Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Саммиттарҙың осҡононан беҙҙең усаҡ ҡабынһын!
Саммиттарҙың осҡононан беҙҙең усаҡ ҡабынһын! Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты Һиндостанда ла беләләр, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен Бразилия етәкселеге үҙҙәренә гастролгә саҡырҙы, халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлө һәм төп кәсебе булған солоҡ ҡорттарын үрсетеү һәм унан табыш алыу хаҡында Ҡытай журналистары махсус тапшырыу әҙерләй, ә башҡорт телебеҙҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән үҙе өйрәнергә ҡушты... Был – Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарының бер “осҡоно” ғына. Киләсәктә мәртәбәле форумдың һөҙөмтәһе эре инвестиция проекттарында, республикабыҙҙың иҡтисади үҫешендә, сит илдәр менән әүҙем хеҙмәттәшлектә сағылырына иманыбыҙ камил. Һәр хәлдә, Өфөнөң өр-яңы, халыҡ-ара кимәлгә сығыуы, Пекин, Мәскәү, Шанхай, Бразилиа, Нью-Дели һәм әлегә тиклем ШОС, БРИКС илдәре башлыҡтарын ҡабул иткән донъяның башҡа ҡалалары менән бер сафҡа баҫыуы — оло ҡаҙаныш. Бөгөн беҙгә ана шул юлдан һис тайпылырға ярамай.

Өс көнлөк кенә сара түгел

Себеште көҙ һанайҙар, тиһәләр ҙә, ШОС һәм БРИКС саммиттарына йомғаҡ яһап, тәү сиратта мәртәбәле йыйындың ни тиклем ҙур һәм яуаплы сара булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә. Ә бит барыһы ла шыма ғына башланманы: Башҡортостан ошо абруйлы форумды үткәреү урыны итеп һайланғас, ҡайһы берәүҙәр хатта асыҡтан-асыҡ “республика донъяның ҙур держава лидерҙарын лайыҡлы ҡаршы­лай алмаясаҡ, сараға әҙерләнеп өлгөр­мәйә­сәк” тиеүҙән дә тартынманы. Әл­бит­тә, тормош киреһен иҫбатланы. Өс йыл эсендә республиканың баш ҡалаһында тиҫтәләгән саҡрым юлдар төҙөкләндерелде, парк, скверҙар, биналар яңыртылды, Өфөнөң йөҙөн сағыл­дырған биш меңдән ашыу объектҡа өр-яңы һулыш инде. Ағиҙелдең яр буйы заманса төҫ алды – хәҙер ул ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ял итеү урыны. Республиканың һауа ҡапҡаһы ишектәрен киңерәк асты: элегерәк халыҡ-ара терминал сәғәтенә 200 пассажирҙы ҡабул итһә, хәҙер 800 кешене хеҙмәт­ләндерергә һәләтле. Яңыртылған Конгресс-холл симпозиумдар, форумдар, конференциялар үткәреү өсөн заманса майҙансыҡҡа әүерелде. Шәхси инвес­торҙар ҡалала ете ҡунаҡхана, шул иҫәптән Hilton, Holiday Inn, Sheraton кеүек бөтөн донъяға танылған брендтарҙың объекттарын төҙөнө. Күпме кеше — шунса фекер тигәндәй, был осраҡта ла бәғзеләр: “Беҙгә нимәгә шул тиклем ҡунаҡхана? Аэропорттағы яңы терминалдың кәрәге бар инеме? Шул аҡсаны социаль ярҙамға мохтаждарға бүлеп бирһәләр, яҡшыраҡ булыр ине”, — тип саммиттарҙың Башҡортостанда үтеүенә ризаһыҙлыҡ белдермәй ҡалманы. Әммә шуны аңлау зарур: бөгөнгө кимәлдә ҡалһаҡ, берәү ҙә беҙҙе партнерҙар сифатында ҡабул итмәйәсәк. Республикаға килмәйәсәктәр ҙә. Шул уҡ театр ҙа, концерт залдары ла — улар бит үҙебеҙҙә ҡала. Бындай миҫалдар бик күп. Эйе, саммиттар ике-өс көн дауам итте лә бөттө, әммә уларҙың иҡтисади һәм социаль һөҙөмтәһе тиҫтәләрсә йылға иҫәпләнгән.

Осрашыуҙар эшлекле шарттарҙа үтте

ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡабул ителгән резолюцияларға, стратегик пландарға, декларацияларға, килешеү­ҙәргә килгәндә, белгестәр төп документ­тарҙың тәү тапҡыр ҡабул ителеүен билдәләй. БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы эшләй башланы, алдағы өс йылға террорсылыҡҡа, сепаратизмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәш­лек итеү программаһы хупланды, беренсегә оҙайлы ваҡытҡа — 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы раҫланды, БРИКС-тың берлектәге сайтын төҙөү тураһындағы меморандумдарға ҡул ҡуйылды. Төп яңылыҡ: дәүләт башлыҡ­тары Һиндостан менән Пакистанды ойош­маға ҡабул итеү тәртибен хәл итте, һөҙөмтәлә ул “ҙур һигеҙ” илдәре берләш­мәләре тигән рәсми булмаған статус алды. Әйткәндәй, әлеге илдәрҙең лидер­ҙары ҡатнашлығындағы ике яҡлы ара­лашыуҙы белгестәр “ҙур алға китеш” тип баһалап өлгөрҙө лә инде — уларҙың йылдан ашыу күҙмә-күҙ осрашҡаны бул­маған. Хәйер, киләсәктә ШОС-тың сос­тавы тағы ла киңәйеүе ихтимал. Әле, мәҫәлән, Иран ағза итеп алыуға рәсми ғариза биргән.
— Белоруссияның статусы күтәрелде — ул хәҙер күҙәтеүсе илдәр исемлегендә. Ә Азербайжан, Әрмәнстан, Камбоджа һәм Непал – Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының диалог буйынса партнеры, — тине Рәсәй Президенты Владимир Путин журналистар менән осрашыуҙа.
Форум барышында шулай уҡ БРИКС-тың профсоюз ойошмалары вәкилдәре осрашты, Эшлекле совет ултырышы үтте, Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошма­һының Йәштәр советы булды.
Саммит эшлекле шарттарҙа үтте. Дәүләт башлыҡтары иҡтисад, финанс өлкәһендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе, киләсәктә ғәмәлгә ашырыласаҡ проекттар буйынса фекер алышты. Сәйәсәт, социаль өлкә, хәүефһеҙлек темалары ла иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы. Етәкселәр мәҙәни бәйләнеш­тәрҙе үҫтереү, йәштәр менән алмашыу, туризмды әүҙемләштереү кәрәклеге хаҡында ла һөйләште.
Рәсәй Президенты Владимир Путин да саммиттың эстәлекле, нәтижәле булыуын билдәләне.
— Программаның бай йөкмәткеле булыуы — үҙ-ара бәйләнештәрҙең күп яҡлы һәм тәрән икәнлегенә асыҡ дәлил. Осрашыуҙар дуҫтарса һәм конструктив шарттарҙа үтте, — тип белдерҙе ил етәк­сеһе.

Оло йыйындың файҙаһы

Белгестәр фекеренсә, бындай кимәлдәге саралар төбәктең инвестиция йәлеп итеү мөмкинлеген бермә-бер арттырыу һәләтенә эйә. Эксперттар беҙҙең республикаға ла уңыштар юрай. Әлбиттә, бөгөн сығымдарын үҫешкә һалырға теләгән бизнесмендар тәү сиратта Башҡортостандың халыҡ-ара рейтингын, урындағы сәйәсәтте, инфраструктураны, эшлекле мөхитте, ылыҡтырғыс инвестиция ҡануниәтен өйрәнәсәк. Әммә борсолорға урын юҡ: Башҡортостан – Рәсәйҙең тотороҡло үҫешкән төбәктә­ре­нең береһе. Макроиҡтисади күрһәткестәр ҙә бизнес-берләшмәләрҙең ыңғайға көйләнеүен билдәләй. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа донъя эшҡыуарҙары Башҡорт­останға инвестицияны әүҙем индерә башланы. Әле Ҡытай белгестәре менән берлектәге тиҫтәнән ашыу проект тормошҡа ашырыла. Улар ҡорос прокатлау заводын төҙөүгә, Ишембайҙа ауыр быраулау ҡулайламалары етештереүҙе яйға һалыуға, яңы теплицалар һәм бойҙайҙы тулы эшкәртеү комплексын асыуға ҡағыла. Нефтекама автозаводы нигеҙендә Көньяҡ Африкалағы Bell компанияһы үҙбушатҡыстар етештерә­сәк. Авиатөҙөлөш өлкәһенә килгәндә, Рәсәйҙең стратегик партнеры – Һиндостан. Өфө мотор эшләүселәре реактив самолеттар өсөн двигателдәр етештерһә, Күмертау граждандар авиацияһы вертолеттар менән тәьмин итә. Ҡаҙағстандың нефть һәм газ секторы ла беҙҙең менән әүҙем эшләргә теләй. Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстанды аҙыҡ-түлек, йәшелсә, еләк-емеш менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәш итеп күрәбеҙ.
Республиканың уңышлы хеҙмәттәш­леге машиналар менән генә сикләнмәй – сит илдәрҙә фәнни идеяларға ла, сәнәғәти эшләнмәләргә лә ихтыяж бар. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандағы өс ҙур нефть заводында өр-яңы Рәсәй технологиялары индерелде. Был йәһәттән Башҡортостан ғалимдарының да тос өлөшөн бил­дәләргә кәрәктер.
Ғөмүмән, республиканы танытыу брендтарыбыҙға яңынан-яңы баҙарҙарҙы яулау мөмкинлеген бирәсәк. Әле Ҡытай һәм Һиндостан партнерҙары менән килешеү төҙөлдө. Ошо илдәрҙә йәшәгән һәр кеше 100-әр грамм ғына бал һатып алған хәлдә, республикабыҙ умартасылары кәмендә 250 миллион тонна татлы ризыҡ оҙатыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ түгелме ни?
“Саммиттар – үҙмаҡсат түгел, ә артабанғы үҫеш сараһы”, – тигәйне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең бер интервьюһында. Бөгөн иһә ана шул үҫешкә юл асылды ла инде. Хәҙер мөмкинлекте ҡулдан ысҡын­дырмай, “эҫе” мәлендә инвесторҙар менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә, оҙайлы контракттар, төрлө тармаҡтарҙа килешеүҙәр төҙөргә генә кәрәк.


“Еңеүгә бергәләп өлгәштек”

Мәртәбәле сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ШОС һәм БРИКС саммиттары эше йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы менән тамамланды. Унда 500-ҙән ашыу электрон һәм баҫма, телевидение һәм радио, халыҡ-ара агентлыҡ һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Ил етәк­сеһе тәү сиратта Башҡортостан Хөкүмәтенә, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе, саммиттарҙы сифат йәһәтенән яңы кимәлдәге һәм яңы юҫыҡтағы үҫешкә нигеҙ һалған стратегик проект булараҡ баһаланы.
— Сираттағы БРИКС һәм ШОС саммиттары һөҙөмтәле осрашыуҙар, мөһим килешеүҙәр, етди ҡарарҙар менән генә түгел, ойоштороу йәһәтенән дә юғары кимәлдә булыуы менән тарихта ҡалды. Ҡунаҡсыллығығыҙ, халыҡ-ара форумда ҡатнашыусыларға уңайлы шарттар тыуҙырырға бар көсөгөҙҙө һалғанығыҙ өсөн рәхмәт, — тине ил етәксеһе.
Әйткәндәй, саммиттарҙы төрлө тараф­тарҙан килгән меңләгән журналист яҡ­тыртты. Уларҙы эш даирәһе генә түгел, мәҙәни өлкә лә ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡунаҡ­тар­ҙа Башҡортостан хаҡында яҡты тәьҫораттар ҡалһын өсөн саммиттар майҙансығында (Конгресс-холл янында) “этноауыл” төҙөлдө, оҫталар күргәҙмәһе, мәҙәниәт, иҡтисад, фән, респуб­ли­кабыҙ­ҙың тәбиғәт байлыҡтарына арнал­ған экспозициялар ойошторолдо. Уларға күс­тә­нәскә бөтөн донъяға билдәле башҡорт балы ла әҙерләнгән ине.
Иң мөһиме — барыһы ла саммит­тарҙан ҡәнәғәт ҡалды. Рәхмәт әйттеләр, тағы килергә теләүҙәрен белдерҙеләр. Әл­биттә, тәнҡит тә булманы түгел, булды. Әйтәйек, Мәскәү блогерына иҫке йорт­тарҙы ҡаплап ҡуйған баннерҙар оҡша­маған, Бразилия журналисы урамда инглиз телендә һөйләшкән кешене осратмаған. Ҡайһы берәүҙәр иһә бөтөнләй төймәнән дөйә яһап, интернет селтәрен имеш-мимеш менән тулты­рырға ла күп һорап торманы. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡунаҡтар баш ҡала­быҙҙан ҡәнәғәт ҡалды. Айырыуса йәшеллеккә, ҡунаҡсыллыҡҡа иҫтәре китте.
— Был еңеүгә беҙ бергәләп өлгәштек. Башҡортостан халҡына, етәкселеккә, ирекмәндәргә, журналистарға рәхмәт, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәми­тов ошо көндәрҙә үткәрелгән матбуғат конференцияһында. Төбәк етәксеһе ҡунаҡтарҙың ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә эйә булған, өр-яңы идеялар, тәҡдимдәр һәм инвестициялар йәһәтенән бар донъяға асыҡ төбәк менән танышыуын, беҙҙең өсөн саммиттарҙың тәү нәүбәттә һөҙөм­тәһе тиҫтәләрсә йыл менән баһаланасаҡ стратегик проект булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Рөстәм Хәмитовтың яуаплы дәүләт вазифаһын биләүенә биш йыл тула. Ул Өфөлә Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыуҙы ошо йылдарҙағы төп ҡаҙаныш тип атаны. Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, ул үҙ ваҡытында саммиттарҙы Өфөлә үткә­рергә тәҡдим иткән. Федераль кимәлдәге чиновниктарҙың күбеһе быға ҡаршы булһа ла, Рәсәй Президенты Владимир Путин ышаныс белдергән. Бөгөн иһә оло ғорурлыҡ менән был ышанысты лайыҡлы аҡланыҡ тип әйтә алабыҙ.

Яңы үҫешкә юл асыҡ

ШОС һәм БРИКС саммиттары юғары кимәлдә үтте. Башҡортостанға ун биш дәүләт башлығының килеүе генә лә күпте һөйләй. Хәтерегеҙҙә булһа, бынан бер нисә йыл элек республика Башлығы Рөстәм Хәмитов: “Өфөнө бар донъя таныясаҡ әле”, — тигәйне. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, күп сит ил журналистары бындай ҡала тураһында хәбәрҙар булыу түгел, уның географик картала барлығы хаҡында ла белмәгән. Әммә был өс көн баш ҡалабыҙҙың исемен, ысын мәғәнәһендә, бар донъяға яңғыратты. “Башҡа берәй осраҡта ШОС һәм БРИКС илдәре кимәлендә генә түгел, ғөмүмән, донъя күләмендә баш ҡала­быҙға бындай ҙа пиар-кампания ойоштора алмаҫ инек. Төбәк яңы үҫешкә мөмкинлек алды”, — тине республика етәксеһе. Хәҙер бер генә теләк — саммиттарҙың осҡононан беҙҙең усаҡ ҡабынһын!



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә