Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бер аҙым алға, ике аҙым артҡамы?
Брюссель ҡалаһында Европа cоюзы илдәре етәкселәренең ике көнлөк ултырышы булыуы, Женевала Кавказ аръяғы мәсьәләһе буйынса һөйләшеү, Молдованың Ғағауыз автономияһында һайлау уҙыуы үткән аҙнаның мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Лондон “һалҡын һуғыш”
йылдарына ҡайта


Европа союзы илдәре етәкселәренең Брюссель ҡала­һында уҙған ике көнлөк саммитында эске һәм тышҡы сәйәсәт, Берҙәм энергетика союзын булдырыу, Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар мәсьәләләре ҡаралды. 27 ил етәксеһе ҡатнашҡан ултырышта был сикләүҙәрҙе йыл аҙағынаса ғәмәлдә ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡа­бул ителде. Хәйер, илебеҙҙә санкцияларҙың бөтәсәге­нә өмөт тә итмәгәйнеләр.
Билдәле булыуынса, ЕС тарафынан Рәсәйгә ҡарата бындай сикләүҙәр былтыр март, июнь, июль һәм сентябрь айҙарында индерелде. Минск килешеүе теүәл үтәлмәгән осраҡта уның оҙайтылыуы ихтимал. Был ҡалала быйыл 12 февралдә ҡабул ителгән килешеү (уға Франция, Германия, Рәсәй, Украина етәкселәре ҡул ҡуйҙы) бөгөнгө көндә үтәлә тип әйтеп булмай. Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә тыныслыҡ ныҡлап урынлашмаған әле. Етмәһә, уҙған аҙнала Украина Юғары Радаһы ошо ике өлкәнең статусына ҡағылышлы яңы закон ҡабул итте. Был ҡанун үҙе үк Минск килешеүен тупаҫ боҙоу булып тора, сөнки унда Донбасс һәм Луганск “ваҡытлыса көс менән баҫып алынған” тип күрһәтелгән. Был иһә Киевтың “баҫып алынған” биләмәләрҙе көс ҡулланып ҡайтарып алырға ниәтләүенә ишаралай. Унан килеп, был закон Донбасс һәм Луганск халыҡ республикалары менән килешеп тормайынса ғына ҡабул ителгән. Украина президенты Петр Порошенконың был ҡылығы бөтөнләй аптырашта ҡалдыра. Ошондай закон ҡабул итер булғас, Минск килешеүе ни өсөн кәрәк булды икән? Был бит бер аҙым алға баҫып, ике аҙым артҡа сигенеүгә бәрәбәр.
Әлегә ЕС был законға күҙ йомоп ҡарай. Эйе, уларҙың – үҙ ҡайғыһы. Маҡсаттары – Рәсәй газынан бойондо­роҡһоҙ булып, илебеҙгә ҡарата ҡыҫымды көсәйтеү. Брюсселдәге ултырышта Европа Советы рәйесе Дональд Туск ошо хаҡта асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Был әфәнде Польша премьер-министры вазифаһында сағында уҡ илебеҙгә ҡарата аяуһыҙ сәйәсәте менән айырылып тора ине. Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон иһә уны ла уҙҙырып ебәрҙе – “Рәсәй йоғонтоһонда” булған илдәрҙә демократия принциптарын үҫтереү буйынса фонд булдырасағын белдерҙе. Йәғни йылына 20 миллион фунт (1 фунт 88 – 90 һумға торошло) Украина, Молдова, Грузия, Сербия, Босния һәм Герцеговина илдәренә “демократияны үҫтереү” өсөн ебәреләсәк.
Бөйөк Британияның бындай алым менән элек тә эш иткәне булды. Мәҫәлән, элекке премьер-министр Маргарет Тэтчер 1989 йылда Көнсығыш блок илдәренә ярҙам фонды булдырған. Ул саҡта был аҡса СССР йоғонто­һонда булған Польша, Венгрия һәм Чехославакияға йүнәлтелгән. Бөгөн иһә был илдәрҙең кем йоғонтоһонда икәнлеген асыҡ күрәбеҙ. Бөйөк Британия бының менән генә туҡталып ҡалмаясаҡ. Улар “Көнсығыш партнер” проекты буйынса Әрмәнстан, Азербайжан, Грузия, Молдова һәм Белоруссияны ла үҙ яғына тулыһынса ауҙармаҡсы.
Америка ла ошо йүнәлештә эшләй. Былтыр декабрҙә генә АҠШ Конгресы “Украина азатлығына ярҙам тураһында акт” ҡабул итте. Бында электән “Америка тауышы” һәм “Азатлыҡ” радиолары эшләп килә һәм улар радиоэфир аша пропаганданы көсәйтергә иҫәп тота. Шул маҡсатта уҙған аҙнала элекке СССР илдәрендә урыҫ телле үҙ баҫмаларын, телевидение каналдарын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттеләр. Бөйөк Британия 20 миллион фунт аҡсаны “демократияны үҫтереү” өсөн йүнәлткәнсе, АҠШ менән берлектә “азатлыҡ” урынлаштырырға ынтылып та уңыш­һыҙлыҡҡа осраған Ливия, Сүриә, Ираҡ, Йәмән кеүек илдәргә ярҙам ебәрһә, һәйбәтерәк булыр ине. Күренеүенсә, Лондон “һалҡын һуғыш” йылдарындағы сәйәсәтенә әйләнеп ҡайта.

Көньяҡ Осетия менән
бәйләнеш нығый


Женева ҡалаһында Рәсәй, Грузия, Абхазия һәм Көнь­яҡ Осетия вәкилдәре ҡатнашлығында халыҡ-ара хәүеф­һеҙлек йәһәтенән һөйләшеү уҙҙы. Уның эшендә күҙәтеүсе ролендә ЕС, БМО һәм ОБСЕ вәкилдәре лә ҡатнашты. Һөйләшеү барышында Мәскәү менән Цхинвал араһында “Союздаш һәм интеграция тураһында”ғы яңы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Грузияның сит ил эштәре министры быны “маҡсатлы провокация” тип атаны. Билдәле булыуынса, 2008 йылдағы ыҙғыштан һуң Абхазия менән Көньяҡ Осетия, Грузия составынан сығып, үҙаллылыҡ иғлан итте. Рәсәй быны рәсми рәүештә таныны. Шул ваҡыттан алып илебеҙ ошо ике бәләкәй республикаға һәр яҡлап ярҙам итеп килә. Әлбиттә, Грузия әлеге хәл менән килешә алмай, яйы сыҡҡан һайын Рәсәйгә баҫым яһарға тырыша. Ул был республикаларҙы һаман да үҙенең автономиялы өлкәһе тип һанай. Ә бит әлеге илдәр үҙ президенттарын һайлап, парламенттарын булдырып, үҙаллы закон сығарып йәшәп ята. Уларҙы яңынан Грузияға ҡушыу – мөм­кин булмаған эш. Хәлде хәрби көс ҡулланып төҙә­терҙәр ине, Рәсәй юл ҡуймаясаҡ. Тимәк, килешмәйенсә сара юҡ.
Дөрөҫ, Грузияның НАТО менән бәйләнеше ныҡлы. Хеҙмәттәше кеүек үк, ул да Афғанстанға үҙ ғәскәрен индерәсәген белдерҙе. Грузия парламенты быға ризалыҡ бирҙе лә инде. Бына шулай, күп илдәр Афғанстандағы һуғыштан ялҡып, бынан китеү яғын ҡараһа, Грузия үҙе үк һуғыш көҫәй кеүек. Шуға ла Цхинвалдың Рәсәй менән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөүен аңларға була.

Ғағауыз власында –
ҡатын-ҡыҙ


22 мартта Молдованың Ғағауыз автономиялы өлкә­һендә һайлауҙар булды. Сараға әҙерлек кампанияһы бик сетерекле һәм көсөргәнешле шарттарҙа барҙы. Юғары вазифаға ун кандидат дәғүә итте. Араларынан Молдова парламенты депутаты илебеҙгә ыңғай ҡарашта булған Ирина Влах иғтибар үҙәгенән төшмәне. Рәсәй етәкселеге тарафынан был кандидатты яҡлау өсөн Молдоваға Дәүләт Думаһы депутаттары, юғары вазифалы етәкселәр, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителде. Әлбиттә, урындағыларға был оҡшаманы. Хатта президент Николай Тимофти рәсәйҙәргә үҙ иленә инеүҙе тыйып та маташты.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Ирина Влах – илдең Социалистар партияһы ағзаһы. Ә улар былтыр ноябрҙә үткән парламент һайлауҙарында иң күп мандат (101-ҙең 25-ен) алыуға өлгәшкәйне. Социалистар партияһы Молдованы ЕС-ҡа түгел, ә Таможня союзына ағзалыҡҡа ҡабул итеү йәһәтенән эш алып бара. Шуға ла бөгөнгө Молдова етәкселеге Ғағауыз власына Ирина Влахтың килеүен теләмәй. Ә был ханым, тәүге турҙа уҡ 53 проценттан ашыу тауыш йыйып, еңеү яуланы. Ул – Ғағауыз автономияһы власында тәүге ҡатын-ҡыҙ.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды 13.03.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды...

Тотош уҡырға 2

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде 13.03.2026 // Сәйәсәт

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ......

Тотош уҡырға 2

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк 12.03.2026 // Сәйәсәт

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше ......

Тотош уҡырға 2

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде 11.03.2026 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп Илдар ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла 11.03.2026 // Сәйәсәт

12 мартты Башҡортостандың Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан итергә тигән ......

Тотош уҡырға 2

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы 10.03.2026 // Сәйәсәт

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде 10.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде 04.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе 24.02.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе 24.02.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә 24 февралдә махсус ......

Тотош уҡырға 4

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды 24.02.2026 // Сәйәсәт

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә