Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡеүәтле Башҡортостанға – һәләтле Президент
Ҡеүәтле Башҡортостанға – һәләтле Президент
Быйыл 14 сентябрҙә, 2003 йылдан алып тәүге тапҡыр, Башҡортостан халҡы тағы ла төбәк етәксеһен һайлай. Беҙҙең республика – президент һайлаған берҙән-бер субъект: башҡа төбәктәрҙә губернаторҙарҙы һәм хакимиәт башлыҡтарын һайлаясаҡтар. Башҡортостанда туранан-тура президент һайлауы (2005 йылда ғәмәлдән сығарылғанға тиклем) 1993, 1998, 2003 йылдарҙа уҙғарылды.
Республика тарихында тәүге тапҡыр төбәк башлығын һайлауҙа ЛДПР-ҙан кандидат ҡатнаша. Ул – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иван Константинович Сухарев – Өфөнөң эшсе районында кешеләрҙең барлыҡ проблемаларын үҙ күҙҙәре менән күреп үҫкән.
Әүҙем закондар сығарыу һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған Сухаревты Башҡортостанда ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә лә беләләр. Шулай ҙа күптәрҙә “Көндәлек тормошта ул ниндәй? Беҙҙе, һайлаусыларҙы, борсоған мәсьәләләр уға яҡын һәм аңлайышлымы?” кеүек һорауҙар тыуа. Был дөрөҫ тә. Беҙ Иван Константинович менән тормош тураһында әңгәмәләштек.

– Иван Константинович, бер аҙ үҙегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Милләтем – рус. Өфөлә, аны­ғыраҡ әйткәндә, уның сәнәғәт районы Черниковкала башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылып тормаған ябай ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым – адвокат, әсәйем ҙур предприятиела иҡти­садсы булып эшләне. Әле атайым – Адвокаттар коллегияһы рәйесе, әсәйем – хаҡлы ялда. Атай-әсәйем һәр саҡ ябай, ғәҙәти алымдарға таянып тәрбиә бирҙе. Уның нигеҙендә ғәҙел булыу принцибы ята ине, әлбиттә. Бындай тәрбиә миңә киләсәктә бик ныҡ ярҙам итте. СССР-ҙың һуңғы көндәре, әммә шул осорҙа ла был ил тиҙҙән юҡҡа сығыр, элекке союздаш республикаларҙа граждандар һуғышы башланыр, урыҫса һөйләшкән һәм фекер йөрөткән миллиондарса кеше үҙенең тыуған ерендә ят бауырға әйләнер тигән уй берәүҙең дә башына инеп тә сыҡманы. Украинала һәм Балтик буйында фашист марштары үте­үен, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хөкөм итеүҙе, миллионлаған ватандашыбыҙҙың, көтмәгәндә бары­һын да юғалтып, фәҡирлек сигенә етеүен күҙ алдына ла килтермәнек.
– Иван Константинович, һеҙҙең өсөн тәжрибә нимә ул?
– Тәжрибә йылдар буйы туплана, тиҙәр. Ләкин ғүмерен “мейес башында ятып” үткәргән кеше уны йыя алмай. Тәжрибә – ул тәүәккәл ғәмәлдәр, кө­рәш, көслө кисерештәр һәм тәьҫо­раттар һөҙөмтәһендә алынған белем һәм күнекмә. Әүҙемлек артҡан һайын тормошоғоҙ байыраҡ, тәжрибәгеҙ күп яҡлыраҡ була бара. Тәжрибә һәм практика менән нығытылмаған белем – теория ғына.
– Һеҙ ҡайҙа уҡынығыҙ?
– Башта Өфөләге 93-сө, унан 62-се мәктәптә уҡыным. Уны тамамлағандан һуң, атайымдың юлын дауам итмәксе булып, Башҡорт дәүләт универси­тетының юридик факультетына уҡырға инеп, уны 2000 йылда тамамланым. Атай-әсәйемә мәшәҡәт тыуҙырмаҫ өсөн уҡыуҙы эш менән берләштерергә тура килде. Ауырлыҡтарға ҡара­маҫтан, студент йылдарын айырыуса йылылыҡ менән хәтергә төшөрәм, сөнки тап шул йылдарҙа үҙаллы­лыҡҡа, үҙемә ышанырға өйрәндем.
– Хеҙмәт юлығыҙ тураһында бер-ике һүҙ әйтһәгеҙ ине.
– Өсөнсө курста уҡығанда уҡ 21-се төҙөлөш тресында һәм Өфөләге кү­семһеҙ милек агентлыҡ­тарының бе­реһендә юрист булып эшләнем. Уни­верситетты тамамлағас, атайымдан өлгө алып, адвокат булырға ҡарар иттем. Башта адвокат ярҙамсыһы, адвокат булдым, унан адвокаттар ойошмаһының етәк­се­һе дәрәжәһенә тиклем үҫеп еттем. 2011 йылда алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һай­ланғанға тиклем ошо вазифаны би­ләнем.
– Сәйәсәткә ҡайҙан килдегеҙ?
– Йәмәғәтселек тормошо мине һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Мәктәптә уҡы­ғанда октябряттар отряды командиры, пионерҙар отряды советы рәйесе булдым. Һәр ерҙә хәҡиҡәтте табырға, ғәҙеллеккә өлгәшергә тырыштым. Адвокатуралағы эш хоҡуҡ һаҡлау һәм суд системаларындағы етеш­һеҙ­лек­тәрҙе, камилһыҙлыҡты күреү мөм­кин­леген бирҙе. Бындай хәлгә битараф булып ҡала алманым, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләнем. Бының өсөн ике сәбәпте — камил булмаған ҡануниәтте, закондарҙың үтәлмәүен – бөтөрөргә кәрәк ине. Шуға ла сәйәсәткә киттем.
– Ниңә ЛДПР-ҙы һайланығыҙ?
– ЛДПР идеялары һәр саҡ күңе­лемә яҡын булды, ә партия рәйесе Владимир Вольфович Жириновский — та­нылған сәйәсмән, иң аҡыллы ке­ше­ләрҙең береһе. Уның теге йәки был сәйәси һәм геосәйәси процес­тарҙы алдан аныҡ күрә белеү һәләтенә һоҡ­ланмау мөмкин түгел. Ул әйт­кәндәрҙең күбеһе бөгөн тормошҡа ашты. 1998 йылда ЛДПР сафына индем һәм уны һай­ла­уыма бер ҡасан да үкенмәнем. Сәйәси эшмәкәрлек осоронда ҡара­шымды, фекеремде үҙгәрт­мәүем, башҡа сә­йәси партия ағзаһы булмауым, ЛДПР-ҙың ябай ағзаһынан алып партияның республика бүлексәһе координаторына тиклем бөтә баҫ­ҡыстарҙы үтеүем менән ғорурланам. 2011 йылда ЛДПР-ҙан Дәүләт Думаһы депутаты итеп һай­ландым, уның Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт комитетына индем.
– Дәүләт Думаһындағы эшмәкәр­легегеҙ хаҡында бер аҙ һөйләгеҙ әле. Ил тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеп буламы?
– Дәүләт Думаһы депутаты булыу — иң элек илдең юғары закондар сығарыу органында үҙҙәренең мән­фә­ғәтен сағылдырыу, үҙҙәренең исеме­нән һүҙ алып барыу хоҡуғын миңә ышанып тапшырған һайлаусылар алдында ҙур яуаплылыҡ ул. Комитетта закон сығарыу эш­мәкәрлегенән тыш, тыуған республика, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре халҡының мөрәжә­ғәттәре менән эш­ләүгә күп ваҡыт бүләм. Һәр мөрәжә­ғәттә — кеше­ләр­ҙең ҡайғы-хәсрәте, күңел һыҙланыуы. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: һәр ваҡыт ярҙам итеп булмай, шулай ҙа үҙемдең яғымдан ғәҙеллекте тергеҙеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйем. ЛДПР-ҙың “Власты эшләргә мәжбүр итәсәкбеҙ!” тигән төп принцибын тотоу минең өсөн бик мөһим. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел тигән фекер­ҙәмен. Закон сығарыу эшмәкәрлегенән тыш, үҙенең төбәген­дәге йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәләре аша һайлаусылар менән даими эш алып барыу — депутаттың төп бурысы, сөнки һайлау­сылар менән тура бәй­ләнеш тап ошо рәүешле яйға һалына. Хәлде дөрөҫ ҡабул итеү, яңы закондар кәрәкле һәм көнүҙәк булһын өсөн илдәге ысын­барлыҡты эстән дөрөҫ аңлау шарт.
– Ошондай закондарҙы эшләүҙә шәхсән ҡатнашыуға миҫал килтерә алаһығыҙмы?
– Әлбиттә! Мәҫәлән, Дәүләт Дума­һы тарафынан күптән түгел ҡабул ителгәндәрҙән “Ваҡытты иҫәп­ләү тура­һында”ғы Федераль законға үҙгәреш­тәр индереү хаҡында”ғы Федераль законды әйтергә кәрәк. Мин был закон проектының авторҙашы булдым. Быйыл көҙ илебеҙ бер сәғәткә артҡа — “ҡышҡы” ваҡытҡа — әйләнеп ҡайта. “Йәйге” (“ҡышҡы”) ваҡытҡа башҡа күсмәйәсәкбеҙ. Был кешеләрҙең сәлә­мәтлегенә кире йоғонто яһай, ә “ҡыш­ҡы” ваҡыт организм өсөн ҡулайыраҡ һәм уның биоритмдарын боҙмай.
Комитетыбыҙ Гражданлыҡ кодексына ҡағылышлы ҙур эш башҡарҙы. Уны 80 процентҡа тиерлек үҙгәрттек. Һуңғы ваҡытта минең башланғыс менән ЛДПР төбәктәргә бюджет-кредит амнистияһына ҙур иғтибар бирә. Төбәктәрҙең бурыстары, шул иҫәптән Федераль үҙәк алдындағы бурысы — илебеҙ өсөн бик етди проблема. Беҙҙеңсә, бюджет-кредит амнистия­һын үткәрергә һәм төбәктәргә үҫеште ныҡлы тотҡарлаған бурыстарҙан арынып, эште баштан башларға мөмкин­лек бирергә кәрәк.
Бынан тыш, мин – Дәүләт Ду­ма­һын­да быйыл ғына ойошторолған Инновация эшмәкәрлегенә мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү комиссияһы ағза­һымын.
Дөйөм алғанда, эш бик күп: ҡану­ниәтте камиллаштырыуға даими тырыш­лыҡ һалабыҙ.
— Закон сығарыу эшмәкәрлеге өҫтәмә белем талап иткәндер, моғайын.
— Тап шулай. Шуға күрә ө№!№ йылда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһына уҡырға индем. Уны былтыр тамамланым.
— Ғаиләгеҙ хаҡында ла әйтегеҙ әле.
— Дәүләт Думаһындағы эшкә бәйле ғаиләмде һирәк күрергә тура килә. Мәскәүҙә булһам да, күңелем менән һәр саҡ улар янындамын. Ҡатыным Светлана – һөнәре буйынса геоэколог, Өфөлә эшләй. Күптән түгел генә алты йәше тулған ҡыҙым Настя киләһе йыл мәктәпкә бара. Ул йөҙөү һәм бейеү менән мауыға. Ошо арала йөҙөү буйынса ярышта беренсе урынды яуланы. Атай булараҡ, уның менән ғорурланам.
— Һайлаусыларға әйтер һүҙегеҙ.
— Ҡәҙерле яҡташтар! Буш вә­ғәҙәләр бирмәйем. Республикала бик күп проблемалар бар, уларҙы хәл итергә кәрәк. Һайлауға аныҡ програм­ма, өр-яңы идеялар һәм тәҡ­димдәр менән барам. Улар республикабыҙ халҡының бөтә өлкәләрҙәге тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Эшемдә ғәҙеллек, намыҫлылыҡ, их­лас­лыҡ принциптары яҡлы булдым һәм булып ҡалам. Һеҙҙең ярҙам менән тыуған республикабыҙҙы Рәсәйҙең иң көслө, иҡтисади йәһәттән алға киткән һәм уңайлы төбәгенә әүерелдерербеҙ, тип ышанам!
Евгения ЕРЕМИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374