Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бөгөнгө осрашыу ыңғай һөҙөмтә бирерме?
Уҙған аҙнала Украинаның үҙаллылығына бәйле Киев ҡалаһында хәрби парад үтеүе, НАТО саммитына әҙерлек барышы, Абхазияла президент һайлау ваҡиғаһы иғтибар үҙәгендә булды.


Меркель юҡҡа килмәне...

Украинала граждандар һуғышы барыуға ҡарамаҫтан, 24 августа президент Петр Порошенко Киевта хәрби парад уҙғарырға ҡарар итте. Сығышында етәксе илдең көнсығышындағы бәрелештәрҙе “2014 йылғы Ватан һуғышы” тип атап, үҙаллылыҡ өсөн көрәш беҙҙең файҙаға тамамланасаҡ, тине. Порошенко ошонда уҡ илдең армияһын яңыртыуға өс миллиард доллар бүлергә лә вәғәҙәләне. Әлбиттә, әлегә Украинаның артыҡ аҡсаһы юҡ, илебеҙгә газ яғыулығы өсөн бурыстарын да ҡайтара алмай. Ә ҡыш көттөрмәй: Рәсәйҙән тағы ла “зәңгәр яғыулыҡ” һорарға тура киләсәк.
23 августа Украинаға Германия канцлеры Ангела Меркель килде. Әлбиттә, ул хәрби парадҡа ҡалманы, шулай ҙа Донбассты тергеҙеү өсөн Европа союзы исеменән 500 миллион евро аҡса вәғәҙәләне. Был сәфәр юҡҡа ғына ойошторолманы: бөгөн Минск ҡалаһында Петр Порошенко Владимир Путин менән осраша. Меркель Украина президентын ошо сараға әҙерләү маҡсатында йөрөнө булһа кәрәк. Осрашыуҙа Европа союзынан да вәкилдәр буласаҡ. Украинала бәрелештәр башланғаны бирле бындай форматтағы һөйләшеү уҙғарылғаны юҡ ине, шуға ла уның һөҙөмтә биреренә ҙур өмөт бағлана.
Ангела Меркель Украиналағы низағты сәйәси юл менән көйләү яғында булыуын белдерҙе. Рәсәй ҙә һуғыш теләмәй. Донбасс менән Луганск өлкәләре халҡы иһә фашистик рух менән һуғарылған Киев армияһына ҡаршы алыша. Уларға, ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла, илебеҙҙән гуманитар ярҙам оҙатылды. АҠШ быны хәрби булышлыҡҡа тиңләне, шуға ла рәсми Киевҡа ярҙамды көсәйтмәксе. Был хаҡта АҠШ-тың вице-президенты Джозеф Байден Петр Порошенко менән осрашыу барышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Халыҡ-ара валюта фондынан Украинаға 1,4 миллиард доллар күләмендә кредит биреләсәк. Был аҡса дәүләттең төп валютаһын – гривна курсын – тотороҡландырыу өсөн мөһим, ти белгестәр. Ысынында иһә кредиттың илдең көнсығышында һуғышты дауам итеү өсөн кәрәклеге һәр кемгә мәғлүм. Украинаның премьер-министры Арсений Яценюк белдереүенсә, һуғыштың матди эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн генә лә һигеҙ миллиард доллар аҡса талап ителә. Ә бит әле бәрелештәр тынмаған, Украина армияһы көнсығыш өлкәләрҙе көнө-төнө утҡа тота. Ике яҡтың да юғалтыуҙары байтаҡ. Иң аяныслыһы – бер ғәйепһеҙ халыҡ ҡырыла. Һуғыш барыу сәбәпле илебеҙгә яңынан-яңы ҡасаҡтар килә. Ошондай шарттарҙа НАТО үҙ саммитын уҙғарырға йыйына.

Рәсәй вәкилдәрен саҡырмауҙың сәбәбе ниҙә?

4-5 сентябрҙә Бөйөк Британияның Уэльс ҡалаһында НАТО-ның сираттағы саммиты үтергә тейеш. Уға Рәсәй вәкилдәрен саҡырмағандар. Ә көн тәртибендәге мәсьәләләр илебеҙгә туранан-тура ҡағыла. Унда, Украиналағы конфликттан тыш, Афғанстандан берләштерелгән ғәскәрҙәрҙе сығарыу ҙа тикшерелә. Хәрби транзит йөктәр Рәсәй биләмәһе аша (Ульяновск ҡалаһы) үтергә тейеш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әлеге сараға илебеҙ вәкилдәрен саҡырыуҙы кәрәкле тип тапмағандар. Ситләтергә ынтылыу, әлбиттә, Украиналағы һуғышҡа бәйле. НАТО был бәрелештәрҙең сәбәбен Рәсәйгә япһара. Йәнәһе лә, илебеҙ Луганск һәм Донбасс өлкәләренә хәрби ярҙам күрһәтә. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: элегерәк илебеҙ етәкселәренең НАТО саммиттарында ҡатнашҡаны булды. Мәҫәлән, 2010 йылда Дмитрий Медведев Лиссабон ҡалаһында үткән ошондай сарала булды. Ул саҡта берлектә хәрби күнекмәләр уҙғарыу тураһында ла килешелгәйне.
Хәҙер иһә мөнәсәбәттәр ҡырҡа үҙгәрҙе. Улай ғына ла түгел, хатта Украинаны НАТО-ға ағзалыҡҡа ҡабул итеү хаҡында ла һүҙ бара. Әлбиттә, быйылғы саммитта ул мәсьәлә күтәрелмәҫ, шулай ҙа был илгә ҡарата хәрби ярҙам күрһәтеү хаҡында һүҙ булыр, моғайын. Рәсәйҙе саммитҡа тап ошо сәбәпле саҡырмағандарҙыр, тип фаразларға була.
НАТО-ның генераль секретары Андерс Фог Расмуссен рәсми Киевтың хәрби көстәрен яңыртыуға әҙерлеген белдерә. Әммә уға был вазифала оҙаҡ ултырырға ҡалмаған. Саммиттан һуң Расмуссенды Йенс Столтенберг алыштырасаҡ. Элек Нор­ве­гияның премьер-министры булып эшләгән был кешенең Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырына өмөтләнәләр, сөнки сәйәсмән көслө дипломат булараҡ танылыу алған. Хәрби альянс етәксеһе булып ошондай кешенең килеүе Рәсәй өсөн тик ҡулай ғына.

Яңы президент мөнәсәбәттәрҙе яңыртыр

Абхазияла президент һайлауҙары үтте, һәм быға тиклем оппозицияла булған Рауил Хаджимба еңеп сыҡты. Белеүегеҙсә, 1 июндә ил президенты Александр Анкваб отставкаға киткәйне. Ул саҡта “Берҙәм халыҡ форумы” партияһы етәксеһе Рауил Хаджимба һәм “Аруаа” абхаз-грузин конфликты ветерандары ойошмаһы етәксеһе Виталий Габния менән берлектә президентҡа ҡаршы протест акциялары ойошторолғайны. Анквабтың отставкаһы тап шуға бәйле. Яңы президенттың Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе нисек көйләрен ваҡыт күрһәтер. Әлегә иһә ике ил араһындағы мөнәсәбәт 2008 йылдағы килешеү нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә