Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Француздар килеп кергән Мәскәү тигән ҡалаға...”
Франция парламенты депутаттарының Мәскәүгә һәм Ҡырымға килеп ҡайтыуы, АҠШ менән Куба араһында дипломатик мөнәсәбәттәрҙең яйлана төшөүе, Төркиәнең Сүриәгә ҡаршы һауанан һөжүм итә башлауы һуңғы осорҙоң мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Ҡырым юлы ҡырын түгел

23 июлдә Мәскәүгә Франция парламенты депутаты Тьерри Мариани етәкселегендәге делегация килде. Башта улар Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеге менән танышты, парламент спикеры Сергей Нарышкин менән фекер алышты. Һуңынан Ҡырымға юлланды. Ял итергә түгел, әлбиттә.
Билдәле булыуынса, былтыр яҙ Ҡырымда референдум үтте, ярымутрау илебеҙ составына ҡушылғандан һуң Көнбайыш Европа илдәрендә ҙур шау-шыу тыуҙы. Рәсәйҙе Ҡырымды баҫып алыуҙа ғәйепләп, санкция иғлан иттеләр, һәм ул әле лә ғәмәлдә. Европа сәйәсмәндәре ситтән тороп ҡына илебеҙ тураһында насар фекер тыуҙыра ине. Ниһайәт, уларҙың бер нисәүһе булһа ла Ҡырымдағы хәлде үҙ күҙҙәре менән күрергә йөрьәт итте. Ун кешенән торған Франция делегацияһының Ҡырымға аяҡ баҫыуын Украинала ҙур ризаһыҙлыҡ менән ҡаршы алдылар. Йәнәһе лә, Ҡырым – уларҙың биләмәһе, һәм Франция депутаттары рөхсәтһеҙ ингән. Шул сәбәпле улар Париждан рәсми аңлатма таптырып булашты. Әммә Париж депутаттарҙың сәфәре хаҡында әлегә бер нәмә лә өндәшмәй. Ә Тьерри Мариани, Ҡырымдан ҡайтышлай Мәскәүҙә Дәүләт Думаһында матбуғат конференцияһында сығыш яһап, Европа сәйәсмәндәренең иҫкесә сәйәсәт алып барыуҙарын тәнҡитләне, Ҡырымды блока­далауҙы туҡтатырға саҡырҙы. “Унда иғтибарға алырлыҡ бер нәмә лә юҡ, барыһы ла һәйбәт”, — тине ул. Ҡырымда Франция парламенты депутаттары урындағы халыҡ менән осрашып һөйләште, бындағы тормош менән танышты. Севастополь ҡалаһында ла булдылар.
Әйтергә кәрәк, Ҡырым илебеҙ составына ҡушылғандан һуң ошондай ҙур сит ил деле­гацияһының Рәсәй еренә тәүгә аяҡ баҫыуы булды. Франция депутаттары Ҡырымдағы хәлде үҙ күҙҙәре менән күргәс, ярымутрауҙың Рәсәйгә законлы ҡушылыуын билдәләне. Улар ҡайтып, күргән-кисергәндәрен үҙ илдәрендә лә, Европа парламентында ла һөйләйәсәк. Тик бына Украинала ғына быны һөйләй алмаясаҡтар, сөнки Юғары Рада Ҡырымға килеп ҡайтҡан Франция депутаттарын үҙ иленә инеүҙе тыйҙы. Шулай итеп, Европаға ынтылған, Европаса йәшәргә уҡталған Украина үҙҙәрендәге демократияның Европаса түгеллеген иҫбатланы.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Франция парламенты депутаттарының Ҡырымға килеп ҡайтыу башланғысы үҙ теләктәре һәм иректәре менән атҡарылған. Был һис кенә лә рәсми Париждың Ҡырымға булған мөнәсәбәтен күр­һәт­мәй. Шул уҡ ваҡытта килеп ҡайтҡан депутат­тарҙың киләсәктә рәсми даирәләргә лә баҫым яһауы бар. Улар артынса Ҡырымға Францияның элекке президенты Никола Саркози килеүе лә ихтимал, тиҙәр. Сөнки Тьерри Мариани – Никола Саркозиҙың фирҡәҙәше. Улар “Республикалылар” партияһында тора. Никола Саркозиҙың бөгөнгө президент Франсуа Олланд алып барған сәйә­сәтте хупламауы ла быға сәбәпсе булыуы ихтимал. Етмәһә, әле Франция фермерҙары, илебеҙгә ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙы бөтөрөүҙе талап итеп, урам сыуалыштарына сыҡты. Улар, Париж урамдарына мал тиҙәге түгеп, юлды бикләгән һәм ошондай ысул менән булһа ла санкцияларға ҡаршы икәнлеген белгертә.
Европа союзы санкцияларына яуап итеп, илебеҙ Европа союзы илдәренән, АҠШ, Канада, Норвегия, Австралия кеүек илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйғайны. Ошо сәбәпле Европа фермерҙары үҙҙәре етештергән продукцияһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Улар рәсми властарҙан санкцияларҙы бөтөрөүҙе талап итә. Хәҙер Ҡы­рымға килеп ҡайтҡан депутаттар ҙа үҙ фекерҙәрен асыҡтан-асыҡ белдерә башлаһа, хәлдең илебеҙ файҙаһына үҙгәреүе ихтимал. Ни тиһәң дә, иғлан иткән санкциянан үҙҙәре күберәк зыян күргәнлеген аңлай башланылар булһа кәрәк.

Көсөргәнешлек арта

Төркиә полицияһы киң масштаблы махсус операция башланы – ул терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән. Ҡоро ер хәрби операцияһынан тыш Төркиә Сүриәне һауанан утҡа тота башланы. Билдәле булыуынса, Сүриәнең Төркиә менән сиктәш райондарында “Ислам дәүләте” боевик­тарының базалары урынлашҡан. Төркиә был боевиктарҙың күпләп үҙ иленә үтеп инеүенән шөрләй. Шул уҡ ваҡытта Төркиә президенты Тайып Эрдоганды “Ислам дәүләте” боевиктары менән йәшертен бәйләнеш тота икән, тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй. Ул боевиктар ҡулы менән үҙенең ике дошманын – курдтарҙы һәм Сүриә президенты Бәшәр Әсәдте төп башына ултыртырға ниәтләнә.
Бәшәр Әсәд иһә, үҙ армияһын тулыландырыу маҡсатында, хеҙмәттән ситләшеүселәр өсөн амнистия иғлан иткән һәм Сүриәләгеләр өсөн — 30, сит илдәргә сығып китеүселәргә 60 көн ваҡыт биргән. “Дезертирҙар” ошо арауыҡта власть вәкилдәренә килеп баш һалырға тейеш.
Төркиә полицияһының киң масштаблы операция башлауы 21 июлдә булып үткән терактҡа бәйле. Теракт һөҙөмтәһендә 30 кешенең ғүмере ҡыйылды. Төркиәлә һуңғы тиҫтә йылдағы иң ҙур теракт был. Ошоноң менән бәйле Төркиә үҙ биләмәһендәге АҠШ-тың хәрби базаларына Сүриәне һауанан утҡа тотоуҙы рөхсәт итте. Быға тиклем АҠШ Төркиә биләмәһендәге хәрби базаларын техника ремонтлау һәм разведка өсөн генә файҙалана ине. “Ислам дәүләте” боевиктарына ҡаршы көрәште көсәйтеү өсөн Төркиә башҡа мөмкинлектәр ҙә эҙләй.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә