Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төркиәне болартыу кемгә отошло?
Төркиәлә хәл-ваҡиғаларҙың ҡуйыра төшөүе, Белоруссияла президент һайлауына әҙерлек башланыуы һуңғы көндәрҙә иғтибар үҙәгендә булды.



Ут менән уйнау
яҡшыға илтмәҫ


1-2 августа Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала Бөтә донъя ҡырым татарҙары халҡының II конгресы үтте. Был сараның ойоштороусыһы булып Украина президентының Ҡырым татарҙары эше буйынса вәкиле Мостафа Джәмилев торған. Ул үҙенең төп фекерҙәше Рефат Чабарев менән ошондай конгресс ойошторорға ҡарар итә. Милләт-ара ыҙғышҡа саҡырып сығыш яһағандары өсөн икеһенә лә 5 йыл һуҙымында Ҡырымға инеү тыйылған. Шуға ла улар Төркиә етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, ҡырым татарҙары конгресын Анкарала уҙғарырға ҡарар итә. Шул уҡ ваҡытта Симферополдә йәшәүсе ҡырым татарҙары уны “яһалма” тип белдерҙе. Ҡырым татарҙары мәсьәләһен Ҡырымда йәшәүсе халыҡ үҙе хәл итергә тейеш, тип билдәләй улар. Ҡырым республикаһы прокуроры Татьяна Поклонская ла конгрестың төп маҡсаты бөтөнләй башҡа булыуын, милләт-ара ыҙғышҡа килтерәсәге тураһында әйтеп үтте. Конгреста Украинаның Херсон өлкәһендә мосолман батальоны булдырыу хаҡында резолюция ҡабул ителде. Йәнәһе лә ул ҡырым татарҙары халҡы мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһаясаҡ. Был Украина етәкселеге тарафынан булдырылған сираттағы провокация икәнлеге күренеп тора. Етмәһә, Украина президенты Петр Порошенко, ҡырым татарҙары конгресына ҡотлау телеграммаһы ебәреп, Ҡырымға айырым статус – милли автономия бирәсәге хаҡында ла белдерҙе. Бының менән ул үҙ фекеренә үҙе ҡаршы килде, сөнки бер ай элек кенә бер сығышында Украинаның унитар дәүләт булып ҡаласағы, бер ниндәй ҙә федератив ҡоролош булырға тейеш түгеллеге хаҡында белдергәйне. Был инде уның дала ҡамғағы кеүек ел ҡайһы яҡтан иҫә, шул яҡҡа тәгәрәп китеүе, үҙ фекере юҡлығы хаҡында һөйләй.
Конгресҡа Төркиә президенты Тайып Эрдоган да ҡотлау сәләме ебәргән. Ул үҙе был сарала ҡатнашырға тейеш булһа ла, һуңғы мәлдә генә баш тартҡан. Күрәһең, илебеҙ менән бөтөнләй тәмһеҙләшкеһе килмәгәндер инде. Ҡотлауында ул Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу буйынса уҙғарылған референдум һөҙөмтәләрен мәңге танымаясағын белдергән. Был инде уның ике яҡлы сәйәсәт алып барыуы хаҡында һөйләй. Бер яҡтан, ул илебеҙ менән иҡтисади йәһәттән хеҙмәттәшлек итергә уҡтала кеүек. Икенсе яҡтан иһә, Көнбайыш Европа илдәренең йырын йырлай. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, Төркиә бөгөн бик сетерекле хәлдә тороп ҡалды. Анкара курдтарға ҡаршы һуғыш башланы. “Ислам дәүләте” боевиктарына ҡаршы һуғышҡан курдтарҙы һауанан утҡа тотоу үҙе үк террорсыларҙы яҡлау кеүек килеп сыға. Шул сәбәпле рәсми Тәһран Анкараға дәғүә белдереп сығыш яһаны. Ә Иран иһә Сүриә президенты Бәшәр Әсәд режимын яҡлай. Курдтар бөгөн Ираҡ һәм Сүриәнең бер өлөшөн үҙ контроле аҫтында тота. Ошондай шарттарҙа Төркиә президенты Тайып Эрдоган НАТО етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, “курдтарҙы ауыҙлыҡлауҙа” ярҙам һораны. Тик НАТО-ның генераль секретары Йенс Столтенберг Төркиәгә теләктәшлек күрһәтһә лә, хәрби ярҙам итеүҙән баш тартты. Билдәле булыуынса, Төркиә — НАТО ағзаһы. Был илдең армияһы төбәктә иң көслөләрҙән һанала. Хәрбиҙәр һаны буйынса Төркиә донъяла алтынсы урында тора. Хәрби техникаһы ла ҡеүәтле. Шул уҡ ваҡытта Төркиәгә ике фронт алып барырға – бер үк ваҡытта “Ислам дәүләте” боевиктарына ла, курдтарға ҡаршы ла һуғыш алып барырға тура килә. Ә “Ислам дәүләте” боевиктарының күбеһе Ираҡтың элекке лидеры, мәрхүм Саддам Хөсәйен армияһында сынығыу алған тәжрибәле хәрбиҙәр. Шуға ла Төркиә армияһына профессионалдарға ҡаршы һуғышыу бик еңелдән бирелмәйәсәк. Ошондай шарттарҙа Төркиәнең Ҡырым татарҙары мәсьәләһенә туранан-тура ҡыҫылып, уларҙың конгресын уҙғарыуы нимәгә кәрәк булғандыр. Һәр хәлдә Тайып Эрдогандың бындай сәйәсәте яҡшыға алып килмәйәсәк. Көнбайыш Европа илдәре Төркиәне илебеҙ менән “Көньяҡ ағым” газ магистрале һуҙыу буйынса хеҙмәттәшлеккә ынтылғаны өсөн былай ҙа күрә алмай, һатлыҡ йәнлектә ғәйепләй. Шуға улар өсөн Төркиәнең ҡаҡшауы, тарҡалыуы ҡулайыраҡ. Был хәлде Тайып Эрдоган ныҡлы аңлап етмәй шикелле. Аңлаһа, күрәләтә ут менән уйнамаҫ ине.

“Батька” бишенсе мөҙҙәткә ынтыла

Белоруссияла президент һайлауына әҙерлек башланды. Ил етәксеһен һайлау көнө 11 октябргә тәғәйенләнгән. Юғары вазифаға барлығы һигеҙ кандидат дәғүә итә. Улар араһында ғәмәлдәге президент Александр Лукашенко ла бар. “Батька” 1994 йылдан башлап ил менән идара итә һәм бишенсе мөҙҙәткә лә ынтыла. Был һайлауҙар Белоруссия өсөн ҡатмарлы шарттарҙа үтәсәк. Ил иҡтисады ауыр хәл кисерә. Былтыр илдең эске тулайым продукт үҫеше 3 процентҡа кәмегән. Аҡса етешмәүе лә үҙен һиҙҙерә. Шул сәбәпле Лукашенко Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Илебеҙ Президенты Владимир Путин Белоруссияға 760 миллион доллар кредит бирергә ҡарар итте. Белоруссия был аҡсаны 10 йыл һуҙымында кире ҡайтарып бирергә тейеш. Һайлау алдынан ныҡлы ярҙам был. Әлеге һайлауҙарҙа Лукашенконың элекке дәғүәселәре лә байтаҡ ҡына. Мәҫәлән, Сергей Калянин 2001 йылғы президент һайлауында ла ҡатнашҡан ине. Либерал-демократтар партияһы лидеры Сергей Гайдукович өсөнсө президент һайлауында ҡатнаша. Ә бына иҡтисад ветераны Виктор Терещенконы оҙон ғүмерле кандидат тип атарға мөмкин. Ул 1994 йылдан башлап президент һәм парламент һайлауҙарын ҡалдырмай ҡатнашып килә. Яңы дәғүәселәр ҙә юҡ түгел, һәм ил тарихында тәүге тапҡыр бер юлы ике ҡатын-ҡыҙ президентлыҡҡа дәғүә итә. Улар – “Дөрөҫөн һөйлә” гражданлыҡ йәмғиәте хәрәкәте лидеры Татьяна Короткевич менән эшһеҙ ҡалған уҡытыусы Жанна Романовская. Ә Александр Лукашенконың төп дәғүәсеһе булып уның аҙашы Александр Лебедько булыр тип көтөлә. Ул 2010 йылғы президент һайлауында ла ҡатнашҡан ине һәм бөгөн оппозицияны етәкләй. Дәғүәселәре күп булһа ла, Лукашенконың бишенсе тапҡыр президент итеп һайланыуы бик ихтимал. Ил халҡының күпселеге күрше Украиналағы хәлде күреп тотороҡлолоҡ өсөн тауыш бирәсәк, тип юрайыҡ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы МХО ветеранына автомобиль асҡысы тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы МХО ветеранына автомобиль асҡысы тапшырҙы 16.05.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы МХО ветеранына автомобиль асҡысы тапшырҙы...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә

Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә 16.05.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә...

Тотош уҡырға 23

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Владимир Якушев менән осрашты

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Владимир Якушев менән осрашты 16.05.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Владимир Якушев менән осрашты...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде 15.05.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында һабантуй көндәре билдәле булды

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында һабантуй көндәре билдәле булды 12.05.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында һабантуй көндәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 44

Өфөлә Белоруссия консуллығы асыла

Өфөлә Белоруссия консуллығы асыла 12.05.2025 // Сәйәсәт

Өфөлә Белоруссия консуллығы асыла...

Тотош уҡырға 39

Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы етәксе тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе

Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы етәксе тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе 05.05.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы етәксе тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 52

Салауат ҡалаһында яңы мэр тәғәйенләнде

Салауат ҡалаһында яңы мэр тәғәйенләнде 30.04.2025 // Сәйәсәт

Салауат ҡалаһында яңы мэр тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 76

Башҡортостан Башлығы Андрей Назаровты «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Андрей Назаровты «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне 28.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Андрей Назаровты «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 68

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән билдәләне

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән билдәләне 25.04.2025 // Сәйәсәт

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән билдәләне...

Тотош уҡырға 69

Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителде 24.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 75

Владимир Путин хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе

Владимир Путин хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе 22.04.2025 // Сәйәсәт

Владимир Путин хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе...

Тотош уҡырға 80