 30 йыл самаһы Сүриәгә идара итте. Билдәле булыуынса, 2011 йылда был дәүләттә башланған халыҡ сыуалыштары граждандар һуғышына әүерелде, оппозиция вәкилдәре төп етәксенең отставкаһын талап итә башланы. Тап ошо мәлдә илдә ҡораллы төркөмдәр күбәйҙе лә инде. Һуңғараҡ улар шул уҡ АҠШ, Ҡатар, Сәғүд Ғәрәбстаны ярҙамында көсәйеп, “Ислам дәүләте” боевиктар ойошмаһын булдырыуға өлгәште. Әйткәндәй, Америка быйыл Сүриә оппозицияһына ярҙам итеү, Бәшәр Әсәдкә ҡаршы көрәшеү өсөн биш мең хәрби әҙерләүгә биш миллиард доллар аҡса йүнәлткән. Тик ниәттәре барып сыҡманы: әҙерлекле хәрбиҙәрҙең күбеһе “Ислам дәүләте” боевиктары яғына ҡасты.
Әле Рәсәйҙең Сүриәлә хәрби операция алып барыуын Иран, Ираҡ һәм тағы бер нисә ил генә хуплай. Араларында Мысыр ҙа бар, уныһын ошо дәүләттең сит ил эштәре министры Сәлих Шукри белдерҙе. Ә бына Төркиә етәксеһе Тайып Эрдоган Рәсәйҙең Сүриәгә ҡарашын үҙгәртеүҙе һорамаҡсы. Йәнәһе, боевиктарға йүнәлтелгән ҡоралды Бәшәр Әсәдтең үҙенә тоҫҡарға кәрәк.
Сүриә етәксеһе үҙе Иран телевидениеһына биргән интервьюһында властан китергә әҙерлеген белдергән. Быны халыҡ ҡына хәл итә ала, тигән. Ә Рәсәй етәкселеге Әсәдтең сәйәсәттән китеүен теләмәй. Төбәктә ул ғына тәртип урынлаштыра, халыҡты яңынан туплай ала тигән ҡарашта улар. Ысынлап та, хәрби көс ҡулланыуға бәйле властан алып ташланған Саддам Хөсәйен, Муаммар Каддафиҙарҙың илендә әле башбаштаҡлыҡ, тәртипһеҙлек хөкөм һөрә. Ираҡ менән Ливияның бер нисә йылда ғына элекке хәленә ҡайта алыры бик икеле. Шуға ла Бәшәр Әсәдтең власта ҡалыуы мөһим. Тик бының өсөн боевиктарҙы төбө-тамыры менән ҡороторға кәрәк. Сүриәгә берләштерелгән ҡоро ер ғәскәре индермәй тороп, быға өлгәшеп булмаясаҡ.

“Норманд дүртәүе”
“өслө”гә өлгәште


Парижда “Норманд дүртәүе” (Рәсәй, Германия, Франция, Украина етәкселәре) форматында һөйләшеү булды, ул Украиналағы хәлдәрҙе көйләүгә арналды. Сарала Донбасс һәм Луганск республикалары етәкселәре лә ҡатнашты. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, һөйләшеү күберәк Минск килешеүе шарттарын үтәүгә йүнәлдерелгән. Президент Владимир Путин иһә был сара хаҡында бер ни ҙә әйтмәне. Ошонан сығып, илебеҙҙең позицияһын яҡламауҙарын тоҫмалларға була. Ә бына Украина президенты Петр Порошенко үҙ иленең территориаль бөтөнлөгөнә өлгәшмәй тороп, һуғышты туҡтатмаясағын белдерҙе. Донбасс менән Луганскты ғына күҙ уңында тотамы, әллә Ҡырымды ла ҡайтарып алырға яҫҡынамы – белмәҫһең.
Ҡырым тигәндән, Германия канцлеры Ангела Меркель, “Норманд дүртәүе” форматындағы һөйләшеүгә йомғаҡ яһап, “Украинаның территориаль бөтөнлөгө”нә Ҡырымды индермәне. Тимәк, уны рәсми рәүештә Рәсәй биләмәһе тип таныны тигән һүҙ. Юғиһә быға тиклем гел киреһен һөйләй ине. Илебеҙ өсөн был да – ҙур еңеү. Тамсы тама-тама ташты ла тишә тигәндәй, Ҡырымды ҡайтарып алыу буйынса алып барылған эҙмә-эҙлекле эштең тәүге һөҙөмтәһе был. Германия лидеры шулай тип әйтә икән, иртәме-һуңмы Европаның башҡа илдәре етәкселәре лә Ҡырымды рәсми рәүештә Рәсәй биләмәһе тип таныр, моғайын. Һөҙөмтәлә аралағы көсөргәнеш бер аҙға булһа ла кәмейәсәк тигән һүҙ.
Украинала һиллек урынлаштырыу өсөн күп көс түгәһе бар әле. Шуныһы ла мөһим: Париждағы һөйләшеү эҙһеҙ үтмәйәсәк. Саммитта Украина яғы дипломатик еңеү яуланы тип әйтергә мөмкин. Донбасс һәм Луганск халыҡ республикаларында һайлау көндәрен һуңғараҡҡа күсереп, законға ярашлы итеп уҙғарыуға өлгәшеү – Киев өсөн ҙур еңеү. Шулай ҙа “Норманд дүртәүе” саммиты эшенә “өслө” генә ҡуйып булалыр. Ни өсөн тигәндә, Минск килешеүе талаптары йыл аҙағына тиклем үтәлмәйәсәк. Был бурысты тормошҡа ашырыу ваҡыты киләһе йылдың икенсе яртыһына күсерелә.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә