Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Именлек. Үҫеш. Киләсәк
Башҡортостандың баш ҡалаһы мөһим халыҡ-ара осрашыуҙы ҡабул итте
“Көткәнгә көн оҙаҡ”, — тиһәләр ҙә, йөрәкһеп тә, бер аҙ хафаланып та, үҙебеҙ ҙә аңлап еткермәгән нәмәләргә өмөтләнеп тә көтөп алған ваҡиға, ай күрҙе, ҡояш алды тигәндәй, үтеп тә китте. Байтаҡ дәүләт лидерҙарының Өфөләге һөйләшеүҙәре ниндәй һө­ҙөм­тәләргә килтереү ихтималы тура­һын­да һүҙ, әлбиттә, гәзит сәхифә­ләрендә түгел, юғары кабинеттарҙа, ҡыҙыулыҡ һүрелә төшкәс, булыр. Әлегә иһә беҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр, баш ҡалабыҙҙың бер нисә көнгә донъя сәйәсәтенең телгә алырлыҡ үҙәгенә әүерелеүе айҡанлы ғорур­ланып йө­рөй­бөҙ. Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойош­маһы менән Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһын (БРИКС) берләш­тергән илдәр төркөмө етәкселәре һәр даим бер урында һәм бер мәлдә осрашмай. Был йәһәттән Өфөләге йыйын бүтәндәгеләренән айырылып тор­ҙо. Йәнә лә шуныһы: әлеге ойош­маға етәкселек уның ағзалары ара­һында күсеп йөрөй. БРИКС-та быйыл рәйеслек Рәсәй ҡулында, һәм шуға күрә илебеҙ етәкселегенең ошо фак­торҙы файҙаланып ҡалырға ынтылыуы тәбиғи.
Донъяның төрлө тарафтарынан йыйылған ҡунаҡ­тар хәҙер инде тыуған илдәрендәлер. Өфө лә, аҡрынлап, ғәҙәти тормошона ҡайтыр. Байтаҡ ваҡыт республикабыҙ етәкселәре, баш ҡала хакимиәте, тиҫтәләрсә ойошмалар мәртәбәле осрашыуҙарҙы йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ итеп әҙерләү өсөн һәммәһен дә эшләргә тырышты. Бындай ҡоласлы саралар Өфө, ғөмүмән Башҡортостан өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә яңылыҡ һәм һынау булһа ла, тотош Рәсәйҙең был йәһәттән тәжрибәһе бай ғына. “Оло егерме” осрашыуын йәки Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының 2002 йылдың июнендә Санкт-Петербургта, тағы бер йылдан Мәскәүҙә, 2009 йылдың июнендә Екатеринбургта (унда БРИКС дәүләттәре лә ҡатнашты) үткән осрашыуҙар быға миҫал була ала. Ике ойошмаға инеүсе, ағзалыҡҡа өмөт итеүсе, күҙәтеүсе һәм фе­кер алышыуҙа ҡатнашыусы дәүләттәрҙең күпсе­легенең йылы яҡтарҙан булыуын иҫәпкә алып­тырмы, йыйындар башлыса йәй айҙарында үтә. Рәсәйҙең Өфөлә ойошторолған әлеге сараны үткәрә алыуына Көнбайыш матбуғатында күренеп-ишетелеп ҡалған шик-шөбһәләргә яуап итеп, РФА-ның иҡтисад институтының Азиялағы Рәсәй стра­тегияһы үҙәге мөдире Георгий Толорая: “Өфө, әлбиттә, бының ише йыйындарҙы ҡабул иткәне юҡ, әммә башҡорттар тырыша, тик тәбиғәт кенә ҡамасаулай күрмәһен”, — тигәйне.
Ғалимдың тәбиғәт мәсьәләһендә хафаланыуы нигеҙһеҙ түгел, сөнки быйылғы яҙ-йәй халыҡтың “ҡыҙҙың ҡылығы ҡырҡ булыр” тигән һүҙен раҫла­ғандай килде. Ҡунаҡтарҙы ни ҡәҙәр генә ихласлап ҡаршылаһаң да, әсе ел юлына шаршау ҡорор, ҡапыл һыуып киткән көндө йылмайыу менән йылытыр әмәлдәре булмай шул.
Ошо көндәрҙә урамда таныш-тоноштарҙың бер-береһен байрам менән ҡотлашҡанын ишетергә тура килде. Ҡоласлы, әммә башкөллө эш тура­һын­да фекер алышыу өсөн ойош­торолған осрашыуға байрам кәйефен ташҡындырып биреүгә республика телевидениеһы ла, власть та тырыш­лыҡты йәллә­мәне инде. Эйфорияны һүрелтеберәк уйлағанда, ШХО ла, БРИКС та, статусы һәм тәғәйенләнеше буйынса, тантаналар һәм бер-береңә комплименттар еткереү өсөн генә ҡулай түгел. Үтә хәүефле, тыныс­һыҙлыҡ, конкуренция, низағ көсәйә барыусы донъяла дәүләт лидерҙары һөйләшеүҙәр барышында һәм ҡабул ителгән документтарҙа әҙәп­лелек, зарури дипломатик ҡағиҙәләрен һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта һәр ил башлығы, делегацияның һәр ағзаһы үҙ дәүлә­тенең, үҙ милли иҡтисадының мәнфә­ғәттәре тураһында уйлай. Был да ғәҙәти хәл. Лестер Пирсон атлы дипломат һәм сәйәсмән: “Бүтән кешеләрҙән дипломатты “юҡ” тигәнде “эйе” тип ишетерлек итеп әйтә белеү айыра”, — тигән.
Уҙған аҙнала Өфөлә беҙ телевидение аша бер ни ҡәҙәр шаһит булған осрашыуҙар Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы һәм БРИКС берләшмә­һенең быйылғы планлаштырылған кәңәш-төңәш­тәренең йомғаҡлау сараһы тип ҡабул ителә.
Әгәр Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың бер тиҫтә ил башлыҡтары менән күҙмә-күҙ ултырып һөйләшеүен иҫәпләмәгәндә, 8 – 10 июлдәге пленар саралар протокол рәүешен алды. Шуға күрә Өфөләге осрашыуҙарҙың иң мөһим өлөшө Путиндың ике яҡлы әңгәмәләренә ҡайтып ҡалалыр. Йәнә лә шуны оноторға ярамай. Өфөләге йыйында көн тәртибенә инәсәк иң мөһим мәсьә­ләләр алдан, Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форумда, Мәскәү­ҙә, Ҡазанда тармаҡ кәңәшмәләрендә ҡаралды, нарыҡланды, раҫлауға әҙер­ләнде. Әйткәндәй, Башҡортостандың баш ҡалаһында иғлан ителгән йом­ғаҡлау деклара­цияһына етмешкә яҡын пункт индерелгән. Әммә мәғәнә – шыма телле документ ҡабул итеүҙә түгел, ә уны бойомға ашырыуҙа. Халыҡтың: “Яҙған — яҙыҡ, әйткән китек булмаһын”, — тигән теләге шунан килә.
ШХО ла, БРИКС та — халыҡ-ара ойошмалар, улар эшмәкәрлегендә бер-береһен ҡабат­ламаймы икән? Был — тәбиғи һорау, сөнки, ябай кеше ҡарашынса, ике ойошма мисәүләп егелгән аттар һымаҡ. Ләкин, мәсьә­ләнең асылына тәрәнәйә төшһәң, улар иңенә бурыстарҙың төрлөһөнөң ятыуын күрәһең. БРИКС — ҡоласлыраҡ, күп яҡлыраҡ берекмә. Тәүге сиратта ул иҡтисади хеҙмәттәш­лекте көйләү менән мәшғүл. ШХО — функциональ йәһәттән сикләнмәгән структура, ләкин унда ла төп йүнәлештәрҙе күрергә мөмкин. Улар — хәүефһеҙ­лек, сәйә­сәт, иҡтисад, гуманитар мәсьәләләр.
Күп кенә күҙәтеүселәр ШХО-ның да, БРИКС-тың да яңы дәүләт-ағзалар иҫәбенә киңәйеү ихтималына ҙур иғти­бар бүлә. Был еңел һәм тиҙ хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Берен­сенән, ШХО-лағы бөгөнгө барған процестар ойошманың устав доку­мент­тары — 2002 йылғы Хартияла, яҡшы күрше­лек, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тура­һында 2007 йылда имзаланған договорҙа, стратегияның төп йүнә­леш­тәрен билдәләгән программала сағы­лыш табамы? Ойошма, мәҫәлән, ун йылдан ниндәйерәк буласаҡ? Сәйәсәт өҫтөнлөк итәсәкме, әллә иҡтисадмы? Теге йәки был дәүләткә ШХО-ға, БРИКС-ҡа күҙ йомоп ынтылыу кәрәк­ме? Мәҫәлән, Монголия йә Төрк­мән­стан ШХО-ға инеүгә бөгөн үк ғариза бирер ине лә, әммә улар өсөн күҙәтеүсе йә саҡырылған статусында йөрөү отошлораҡ, сөнки халыҡ-ара мөнә­сәбәттәрҙә күп йүнәлештәрҙе то­тоу хәйерле. Ике ойошмаға ла ағза­лыҡҡа инеү өсөн ҡайһы бер дәү­ләт­тәргә территория йәһәтенән көйләнмәгән бәхәстәр ҙә ҡамасаулай. Һиндостан менән Ҡытай, Һиндостан менән Пакистан араһындағы мөнәсә­бәттәр быға миҫал була ала. Хәйер, Һиндостанды ағзалыҡҡа ҡабул итеү процедураһы башланды. Ирандың әлеге ойошмаларға яҡы­найыуына ғәмәлдән сығарылмаған санкциялар ҡамасаулай.
Донъялағы хәлдәрҙең бик хәүефле булыуын иҫтә тотоп, Өфөләге осра­шыуҙарҙа сәйәси, иҡтисади хеҙмәт­тәш­лекте нығытыу зарурлығы менән генә сикләнмәгәндәрҙер. БРИКС аб­бре­виатураһы – инглиз телендәге bricks — “кирбестәр” тигән һүҙгә оҡшаш. Ысындан да, бина кирбескә кирбес өҫтәлеп төҙөлә бит. Өҫтәүенә “брикс” инглиз жаргонында “һәйбәт егеттәр” мәғәнәһендә лә йөрөй. Донъя иҡтисадының киләсәктә ниндәй илдәргә таянып үҫәсәгенә ишараны ла һиҙемләргә була.
БРИКС дәүләттәре тураһында һүҙ алып бар­ғанда, уның алдағы көндәре ышаныслы ла һымаҡ. Ҡытай — донъя­лағы иң беренсе фабрика, Рәсәйҙә тәбиғәт байлыҡтары күп, Һиндостанда осһоҙло интеллектуаль кадрҙар, Көньяҡ Африка Республи­каһы алтын табыу буйынса алдынғы. Эксперттар бер нисә тиҫтә йылдан милли иҡти­садтарҙың үҫеш темптары йәһәтенән лидерҙарҙың алмашынасағын фаразлай. Әгәр хәҙер, эске тулайым продукт буйынса, тәүге бишәү эсенә БРИКС-тың ике ағзаһы — Ҡытай менән Һин­дос­тан — инһә, аналитиктар фе­ке­ренсә, 2050 йылға унда Рәсәй менән Бразилия ла ярып инәсәк. Ә Ҡытай иһә АҠШ-ты күпкә артта ҡалдырасаҡ. Өҫтәүенә Японияның премьер-министры Синдзо Абэ G7-нең алдағы йылдың май аҙағында ошонда үтәсәк осрашыуында Рәсәйҙе G8-гә ҡайтарырға тырышасағы тураһында белдерҙе.
Ҡыҫҡаһы, фекер алышыу, бәхәстәр, көрәш бер көнгә лә туҡталмай. Дәү­ләттәр менән дәүләттәр, Көнсығыш менән Көнбайыш, Рәсәй менән Көнба­йыш араһындағы мөнәсәбәттәрҙең динамикаһына күҙ эйәрмәй. ШХО, БРИКС берекмәләренә инеүсе дәүләт­тәр бер-береһе менән конкуренция көрәшенә йәлеп ителә, һәм был ҡәр­ҙәшлекте алыҫайта. Ҡы­тайҙың иҡти­сади экспансияһы Бразилияны ла, Һин­достанды ла, Африка ҡитғаһы илдәрен дә тыныс­һыҙландыра. “Ис­лам дәүләтенең” Афған­станда нығы­ныуы Үҙәк Азия дәүләттәрен дә, Рәсәйҙе лә хафаландырырға тейеш. Француз әҙибе Франсуа де Ларошфуко әйтмешләй, ғәмәлдә нимә теләүебеҙҙе беҙ ахырғаса һирәк аңлайбыҙ инде ул.
...Шаулап, аэропорттан — ҡалаға, ҡаланан аэ­ропортҡа кортеждар үтеп бөттө. Оло ҡунаҡтар килде лә ҡайтып китте. Ҡәләмгирҙәр Өфөнән алған тәьҫораттарын ҡағыҙға төшөрөп бөт­кәндер. Уттар һүнде. Йырҙар тынып торҙо. Осоп сығыусы самолеттарға ҡарап, “башҡа торһаҡ та, бергә йәшә­йек”, тип теләп ҡалдыҡ. Ил баштары ваҡытын тиктәҫкә сарыф итмәгәндер әле, именлек, үҫеш, киләсәк юлын билдәләгәндер. Шуға ышанайыҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 296

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 264

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 335

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 353

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 262

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 344

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 252

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 260

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 328

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 240

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 122

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 218