Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Йәнә Рәсәй “ғәйепле” икән...
Францияның баш ҡалаһы Парижда журнал редакцияһына ҡораллы һөжүм ойоштороуҙары, Украинала Берҙәмлек маршына сығыуҙары, Японияның Яҡын Көнсығышҡа ярҙам бүлеүе, хәрби бюджетын арттырыуы кеүек хәл-ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.

Изге төшөнсәгә ҡағылырға
хоҡуҡтары бармы?


Яңы йыл әллә ни шатлыҡлы ваҡиғаларҙан башланманы. Мәҫәлән, 7 ғинуарҙа Парижда сыҡҡан “Charlie Hebdo” сатирик журналы редакцияһына баштан-аяҡ ҡоралланған боевиктар баҫып инә. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе, шул иҫәптән баш мөхәррирҙе, һаҡта торған полицейскийҙы атып үлтерә. Дөйөм алғанда, 12 кеше һәләк була. Боевиктарҙы тота алмайҙар. Ике көндән һуң ғына Париждан 50 саҡрым алыҫлыҡта террорсы бер туған Шәриф менән Сәид Куашиҙар ҡулға алына. Ошо уҡ көндө Амеди Кулибали исемле боевик, бер магазинға бәреп инеп, дүрт-биш кешене аманатҡа ала һәм властан Куашиҙарҙы иреккә ебәреүҙе талап итә. Махсус операция барышында боевиктар үлтерелә, аманатҡа алынғандар ҙа һәләк була. Шулай итеп, террор һөҙөмтәһендә бер ғәйепһеҙ 17 кешенең ғүмере ҡыйыла.
Европа илдәрендә редакцияға һөжүм ойоштороуҙы һүҙ азатлығына ҡаршы сығыу тип баһаланылар. Бер яҡтан ҡарағанда, ысынлап та, шулай тиергә мөмкин. Террорсыларҙың вәхшиҙәрсә енәйәт ҡылыуын бер ни менән дә аҡлап булмай. Шул уҡ ваҡытта “Charlie Hebdo” журналының да ғәйебе ҙур. Уларға, Европалағы һүҙ азатлығына арҡаланып, изге төшөнсәләргә йоғонорға берәү ҙә хоҡуҡ бирмәгән. Мәғлүм булыуынса, был журнал, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең карикатураһын төшөрөп, Ислам динен мыҫҡыллаған. Һәр нәмәнең сиге булған кеүек, журналистикала ла аша атлап сығырға ярамаған “кәртә”ләр бар. Был юмор өлкәһендә ижад иткәндәргә лә ҡағыла. “Һүҙ ирке”, “выждан азатлығы” кеүек төшөнсәләр “нимә теләйем, шуны эшләйем” тигәнде аңлатмай бит. Шуныһы аптырата ла, ғәжәпләндерә лә: француз журналистарының мәғәнәһеҙ, тупаҫ шаяртыуын Европаның тағы бер нисә илендә күтәреп алдылар. Байтаҡ мәғлүмәт сараһы, карикатураның күсермәһен баҫып, ҙур ҡаршылыҡҡа осраны. Ярай әле Германиялағы хәл ҡорбандарға алып килмәне. Бельгияла ла ошо ваҡиғаға бәйле террорҙан саҡ ҡотолоп ҡалдылар.
Франциялағы террорҙа һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә илдең байтаҡ ҡалаһында миллионлаған кеше Берҙәмлек маршына сыҡты. Сарала Италия, Германия, Бельгия, Австрия, Бөйөк Британия дәүләттәренән, Европа союзынан етәкселәр ҡатнашты. Рәсәй исеменән сит ил эштәре министры Сергей Лавров та террорға ҡаршы сыҡҡандарға теләктәшлек күрһәтте. Тик маршта, ни сәбәптәндер, АҠШ президенты Барак Обама ла, уның ярҙамсылары ла күренмәне. Ә бит Америка ЕС-тың союздашы, дуҫы иҫәпләнә. Тоғролоҡтоң ауыр саҡта һыналғанын Европа илдәре етәкселәре аңлаһа ярай ҙа.

Ҡанһыҙлыҡҡа күҙ йомола

13 ғинуарҙа Донбасс өлкәһенә ҡараған Волновах ҡасабаһы эргәһендә автобусҡа ҡораллы һөжүм ойошторола. Һөҙөмтәлә 12 кешенең ғүмере ҡыйыла, 18-е төрлө тән йәрәхәттәре ала. Рәсми Киев быны теракт тип баһаланы һәм барлыҡ ғәйепте үҙаллылыҡ иғлан иткән Донбасс халыҡ республикаһының ополчениеһы көстәренә япһарҙы. ЕС илдәре һәм АҠШ та, Киевҡа теләктәшлек күрһәтеп, ваҡиғала Рәсәйҙең ҡатнашлығы барлығын белдерергә ашыҡты. Бер ниндәй тикшереүһеҙ ғәйеп тағырға ынтылыуҙары былтыр Малайзия самолеты менән булған ваҡиғаға ауаздаш.
Киевта уҙған Берҙәмлек маршында Петр Порошенко сығыш яһап, Волновахтағы терактта Рәсәйҙе ғәйепләне. Ополчение менән Украина ҡораллы көстәре араһында тыныслыҡ урынлаш­тырырға йыйынған мәлдә автобусҡа һөжүм ойоштороуҙың провокация икәнлеге күренеп тора. Һуғышты туҡтатыу тураһында әлегә һүҙ ҙә юҡ. Һуңғы арала, киреһенсә, ҡан ҡойош көсәйә генә бара. Ополчение вәкилдәре Украина ҡораллы көстәрен Донбасс аэропортынан бәреп сығарҙы. Ҡала һауанан һәм артиллериянан утҡа тотола. Уҙған аҙнала ғына Донбасста тыныс халыҡ араһынан биш тиҫтә самаһы кеше һәләк булған. Киевҡа ошо ҡорбандар иҫтәлегенә лә Берҙәмлек маршы ойошторорға ине, тик был хаҡта уйлап биреүсе лә юҡ. Улар өсөн барлыҡ Донбасс һәм Луганск халҡы – террорсы. Былтыр 2 майҙа Одессалағы ҡанһыҙ­лыҡҡа ла күҙ йомоп ҡаранылар бит.

Балтик буйы илебеҙгә насар уйлы

Иртәгә ЕС-тың сит ил эштәре министрҙары Украина мәсьәләһенә бәйле йыйылыш уҙғарырға тейеш. Осрашыуҙа Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкцияларҙы бер аҙ йомшартыу, йә булмаһа тағы ла ҡатыландырыу, яңыларын индереү буйынса һөйләшеү көтөлә. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: декабрь аҙағында Германияның сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу кәрәклеге хаҡында белдергәйне. Был фекерҙе Франция, Италия, Испания, Австрия, Венгрия, Чехия, Словакия, Греция кеүек илдәр яҡлап сыҡһа, Польша, Бөйөк Британия, Латвия, Литва, Эстония, киреһенсә, илебеҙгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеү кәрәклеге хаҡында һүҙ йөрөтә. Етмәһә, 1 ғинуарҙан ЕС Советына рәйеслек итеү бурысы Латвия ҡулына тапшырылды. Бығаса әлеге илдең Рәсәйгә ҡарашы көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо. Ул, ЕС Советына рәйеслек итеүенән файҙаланып, беҙгә һәр яҡлап аяҡ салырға маташасаҡ. Дөрөҫ, быны асыҡтан-асыҡ эшләмәйҙәр. 12 ғинуарҙа Рәсәйгә Латвияның сит ил эштәре министры Эдгарс Ринкевичс килгәйне. Ул Украиналағы һуғышты туҡтатыу, был дәүләткә ярҙам күрһәтеү хаҡында һүҙ алып бара. Шул уҡ ваҡытта ерҙең территориаль бөтөнлөгөн һаҡлап алып ҡалыуҙы (Ҡырымды Украина биләмәһе итеп ҡалдырыу) алғы планға ҡуя. Ошондай шарттарҙа Рәсәй етәкселегенә Латвия ғына түгел, тотош Европа союзы менән уртаҡ тел табыу бик ауырға төшөрөн күҙалларға була. ЕС илдәренең күпселеге беҙҙең менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү яғында булғанда ла, Балтик буйы “билендәге балтаһы”н ташларға йыйынмай.

Хәрби ҡеүәт арта

Японияның премьер-министры Синдзо Абэ Яҡын Көнсығыш илдәре – Мысыр, Израиль, Иордания, Ливан, Фәләстән һәм Төркиә – буйлап эш сәфәренә сыҡты. Уны Хөкүмәт ағзалары, абруйлы эшҡыуарҙар, дөйөм алғанда, барлығы йөҙләп кеше оҙата йөрөй. Синдзо Абэның был төбәккә юлланыуы юҡҡа ғына түгел – унда халыҡ-ара террор ойошмалары ныҡлы көс туплай. Шундайҙарҙың береһе “Ислам дәүләте” исеме аҫтында Ираҡта һәм Сүриәлә һуғыштар алып бара. Япония ошо көстәрҙе нығытмау яғында икәнлеген белгертә килде. Ул “Ислам дәүләте”нә ҡаршы тороу өсөн ошо тирәләге илдәргә 2,5 миллиард доллар күләмендә гуманитар ярҙам тәҡдим итәсәк, шуның 200 миллион доллары террор ойошмаһынан зыян күргәндәргә йүнәлтелергә тейеш. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Япония был төбәккә ике йыл элек кенә 2,2 миллиард доллар күләмендә ярҙам күрһәткәйне.
Билдәле булыуынса, Япония иҡтисади үҫеш буйынса АҠШ һәм Ҡытайҙан ғына ҡалыша. Уларҙың ярҙам итерлек мөмкинлеге бар, тимәк. Хәрби сығымдарын да арттыра баралар. Уҙған аҙнала Япония был йәһәттән 41,7 миллиард доллар күләмендә бюджет ҡабул итте (былтырғынан ике процентҡа күберәк). Ҡытай иһә уларҙан да арттырып ебәрҙе: Пекиндың киләһе йылға хәрби сығымдары 130 миллиард долларға баһалана (былтырғынан 12 процентҡа ашыуыраҡ). Күренеүенсә, алдынғы илдәр ҡоралланыуға аҡса йәлләмәй. Был – халыҡ-ара хәлдең ҡатмарлы килеш ҡаласағына ишара.




Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә