Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тарих тәгәрмәсе кирегә әйләнмәй
Тарих тәгәрмәсе  кирегә әйләнмәй Ереванда Владимир Путиндың Әрмәнстан, Франция президенттары Серж Саргсян һәм Франсуа Олланд менән осрашыуы, Ҡаҙағстанда президент һайлау булыуы, Иранға зенит-ракета ҡоралдары һатыуға рөхсәт бирелеүе кеүек ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.


Илебеҙ өсөн
икеһе лә яҡын


Рәсәй Президенты Владимир Путин Ереванда Ғосман империяһы төрөктәренең әрмән халҡына ҡарата геноцид ҡылыуының 100 йыллығына бағышланған матәм сараһында ҡатнашты. Унда шулай уҡ башҡа илдәрҙең етәкселәре, вәкилдәре килде. Билдәле булыуынса, Әрмәнстан – Рәсәйҙең Кавказ төбәгендәге ышаныслы союздашы. Шуға ла был сараға Владимир Путин үҙе барҙы. Уның Әрмәнстан президенты Серж Саргсян менән осрашыуы барышында ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Матәм сараһында иһә Владимир Путин 1915 йылда төрөктәрҙең әрмән халҡына ҡарата ҡылынған енәйәтен геноцидҡа тиңләне. Был белдереүҙе Төркиәлә тәнҡит аша ҡабул иттеләр. Ә Рәсәй был илдәрҙең икеһе менән дә берҙәй дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу яҡлы. Төркиәнең Сит ил эштәре министрлығы вәкиле: “Рәсәйҙең үҙенең тарихында 1915 йылғы ваҡиғаларға оҡшаш һыҙаттарҙы күпләп табырға мөмкин. Ни өсөн улар геноцидҡа тиң­ләнмәй? Беҙҙең тарихҡа ҡыҫылғансы, үҙегеҙҙекен йәнә барлап сығығыҙ”, – тип белдерҙе. Эйе, уларҙың был ҡылығын аңларға була, ләкин тарихты ғына киренән яҙыу мөмкин түгел шул. Хәйер, Украинала бындай эш башланып тора. Мәҫәлән, президент Петр Порошенко “Бөйөк Ватан һуғышы” тигәндә “Бөйөк” һүҙен ҡулланыуҙы тыйҙы. Ғөмүмән, совет һалдаттарының батырлыҡтары бөгөнгө Украина тарафынан инҡар ителә. Улай ғына ла түгел, закон тарафынан тыйыла һәм эҙәрлекләнә. Тарихты боҙоп күрһәтеү яҡшыға алып килмәйәсәк – быға бер тапҡыр инандыҡ инде. СССР заманында тарих дәреслек­тәренән Украина бандерасыларының ҡанһыҙлығы, Гитлерға теләктәш булыуы ни сәбәптәндер төшөрөп ҡалдырыл­ғайны бит. Ысынбарлыҡты дөрөҫ итеп еткергән, башҡаларға һабаҡ булыр тип уҡытҡан осраҡта бандерасыларҙың бөгөнгө йәш быуыны үҫеп сыҡмаған да булыр ине.
Рәсәйҙең Төркиә менән мөнәсәбәт­тәренә килгәндә, уныһы ла яйланыр тип көтөлә. Ә бына Францияға, Европа союзының башҡа илдәренә тиҙ арала яҡы­на­йыуыбыҙ икеле. Дөрөҫ, Владимир Путин менән осра­шыуы барышында Франсуа Олланд Минск ки­лешеүе талаптарын үтәү өсөн ике яҡтан да мөмкинлек һәм быға ынтылыш барлығын белдерһә лә, ысын­барлыҡта хәл ҡатмарлыраҡ. ЕС илдәре һаман да Рәсәйҙе Украинаның көнсығышындағы хәл-ваҡи­ғаларҙа ғәйепләй. Үткән аҙнала уларҙың санкцияларына Норвегия ла ҡушылды. Улар билдәле йырсы, Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзонға һәм оборона министры Сергей Шойгуның ике урынбаҫарына иленә инеүҙе тыйҙы.
Тик бының менән генә Украинаның көнсығышындағы хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәреп китһә ине лә бит, юҡ шул. Киреһенсә, яңынан ҡуйыра башланы. Мәҫәлән, Киевтың үҙендә шахтерҙар, эш хаҡы түләмәүгә ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты.

Назарбаев –
йәнә президент


26 апрелдә Ҡаҙағстанда президент һайлау булды. Ғәмәлдәге ил етәксеһе Нурсолтан Назарбаев был вазифаға инде бишенсе тапҡыр дәғүә итте һәм йәнә еңеп сыҡты. Был һайлауҙа уның ике дәғүәсеһе – илдең коммунистар партияһы етәксеһе һәм профсоюздар берләшмәһе етәксеһе – ҡатнашты. Назарбаев 97 процент тауыш йыйыуға өлгәште.
Билдәле булыуынса, ул илгә 20 йылдан ашыу етәкселек итә һәм Ҡаҙағстанды яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Бөгөн был дәүләт иҡтисади йәһәттән БДБ илдәре араһында алдынғы урынды биләй. Йән башына иҫәпләгәндә, тулайым продукт етештереү күләме буйынса ла алғы сафта бара. Был – һис шикһеҙ, Нурсолтан Назарбаевтың аҡыллы сәйәсәте һөҙөмтәһе.
Ҡаҙағстан – Урта Азияла илебеҙҙең төп таянысы, терәге. Таможня һәм Евразия союзы ағзаһы булараҡ та Рәсәй менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Шуға ла һайлауҙа Назарбаевтың еңеп сығыуы илебеҙ өсөн дә тик файҙаға ғына. Шуныһын да билдәләмәү мөмкин түгел: һуңғы йылдарҙа Ҡаҙағстанда иҡтисад йылдам үҫешә. Назарбаевтың рефор­маларҙы тәүәккәл уҙғарыуы үҙ һөҙөм­тәһен бирмәй ҡалмай.

Ҡыйыу аҙым

Владимир Путин Иранға “С-300” зенит-ракета ҡоролмаһын һатыуға рөхсәт биргән Указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй был ил менән электән сауҙала ҡоралға бәйле хеҙмәттәшлек итә. Тик 2010 йылда Европа илдәре һәм АҠШ, Ирандың уран байытыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, Тәһранға ҡарата санкция иғлан итте. Улар менән тәмһеҙләшмәҫ өсөн Дмитрий Медведев Иранға “С-300” зенит-ракета системаһын һатыуҙы тыйҙы. Ә контракт 2007 йылда уҡ төҙөлгәйне, уның дөйөм хаҡы 800 миллион доллар ине. Ирандың ул саҡтағы президенты Мәхмүд Әхмәдинежад килешеүҙе боҙған өсөн Рәсәйҙе халыҡ-ара судҡа бирергә лә йөрөнө, аҡса талап итте. Тик сит илдәрҙең Иранға ҡыҫымы һөҙөмтәһендә был ваҡиғалар шулай онотолоп ҡалды.
Әле, ниһайәт, Путин Иран дәүләтенең элекке өмөтөн тергеҙҙе. Сер түгел, улар Рәсәйҙең хәрби ҡоралына мохтаж. Ираҡ, Сүриә, Ливия, Йәмән кеүек илдәрҙәге сыуалыштар, әленән-әле булып торған ҡораллы бәрелештәр Иранды ҡоралланыуға этәрә лә инде. Әле уға ҡарата иғлан ителгән санкциялар тулыһынса бөтөрөлмәгән, был йәһәттән һөйләшеүҙәр алып барыла. Кисә Вашингтонда АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри Ирандың сит ил эштәре министры Джауат Зариф менән осрашты. Унда уран байытыу мәсьәләһе тикшерелде. Ошондай шарттарҙа Путиндың Иранға ҡорал һатырға рөхсәт биреүе – бик ҡыйыу аҙым.





Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә