Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Президент Рөстәм ХӘМИТОВ: “Халыҡ өсөн күңел һалып эшләүселәр кәрәк”
Президент Рөстәм ХӘМИТОВ: “Халыҡ өсөн күңел һалып эшләүселәр кәрәк”Дәүләт етәкселәре власты халыҡҡа яҡынайтыуҙың төрлө юлын эҙләй. Телевидение аша аралашыу — бик һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Республикаға етәкселек итә башлау менән: “Мин халыҡ өсөн эшләйем”, — тип әйткән Президент Рөстәм Хәмитов та был маҡсатта тура эфирҙы йыш ҡуллана. Шәмбе кис “Вся Уфа” телеканалында ул ике сәғәт буйы Башҡортостан һәм баш ҡала халҡы менән аралашты.

Һайлау алдынан дәғүәләр урынлы

Президент бер ваҡытта ла урынында ултырмай, һәр саҡ республика төбәктәре буйлап эш сәфәренә сыға, халыҡ менән тығыҙ аралаша. Бындай саҡта кешеләр етди проблемалар ҙа күтәрмәй ҡалмай.
— Тауыш биреүгә әҙерлек осоро — власҡа үҙ ҡарашыңды, дәғүәләреңде белдереү өсөн уңайлы мәл. Кешеләр быны файҙалана һәм дөрөҫ эшләй. Власты идеаль тип һанарға ярамай, етәкселәр ҙә ваҡыты менән яңылыша, хата ебәрә. Шуға күрә халыҡ, үткер һорауҙар биреп, уларға ғәҙел сәйәсәт алып барырға ярҙам итә, — тип башланы һүҙен Рөстәм Хәмитов.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең өлкән мастеры Өфө ҡала Советына һайлау тураһында һорау бирҙе. Президент уға үҙенең кандидаттар менән осрашып, аралашып тороуы хаҡында әйтте.
— “Беҙҙең ҡала командаһы” тигән һүҙбәйләнеш миңә бик оҡшай. Ҡала Советына депутат булыуға дәғүә итеүселәр команда менән эшләргә теләй. “Берҙәм Рәсәй” партияһынан тәҡдим ителгәндәрҙе беләм. Кандидаттарҙың күбеһенә ышанам, уларҙың ғәҙел эшләйәсәгенә иманым камил. Башҡа партияларҙы сағылдырған кандидаттарҙы ла беләм, әммә шәхси таныш түгелмен.
Сайтҡа килгән һорауҙар араһында Өфө ҡала Советына һайлау кампанияһының ғауға менән барыуын билдәләп, Президенттың фекерен һораусылар ҙа бар ине.
— Һәр һайлау осоронда низағтар була. Намыҫһыҙ юл менән үтергә теләүселәр ҙә осрай. Улар власҡа үтеү өсөн бысраҡ яғыу, алдау кеүек ҡара технологиялар, кешеләрҙе һатып алыу кеүек сараларҙы файҙалана. Уларҙың, власҡа килгәс, нисек эшләрен күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс, — тине Рөстәм Зәки улы.

Яңы депутаттарға эш етерлек

Өфөнө яңыртыу, үҙгәртеү, заманса ҡалаға әйләндереү бурысына бәйле һорауҙар яуҙы ғына. Баш ҡала халҡын торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың торошона, транспортҡа, торлаҡҡа, ял итеү урындарына ҡағылышлы мәсьәләләр борсоно. Транспорт урамында йәшәүсе берәү ихата алдында балалар майҙансығы булдырыу һәм урамды төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте.
Президент әйтеүенсә, ҡаланың барлыҡ райондарындағы урамдарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса программа бар, һәм ул эшләй. Былтыр ғына Өфөлә — 600-ләп, республикала меңдән ашыу ихата ипкә килтерелгән. Эш дауам итәсәк, һәм был урамға ла ярҙам барып етәсәк.
Көньяҡ биҫтәһендә йәшел парк булдырыу мәсьәләһе күтәрелде. Кешеләр парк асыу өсөн тауыш йыйған, әммә урын бүлеү менән проблема килеп сыҡҡан.
— Мин был идеяны яҡлайым. Мәсьәләнең хәл ителешен мотлаҡ үҙем тикшерәсәкмен. Барлыҡ мөмкинлектәрҙе иҫәпләп, быны тормошҡа ашырырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Өфөнө заманса, ылыҡтырғыс, күркәм ҡала итеүгә барлыҡ көстө һалырға кәрәк. Йәшел зоналар ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Бындай парктарҙа балалар өсөн ҡыҙыҡлы урындар ҙа булдырыуҙы уйларға кәрәк.
Рөстәм Зәки улының фекеренсә, Өфөлә йәштәр йәйен — роликта, ҡышын конькиҙа йөрөй алырға тейеш, шуға велосипед юлдары, трамплиндар эшләү талап ителә. Баш ҡала тирәләй урмандар күп һәм байтағы ташландыҡ хәлдә. Уларҙы төҙөкләндереү, йәштәргә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырыу — көн талабы. Президент был йәһәттән аныҡ пландарын да әйтте. Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге паркта ҡышҡы стадион төҙөләсәк.

Күпер төҙөү ҡиммәт, әммә ул кәрәк

Затон биҫтәһе, ундағы төҙөлөш һәм транспорт тураһында ла һорау булды.
— Һис һүҙһеҙ, Затонда транспорт проблемаһы бар һәм ул тәү сиратта күпер менән бәйле. Автомобиль тығындарында тороп, халыҡ бихисап ваҡытын әрәм итә. Булған күпер янына икенсеһен төҙөү өсөн проект әҙерләнеп бөттө, быйыл эшкә тотонорҙар, моғайын, — тине Президент. — Күпер төҙөү ҡиммәткә төшә һәм ул өс-дүрт йылға һуҙыласаҡ. Уға тиклем “Башавтотранс”тың хәтеренә төшөрөү мотлаҡ: транспорт менән тәьмин ителеш, айырыуса Затон биҫтәһендә, даими эшләргә тейеш.
18-се дауахана йәшеллек эсендә, Блюхер урамында урынлашҡан. Унда йөрөү хеҙмәткәрҙәр һәм ауырыуҙар өсөн михнәткә әйләнә, сөнки транспорт бәйләнеше юҡ тип әйтерлек. Рөстәм Хәмитов проблеманың яҡын арала хәл ителеренә ышаныс белдерҙе.
Баш ҡалала яңы һәйкәлдәр ҡуйыу-ҡуймау темаһы буйынса Президент үҙ фекерен еткерҙе.
— Һәйкәлдәр төрлө кешеләр өсөн кәрәк. Тәү сиратта, әлбиттә, яҡшы кешеләргә. Нестеровҡа ҡуйырға кәрәк тип иҫәпләйем. Бөтәһе лә яратҡан шағир Мостай Кәримгә әлегәсә һәйкәл булмауы оят. Зәйнәб Биишеваға һәйкәл дә, бюст та юҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Өфөнө күрһәтерлек, уның тураһында һөйләрлек экскурсия ойоштороусылар булмауы — тағы ла бер көнүҙәк мәсьәлә. Беҙгә ҡунаҡтар күп килә, ә һәйбәт гид табыу ҙур проблемаға әйләнә. Өфө менән таныштырыу өсөн эшләнгән классик маршрут та юҡ. Туризмды үҫтереү тураһында һүҙ йөрөткәндә ошо йәһәттән дә уйланырға, кешеләр эҙләргә кәрәк.

Торлаҡ хаҡы түбәнәйәсәк

Күптәрҙең үҙәгенә үткән торлаҡ мәсьәләһе лә күтәрелмәй ҡалманы. 18-се дауахана табибын медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү барышы ҡыҙыҡһындырҙы.
— Беҙ бөгөн республикала социаль торлаҡ булдырыу буйынса ҙур эш башланыҡ. Республиканың һәр район һәм ҡалаһы социаль торлаҡ төҙөлөшөнә түләүһеҙ ер бүлеү өсөн урындағы ҡанундарҙы ҡабул итергә тейеш. Бындай торлаҡты төҙөйәсәк махсус орган бөгөндән бар, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент программаның мәғәнәһен һәм нескәлектәрен аңлатып бирҙе. Муниципалитет бушлай ер бирәсәк, унда республика бюджеты иҫәбенә барлыҡ коммуникациялар үткәреләсәк, юл түшәләсәк. Һәм ошо урында Торлаҡ төҙөлөшө фонды йорт һаласаҡ. Бындай торлаҡтың үҙҡиммәте квадрат метр өсөн 20 мең һум самаһы ғына буласаҡ. Ҡаҙна ойошмаларында эшләүселәр өсөн төҙөлгән өйҙән фатирҙы квадрат метры өсөн 20-22 мең һум түләп алып буласаҡ.
Президентҡа килгән ике меңдән ашыу һорауҙың яртыһы тиерлек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылды. Мәҫәлән, “Йорт комитеттары” булдырылды, халыҡты был ойошмаларҙың бөгөн нисек эшләүе борсой. Ғәмәлдәре бигүк күренеп бармай, тип зарланыусылар бар. Рөстәм Хәмитов: “Был эш өсөн күңеле менән янып эшләрҙәй кешеләр табырға кәрәк”, — тигән фекер әйтте.

Балалар аҙ, ә баҡсала урын етмәй...

Һәр кемгә ҡағылған өлкә — социаль проблемалар — ситтә ҡалманы. Тура эфирға телефон аша ошоға бәйле һорау менән физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, етемдәр һәм башҡалар сыҡты. Инвалидтарҙы ҡалала улар өсөн уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе борсой. Ҡалаларҙа пандустар етмәй. Ғөмүмән, тап улар буйынса тура эфир башланыу менән генә тиҫтәнән ашыу һорау килгән.
— Мобиль генә түгел, стационар пандустар ҙа кәрәк. Был эш менән шөғөлләнә башланыҡ. Муниципаль властарҙың был йәһәттән ни эшләүен етди контролдә тотам, — тине Президент.
Бынан тыш, өлкән инвалидтар өсөн реабилитация үҙәге төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде.
— Был хаҡта уйлашырбыҙ, әммә, минеңсә, физик мөмкинлектәре сикләнгән кеше үҙен теләһә ниндәй учреждениела яҡшы тойорға тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы. — Улар өсөн махсус объекттар төҙөү мотлаҡ түгел. Инвалидтар күңеле теләгән санаторийға, пансионатҡа бара һәм ял итә алырға тейеш. Һәр ерҙә подъездар ҙа, пандустар ҙа, лифттар ҙа улар өсөн яйланған булыуы мотлаҡ.
Салауат ҡалаһында етемдәр өсөн социаль торлаҡ төҙөлмәй. Был һорау яңы ғына балалар йортонан тәрбиә алып сыҡҡан егетте борсой. Бәләнең башын Президент әлеге лә баяғы урындағы властарҙың эшләп еткермәүендә күрә. 18 йәшлек етем ҡыҙ торлаҡҡа сиратҡа ҡуймауҙары өсөн борсолоуын белдерҙе. Рөстәм Хәмитов был проблеманы ла үҙ контроленә алырға вәғәҙә бирҙе.
— Әгәр ҡыҙыҡай етем һәм уға торлаҡ кәрәк икән, беҙ ярҙам итергә тейеш. Етемдәрҙе өйлө итеү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса килеп тора, беҙ ҙә сығымдар бүләбеҙ. Бөгөн сиратта ике меңдән ашыу кеше теркәлгән. Былтыр 300-400 фатир биреүгә өлгәштек, — тине республика башлығы.
Күп балалы әсә Светлананы һәм балалар баҡсаһына сиратта торған 50 меңдән ашыу сабыйҙың ата-әсәһен урын етмәү мәсьәләһе борсой. Был йәһәттән Президент Өфөлә һәм республикала башҡарылған эштәр тураһында әйтте, киләһе ике-өс йыл эсендә проблеманың хәл ителеренә ышаныс белдерҙе.
Тик, Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, 2013 йылдан һуң беҙҙә демографик “бушлыҡ” барлыҡҡа килеүе ихтимал, сөнки әле 80-се йылдар аҙағында — 90-сы йылдар башында тыуған кешеләр өйләнешә һәм бала таба. Ә 1991 йылдан 2003 йылға тиклем балалар күп тыуманы.

Бөлдөрөүселәргә — ҡаты яза

Алдашыу, төҙөлөш өсөн аҡса йыйыу һәм юғалыу, предприятиеларҙы күрәләтә бөлдөрөү арҡаһында ябай халыҡ ҙур зыян күрә. Был хаҡта “Вся Уфа” телеканалы хәбәрселәре махсус сюжет күрһәтте. Президент уның буйынса бик ҡәтғи яуап бирҙе:
— Банкротлыҡ темаһы — меңәрләгән кешенең бәләһе. Бында төҙөүсе компаниялар, алданған өлөшсөләр ҙә инеп китә. Кешенән алдап аҡса ала ла, төҙөргә “онотоп”, үҙҙәре сит илдә рәхәтләнеп ял итә ҡайһы берәүҙәр. Иҫ китмәле ғәҙелһеҙлек был! Мин ундай күренештәргә ҡаршы мөмкин булғанса көрәшәсәкмен.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, ни эшләптер беҙҙә ошондай иҡтисади енәйәттәр өсөн йомшаҡ яза бирелә, һәм шуға күрә алдаҡсылар шаша ғына.
— Банкротлыҡ мәсьәләһе беҙҙә артыҡ күпертелә. Был — мутлашыусылар өсөн яҡшы мөхит, — тине Президент. — Ә ябай халыҡҡа йылдар буйы хеҙмәт хаҡы түләнмәй, улар тышҡа сығарып ташлана. Мин әлеге проблема буйынса ныҡлап шөғөлләнәм. Мөмкин булғанса, предприятиеларҙы ҡотҡарасаҡбыҙ.

Үләндәрҙең сихри көсөн белә

Бай тәбиғәтле Башҡортостанда күп төрлө шифалы үләндәр үҫә. Баш ҡалала йәшәүсе Йәүҙәт Хөсәйенов, ошонан файҙаланып, Өфөлә фармацевтик етештереү предприятиеһы булдырыу мөмкинлеге тураһында һораны.
— Өләсәйем тирә-яҡҡа билдәле шифаҡул ине. Ул кешеләрҙе үлән менән дауалай торғайны. Өләсәйемдән миңә лә ниндәйҙер һәләт күскән, шуға күрә бала саҡтан үләндәрҙең шифалы көсө тураһында беләм, — тине Башҡортостан Президенты. — Беҙҙә экология яғынан таҙа райондар күп, унда — саф һауа һәм шифалы үҫемлектәр. Шуға күрә үләнде фармацевтикала файҙаланыуҙың яҡшы проект булыуы ихтимал.
Бынан тыш, Президентҡа шәхси һорауҙар ҙа етерлек бирелде. Мәҫәлән, уның алкоголле эсемлектәргә ҡарашы тураһында һораштылар. Рөстәм Хәмитов үҙенең бындай нәмәләрҙе ҡулланмауын әйтте:
— Хәҙер тормош бик йылдам үҙгәрә, барлыҡ мәсьәләне лә хәл итеү өсөн энергия һәм көс кәрәк. Шуға күрә алкоголгә ваҡыт та етмәй. Бөгөн модала — спорт, сәләмәт тормош рәүеше, һаулыҡ. Алкоголь — ул ағыу.
Һәр ваҡыттағыса, Президенттың блогы, Интернет аша аралашыу тураһындағы һорауҙар ҙа булды. Рөстәм Зәки улы һәр кемгә тулы яуап бирҙе, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә һәм тормошто яҡшыртырға вәғәҙә бирҙе.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Йәүҙәт ХӘКИМОВ, уҡытыусы, Ишембай районы:
— Башҡортостан Президентының эшкә килеүенең тәүге көнөнән үк халыҡҡа яҡын булыуы, беҙҙең менән йыш аралашыуы оҡшай. Телевизор, Интернет аша булған тура бәйләнештәрен һәр ваҡыт ҡарайбыҙ, үҙебеҙ өсөн кәрәкле һәм файҙалы мәғлүмәт алабыҙ.

Зилиә ЮЛАМАНОВА, хужабикә, Өфө ҡалаһы:
— Һис шикһеҙ, Өфөнө үҫтерергә кәрәк. Баш ҡала алға китмәйенсә тороп, республика ла алға китә алмаясаҡ. Нисек кенә булмаһын, барыһы ла Өфөгә килә, иң тәүҙә уның менән таныша. Рөстәм Хәмитовтың ошо мәсьәләгә ҙур иғтибар биреүе шатландыра. Үҙебеҙ Көньяҡ биҫтәһенә яҡын йәшәгәс, унда йәшел парк булдырыу идеяһын шатланып ҡабул иттек. Балалар өсөн ял итер, саф һауа һулар урын да булыр. Баш ҡаланың яңы башлығы Ирек Ялаловтың Президентыбыҙ күрһәтмәләрен уңышлы атҡарып сығасағына иманым камил. 4 мартта ҡала Советына ышаныслы һәм булдыҡлы депутаттар һайлаһаҡ, яҡын йылдарҙа Өфөнө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаһы итеүгә ирешербеҙ, тип ышанам.

Руслан ХӨСӘЙЕНОВ, эшҡыуар, Шишмә районы:
— Рөстәм Хәмитов халыҡ менән ябай, ә кешеләрҙе алдаусылар, эшен еренә еткереп башҡармаған чиновниктар, түрә-ҡараға ҡарата етди һәм талапсан булыуы менән беҙгә яҡын. Уның сираттағы халыҡ менән аралашыуын ғаиләбеҙ менән ҡараныҡ. Президент буш вәғәҙәләр бирмәй, ә аныҡ талаптар һәм бурыстар ҡуя. Власты дөрөҫ һәм урынлы итеп тәнҡитләй. Һүҙҙәрендә ышаныс тоябыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374