Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Халыҡ буш вәғәҙәләргә ышанмай
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға бер аҙнанан саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды. Унда ҡатнашасаҡ сәйәси партиялар, бөтә тырышлығын һалып, үҙҙәрен рекламалай — халыҡҡа, һәр һайлау осорондағыса, тау-тау вәғәҙә яуа. Быға тиклем эшмәкәрлеге генә түгел, барлығы хаҡында ла күпселеккә бер ни мәғлүм булмаған партиялар ҙа әүҙемләште.
Мандат өсөн көрәшеүселәр араһында “виртуаль” фирҡәләр ҙә юҡ түгел. Улар рәсми теркәлгән, һайлау кампанияһы иғлан ителгәс, киң мәғлүмәт сараларындағы түләүһеҙ майҙандарҙа һәм бушлай эфирҙа ниндәйҙер программалары ла күренә башланы. Ә ысынында уларҙың аныҡ эш программаһы, сәйәси планы юҡ. Республикабыҙ һәм уның халҡы мәнфәғәтендә ни башҡарыуҙары тураһында мәғлүмәт тә билдәле түгел. Моғайын, булмаҫ та. Ундай партияларҙың маҡсаты Дәүләт Думаһына депутат булып барып ултырғас та үҙ кеҫәһен, үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта башлау түгелме икән?
Көслө ораторҙар, матур һүҙҙәрен йәлләмәй, йәмғиәтебеҙҙәге иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙе күтәрә. Һәр ваҡыттағыса, иң әүҙем ҡатламға — пенсионерҙарға һәм йәштәргә — баҫым яһала. Халыҡтың ошоға тиклем йыйылып килгән барлыҡ проблемаларын һайлау үткәндең иртәгәһенә үк хәл итергә вәғәҙәләй улар.
Граждандар араһында “мин һайлауға бармайым”, “минең тауышым бер ниҙе лә хәл итмәй” тип төшөнкөлөккә бирелеүселәр барлығы борсоуға һала. Кемгәлер үсләшеп, һайлауҙы инҡар итергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙарға шуны иҫтә тотоу кәрәк: һынау үтә лә китә, ә халыҡҡа артабан да ошонда йәшәргә, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк. Шуға күрә, нисек тә булһа ваҡыт табып, гражданлыҡ бурысыңды үтәү зарур.
Ҡайһы бер фирҡәләрҙең һайлау алдынан ғына әүҙемләшеп алыуы һәм артабан вәғәҙәләрен үтәмәүе кешене тауыш биреү һөҙөмтәләренең дөрөҫлөгөндә шикләнергә, сәйәсмәндәрҙең һүҙҙәренә ышанмаҫҡа мәжбүр итә. Беҙ гәзит уҡыусыларҙың ошо хаҡта фекер уртаҡлашыуын һораныҡ.

Әмир ШАМАЕВ, иҡтисад һәм медицина фәндәре докторы, академик:
— Беҙҙең ғаилә һайлауҙа һәр саҡ әүҙем булды. Бер ҡасан да уны ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Һайлау алдынан бирелгән тау-тау вәғәҙәләргә өйрәнеп бөттөк инде. Минеңсә, халыҡ тормошо яҡшырһын өсөн сәйәсәттә ниндәйҙер дәғүәселек булырға тейеш. Дәүләт Думаһына төрлө партия вәкилдәре үткән хәлдә генә депутаттар үҙ-ара ярышып эшләйәсәк. Шулай ҙа “исем өсөн”, “төрлөлөк хаҡына” йәки “ҡыҙыҡ өсөн” тип тауыш бирергә ярамай, әлбиттә.

Шәфҡәт РӨСТӘМОВ, хеҙмәт ветераны, пенсионер:
— Мин — күпте күргән, оҙаҡ йәшәгән кеше. Үҙ ғүмеремдә бик күп һайлауҙа ҡатнашырға тура килде. Тауыш биреү алдынан сәйәсмәндәрҙең маҡсаттарына өлгәшер өсөн буш вәғәҙәләр биреүҙән тартынмағанын барыбыҙ ҙа белә. Берәү элегерәк араҡының хаҡын 3 һум 60 тингәсә төшөрәм тип байтаҡ мәрәй йыйғайны, хәҙер үҙенең программаһында “ҡоро закон” иғлан итеү менән “янай”. Ошоларға ҡарап һығымта яһайым да инде. Әле бына һайлауҙың иртәгәһенә үк пенсияны күтәрәм тип алдаштырыусылар бар. Ә бит уларҙың абруйы ла, яҡшы кадрҙары ла юҡ. Власть иһә үҙ вәғәҙәләрен барыбер үтәй. Аҡылы булған һәр кеше быны аңлайҙыр.

Рита ИСЛАМБАЕВА, студент:
— Кем өсөн тауыш биреремде әллә ҡасандан хәл итеп ҡуйғанмын. Беҙ бит һуҡыр йә һаңғырау түгел, кемдең нисек эшләүен күреп-ишетеп торабыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, республикалағы күп партияларҙың ни менән шөғөлләнеүен, уларҙың етәкселәрен дә белмәйем. Һайлау алдынан ғына саң ҡағып йөрөүҙәре бер ниндәй ҙә файҙа бирмәйәсәк.
Миләүшә ЯҠУПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә