Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Дуҫлыҡ ебе ҡылдан нескә
Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәнбелә ШОС илдәре саммиты үтеүе, Европа cоюзында етәкселек алышыныуы иғтибар үҙәгендә булды.


ШОС киңәйергә иҫәп тота

Шанхай ойошмаһы берләшмәһе илдәренең (Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан) саммиты Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәнбелә үтте. Был саммитҡа ШОС ағзаһы булмаған илдәр ҙә ҡунаҡ сифатында саҡырылғайны. Афғанстан, Монголия, Иран президенттары, Һиндостан, Пакистан илдәренең юғары вазифалы етәкселәре ҡатнашыуы форумдың мәртәбәһен арттырҙы.
Көн тәртибендә Афғанстан һәм Украиналағы хәлдәр тикшерелде. Саммитта ҡатнашыусылар ҡаралған бөтә мәсьәләләр буйынса ла уртаҡ фекергә килә алды, тип әйтеп булмай. Афғанстандан берләштерелгән көстәрҙең сығарылыуына Үзбәкстан, Тажикстан кеүек илдәр ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә, сөнки тауҙар илендәге боевиктарҙың уларҙың биләмәһенә үтеп инеү, наркотиктар индереү хәүефе арта. Шуға ла был ил етәкселәре Афғанстандан ғәскәрҙе сығартмау яғында. Украина мәсьәләһе буйынса ла фекер айырмалыҡтары бар. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай кеүек илдәр Рәсәйҙең Донбасс һәм Луганск өлкәләре ополчениеһына ярҙам итеүен өнәп еткермәй кеүек. Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәксеһе Си Цзиньпин быны асыҡтан-асыҡ белдермәһәләр ҙә, уларҙың тел төбөнән шул аңлашыла. Ҡырғыҙстан президенты Алмасбәк Атамбаев та был йәһәттән Рәсәйгә теләктәшлек күрһәтмәй. Ә бына Үзбәкстан президенты Ислам Кәримов иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндан был мәсьәләлә йүнәлеш биреүҙә кәңәш һораны. Ул үҙ сығышында Украиналағы сыуалыштарҙы тыныс юл менән көйләү кәрәклеге хаҡында быйыл 4 мартта уҡ белдереүен, тик уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмауҙарын еткерҙе.
Әйткәндәй, Ислам Кәримовтың Тажикстанға килеүен Дүшәнбелә бер аҙ ғәжәпләнеп ҡабул иттеләр. Берҙән, ул үҙ иленән ситкә бик һирәк сыға, икенсенән, Үзбәкстан менән Тажикстан араһындағы мөнәсәбәттәрҙе дуҫтарса тип әйтеп булмай. Үҙ-ара ыҙғышып китеүҙән уларҙы Рәсәй генә тотоп тора. Тажикстан президенты Эмомали Рахмон иһә, ҡунаҡ ҡабул итеүсе булараҡ, был юлы Үзбәкстанға ҡарата үпкәһен белгертеп барманы. Эмомали Рахмон үҙ сығышында Афғанстан һәм Украиналағы хәлдәрҙе тыныс юл менән көйләү яҡлы булыуын белдерҙе.
ШОС саммиты киләһе йыл Өфө ҡалаһында үтергә тейеш. Ошоноң менән бәйле Эмомали Рахмон ШОС рәйеслеге “дилбегәһен” Владимир Путинға тапшырҙы. Илебеҙ етәксеһе был саммитта Иран президенты Хәсән Раухони менән дә айырым һөйләшеүгә форсат тапты. Ике президенттың уртаҡлашыр фекерҙәре күп. Рәсәй бөгөн кисәге Иран хәлендә ҡалды тип әйтергә мөмкин. Ирандың уран байытыуына протест белдереп, АҠШ һәм ЕС илдәре уға ҡарата иҡтисади һәм сәйәси санкциялар ҡабул иткәйне. Был хәлдән илдең иҡтисады байтаҡ ҡына зыян күргәйне. Иранда власҡа Хәсән Раухони килгәндән һуң ғына АҠШ һәм ЕС илдәре менән уртаҡ тел табыуға өлгәшелде. Бөгөн иһә илебеҙ Иран кисергәнде кисерә.
Үткән аҙнала АҠШ һәм ЕС илдәре илебеҙгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итте. Был юлы исемлектә ил иҡтисадының “арҡа һөйәге” “Газпром” йәмғиәте, Һаҡлыҡ банкы ла бар. Ике президенттың осрашыуы барышында илдәр араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, ауыр саҡта бер-береңә ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: ШОС саммитында киңәйеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Киләһе йыл Өфө ҡалаһында үтәсәк саммитта, моғайын да, Пакистан менән Һиндостанды ағза итеп алырҙар. Был ике ил ШОС-ҡа ағза булып инергә әҙер булыуҙарын белдерә. Һиндостан менән Пакистан икеһе лә ядро ҡоралына эйә. Әгәр ҙә улар ШОС ағзаһы булып китһә, донъялағы ядро ҡоралына эйә туғыҙ илдең дүртеһе ошо берләшмәлә буласаҡ. НАТО илебеҙ сиктәренә уҡталған бер мәлдә, был бик ҙур көс. Билдәле булыуынса, әле АҠШ, Рәсәй, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай, Һиндостан, Пакистан, КХДР һәм рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса Израиль ядро ҡоралына эйә илдәр исемлегенә инде­релгән. Шуға ла Пакистан менән Һин­достанды ШОС-ҡа ағза итеп алыу стратегик әһәмиәткә эйә. Көнбайышта һәм АҠШ-та быны бик яҡшы аңлайҙар һәм нисек тә быға ҡамасауларға тырышалар. Айырыуса донъялағы иң ҙур мосолман иле булған Пакистанды улар үҙҙәре яғына ауҙармаҡсы. Тик әлегә уларҙың ниәте бойомға ашмайыраҡ тора. Илебеҙ етәксеһе Владимир Путин уларҙан өлгөрөрәк булып сыҡты – Пакистанды ШОС-ҡа ылыҡтыра алды. ЕС илдәре менән тәмһеҙләшкән бер мәлдә, Көнсығыш илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу бик мөһим. Шулай итеп, Дүшәнбе ҡалаһындағы ШОС саммиты көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡарағанда донъя сәйәси аренаһына әүерелде лә ҡуйҙы.

Европа союзы етәкселеге яңырҙы
Үткән аҙнала Еврокомиссияның яңы рәйесе Жан-Клод Юнкер “Европа союзы Хөкүмәте”нең яңы составы менән таныштырҙы. Быға тиклем кемдең ниндәй вазифа биләре сер итеп тотола ине.
Яңы составта Рәсәй өсөн уңай кешеләр ҙә бар. Шуларҙың береһе – Италия сит ил эштәре министры Федерика Могериниҙың Европа союзында тышҡы сәйәсәт өсөн яуаплы комиссар итеп тәғәйенләнеүе. Был ханым илебеҙгә ҡарата ыңғай ҡарашы менән айырылып тора. Тап шул сәбәпле Балтик буйы илдәре етәкселәре уны был вази­фаға тәғәйенләүгә ҡаршы булыуҙарын белдер­гәйне. Әммә уларҙың һүҙе үтмәне.
Ә бына ЕС-тың энергетика союзы өсөн яуаплы итеп тап Балтик буйы иле – Латвияның элекке премьер-министры Валдис Домбровский тәғә­йенләнде. Теләйме-теләмәйме, уға Рәсәй ме­нән уртаҡ тел табырға тура киләсәк, сөнки Европаның энергетика хәүефһеҙлеге тап илебеҙгә бәйле. Энергетика буйынса еврокомиссар итеп немец Гюнтер Оттингер урынына британиялы Джонатан Хилл билдәләнде. Башҡа “портфелдәр” ҙә бүлеп бирелде. Европа союзының яңы етәкселеге 1 ноябрҙән үҙ вазифаһын үтәй башлаясаҡ. Яңы һепертке яңыса һеперә, тиҙәр, ЕС-тың яңы етәкселеге илебеҙгә ҡарата ни ҡылыр – ваҡыт күрһәтер.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә