Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Көнгөрәләр иле көйөндөрҙө
Австралияның Брисбене ҡалаһында “Ҙур егерме” илдәре саммиты үтеүе, Америка Ҡушма Штаттары президенты Барак Обаманың Азия – Тымыҡ океан төбәгендә үҙенә мәрәй тупларға ынтылыуы уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.


“Тиҫкәре яҡтан”
иҫкән ел эҙемтәһе


“Ҙур егерме” илдәре саммиты былтыр сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үткәйне. Ул саҡта ҙур форумды тәүләп ҡабул иткән Рәсәйгә ҡарата сит ил етәкселәре, төрлө компаниялар ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булдырыу йәһәтенән килешеүҙәр төҙөлдө. Был ваҡиғаға бер йылдан аҙ ғына ашыуыраҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, илебеҙ өсөн барыһы ла кире яҡҡа үҙгәрҙе, тип әйтергә мөмкин. Былтырғы партнерҙар дәғүәсегә әүерелде. Барыһы ла Украиналағы сыуалыштарҙан башланды. Уларҙа февраль революцияһы булды, Виктор Янукович властан ситләтелде, һөҙөмтәлә илебеҙгә ел тик “тиҫкәре яҡтан” иҫә башланы. Бының эҙемтәһе Австралиялағы саммитта ла һиҙелде. Илебеҙ Президенты Владимир Путинды “көнгөрәләр иле”ндә ихлас ҡаршы алдылар тип әйтеп булмай. Был аңлашыла ла. Австралия премьер-министры Тони Эбботт йәй үк Рәсәй етәксеһен саммитҡа индермәү менән янағайны. Билдәле булыуынса, 17 июлдә Украина күгендә Малайзияның пассажир самолеты һәләкәткә осрап, унда байтаҡ кеше, шул иҫәптән Австра­лияның 27 гражданы, һәләк булғайны. Көнбайыш Европа илдәре лә, Австралия ла был самолетты ополчение көстәре Рәсәй ярҙамында бәреп төшөргән тип бара. Әлегә был һәләкәт фажиғәһе тулыһынса тикшерелмәгән, шуға ла кемделер ғәйепләү урынһыҙ, әммә илебеҙгә ғәйеп ташлау­ҙан тартынмайҙар. Владимир Путиндың саммит­тың аҙағына тиклем ҡалмайынса ҡайтып китеүе көтөлгән өмөттәрҙең аҡланмауы менән аңлатыла.
Был сарала “Ҙур егерме” илдәре етәкселәре донъя эске тулайым продукт үҫешен 2018 йылға ике процентҡа арттырыу бурысын ҡуйҙы. Ошо арауыҡта өҫтәмә рәүештә 1 миллион эш урыны булдырылып, дөйөм иҡтисад ике триллионға үҫергә тейеш. Саммитта 2015 – 2016 йылдарға иҫәпләнгән коррупцияға ҡаршы көрәш планы ла раҫланды. “Ҙур егерме” лидерҙары билдәләүенсә, бизнесты “үтә күренмәле” итеүгә өлгәшеү төп бурыстарҙың береһе булып тора. Бындай алым һалым түләүҙән ҡасыу, килемде йәшереп ҡалдырыу, шиҡәйәт биреү күренештәрен бөтө­рөүгә булышлыҡ итәсәк, ти проект авторҙары. 2018 йыл аҙағына тиклем автоматик рәүештә һалым мәғлүмәте менән алмашыу хаҡында ла килешелде. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: донъя эске тулайым үҫеш продуктының 85 проценты, тауар әйләнешенең 75 проценты “Ҙур егерме” илдәре өлөшөнә тура килә. Ер шары халҡының өстән ике өлөшө ошо төбәктәрҙә йәшәй. Йәғни, барлыҡ донъя халҡы ошо илдәргә генә ҡарап тора, тип әйтергә мөмкин. Тик саммит барышында майҙаны буйынса ла, тәбиғи бай­лыҡтары күләме йәһәтенән дә тиңе булмаған Рәсәйҙе ситләтергә маташыуҙары ғына аңла­шылмай. Иртәме-һуңмы Ҡытай донъя лидерлығы дилбегәһен үҙ ҡулына аласаҡ. Ул сағында инде АҠШ-ҡа “ҡара” көндәр килеүе ихтимал.

Обама абына башланы

Саммитта Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель, Франция президенты Франсуа Олланд, Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон менән осрашып һөйләште. Төп аралашыу темаһы булып, әлбиттә, Украина мәсьәләһе торҙо. Ә бына АҠШ президенты Барак Обама менән осрашыу көткән һөҙөмтәне бирмәне. Дөрөҫ, Владимир Путин яңыраҡ ҡына Пекин ҡалаһында уның менән АТЭС саммиты барышында осрашҡайны. Бында ла Украина мәсьәләһендә уртаҡ фекергә килә алманылар. Улай ғына ла түгел, Барак Обама илебеҙҙе Эбола сире менән бер рәттән донъяға хәүеф менән янаған сығанаҡ тип атаны. Уның был ҡылығы аңлашыла. Ни өсөн тигәндә, 4 ноябрҙә АҠШ-та үткән Конгресс һайлауҙарында Обаманың Демократтар партияһы ҙур еңелеүгә осраны, һөҙөмтәлә был урында идара итеү тулыһынса тип әйтерлек Республика партияһының ҡулына күсте. Ошондай шарттарҙа ул Азия – Тымыҡ океан төбәгендә булһа ла үҙенә таяныс һәм яҡлау эҙләй булһа кәрәк. Тик Рәсәйҙе һүгеп кенә быға өлгәшә алыры бик икеле.
Обама Ҡытайҙа, Мьянма һәм Австралияла булырға өлгөрҙө. Уның был эш сәфәре “Азияға боролош” тип исемләнде. Ҡытайҙа сағында Обама АҠШ-ты “донъя иҡтисадының тотҡаһы” тип атаны. Әлбиттә, был һүҙҙәре ҡытайҙарға оҡшаған тип әйтеп булмай. Һуңғы йылдарҙа уларҙа йылдам үҫешкән иҡтисад Американыҡын ҡыуып етеп бара, хатта ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса уҙып та китте. Шуға ла Обаманың шапырыныуы урынһыҙ. Ә бына Мьянмала ул президент Тейн Сейн менән осрашыуы барышында был илгә инвестицияларҙы күберәк йәлеп итеү хаҡында килеште. Был төбәк тәбиғи байлыҡтарының күп булыуы менән айырылып тора. Билдәле булыуынса, Обама икенсе мөҙҙәткә президент итеп һайланғандан һуң АҠШ-тың тышҡы сәйәсәтенең Ираҡ һәм Афғанстандан тайпылып, Азия – Тымыҡ океан төбәгенә тоҫҡаласағын белдергәйне. Уның власта ҡалырына ла ике йыл тирәһе генә ваҡыт ҡалып бара. Шуға ла Обама был төбәкте АҠШ йоғонтоһона тулыһынса буйһондороп ҡалмаҡсы, күрәһең. Америка президенты Сүриәгә һәм “Ислам дәүләте”нә булған ҡарашын да үҙгәртмәксе. Уларға ҡаршы берҙәй көрәш алып барасағын белдерҙе. Йәнә Бәшәр Әсәд режимын ҡолатырға тотонмаҡсы. Тәүгеһендә уңышһыҙлыҡҡа осрағайны, был юлы нисек килеп сығыр – ваҡыт күрһәтер.
Ә “Ислам дәүләте” көндән-көн көсәйә бара. Заманында АҠШ үҙе үк был төбәктәге боевиктарҙың көсәйеүенә булышлыҡ итте. Хәҙер килеп, уларҙы “ауыҙлыҡларға” тырыша. Обама илебеҙгә Украина мәсьәләһендә “икенсе юл” һайларға ла кәңәш итте. Кире осраҡта, санкцияларҙың тағы ла ҡатыраҡ буласағына ишараланы. Таяҡтың ике башлы икәнен онотоп ебәрә, күрәһең. Владимир Путин был санкцияларҙың дөйөм донъя иҡтисады өсөн зыянлы икәнлеген билдәләне. Быны улар үҙҙәре лә аңлай.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 0

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 0

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә