Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәй Көнсығышҡа йөҙ бора
Рәсәй Көнсығышҡа йөҙ бора
Уҙған аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Монголияға эш сәфәре, НАТО-ның Европала хәрби күнекмәләр уҙғарыуы иғтибар үҙәгендә булды.



Хеҙмәттәшлек киңәйә

Владимир Путиндың эш сәфәренә тиклем Монголия беҙҙең иғтибарҙан бер аҙ ситтә ҡалып килде кеүек: бер яҡтан – Ҡытай, икенсе яҡтан Рәсәй менән сиктәш дәүләт үҙе лә донъяның сәйәси аренаһында бик күренеп бармай. Географик урыны ла, социаль-иҡтисади хәле лә ике ҡеүәтле ил­дең күләгәһендә йәшәүенә булышлыҡ ит­мәй ҡалмағандыр. Хәҙер килеп, Рәсәй Мон­голияны “шаршау арты”нан сығарырға булды, күрәһең. Беҙҙең аралағы сауҙа бәйләнештәрен ныҡлы тип әйтеп булмай. Монголияға ситтән индерелгән тауарҙарҙың 90 проценты Ҡытай иҫәбенә тура килә, илебеҙ уларҙы бер нисек тә ҡыҫырыҡлап сығара алмаясаҡ. Ә бына әлегә ҡәҙәр булдырылған хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдары бар.
Улан-Баторҙа Владимир Путин менән Монголияның Президенты Цахиагийн Элбэгдорж тап ошо хаҡта фекер алышты һәм бер нисә мөһим документҡа ҡул ҡуйҙы. Илебеҙ киләсәктә был дәүләткә тимер юлдарҙы яңыртыу йәһәтенән ярҙам күрһә­тәсәк. Хәрби хеҙмәттәшлек хаҡында ла һүҙ булды. НАТО көстәренең Рәсәй сиктәренә уҡталған мәлендә, беҙгә союздаштарҙы арттырыу бик мөһим.
Заманында илебеҙҙең Монголияға хәрби ярҙамы ла, ҡыҫымы ла көслө булды. Шулай ҙа 1921 йылдағы революция һөҙөмтәһендә Ҡытай ҡоллоғонан ҡотолған был дәүләт өсөн Рәсәй барыбер яҡын. 2020 йылға тиклем ике ил араһындағы тауар әйләнешен 10 миллиард долларға еткереү күҙаллана. “Роснефть” Монголия баҙарында үҙ эшмә­кәрлеген киңәйтәсәк. Шулай уҡ уларға “ГАЗ”, “ПАЗ” автомашиналарын күберәк һатыу планлаштырыла. Рәсәйҙән Ҡытайға табан һуҙыла башлаған газ магистрален Монголия үҙ биләмәһе аша үткәртергә те­ләй. Быға тиклем Ҡаҙағстан да транзит газ үткәргесе яҡлы булыуын белдергәйне. Шулай булғас, илебеҙгә Европа союзы илдәренең санкциялары ҡурҡыныс түгел. Аҙыҡ-түлек мәсьәләһенә лә ҡағыла был. Киләсәктә Монголиянан һыйыр ите индереү мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителергә тейеш. Быға тиклем йоғошло ауырыуҙарға бәйле уларҙан ит-һөт килтереү тыйылғайны.
Путиндың эш сәфәре 1939 йылда совет ғәскәрҙәре менән Монголия хәрбиҙәренең Халхин-Гол йылғаһы буйында Япония ғәс­кәрҙәрен еңеүенең 75 йыллығына тап килтерелде. Был ваҡиғаны йыл һайын бил­дә­ләйҙәр.
Әйткәндәй, Путин Монголияла йөрөгән арала Барак Обама эш сәфәре менән ­Эстонияға килде. НАТО Европа илдәрендә, шул иҫәптән Балтик буйында хәрби кү­некмәләр уҙғара башлаған. АҠШ Президен­ты ошондағы эшмәкәрлек менән дә та­нышып китте. Киләсәктә НАТО Эстонияла, Латвияла, Литвала ҡоро ер ғәскәрҙәрен һәм ауыр хәрби техника һанын арттырырға иҫәп тота.

Донъя – ҡуласа...

4-5 сентябрҙә уҙған НАТО саммитында төп иғтибар Украиналағы хәл-ваҡиғаларға һәм Ираҡтағы “Ислам дәүләте” боевиктарын тар-мар итеү мәсьәләләренә йүнәл­телде. Ойошманың генераль секретары Андерс Фог Расмуссен был сараны “тарих­тағы иң мөһим ваҡиға” тип билдәләне. Унда Украинаға хәрби ярҙам күрһәтеү хаҡында ла һүҙ булды. Рәсәйҙе иһә, Донбасс һәм Луганск ополчениеһына ярҙам итеүҙә ғәйеп­ләп, ҡаты тәнҡит утына тоттолар. Украина президенты Петр Порошенко саммиттан һуң НАТО илдәренең, атап әйткәндә Франция, Италия, Польша, Норвегияның, Ук­раи­наға хәрби ярҙам күрһәтәсәге ту­ра­­һында белдерҙе. Һуңғы ике илдең етәкселәре был һүҙҙәрҙе кире ҡаҡты, ундай килешеү булманы, тинеләр.
Порошенко ошондай юлдар менән үҙенә сәйәси мәрәй тупларға уйланы булһа кәрәк. Юғиһә һуңғы арала абруйы ныҡлы төшә башланы. Донбасс һәм Луганск өлкәләрен­дәге хәрби уңышһыҙлыҡтар, Украина хәрби­ҙәренең меңәрләп әсиргә эләгеүе, әлбиттә, Порошенкоға ҡарата ышанысты ныҡлы ҡаҡ­шатты. Шуға ла ул, Путиндың тыныслыҡ урынлаштырыу идеяһын хуплап, 5 сентябр­ҙән хәрбиҙәргә көс ҡулланыуҙы туҡтатырға бойорҙо. Ләкин Порошенко әллә һүҙендә торманы, әллә уны тыңламанылар – Донбасс өлкәһендә һуғыш һаман да дауам итә. Был ике өлкәнең етәкселәре һәр хәлдә Украина менән бергә ҡалмаясағын, айырылып сығыу яғын ҡараясағын белдерә.
Айырылыу тигәндән, Европаның үҙендә лә ошо хаҡта һүҙ бара. Мәҫәлән, 18 сен­тябрҙә Шотландия Бөйөк Британиянан айырылып сығыу буйынса референдум уҙғара. Алдан һорау алыу күрһәтеүенсә, урындағы халыҡтың 50 проценты шуны теләй. Тимәк, Донбасс менән Луганск халҡының үҙаллы­лыҡҡа ынтылыуына аптырарға кәрәкмәй.
Европа союзының илебеҙгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялары үҙҙәренә ҡәһәр булып төшә башланы ла инде. Мәҫәлән, Италия­ның элекке премьер-министры, Европала ғына түгел, донъяла билдәле сәйәсмән булып танылған Сильвио Берлускони АҠШ менән ЕС илдәре етәкселәрен тәнҡитләп сығыш яһаған. Уның белдереүенсә, Евро­паға иҡтисади көрсөк янай, һәм был Рәсәйгә санкция иғлан итеүгә бәйле. Европаның меңәрләгән фермеры, продукцияһын һата алмағас, етәкселеккә бойкот иғлан иткән, протест акциялары ойошторған. ЕС етәк­селеге уларға 50 миллион евро күләмендә финанс ярҙамы бүлеүен белдерҙе, ләкин был ғына барлыҡ юғалтыуҙы ҡаплауға ет­мәйәсәк. Тимәк, санкцияларға ҡарата риза­һыҙлыҡ акциялары көсәйәсәк кенә. Бына шулай, Майҙанда башланып киткән сыуа­лыштарҙың еле уны ойоштороусыларҙың үҙҙәренә табан иҫә башланы. Донъя – ҡуласа, тиҙәр шул.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә